Ишморат (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ишморат (исем) — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимология
үҙгәртергәИшморат башҡорт теленә башҡорт һәм ғәрәп һүҙҙәрен ҡушыуҙан килеп ингән исем: иш + морат; теләп алған иш, иптәш тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәИлбәков Ишморат Ҡәйүм улы (10 февраль 1963 йыл) — ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
Абайҙуллин Ишморат Ғәйфулла улы (рус. Абайдуллин Ишмурат Гайфуллович; 21 май 1955 йыл — 2001 йыл) — Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—1999)[2]. Милләте — башҡорт.
Фамилияла
үҙгәртергәИшморатов Ғүмәр Йосоп улы (28 сентябрь 1951 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997).Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).
Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы (2 февраль 1960 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт жеҙмәткәре. ЛХК «Башлеспром» ААЙ-ның директорҙар Советы рәйесе.
Ишморатова Светлана Ирек ҡыҙы (20 апрель 1972 йыл) — биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Рәсәй Биатлонсылар союзының идара ағзаһы. 2016 йылдың 5 февраленән Мәскәүҙең ЦСКА футбол клубы етәксеһе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең запастағы подполковнигы.
Ишморатов Хажиәхмәт Вәлиәхмәт улы (1909 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры.
Ишморатов Искәндәр Ғөбәйҙулла улы (1908 йыл — 6 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.
Ишморатов Мансур Ғәйзулла улы (1913 йыл — 1 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
Ауылдар
үҙгәртергәИшморат (рус. Ишмуратово) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл..
Ишморат (Ҡыуандыҡ) (рус. Ишмуратово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһы составындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Абайдуллин Ишмурат Гайфуллович
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |