Коменский университеты
Братиславалағы Коменский исемендәге университет[1] (словак. Univerzita Komenského v Bratislave лат. Universitas Comeniana Bratislavensis) — Словакияның иң ҙур университеты. Донъяла билдәлелек алған чех педагогы Ян Амос Коменский исемен йөрәтә.
Братиславалағы Коменский исемендәге университет Univerzita Komenského v Bratislave (UK) | |
Асылған йылы | |
---|---|
Ректор |
Франтишек Гагер |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Европа университеттарының Утрехт селтәре ассоциацияһына керә.
Тарихы
үҙгәртергәУниверситет 1919 йылда Чехословакия бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Прагалағы Карл университеты ярҙамында асыла, һөҙөмтәлә байтаҡ ваҡыт профессор һәм уҡытыусылар составының күп өлөшө чехтарҙан тора.
1939—1954 йылдарҙа Словак университеты тип атала.
Башта университетта тик бер генә медицина факультеты була, ә 1921 йылда фәлсәфә һәм юридик, артабанғы йылдарҙа түбәндәге яңы факультеттар асыла:
- 1940 йыл — тәбиғәт фәндәре факультеты;
- 1941 йыл — католик теологияһы факультеты;
- 1947 йыл — педагогия факультеты;
- 1952 йыл — фармацевтика факультеты;
- 1960 йыл — физик культура һәм спорт факультеты;
- 1969 йыл — Мартин ҡалаһында медицина факультеты;
- 1980 йыл — физика-математика факультеты;
- 1990 йыл — евангелие теологияһы факультеты;
- 1991 йыл — менеджмент факультеты;
- 2002 йыл — социаль һәм иҡтисади фәндәр факультеты.
Хәҙерге ваҡытта университеттың 13 факультетында 30 меңгә яҡын студент белем ала. Уҡыу йорто ҡарамағында ботаника баҡсаһы бар.
Билдәле тамамлаусылар
үҙгәртергәУниверситеттың юридик факультетында берҙәм Чехословакияның ике билдәле эшмәкәрҙәре (Александр Дубчек һәм Густав Гусак), бойондороҡһоҙ Словакияның бер президенты (Иван Гашпарович) һәм өс премьер-министры (Владимир Мечьяр, Йозеф Моравчик, Роберт Фицо) уҡыған. Шулай уҡ университетты билдәле хоҡуҡ белгесе Петер Благо һәм шағир Штефан Жары тамамлаған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Vnútorný predpis č. 19/2014. (Príloha č. 2 k Vnútornému predpisu č. 19/2014 schválenému AS UK: Názvy Univerzity Komenského v Bratislave v iných jazykoch) . Университет имени Коменского в Братиславе (2014).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Университеттың рәсми сайты
- Словакияла юғары белем(недоступная ссылка)
Был юғары уҡыу йорттарының тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |