Континенталь кубок

Континенталь кубогы — 1997 йылдан башлап европа клубтары өсөн булған хоккей буйынса турнир. Европа хоккей лигаһында ҡатнашмаған илдәрҙәге командалар өсөн был турнир.

Континенталь кубок
IIHF Continental Cup
Нигеҙләнгән:

1997 йыл

Регион:

Европа

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

17

Ғәмәлдәге еңеүсе:

Ставангер Ойлерз

Рәсми сайт:

http://www.iihf.com/iihf.com

Турнир форматыҮҙгәртергә

Тәуге раундта 17 команда араһынан иң көсһөҙ дүрт команда үҙ-ара көслөнө билдәләй. Иң көслө команда икенсе раундҡа сыға. Унда тәүҙән 7 команда була һәм уларға беренсе этаптың еңеүсеһе ҡушыла, улар 2 төркөмгә бүленә. Шунан төркөм уйындарында еңеүселәр өсөнсө раундҡа сыға. Өсөнсө раундта башта 6 команда бар, артабан уларға икенсе этаптың еңеүселәре ҡушыла, тағы ла 2 төркөмгә бүленәләр. Суперфиналға төркөмдәрҙә беренсе һәм икенсе урын алған командалар сыға. Улар бер береһе менән уйнайҙар һәм кубоктың еңеүсеһен асыҡлайҙар.

ЕңеүселәрҮҙгәртергә

Сезон Еңеүсе Икенсе урын Өсөнсө урын Ярыштар урыны
1998   Кощице   Эйсбарен Берлин   Ильвес Тампара, Финляндия
1998   Кощице   Эйсбарен Берлин   Ильвес Тампара, Финляндия
1999   Амбри-Пиотта   Кощице   Авангард Кощице, Словакия
2000   Амбри-Пиотта   Эйсбарен Берлин   Ак Барс Берлин, Германия
2001   ЗСК Лионс   Лондон Кнайтс   Слован Цюрих, Швейцария
2002   ЗСК Лионс   Милано Виперс   Зволен Цюрих, Швейцария
2003   Йокерит   Локомотив   Лугано Лугано, Швейцария
Милан, Италия
2004   Слован   Гомель   Лугано Гомель, Белоруссия
2005   Зволен   Динамо   Секешфехервар Секешфехервар, Венгрия
2006   Лада   Рига 2000   ЗСК Лионс Секешфехервар, Венгрия
2007   Юность-Минск   Авангард   Ильвес Секешфехервар, Венгрия
2008   Ак Барс   Рига 2000   Казцинк-Торпедо Рига, Латвия
2009   Мартин   Драгонс Руан   Больцано Руан, Франция
2010   Ред Булл Зальцбург   Юность-Минск   Шеффилд Стилерс Гренобль, Франция
2011   Юность-Минск   Ред Булл Зальцбург   Сённерюйск Минск, Белоруссия
2012   Драгонс Руан[1]   Юность-Минск   Донбасс Руан, Франция
2013   Донбасс   Металлург Злобин   Драгонс Руан Донецк, Украина
2014   Ставангер Ойлерс   Донбасс   Асиаго Руан, Франция
2015   Неман   Фиштаун Бремерхафен   Анже Бремерхафен, Германия
2016   Руан   Хернинг Блю Фокс   Тыхы Руан, Франция

IIHF Федерация кубогыҮҙгәртергә

Федерация кубогы Европа кубогына эләкмәгән клубтар өсөн, 1995-1996 йылдарҙа булған хоккей буйынса турнир. Ике йылдан һуң уны Континенталь кубок алмаштыра.

Беренсе йылда 13 команда 12 илдән ҡатнашты. Улар өс төркөмгә бүленешеп еңеүселәрҙе асыҡлайҙар, улар финалға сыға. Финалда уларға икенсе урын алған командалар араһында кемдең һөҙөмтәләре яҡшыраҡ, шул сыға. Финалда бер береһе менән уйнап еңеүсене асыҡлайҙар. Салауат Юлаев тәүге сезонда еңеүсе була.

Икенсе йылда шулай уҡ уйнайҙар, әммә командалар өҫтәлгәс бер квалификация раунды өҫтәлә.

Федерация кубогын еңеүселәрҮҙгәртергә

Сезон Еңеүсе Иҫәп Икенсе урын Ярыш урыны
1995   Салауат Юлаев 4–1   Пардубице Любляна, Словения
1996   Мастини 4–3   Металлург Тренчин, Словакия

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. MARTIN MERK Le Miracle de Rouen. International Ice Hockey Federation (15 January 2012). 16 ғинуар 2012 тикшерелгән.(недоступная ссылка)

СығанаҡтарҮҙгәртергә