Кобелев Александр Иванович

Кобелев Александр Иванович (5 март 1910 йыл — 14 октябрь 1975 йыл) — 3-сө Украина фронтының 17-се һауа армияһы 306-сы штурмлаусы авиация дивизияһы 951-се штурм авиация полкының эскадрилья командиры, подполковник, Советтар Союзы Геройы (1944).

Кобелев Александр Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 5 март 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Александр Невский ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
 Кобелев Александр Иванович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Кобелев Александр Иванович[1] 1910 йылдың 5 мартында Моторное ауылында (хәҙер Өфө һыҙатына инә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1932 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Ауыл мәктәбен, Ырымбур ҡалаһында шоферҙар һәм тракторсылар курсын тамамлай. Шофер булып эшләй. 1934 йылда Батайск граждандар һауа флоты пилоттары мәктәбен (ГВФ) тамамлай. Батайск һәм Тамбов граждандар һауа флоты пилоттары мәктәбендә инструктор-лётчик булып эшләй.

1940 йылда Тамбов ҡалаһының Ленин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

1943 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

1948 йылдан подполковник Кобелев А. И. — запаста, әммә граждандар авиацияһы самолеттарында осоуын дауам итә. Өфө ҡалаһында йәшәй.

1975 йылдың 14 октябрендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Батырлығы

үҙгәртергә

«951-се штурм авиация полкының эскадрилья командиры (3-сө Украина фронтының 17-се һауа армияһы 306-сы штурмлаусы авиация дивизияһы) капитан Кобелев А. И. 1944 йылдың майына хәрби объекттарҙы, оборона һыҙығын, дошман ғәскәрҙәре тупланмаһын штурмлауға 115 хәрби осош яһай, уға ҙур зыян килтерә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 2 августағы указы менән, командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, капитан Кобелев Александр Ивановичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3470) тапшырыла.

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 5 марта родились Комментарии : LiveInternet — Российский Сервис Онлайн-Дневников. Проверено 16 марта 2013.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 21, л. 493—495).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 116, л. 4, 52—55).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3612, л. 2, 55, 56).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1972, л. 1, 4, 5).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1590, л. 4, 93, 94).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Кобелев Александр Иванович. «Герои страны» сайты.