Клод Дебюсси (тулы исеме: Ашиль-Клод Дебюсси, франц. Achille-Claude Debussy [aʃil klod dəbysi]) (22 август 1862 йыл — 25 март 1918 йыл) — француз композиторы. Музыкаль импрессионизмдың әйҙәүсе вәкиле.

Клод Дебюсси
Claude Debussy
Төп мәғлүмәт
Исеме

Клод-Ашиль Дебюсси

Тыуған

22 август 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Сен-Жермен-ан-Ле, Сена и Уаза, Франция

Үлгән

25 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (55 йәш)

Үлгән урыны

Париж

Ил

Франция Франция

Һөнәрҙәре

композитор, тәнҡитсе

Әүҙем йылдары

1884 — 1918

Жанрҙар

импрессионизм

Наградалар
Почётлы легион ордены кавалеры
Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1862 йылдың 22 авгусында Парижды Сен-Жермен-ан-Ле биҫтәһендә ваҡ сауҙагәр — ҙур булмаған фаянс һауыт-һаба магазины хужаһы ғаиләһендә тыуа. Клодҡа ике йәш тулғас, атаһы магазинын һата һәм бөтә ғаиләһе менән Парижға күсенә. Өлкән Дебюсси шәхси фирмаға бухгалтер булып эшкә урынлаша[1]. Франция-Пруссия һуғышы ваҡытын иҫәпкә алмағанда, Клод Дебюссиҙың бала сағы Парижда үтә. Һуғыш ваҡытында буласаҡ композитор Дебюсси әсәһе менән Каннға, хәрби хәрәкәттәрҙән алыҫтҡараҡ, китә. Тап Каннда йәш Клод 1870 йылда фортепиано буйынса беренсе дәрестәрен ала башлай. Парижға ҡайтҡас, дәрестәрҙе шағир Поль Верлендың ҡәйнәһе, үҙен Фредерик Шопендың уҡыусыһы тип атаған Антуанетта Моте Де етәкселегендә дауам итә.

1872 йылда ун йәшлек Клод Париж консерваторияһына уҡырға инә. Фортепиано класында ул билдәле пианист һәм педагог Антуан Мармонтелдә шөғөлләнә, сольфеджионың  башланғыс клаcынан данлыҡлы традиционалист Альбер Лениньякта өйрәнә, ә органдан уны Сезар Франк үҙе уҡыта. Консерваторияла Дебюсси ярайһы уҡ уңышлы уҡый. 1877 йылда профессор, Дебюссиҙың фортепианоға талантын баһалап, Шуман сонаталарын оҫта башҡарған өсөн икенсе премия бирә. Эмиль Дюрандың гармония һәм аккомпанемент класында уҡыу буласаҡ композиторға педагогы менән икәүһе араһында асыҡ конфликтҡа килтерә педагог. Гармонияның мәктәп дәреслегенә тоғро Дюран уҡыусыһының иң ябай эксперименттары менән дә килешә алмай. Күп йылдар үткәс, Дебюсси уҡытыусы Дюран менән булған эпизоды тураһында былай тип яҙған: "Консерваторияла уҡытылған гармония өндәрҙе ныҡлап-көлкөлө сорттарға айырыу ысулы булып тора»[1].

Композицияны Дебюсси 1880 йылдыңдекабрендә генә даими рәүештә өйрәнә башлай, был фәнгә ул профессор, Нәфис сәнғәт академияһы ағзаһы Эрнест Гирола уҡый. Гиро класына уҡырға инеүҙән ярты йыл алда Дебюсси Швейцария һәм Италияға бай урыҫ меценаты Надежда Фон Мекк ғаиләһенең йорт пианисы һәм музыка уҡытыусыһы сифатында сәйәхәт ҡыла. 1881 йылдың йәйен һәм 1882 йылды Дебюсси Мәскәү аҫтында меценат ҡатын ғаиләһенең Плещеев имениеһында ғөмүмән үткәрә[1]. Фон Мекк ғаиләһе менән аралашыу һәм Рәсәйҙә булыу йәш музыканттың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Уның йортонда Дебюсси Чайковский, Бородин, Балакирев әҫәрҙәре һәм уларға яҡын яңы рус музыкаһы менән таныша. Фон Мекктың Чайковскийға яҙған бер нисә хатының ҡайһы берҙәрендә ниндәйҙер «мөләйем йәш француз» телгә алына. Надежда фон Мекк Дебюссиҙың музыкаһын һоҡланып телгә ала. Фон Мекк менән бергә Дебюсси шулай уҡ Флоренция, Венеция, Рим, Мәскәү һәм Венаға килә, унда «Тристан һәм Изольда"музыкаль драмаһын тәүгә ишетә һәм тиҫтә йылдар буйына был драмаға һоҡлана һәм хатта ғибәҙәт ҡылыу предметына әйләндерә[1].Был ҡыуаныслы һәм файҙалы эште йәш музыкант фон Мекктың күп һанлы ҡыҙҙарының береһенә ғашиҡ булыуҙан һуң юғалта. (1913 йылда Сергей Кусевицкий Мәскәүҙә Дебюсси концерттарын ойоштора, унда Дебюсси Соня фон Мекк (Софья Голицына) менән осраша. Уларҙың һөйләшеүенән өҙөк:

— Мин һинең «Прелюдиядарыңды» ишеттем. Айырыуса миңә «Девушка с волосами цвета льна» оҡшаны. 

— Был һинең турала) [сығанаҡ 50 көн күрһәтелмәгән].

Парижға ҡайтҡас, Дебюсси, эш эҙләп, Мадам Моро-Сентиҙың вокал студияһына аккомпаниатор булып килә. Бында композитор бай һәүәҫкәр йырсы, меломан мадам Ванье менән таныша. Ул Дебюсси таныштары даирәһен байтаҡ киңәйтә һәм Клод Дебюссиҙы Париждың сәнғәт богемаһы даирәһенә индерә. Дебюсси Ванье өсөн бер нисә нәзәкәтле романс әҫәрҙәре ижад итә, улар араһында «Мандолина» һәм «Под сурдинку» кеүек шедеврҙар бар[1].

Бер үк ваҡытта Дебюсси, коллегалары, академик музыканттар араһында уңышҡа һәм танылыуға өлгәшергә тырышып, консерваторияла уҡыуын дауам итә. 1883 йыл Дебюсси «Гладиатор» кантатаһы өсөн Рим премияһының икенсе призына лайыҡ була. Өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмай, ул был йүнәлештә тырышлығын бынан һуң да дауам итә. 1884 йылда «Блудный сын» (франц. L’Enfant prodigue) кантатаһы өсөн Ҙур Рим Премияһына лайыҡ була. Сәйерле рәүештә Дебюсси өсөн шундай тулҡынландырғыс һәм көтөлмәгән хәл Шарль Гуноның шәхси ҡыҫылыуы һәм изгелекле ярҙамы арҡаһында була. Кире осраҡта Дебюсси барлыҡ музыка академиктарының ҡулынан был профессиональ ҡатырға тажын ала алмаған булыр ине.

 
Клод Дебюссиҙың Марсель Боше яҙған портреты, 1884

1885 йылда Дебюсси, теләр-теләмәҫ кенә, ике айҙан һуң шулай ҙа Римға юллана. Унда композитор Рим премияһының башҡа лауреаттары менән бер рәттән Медичи виллаһында ике йыл йәшәргә һәм эшләргә тейеш була. Дебюсси тормошоноң тәүге осоро тап ошондай ҡаты икелектә һәм эске ҡаршылыҡтарҙа үтә. Бер үк ваҡытта ул консерватив Академияға ҡаршылыҡ күрһәтә һәм шул уҡ ваҡытта уның сафтарына индерелергә теләй, премияһын да алырға ныҡышмалы тырыша, әммә һуңынан премияны эшләп «аҡларға» теләмәй. Етмәһә, үҙенә шик тыуҙырмаҫ өсөн уға өлгөлө уҡыусы сифатында үҙен төрлө яҡлап тәртипле тоторға һәм академик талаптар менән иҫәпләшергә тура килә. Мәҫәлән, мадам Ванье өсөн яҙған романстарынан айырмалы рәүештә, Дебюссиҙың Рим премияларына лайыҡ булған эштәре, дөйөм алғанда, рөхсәт ителгән традиционализмдан ситкә сыға. Шулай ҙа был йылдар дауамында Дебюсси үҙенсәлекле стилде һәм музыка телен эҙләү менән шөғөлләнә. Йәш музыканттың был эксперименттары мотлаҡ академик схоластикаһы менән ҡапма ҡаршылыҡҡа инә. Дебюсси менән консерваторияның ҡайһы бер профессорҙары араһында киҫкен конфликттар барлыҡҡа килә. Бәхәстәр йәш композиторҙың ҡыҙыу һәм оҙаҡ ваҡыт хәтерҙә тота торған холҡо менән ҡатмарлаша[2].

«Несомненно, Дебюсси не грешит плоскими оборотами и банальностью. Наоборот, его отличает ясно выраженное стремление к поискам чего-то странного и необычного. Он обнаруживает чрезмерное чувство музыкального колорита, которое временами заставляет его забывать важность чёткости рисунка и формы. Он должен особо остерегаться расплывчатого импрессионизма, столь опасного врага правды в произведениях искусства».

(Leon Vallas, “Claude Debussy”, Paris, 1926, p.37.)

Был баһалама ысынында Дебюссиҙың тәрән новаторлығын күрһәтеп тора. 1886 йылғы был ҡағыҙҙа музыка тарихында «импрессионизм» төшөнсәһе тәүге тапҡыр телгә алына. Ул мәлгә импрессионизм һынлы сәнғәттә художество ағымы булараҡ формалашҡан булһа ла, музыкала (шул иҫәптән Дебюссиҙың үҙендә лә) ул булмау ғына түгел, хатта билдәләнмәгән дә була. Дебюсси бары тик яңы стилде эҙләү башында ғына була, һәм ҡоттары осҡан академиктар камертон үҙҙәрененең камертон менән таҙартылған ҡолаҡтары менән йәш композитор хәрәкәтенең буласаҡ йүнәлешен тоялар — һәм ҡурҡыныс рәүештә уны иҫкәртәләр.[1]. Ҙур ирония менән Дебюсси уларҙы үҙенең «Зюлейма»һында : «ул әллә Вердины әллә Мейерберҙы ныҡ хәтерләтә», тип һөйләй.

 
Эрнест Шоссон салонында Дебюсси «Борис Годунов»операһын уйнай Мусоргский, 1893 йыл

Әммә Медичи виллаһында яҙылған «Дева-избранница» кантатаһы һәм «Дева-избранница» и сюита «Весна» сюитаһы яҙылғандан һуң, уның үҙ концерттарының береһендә Академия «Дева»ны ҡабул итеп, «Весна»һын кире ҡаҡҡас, композитор ҡырҡа ғауға ҡуптара, һөҙөмтәлә концертта ҡатнашыуҙан баш тарта һәм Академия менән бәйләнешен өҙә[1].

Римдан һуң Дебюсси Байройтҡа килә һәм Рихард Вагнерҙың тағы ла көслө йоғонтоһо аҫтына инә. Вагнер әҫәрҙәре иҫәбенә «Пять стихотворений Бодлера» (франц. Cinq Poèmes de Baudelaire) вокал циклы ҡарай Әммә, бер Вагнер менән ҡәнәғәт булмайынса, Дебюсси бөтә яңылыҡтар менән әүҙем ҡыҙыҡһына һәм бөтә ерҙә лә үҙенең стилен эҙләй. Тағы ла алдараҡ уның Рәсәйҙә булыуы үҙен Мусоргский ижады менән мауығыуға килтерә. 1889 йылдаПарижда Бөтә донъя күргәҙмәһе үткәндән һуң, Дебюсси экзотик оркестрҙарға иғтибар итә, айырыуса яван һәм аннамит оркестрҙарына. Әммә композиторлыҡ стиле өс йылдан һуң ғына тулыһынса формалаша.

Ҙур композиторлыҡҡа дәғүә яһарға тырышып, 1890 йылда Дебюсси «Родриг һәм Химена» (франц. Rodrigue et Chimène) операһы өҫтөндә эшләй башлай (Катюль Мендес либреттоһы буйынса). Әммә был эш Дебюссиҙың үҙ көсөнә бер ниндәй ҙә ышанысын тыуҙырмай һәм ике йылдан һуң опера тамамланмай ҡала.

1880 йылдар аҙағында Дебюсси, уның ярҙамына иҫәп тотоп, Милли Музыка Советы секретары һәм бай кеше, һәүәҫкәр композитор Эрнест Шоссон менән яҡынлаша. Шоссондың иҫ киткес артистар салонына аҙна һайын данлыҡлы кешеләр: композиторҙар Анри Дюпарк, Габриэль Форе һәм Исаак Альбенис, скрипкасы Эжен Изаи, йырсы Полина Виардо, пианист Альфред Корто-Дени, яҙыусы Иван Тургенев рәссам да Клод Моне- йөрөй. Тап шунда Дебюсси шағир-символист Стефан Малларме менән таныша, башта уның шиғри түңәрәгенә даими йөрөй, ә һуңынан яҡын дуҫына әйләнә. Ошо уҡ ваҡытта Дебюсси беренсе тапҡыр Эдгар Поныңновеллаларын уҡый. Эдгар По ғүмеренең аҙағына тиклем Дебюссиҙың яратҡан яҙыусыһы була[3].

 
Рамон Касас (1891) (Сати фигуралы импрессионистик картинаның фрагменты)

Әммә был осорҙоң иң мөһим ваҡиғаһы булып, моғайын 1891 йылда Монмартрҙың «Клуҙағы трактир»ында (франц. Auberge du Clou))икенсе пианист вазифаһын биләгән Эрик Сати менән көтөлмәгән танышлыҡ торғандыр[4]. Башта Дебюссиҙы кафешантан аккомпаниаторының яңы һәм ғәҙәти булмаған гармониялы импровизациялары ылыҡтырһа, артабан уның музыка тураһында төрлө стереотиптарҙан азат фекерҙәре, үҙенсәлекле фекерләүе, бойондороҡһоҙ, тупаҫ характеры һәм үткер аҡылы, тәүәккәллеге Дебюссиҙы үҙенә ылыҡтыра. Шулай Уҡ Сати Дебюссиҙы үҙенең оҫта ҡулы менән яҙылмаған, әммә новаторлыҡ фортепиано һәм вокал әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһындыра. Ике кешенең еңел булмаған дуҫлыҡ-дошманлығы Франция музыкаһының йөҙөн билдәләүсе башланғыс булып XX быуат башындағы тәүге сиреге самаһы дауам итә[5]. Утыҙ йылдан һуң Эрик Сати уларҙың осрашыуын шулай тасуирлай:

«Когда мы впервые встретились, <…> он был как промокашка, насквозь пропитан Мусоргским и кропотливо искал свой путь, который ему никак не удавалось нащупать и отыскать. Как раз в этом вопросе я его далеко переплюнул: ни Римская премия…, ни „премии“ каких-либо других городов этого мира не отягощали мою походку, и мне не приходилось тащить их ни на себе, ни на своей спине… <…> В тот момент я писал «Сына звёзд» — на текст Жозефа Пеладана; и много раз объяснял Дебюсси необходимость для нас, французов, наконец, освободиться от подавляющего влияния Вагнера, которое совершенно не соответствует нашим природным наклонностям. Но одновременно я давал ему понять, что нисколько не являюсь антивагнеристом. Вопрос состоял только в том, что мы должны иметь свою музыку — и по возможности, без немецкой кислой капусты.
Но почему бы для этих целей не воспользоваться такими же изобразительными средствами, которые мы уже давно видим у Клода Моне, Сезанна, Тулуз-Лотрека и прочих? Почему бы не перенести эти средства на музыку? Нет ничего проще. Не это ли есть настоящая выразительность?»[2]
(Эрик Сати, из статьи «Клод Дебюсси», август 1922.)
Файл:Debussy & Satie par Stravinsky 1910.jpg
Дебюсси & Сати (Стравинский фотоһы, 1910 йыл)

1886 —1887 йылдарҙа уҡ Сати тәүге импрессионистик опустарын (фортепиано һәм фортепиано менән тауыш өсөн) баҫтырып сығара. Һис шикһеҙ, бөтә төркөмдәрҙән һәм академияларҙан ситтә торған был бойондороҡһоҙ һәм ирекле кеше менән аралашыу Дебюссиҙың һуңғы (өлгөргән) стилен формалаштырыуын тиҙләтә[6]. Дебюсси Вагнер йоғонтоһонан да еңеп сыға. Әгәр 1891 йылға тиклем ул Вагнер алдында баш эйһә, ике йылдан һуң Дебюсси сәнғәт өсөн Вагнерҙың ниндәй ҙә булһа әһәмиәтен тулыһынса инҡар итә: «Вагнер бер ҡасан да музыкаға хеҙмәт итмәгән, ул хатта Германияға ла хеҙмәт итмәгән!» . Дебюссиҙың яҡын дуҫтарының күптәре (шул иҫәптән Шоссон Һәм Эмиль Вюйермо) уның был ҡапыл үҙгәреүен аңламай һәм ҡабул итә алмай, был инде шәхси мөнәсәбәттәрҙең һыуыныуына килтерә[7].

Вагнер йоғонтоһонда Каюль Мендес либреттоһына яҙа башлаған «Родриг һәм Химена» операһы әҫәрен ташлап, 1893 йылдан алып Дебюсси Метерлинктың «Пеллеас һәм Мелисанда» драмаһы буйынса яҙған операһы өҫтөндә оҙаҡ ижад итә. Ә тағы бер йылдан, ихлас күңелдән Малларменең эклогаһы менән илһамланып, Дебюсси «Послеполуденный отдых фавна» (франц. Prélude à l’Après-midi d’un faune) симфоник прелюдияһын яҙа. Композиторҙың был әҫәре музыкалағы яңы импрессионизм ағымының үҙенә күрә манифесы була.

1899 йылда Дебюсси Лили ҡушаматлы, апалы-һеңлеле Калло мода йортонда манекен булып эшләгән Розали Тексьеға өйләнә. Әммә 1903 йыл аҙағында йәки 1904 йыл башында уның Эмма Бардак менән тирә-йүндәгеләрҙән йәшерен мөнәсәбәттәре башлана (Эмма Бардак һәм ире Сигизмунд Бардак (франц. <i id="mw3Q">Sigismond Bardac)</i> менән уларҙың улы Раулгә музыкаль дәрестәр биргәндә шәхсән таныша[8]. Музыкаль яҡтан һәләтле һәм матур тауышҡа эйә булған Эмма Париждың артистар даирәһенә инә, унда билдәлелек ала һәм бик күптәр менән таныша. 1904 йылдың июлендә Дебюсси ҡатынын һәм Эмма ирен ташлап, Париждан ҡасып китә, шунан һуң йәй менән көҙ Францияның төньяғында һәм бер аҙ ваҡытын Англияла (Джерси, Истборн) үткәрә. Был осорҙа композитор «Шатлыҡ утрауы« фортепиано пьесаһы өҫтөндә эшен дауам итә, шулай уҡ «Диңгеҙ» тигән симфоник оркестры өсөн үҙенең ҙур әҫәрен яҙа. 13 октябрҙә композиторҙың ҡатыны Розали Тексье майҙанда атылырға маташа, уны ҡотҡаралар һәм дауаханаға урынлаштыралар, әммә матбуғатта Дебюссиҙы хурлаған, ҡатынын Дебюсси саҡ үлемгә еткермәй ҡалған тигән ҡайһы бер имеш-мимештәр тарала. Был ваҡиға композиторҙың ҡатыны яҡлыға әйләнгән һәм үҙенә ризаһыҙлыҡ белдергән күп кенә дуҫтары һәм таныштары менән Дебюссиҙың араһын өҙөүгә килтерә (уларҙың ҡайһы берҙәре һуңыраҡ уның менән танышыуын яңырта). Дебюсси ҡатыны Розали менән айырылышыуын 1905 йылдың 2 авгусында рәсмиләштерә, ә Эмма ире менән 1905 йылдың 4 апрелендә үк айырылышҡан була. Тексье Дебюссиҙың «Пеллеас һәм Меллизанда» операһын тергеҙеүҙә ҡатнаша һәм Розали айырылышҡанда уның яғына баҫҡан йырсы Мэри Гарден менән дә осраша, Дебюссиҙың ижадына арналған сараларға йөрөй.

1905 йылда уларҙың ҡыҙы Клод-Эмма Дебюсси (1905-1919; йорт ҡушаматы «Шушу») тыуа, композитор «Балалар мөйөшө» тигән фортепиано өсөн пьесалар циклын, шулай уҡ һуңғы балеты «Уйынсыҡлы йәшник»те (франц. La Boite a joujoux) ҡыҙына бағышлай. 1905 йылда улар йорт һатып ала, йорт Булон урманындағы Square du Bois-de-Boulogne, № 24 адресы буйынса тора, (хәҙерге авеню Фош адресы), Дебюсси вафатына тиклем шунда йәшәй.

Дебюсси ғаиләһенең һуңғы йылдары композиторҙың яман шешкә ҡаршы көрәше, операциянан һуң өҙлөгөүҙәр һәм үлемесле ауырыу арҡаһында композитор тарафынан музыка яҙғанда ҡыйынлыҡтар кисереү арҡаһында ҡатмарлана.

Композитор 1918 йылдың 25 мартында ҡатыны алдында вафат була. Ошо фажиғәле ваҡиға айҡанлы ҡыҙы ағаһы Раулгә былай тип яҙа: «Атай үлде. Ике һүҙ — мин уларҙы аңламайым йәки мин уларҙы бик яҡшы аңлайым... һәм мин бында, әсәйемдең яҙып бөтөрә алмаҫлыҡ ҡайғыһы менән көрәшеү өсөн, бөтөнләй бер үҙем,»[9]. Дебюсси ваҡытлыса Пер-Лашез зыяратында ерләнгән, ә бер йылдан һуң ҡабаттан Пасси зыяратында ерләнә. Дебюсси ҡыҙы атаһынан оҙаҡҡа бармай — ул 1919 йылдың 16 июлендә ваҡытында асыҡланмаған дифтериянан вафат була һәм атаһының ҡәберендә ерләнә. Композиторҙың ҡатыны Эмма 1934 йылда вафат була һәм ире һәм ҡыҙы менән ерләнә.

Ҡалған ғүмере дауамында Дебюссиға ярлылыҡ һәм сирҙәр менән көрәшергә тура килә, әммә ул арымай-талмай һәм бик һөҙөмтәле эшләй. 1901 йылдан ул ваҡытлы матбуғатта ағымдағы музыкаль тормош ваҡиғаларына киҫкен рецензиялар менән сығыш яһай башлай (Дебюсси вафатынан һуң улар «Господин Крош — антидилетант» («Monsieur Croche — antidilettante»), йыйынтығында йыйыла, 1921 йылда баҫылып сыға). Шул уҡ осорҙа уның күпселек фортепиано әҫәрҙәре барлыҡҡа килә.

Ике «Образ» серияһы (1905-1907) артынан композиторҙың ҡыҙы Шушаға арналған «Балалар мөйөшө» (1906-1908) сюитаһы сыға.

Дебюсси ғаиләне тәьмин итеү өсөн концерттар менән бер нисә сәйәхәт ҡыла. Ул үҙенең әҫәрҙәре менән Англияла, Италияла, Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә дирижерлыҡ итә. Фортепиано өсөн ике прелюдия дәфтәре (1910-1913) композиторҙың фортепиано стиленә хас үҙенсәлекле тауышты һынлы яҙыу эволюцияһын күрһәтә. 1911 йылда улГабриэль д ' Аннунционың Изге Себастьяндың яза сигеүе тигән мистерияһына музыка яҙа, был әҫәрҙең партитураһын француз композиторы һәм дирижеры А.Капле яһай. 1912 йылда «Образдар» оркестр циклы барлыҡҡа килә. Дебюсси күптән инде балетҡа иғтибарын йүнәлтә, һәм 1913 йылда ул «Игры» балетына музыка ижад итә, уныСергей Павлович Дягилевтың Парижда һәм Лондонда үткән «Рус миҙгелдәре " труппаһы күрһәтә. Шул уҡ йылда композитор «Уйынсыҡлы йәшник» балалар балетын яҙа башлай-уның инструментовкаһын автор үлгәндән Һуң Капле тамамлай. Был әүҙем ижади эшмәкәрлек Беренсе донъя һуғышы арҡаһында ваҡытлыса туҡтатыла, әммә 1915 йылда уҡ Дебюссиҙың күп һанлы фортепиано әҫәрҙәре, шул иҫәптән Шопен иҫтәлегенә арналған Ун ике тигән этюды барлыҡҡа килә. Дебюсси XVII—XVIII быуаттарҙағы француз инструменталь музыкаһы стилистикаһына таянған камера сонаттары серияһын башлай. Ул ошо циклдан виолончель һәм фортепиано өсөн (1915), флейта, альт һәм арфа өсөн (1915), скрипка һәм фортепиано өсөн (1917) өс сонатаны тамамлап өлгөрә: Дебюсси Джулио Гатти-Казаццтан заказ Метрополитен-операһы өсөн йәш сағында уҡ яҙа башлаған Эдгара Аллан Поның «Падение дома Ашеров» повесы буйынса эшләргә заказ ала. Опера либреттоһын яңынан эшләргә композиторҙың хәле етә.

Композитор бик тыйнаҡ кеше була, уны бөтә халыҡ мөхәббәте һәм даны йәлеп итмәй. Ул хатта операларының премьераларына йөрөмәй, күләгәлә ҡалыуҙы өҫтөн күрә. Ә үҙенең иҫ киткес талантын ул Хоҙай тәғәләнең бүләге тип аңлата:»әгәр Хоҙай минең музыканы яратмаһа, мин уны яҙмаҫ инем".

 
20 франк номиналлы Купюра. 1997 йыл, Франция.
  • Композитор хөрмәтенә астероид (4492) Дебюсси тип аталған
  • 1980 йылда 20 франклы француз банкнотаһы сығарылған, ул 1981 йылдан 2001 йылға тиклем сығарыла.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Дебюсси әҫәрҙәренең тулы каталогы Франсуа Лесюр (Женева, 1977; яңы редакция: 2001) тарафынан төҙөлгән.

Опералары

үҙгәртергә
  • Пеллеас һәм Мелизанда (1893—1895, 1898, 1900—1902)

Балеттары

үҙгәртергә
  • Камма (1910-1912)
  • Ут менән уйындар (1912, 1913)
  • Уйындар (1912—1913)
  • Уйынсыҡлы йәшник (1913)

Оркестр өсөн әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Симфония (1880—1881)
  • Сюита «Триумф Вакха» (1882)
  • Сюита «Весна» для женского хора и оркестра (1887)
  • Фантазия для фортепиано с оркестром (1889—1896)
  • Прелюдия «Послеполуденный отдых фавна» (1891—1894). Имеется также авторская обработка для двух фортепиано, сделанная в 1895 г.
  • «Ноктюрны» — программное симфоническое произведение, включающее в себя 3 пьесы: «Облака», «Празднества», «Сирены» (1897—1899)
  • Рапсодия для альтового саксофона с оркестром (1901—1908)
  • «Море», три симфонических эскиза (1903—1905). Имеется также авторская обработка для фортепиано в 4 руки, сделанная в 1905 г.
  • Два танца для арфы и струнных (1904). Имеется также авторская обработка для двух фортепиано, сделанная в 1904 г.
  • «Образы» (1905—1912)

Камера музыкаһы

үҙгәртергә
  • Фортепиано триоһы (1880)
  • Скрипка һәм фортепиано өсөн ноктюрн һәм скерцо (1882)
  • Ҡыллы квартет (1893)
  • Кларнет һәм фортепиано өсөн рапсодия (1909-1910)
  • Флейта солоһы өсөн «Сиринкс» (1913)
  • Төрлө ҡоралдар өсөн алты соната, тамамланмаған циклға инә:
    • Виолончель һәм фортепиано өсөн соната (1915)
    • Флейта, арфа һәм альт өсөн соната (1915)
    • Скрипка һәм фортепиано өсөн соната (1916-1917)

Фортепиано өсөн әҫәрҙәре

үҙгәртергә

А) фортепиано өсөн 2 ҡулға

  • Сиған бейеүе (1880)
  • Ике арабеска (яҡынса 1890)
  • Мазурка (яҡынса 1890)
  • Хыялдар (франц. Rêverie); яҡынса 1890)
  • Бергамас сюитаһы (1890; 1905 й. мөхәррирләнгән)
  • Романтик вальс (яҡынса 1890)
  • Ноктюрн (1892)
  • Фортепиано өсөн сюита (1894-1901)
  • Образдар. Беренсе дәфтәр (1901-1905)
  1. Reflet dans l ' eau / / һыуҙа Сағылышы
  2. Hommage А Rameau // Рамоға бағышлау
  3. Mouvement / / Хәрәкәт
  • Эстамптар (1903)
  1. Пагодалар
  2. Гренадалағы кис
  3. Ямғыр аҫтындағы баҡсалар
  • Шатлыҡ утрауы (1903—1904)
  • Битлектәр (1903—1904)
  • Пьеса (1904; «Чёрт на колокольне» операһына һыҙма материалдар)
  • Балалар мөйөшө (1906—1908)
  1. Doctor Gradus ad Parnassum / / Доктор Gradus ad Parnassum, Йәки Доктор «Ступень к Парнасу».
  2. Фил бишеге
  3. Ҡурсаҡ серенадаһы
  4. Ҡар бейей
  5. Бәләкәй көтөүсе
  6. Ҡурсаҡлы кэк-уок
  • Образдар. Икенсе дәфтәр (1907)
  1. Cloches ζ travers les feuilles / / Колокольный звон сквозь листву
  2. Et la lune descend sur le temple qui fut / / ҡорам Развалины храма при свете луны
  3. Poissons d ' or / / Алтын балыҡ
  • Гайднға бағышлау (франц. Hommage à Haydn; 1909)
  • Прелюдиялар. 1-се дәфтәр (1910)
  1. Danseuses De Delphes // дельфий бейеүселәре
  2. Voiles // Елкәндәр
  3. Le vent dans la plaine // Ветер на равнине
  4. Les sons et les parfums tournent dans l ' air du soir // Звуки и ароматы реют в вечернем воздухе
  5. Les Collines d ' Anacapri // Анакапри ҡалҡыулыҡтары
  6. Des pas sur la neige // Шаги на снегу
  7. Ce qu 'a vu le vent de l' ouest / / Что видел западный ветер
  8. La fille aux cheveux de lin / / Девушка с волосами цвета льна
  9. La sérénade interrompue // Өҙөлгән серенада
  10. La cathédrale engloutie / / Батҡан собор
  11. La danse de Puck / / Пек бейеүе
  12. Minstrels // Менестрели
  • «Более, чем медленный (вальс)» 1910)
  • Прелюдиялар. Дәфтәр 2 (1911-1913)
  1. Brouillards // Томандар
  2. Feuilles mortes // Үле япраҡтар
  3. La puerta del vino // Ворота Альгамбры [традицион тәржемә]
  4. Les fées sont d ' exquises danseuses / / Феи — прелестные танцовщицы
  5. Bruyères // Вереск
  6. General Levine — eccentric // Генерал Левайн (Литвин) - эксцентрик
  7. La Terrasse des audiences du clair de lune // Терраса свиданий при лунном свете (Терраса, освещённая лунным светом)
  8. Ondine // Ундина
  9. Hommage Ә S. Pickwick Esq. P.P.M.P.C. // Дань почтения С. Пиквику, эсквайру
  10. Canope // Канопа
  11. Les tierces alternées // Сиратлашып килеүсе терциялар
  12. Feux d ' artifice // Фейерверк
  • Героик бишек йыры (1914)
  • Элегия (1915)
  • 12 этюд (1915)

Б) фортепиано өсөн 4 ҡулға

  • Andante (1881; баҫылмаған.)
  • Дивертисмент (1884)
  • Бәләкәй сюита (1886-1889)
  • Алты антик эпиграф (1914). Алты пьесаның һуңғыһы-шулай уҡ 2 фп өсөн автор эшкәртеүендә. (1914)

В) 2 фортепиано өсөн

  • Аҡ һәм ҡара (En blanc et noir), өс пьеса (1915)

Тауыш һәм фортепиано өсөн әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Chansons de Bilitis / Песни Билитис
  1. La flûte de Pan / Флейта Пана
  2. La chevelure / Волосы
  3. Le tombeau des naïades / Гробница наяд
  • Fêtes galantes I / Галантные празднества
  1. En sourdine / Под сурдину
  2. Fantoches / Марионетки
  3. Clair de lune / Лунный свет
  • Chansons de France / Песни Франции
  1. Le temps a laissié son manteau (рондель 1)
  2. La grotte / Грот
  3. Pour ce que plaisance est morte (рондель 2)
  • 3 poèmes de Mallarmé / 3 стихотворения Малларме
  1. Soupir / Вздох
  2. Placet futile / Ничтожная просьба
  3. Éventail / Веер
  • Proses lyriques / Лирические прозы
  1. De rêve
  2. De grève
  3. De fleurs
  4. De soir
  • Ariettes oubliées / Забытые ариетты (на стихи П. Верлена)
  1. C’est l’extase / Это экстаз…
  2. Il pleure dans mon coeur / Плачет сердце моё
  3. L’ombre des arbres / Деревьев тень
  4. Chevaux de bois / Деревянные лошадки
  5. Green / Зелень
  6. Spleen / Сплин

Башҡа әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Блудный сын (L'enfant prodigue). Кантата для сопрано, баритона, тенора и оркестра (1884)
  • Дева-избранница (La damoiselle élue). Кантата («лирическая поэма») для солистов, хора и оркестра (1889)
  • Мученичество св. Себастьяна (Le martyre de saint Sébastien), музыка к драме («мистерии») Г. д’Аннунцио (1911)

Сит әҫәрҙәрҙе эшкәртеү

үҙгәртергә
  • Две гимнопедии (1-я и 3-я) Э. Сати для оркестра (1896)
  • Три танца из балета П. Чайковского «Лебединое озеро» для фортепиано в 4 руки (1880)
  • «Интродукция и рондо каприччиозо» К. Сен-Санса для 2 фортепиано (1889)
  • Вторая симфония К. Сен-Санса для 2 фортепиано (1890)
  • Увертюра к опере Р. Вагнера «Летучий голландец» для 2 фортепиано (1890)
  • «Шесть этюдов в форме канона» Р. Шумана для 2 фортепиано (1891)

Һыҙмалары, юғалған эштәре

үҙгәртергә
  • Зюлейма (Zuléima), кантата для хора с оркестром (1886). Задумывалась как первая часть трёхчастной «Симфонической оды», 2-я и 3-я части (кантаты) которой так и не были написаны. Утрачена.
  • Опера «Родриго и Химена» (1890—1893). Не завершена. Реконструирована Ричардом Лэнгхемом Смитом и Эдисоном Денисовым (1993)
  • Опера «Чёрт на колокольне» (1902—1912?; наброски). Реконструирована Робертом Орледжем (премьера — в 2012)
  • Опера «Падение дома Ашеров» (1908—1917; не завершена). Имеется несколько реконструкций, в том числе Хуана Альенде-Блина (1977), Роберта Орледжа (2004)
  • Опера «Преступления любви (Галантные празднества)» (1913—1915; наброски)
  • Соната для гобоя, валторны и клавесина (1915)
  • Соната для кларнета, фагота, трубы и фортепиано (1915)

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Monsieur Croche — antidillettante. P., 1921.
  • Статьи, рецензии, беседы. Переводы с французского. М.—Л., 1964.
  • Избранные письма. Л., 1986.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Шнеерсон Г. Французская музыка XX века. — М.: Музыка, 1964. — С. 12—14.
  2. 2,0 2,1 Эрик Сати, Юрий Ханон. Воспоминания задним числом. — СПб.: Центр Средней Музыки & Лики России, 2010. — С. 508, 511. — 682 с. — ISBN 978-5-87417-338-8.
  3. Клод Дебюсси. Избранные письма (сост. А.Розанов). — Л.: Музыка, 1986. — С. 42—43.
  4. Филенко Г. Французская музыка первой половины XX века. — Л.: Музыка, 1983. — С. 56—57.
  5. Эрик Сати, Юрий Ханон. Воспоминания задним числом. — СПб.: Центр Средней Музыки & Лики России, 2010. — С. 60—61. — 682 с. — ISBN 978-5-87417-338-8.
  6. Шнеерсон Г. Французская музыка XX века. — М.: Музыка, 1964. — С. 180.
  7. Шнеерсон Г. Французская музыка XX века. — М.: Музыка, 1964. — С. 22.
  8. Шартон А. Дебюсси // Творческие поиски и душевные потрясения. 1904—1908. — М.: Молодая гвардия. — (Жизнь замечательных людей), 2016. — С. 164—185. — 235 с. — ISBN 978-5-235-03857-8.
  9. Кремлёв Ю. А. Клод Дебюсси. — М.: Музыка, 1965. — С. 702—703. — 792 с.
  • Альшванг А. Клод Дебюсси. М., 1935;
  • Альшванг А. Произведения Клода Дебюсси и М. Равеля. М., 1963;
  • Розеншильд К. Молодой Дебюсси и его современники. М., 1963;
  • Мартынов И. Клод Дебюсси. М., 1964;
  • Медведева И. А. Дебюсси, Клод // Музыкальный энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 165. — ISBN 5-85270-033-9.
  • Кремлев Ю. Клод Дебюсси. М., 1965
  • Сабинина М.Дебюсси // Музыка XX веке. Часть I, книга 2. М., 1977;
  • Яроциньский С. Дебюсси, импрессионизм и символизм / Перевод с польского. М., 1978;
  • Дебюсси и музыка XX веке. Сборник статей. Л., 1983;
  • Barraque J. Claude Debussy. Р., 1962;
  • Golaa А. С. Debussy, I’homme et son oeuvre. P., 1965;
  • Golaa А. С. Claude Debussy. Liste complete des oeuvres… P.— Gen., 1983;
  • Lockspeiser E. Debussy. L.—[a. o.], 1980;
  • Hendrik Lücke: Mallarmé — Debussy. Eine vergleichende Studie zur Kunstanschauung am Beispiel von «L’Après-midi d’un Faune». (= Studien zur Musikwissenschaft, Bd. 4). Dr. Kovac, Hamburg 2005, ISBN 3-8300-1685-9;
  • Jean Barraqué. Debussy (Solfèges), Editions du Seuil, 1977. ISBN 2-02-000242-6;
  • Roy Howat, Debussy in Proportion: A musical analysis, Cambridge University Press, 1983. ISBN 0-521-31145-4;
  • Rudolph Reti, Tonality, Atonality, Pantonality: A study of some trends in twentieth century music. Westport, Connecticut: Greenwood Press, 1958. ISBN 0-313-20478-0;
  • Jane Fulcher (Editor), Debussy and His World (The Bard Music Festival), Princeton University Press, 2001. ISBN 0-691-09042-4;
  • Simon Trezise (Editor), The Cambridge Companion to Debussy, Cambridge University Press, 2003. ISBN 0-521-65478-5;
  • Денисов Э. О некоторых особенностях композиционной техники Клода Дебюсси // Современная музыка и проблемы эволюции композиторской техники. — Советский композитор, 1986.;
  • Лоскутова О., Уфимцева Е. Звуковые шифры Тайны в символистских концепциях К. Дебюсси и А. Скрябина: монография / Урал. гос. консерватория им. М. П. Мусоргского. — Екатеринбург: УГК, 2007. — 156 с. ISBN 5-98602-028-6;
  • Кокорева Л. Клод Дебюсси. Исследование. М., 2010.

Һылтанмалар

үҙгәртергә