Коломан Сокол ( словак. Koloman Sokol; 1902 йылдың 12 декабре, Липтовски-Микулаш, Австро-Венгрия2003 йылдың 14 ғинуары, Тусон, АҠШ) — ХХ быуатта иң танылған словак рәссамдарының береһе, график.

Коломан Сокол
словак. Koloman Sokol
Фотография
Тыуған:

12 декабрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Липтовски-Микулаш, Королевство Венгрия[d], Транслейтания[d], Австро-Венгрия[4]

Үлгән:

12 ғинуар 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[3][5][4][…] (100 йәш)

Үлгән урыны:

Тусон[d], Аризона, Америка Ҡушма Штаттары

Ил:

 Словакия

Тормошо һәм ижады

үҙгәртергә

19211924 йылдарҙа Коломан Сокол Кошицала шәхси рәсем сәнғәте мәктәпбендә уҡый, 1925 йылда Братиславалағы Густав Малы мәктәбенә инә. 19251932 йылдарҙа Сокол Прагала Художество академияһында Макс Швабинский һәм Тавик Франтишек Шимондың оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй, шунан Парижға китә, унда бер йылын Франтишек Купка оҫтаханаһында үткәрә (1932-1933). Шунан күп сәйәхәт итә. Чехословакияла Сокол графиктарҙы берләштергән SČUG Hollar берекмәһенә инә.

1937 йылда Сокол Мексиканың мәҙәниәт һәм мәғариф министрлығынан Милли автоном университет эргәһендәге китап сәнғәте мәктәбендә графика уҡытырға саҡырыу ала. Мексикала Сокол 1942 йылға тиклем уҡыта, шунан АҠШ-ҡа күсенә. Бында ул Нью-Йоркта уҡытыу эше менән була. 1946 йылда ул Чехословакияға ҡайта һәм Братиславала Словак техник университетында һәм Коменский университетында эшләй. 1948 йылда рәссам тағы Америкаға китә, Филадельфиянан алыҫ түгел йәшәй. 1960-сы йылдарҙа кешеләрҙән ситтә яңғыҙ тормош алып бара; уның ижадында үҙенсәлекле, символик-мифологик стиль үҫешә. Ғүмеренең һуңғы йылдарын ул Тусонда, Аризонала үткәрә.

Коломан Соколға кешене үҙәк урынға ҡуйған экспрессионистик стиль яҡын була. Г. Соколға «Күпер» немец төркөмө (нем. Die Brücke), Георг Гросс, Кете Кольвиц ижадтары йоғонто яһаған. Йыш ҡына оҫтаның эштәре ижтимағи мәсьәләләргә арналған булған. Ксилографияға (ағаста гравюра) йыш мөрәжәғәт иткән.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1947 — Словак халыҡ премияһы
  • 1991 — 2-се дәрәжә Томаш Гарриг Масарик ордены
  • 2001 — Словакия мәҙәниәт министрлығы премияһы

Һылтанмалар

үҙгәртергә

http://арт-релиз.рф/2014/07/14/КОЛОМАН-СОКОЛ-Выставка-ОДИНОКИЙ-СТРА/

  1. https://rkd.nl/explore/artists/275815
  2. Koloman Sokol (нидерл.)
  3. 3,0 3,1 Koloman Sokol // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  4. 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Koloman Sokol // SNAC (ингл.) — 2010.