Байройт
Байройт[7][8][9], шулай уҡ Байрейт[9][10][11] (нем. Bayreuth, бав. Bayreith) — Германияның Бавария еренә буйһонған һөм был ер территорияһында урынлашҡан ҡалаһы.
Үрге Франкония округының административ үҙәге. Халыҡ һаны-72 683 кеше (2010 йылдың 31 декабренә ҡарата). Ҡала 66,92 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 09 4 62 000.
Тарих
үҙгәртергә1194 йылдағы документтарҙа епископ II Отто Бамберг тарафынан Баварияның киҫелгән урманы тип беренсе тапҡыр телгә алынған. 1200—1230 йылдар араһында Байройт ҡала байройт хоҡуғын ала. 1248 йылға тиклем ҡала хакимы булып граф Андекс-Мераниялар тора. 1248 йылда ҡала бургграф III Фридрих милкенә күсә һәм Гогенцоллерндар ҡулындағы дәүләттең бер өлөшөнә әйләнә. 1361 йылда император Карл IV бургграф V Фридрихҡа Кульмбах һәм Байройт өсөн тәңкә һуғыу хоҡуғын бирә.
1421 йылда тәүге тапҡыр Байройт географик картала күрһәтелә. Дәүләт бүленгәндән һуң, Байройт Кульмбах кенәзлегенең өлөшө булып китә. Бер нисә тапҡыр ҡала чума эпидемияһынан һәм һуғыштарҙан яфалана. 1430 йылда Гуситтар һуғышы барышында емерелә. 1528 йылда (Реформация башланғандан һуң 10 йыл үткәс) фФранконияның маркграф өлкәһе хакимдарылютеран диненә күсә.
Байройттың алтын быуаты маркграф ҡатын Вильгельмина, Пруссия короле I Фридрих Вильгельмдың өлкән ҡыҙы һәм Бөйөк Фридрихтың апаһы хакимлыҡ иткән осорҙа була. Ул бында бер нисә замок һәм парк төҙөй, улар бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған һәм ҡаланың йөҙөн билдәләп тора. Шулай уҡ уның заманында ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы тип билдәләнгән Маркграф опера һарайы төҙөлгән.
1769 йылда Байройттың һуңғы маркграфы вариҫ ҡалдырмай вафат була. Байройт Ансбах кенәзлеге тарафынан аннексиялана. Бер аҙҙан һуң ҡала һәм уның тирә-яғы Пруссия провинцияһына әйләнә (1792), шунан Францияға (1806) һәм, ниһайәт, Баварияға ҡарай (1810).
1872 йылда ҡалаға композитор Рихард Вагнеркүсеп килә. Ул бында үҙенең иң күренекле әҫәрен: «Кольца Нибелунгов» — ижад итә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, Гитлерҙың Вагнер фестивалдәренә ҙур иғтибар биреүе арҡаһында, Байройт нацизм идеология үҙәге булып һанала.
Бында ҡала үҫешенә етди этәргес көс булып 1975 йылда университет асыу тора.
Географияһы
үҙгәртергәБайройт ҡалаһы Ҡыҙыл Майнда, Майн йылғаһы башынан көньяҡтараҡ, Фихтель һәм Швейцария Франконияһы араһында урынлашҡан.
Ҡаланың административ бүленеше
үҙгәртергәБайройт 39 райондан тора:
- 1: Westliche Innenstadt
- 2: Östliche Innenstadt/Obere Röth
- 3: Cosima-Wagner-Straße/ Nürnberger Straße/Universitätsstraße
- 4: Südöstliche Innenstadt
- 5: Südwestliche Innenstadt
- 6: Birken
- 7: Justus-Liebig-Straße/Quellhöfe/Rückertweg
- 8: Leuschnerstraße/Ludwig-Thoma-Straße
- 9: Saas
- 10: Bismarckstraße/Friedrichstraße/Moritzhöfen
- 11: Freiheitsplatz/Malerviertel
- 12. Erlanger Straße/Wolfsgasse
- 13: Jakobshof
- 14: Hetzennest/Braunhof/Fantaisiestraße
- 15: Meyernberg
- 16: Nördlicher Roter Hügel
- 17: Grüner Hügel/Wendelhöfen
- 18: Kreuz
- 19: Herzoghöhe/Am Bauhof
- 20: Nördliche Innenstadt
- 21: Carl-Schüller-Straße/Bürgerreuther Straße/Gutenbergstraße
- 22: Gartenstadt
- 23: Bürgerreuth/Gravenreutherstraße
- 24: St. Georgen/Grüner Baum/Burg
- 25: Östliche Hammerstatt
- 26: Westliche Hammerstatt
- 27: Bernecker Straße/Insel/Riedelsberg
- 28: Industriegebiete St. Georgen
- 29: St. Johannis
- 30: Neue Heimat
- 31: Oberkonnersreuth
- 32: Laineck
- 33: Westlicher Roter Hügel
- 34: Eubener Straße/Furtwänglerstraße/Schupfenschlag/Hohe Warte
- 35: Seulbitz
- 36: Aichig/Grunau
- 37: Thiergarten/Destuben
- 38: Oberpreuschwitz
- 39: Wolfsbach
Халыҡ
үҙгәртергәДата | 1840-12-01 | 1871-12-01 | 1900-12-01 | 1925-06-16 | 1939-05-17 | 1950-09-13 | 1961-06-06 | 1970-05-27 | 1987-05-25 | 2011-05-09 |
Халыҡ | 19636 | 21347 | 33506 | 39665 | 47731 | 62585 | 66219 | 69212 | 69813 | 70808 |
Дата | 1960 | 1970 | 1980 | 1990 | 2000 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 |
Халыҡ | 65288 | 69005 | 70633 | 72345 | 74153 | 72576 | 72683 | 71214 | 71482 | 71572 | 71601 | 72148 |
Иҡтисад
үҙгәртергәПроизводство компаниялары
үҙгәртергә- medi GmbH & Co KG — медицина компрессион трикотаж етештереү һәм протез-ортопедия изделиелары етештереү.
- Штайнгребер һәм улдары — пианино, рояль етештерә.
Мәҙәниәт
үҙгәртергәҠала даими үткәрелә торған Вагнер фестивалдәре менән данлыҡлы.
- Билдәле шәхестәр
- Ридель Август (1799—1883) — немец рәссамы, Байройтта тыуған.
- Зигфрид Вагнер Байройтта тормошоноң һуңғы йылдарын үткәргән.
- Макс Штирнер (1806—1856) — немец философы, Байройтта тыуған.
- Макс Зенгер (1853—1903) — немец табип-акушеры, Байройтта тыуған.
- Ференц Лист — композитор, 1886 йылдың 31 июлендә Байройтта вафат булған.
- Браун Андрей Георгиевич (ырыу. 1937) — совет һәм ҡаҙағстан дәүләт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Целиноград (Акмолинский) өлкәһенең (СССР, Ҡаҙағстан республикаһы) 1997—1986 йылдарҙағы етәксеһе.
Фотоһүрәттәр
үҙгәртергә-
Маркграф опера театры
-
Вагнер йорто
-
Байройт театры, бында Байройт фестивале үткәрелгән
-
Ҡала сиркәүе
-
Суд бинаһы
-
Байройт университеты
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Байройт: статистические сведения (нем.)
- Бавария 1840—1952: Историко-географический справочник по административно-территориальному делению, С. 296 Bayern 1840—1952: Historisches Gemeindeverzeichnis. Die Einwohnerzahlen der Gemeinden Bayerns in der Zeit von 1840 bis 1952. In: Beiträge zur Statistik Bayerns. Heft 192. München 1953, S. 296 (нем.)
- Общины Баварии по состоянию на 25 мая 1987 года (1840—1987), С. 184 (нем.)
- Верхняя Франкония: административно-территориальное деление (нем.)
- Официальный справочник по АТД Баварии, 1973, C. 567 (нем.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://www.bay-staedtetag.de/bayerischer-staedtetag/mitglieder/alphabetische-liste/
- ↑ https://agfk-bayern.de/mitglieder-karte/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 65. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.
- ↑ 9,0 9,1 Байрёйт // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка. Электронная версия, «ГРАМОТА.РУ», 2011
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ Бавария статистика идаралығы: халыҡ(таблица 12111-101r) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12111-101r: Volkszählung und Bevölkerungsfortschreibung: Gemeinden, Bevölkerung (Volkszählungen und aktuell), Stichtag (нем.)
- ↑ Перепись населения Германии 2011.05.09 2014 йыл 13 апрель архивланған. Bevölkerung Ergebnisse des Zensus 2011, (нем.)
Перепись населения Германии 2011.05.09/xlsx 2021 йыл 9 май архивланған. Statistische Ämter des Bundes und der Länder (Erschienen am 28. Mai 2014): Bevölkerung des Zensus 2011 (© Statistisches Bundesamt, Wiesbaden 2014) (нем.) - ↑ Бавария статистика идаралығы: халыҡ (таблица 12111-101r) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12111-101r: Volkszählung und Bevölkerungsfortschreibung: Gemeinden, Bevölkerung (Volkszählungen und aktuell), Stichtag, (нем.)
Баварское статистическое управление: население (таблица 12411-001) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12411-001: Fortschreibung des Bevölkerungsstandes: Bevölkerung: Gemeinden, Stichtage (letzten 6) (нем.) - ↑ Баварское статистическое управление: население (таблица 12411-002) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12411-002: Fortschreibung des Bevölkerungsstandes: Bevölkerung: Gemeinden, Stichtage (letzten 6) (нем.)
Тышҡы һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальная страница
- Русские в Байройте 2008 йыл 16 октябрь архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Байройт (район)
- Байройтер Штрассе (Бенрат) — улица в Дюссельдорфе, названная по этому городу.