Йомаҙыбаш
Йомаҙыбаш (рус. Юмадыбаш) — Башҡортостан Республикаһының Шаран районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 519 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80258875004.
Йомаҙыбаш | |
Йомазыбаш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Салмалы ауыл Советы (Шаран районы) |
Халыҡ һаны |
519 кеше (2010)[1], 622 кеше (2002)[2], 588 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 452646 |
Этимологияһы
үҙгәртергәБыл мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |
Архив документтарында "«Йомаҙыбаш» (Юмадыбаш) топонимы башҡа әйтелештә лә ҡулланышта бар тип иҫбатлай. Шаран районының Дүрмән ауылы ревизия һәм метрик яҙмаларында күрше ауыл булған Йомаҙыбаш ауылы «Емәҙебаш», «Ямаҙыбаш», «Жамаҙы» тип тә аталғанын күрһәтә.
Шулай уҡ «Ямаҙытамаҡ» топоним верияһы ла бар. Гидроним булыуы ла ихтимал, сөнки йылға исеменә бәйле булыуы мөмкинлеген дә фаразлайҙар. «Юмаҙы», «Ямаҙы», «Йомаҙы» — йылға исеме, ә «Йомаҙыбаш», «Ямаҙыбаш», «Юмаҙыбаш» — йылға башы. 1755 йылға ҡараған картала Йомаҙы йылғаһы асыҡ һүрәтләнгән, шулай уҡ «Верх-Емады»(татар теле тәржемәһенән — Емадыбаш) йә ябай Емаҙы. «Юмаҙыбаш» исеме 1834 йылғы ревизия яҙмаларында ғына күрһәтелә. Бәлки ул исем алышынып тороп. перепись ваҡытында дөрөҫ яҙылмауы ла мөмкинлеге бар ти тарихсылар. Иҫке славян алфавиты буйынса «Е», «Ю», «Я» хәрефтәре бик оҡшаш, буталыуҙары ла ихтимал. Ауылда йәшәгән татарҙар әлеге көндә лә «Ямады», «Юмады» исемен ҡулланалар.
«Статистические сведения по Белебеевскому уезду Уфимской губернии» (оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1896г) китапта Йомаҙыбаш ауылының ҡайҙа урынлашыуы хаҡында күрһәтелә: «по пологому склону на востоке при небольшой р. Юмады, впадающей в р.Сюнь, которая протекает по северной границе; по западной границе протекает ручей Кайраклы; по восточной границе протекает р. Сакай, первый берег который служит покосом; в полях протекает пересыхающий ручей Кургула…»
Шулай уҡ, ауыл исеменә ҡағылышлы аҡһаҡалдар араһында, ауылға иң беренсе килеп урынлашҡан Йәмәли (Йәмәҙи, Ямаҙи) исемле кеше урынлашыуы тураһында версия ла йәшәй, тимәк Йомаҙыбаш, Ямаҙыбаш, Ямаҙы - антропоним. Гидорним версияһына ҡағылышлы документтар бар.
Ауыл исеме тарихына бәйле ауылда элек уҡытҡан уҡытыусы Шәйсолтан Фәйзуллин бына ниндәй легенда һәйләй. Легенда буйынса, ауылдың аҫҡы урамында ирекле казактар, өҫкө өлөшөндә һәр ваҡыт төп ауыл халҡы йөшөгән.Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән, ерҙе эшкәртеү менән бик ҡыҙыҡһынмаған. Ерҙәре бик уңдырышлы булһа ла, уны арендаға бирер булғандар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 622 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 519 | 245 | 274 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Фәррәхов Минихәзи Миңлевәли улы (19.03.1931—1.02.2003), нефтсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986). Ике Ленин (1971, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 март 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (Тикшерелеү көнө: 17 март 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йомаҙыбаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 март 2021)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |