Иҫкесәк (рус. Искисяково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[1]. Көҙән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453234, ОКАТО коды — 80 231 840 004.

Ауыл
Иҫкесәк
Иҫкесәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°29′55″ с. ш. 56°29′59″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 840 004

ОКТМО коды

80 631 440 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫкесәк (Рәсәй)
Иҫкесәк
Иҫкесәк
Иҫкесәк (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫкесәк
Иҫкесәк (Ишембай районы)
Иҫкесәк

Ауылдың исеме Икекиҫәк — башҡорт һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан, ул «ике өлөш» тип тәржемә ителә. Сөнки башта ауылға ике ағалы-ҡустылы — Иҫәнгилде һәм Исламғол нигеҙ һалған.

Иҫкесәк башлыса 1819 һәм 1824 йылдар араһында нигеҙләнгән. Тәүге күскенселәр Маҡар, Юлдашбай, Ҡарайған, Мортаза (Стәрлебаш районы), Әхмәр, Йомағужа аулдарынан. 1816 йылда ауылда ике генә ғаилә йәшәй — Иҫәнгилде (1774 йылда тыуған) һәм Исламғол (1764 йылда тыуған) Йомағужиндар, Маҡар ауылынан Йомағужа Аҡынбәтевтың улдары. Башҡа ғаиләләр Иҫкесәккә 1819-1824 йылдар араһында башҡа ауылдарҙан күсенә[2][3]

 
Иҫкесәктең 1834 йылдағы ревизия материалдарының 1-се бите. Тәүге 6 йортта Йомағужа Аҡимбәтовтың тоҡомдары йәшәгән

Иҫкесәк Азнай түбәһенең 7-се башҡорт кантоны 14-се тирмәһенә ингән.

Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумының 1994 йылдың 25 октябрендәге No 6-2/165 номерлы «Иҫкесәк ауылын Ишембай районы Һайран ауыл Советынан Көҙән ауыл Советына күсереү тураһында» указы ҡарар итә[4]:

  1. Иҫкесәк ауылын Ишембай районының Һайран ауыл Советынан Көҙән ауыл советына күсерергә.

2. Һайран һәм Көҙән ауыл Советтары сиктәрен күрһәтелгән схема картаһы буйынса билдәләргә.

 

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Ауылда мәктәп юҡ, балалар Көҙән урта дөйөм белем биреү мәктәбенә йөрөп уҡый, унда Иҫкесәк һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдарынан йөрөп уҡыусылар өсөн интернат бар. Петровск участка дауаханаһы ҡарамағындағы Иҫкесәк фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, Үҙәк урам, 20 адресы буйынса урынлашҡан.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 68 31 37 45,6 54,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Һәләүек йылғаһына ҡойған Шиҙе йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[6]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә