Ишембай тарихы
Ишембай ҡалаһының атамаһы тәүге тапҡыр тарихҡа 1815 йылда, Ишембай ауылына нигеҙ һалынғас билдәле була. Был бәләкәй генә башҡорт ауылы янында Башҡортостан Республикаһының заманса эре сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге ҡалҡып сыға.
Ишембай тарихы |
Ишембай ауылы янында ҙур нефть ятҡылығы асылғанға күрә, Ишембай ҡалаһы ҡалҡып сыға. Аҙаҡ уны Икенсе Баку тип атайҙар.
Тарихтың башы
үҙгәртергәМ. В. Ломоносовтың Урыҫ дәүләте территорияһын өйрәнеү программаһын үтәү маҡсатында, 1770 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы География депатаментының танылған сәйәхәтсе ғалим И. И. Лепёхин етәкселегендәге экспедицияһы буласаҡ ҡала урынында була. Экспедиция хәҙер Ишембай ҡалаһы составына ингән Көҫәпҡол ауылында туҡтала һәм Тәйрүк йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында яр ситенән һарҡылып ҡына нефткә оҡшаш шыйыҡсы ағып ятыуын күрә.
1880 йылда Ишембай нефть районында геолог В. И. Миллер геологик тикшеренеүҙәрҙе башлап ебәрә, әммә ул, урындағы гелогик структураларҙа нефть юҡ, тигән һығымтаға килә.
1900-сө йылдар
үҙгәртергә1900 йылдың 30 июле — Петербургтың «Неделя» гәзите үҙенең уҡыусыларына Ағиҙел йылғаһы буйында, Түбәнге Бурансы һәм Көҫәпҡол тип аталған башҡорт ауылдары янында нефть булыуын раҫлаған күренештәр табылыуы тураһында хәбәр итә.
1905 йыл — Урал заводтарың баш начальнигының ҡушыуы буйынса геолог Ф. И. Кандыкин, йылға уртаһындағы утрауҙа 4 скважина (9 метр) быраулап (Ағиҙел йылғаһы аша һалынған хәҙерге күпер янында), ғалим-геологтарҙан беренсе булып был урында нефть булыуын раҫлай.
1910-сы йылдар
үҙгәртергә1915 йыл — йәйгеһен буласаҡ ҡала территорияһына Баҡы нефть сәнәғәтселәре ағалы-ҡустылы Нобелдәрҙең вәкиле геолог Андерсен килә һәм бында нефть булыуын раҫлаусы дәлилдәрҙең булыуы тураһында белдерә. Ул урындағы башҡорттарға нефть сығарыла торған ерҙәрҙе һатырға тәҡдим итә, ләкин Юрматы ырыуы башҡорттары уның тәҡдиме менән ризалашмай.
1920-се йылдар
үҙгәртергә1920 йыл — Ишембай ауылы янында Өфө Губсовнархозы (Өфө губернаһынан) һәм Башсовнархоздың Тау бүлегенән (Бәләкәй Башҡортостандан) ике геология экспедицияһы эшләй, нефть табыу маҡсатында тәрәнлеге 8,8 метрҙан 57 метрға еткән 28 скважина быраулана.
1925 йыл — Түбәнге Бурансы (Кантон) ауылын йылдың йылында һыу баҫыу сәбәпле, унда йәшәүселәр, йәйгеһен яңы Ҡыҙыл Ауыл, Ирек һәм Юрматы ауылдарын булдырып, шунда күсенә.
1929 ноябрь, 7 ноябрь — Ишембай ауылында «7 Ноябрь» исемендәге колхоз барлыҡҡа килә, 1930 йылдың мартында ул күршеләге «Башҡортостан» колхозына ҡушыла. Һуғыш йылдарында оборона әһәмиәтендәге изделиелар етештереүсе «Башҡортостан» сәнәғәт артеленә әйләнә. Колхаз рәйесе — Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Шәмсетдин Туҡтамышев, уның урынбаҫары, колхоздың партком секретары — Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Хәжәр Ишембаева.
1930-сы йылдар
үҙгәртергә1930 йыл,10 февраль — «Уралнефть» тресының техник кәңәшмәһендә Уралда 143, шул иҫәптән Ишембайҙа 4 скважина быраулау планлаштырыла.
1930 йыл, 11 июль — Башҡортостандың өлкә партия конференцияһы ил етәкселегенә Ишембайҙа быраулау эштәрен башлауҙы тиҙләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә.
1930 йыл, август — геолог А. А. Блохин быраулау өсөн дүрт урынды билдәләй, уларҙа 701-704-се скважиналар урынлаштырыла.
1930 йыл, көҙ — Баҡы, Грозный ҡалаларынан һәм Үрге Чусовской ҡаласығынан быраулау вышкаларын төҙөү өсөн тәүге эшселәр килә.
1930 йыл, 27 октябрь — «Уралнефть» тресы составында Ишембай ауылы янында эшләү өсөн Стәрлетамаҡ район быраулау контораһы булдырыла, ошо уҡ йылдың 3 декабрендә ул Стәрлетамаҡ разведкаға быраулау контораһы тип үҙгәртелә.
1930 йыл, декабрь — Ишембайға Баҡы, Грозный һәм Майкоптан, Үрге Чусовской ҡаласығынан быраулау буйынса белгестәр килә башлай. Нефть эҙләүгә ярҙам итеү өсөн яңынан булдырылған хөкүмәт комиссияһы ла килә.
1931 йыл, 17 апрель — Ишембай ауылы янында тәүге скважина быраулана. Быраулау мастеры Коровниковтың бригадаһы ҡаты ҡатламды (ҡатҡан эзбиз ташын) быраулау өсөн яраҡлы булмаған «балыҡ ҡойроғо» (РХ) тип аталған ҡасауҙар ҡуллана, шуға ла проходка бик түбән (40—50 м/ст.-мес. Р) була.
1931 йыл, 3 июнь — 702-се скважина быраулана.
1931 йыл, август — «Востокнефть» тресы, перспективаһы булмағанға күрә, 568 метр тәрәнлеккә еткәс, 703-сө скважинала быраулау эштәрен туҡтатырға, тигән күрһәтмә бирә. Быраулау бригадаларының ярҙамына таянып һәм уларҙың хатта бушлай эшләргә ризалашыуы менән ризалашып, А. А. Блохин 703-сө скважинаны быраулауҙы дауам итә.
1932 йыл, 16 май — иртәнге 11 сәғәт 30 минутта 702-се скважинала 680,15 метр тәрәнлектән 36 метрлы нефте фонтанын һауаға ата, 4 сәғәт буйы 20 тоннаға яҡын нефть ер өҫтөнә бәреп сыға.
1932 йыл, 3 июнь — 703-се скважинанан тәүлегенә 320 тонна нефть биргән нефть фонтаны урғыла (быраулау мастеры Д. Лебедев).
1932 йыл — Стәрлетамаҡ нефть техникумы асыла (хәҙер Ишембай нефть колледжы).
1933 йыл — Ф. П. Похлебаев Ағиҙелдең һул яҡ ярында нефть эшкәртеүсе ҡоролма эшләп йыя.
1934 йыл — Ишембай — Стәрлетамаҡ — Дим тимер юлы төҙөлә.
1935 йыл — Ишембайҙа быраулау тиҙлеген күтәреү буйынса стахановсылар хәрәкәте башлана, мастерҙар А. И. Кунягин һәм М. С. Платоновтарҙың бригадалары был башланғыстың инициаторҙары була.
1935 йыл, 23 март — ВКП(б) Үҙәк Комитеты, ВКП(б) ҮКК-һы һәм СССР хөкүмәте Ишембай нефть промыслаһына С. М. Киров исемен бирә.
1935 йыл, яҙ — илебеҙ көнсығышында тәүге нефть ҡыуҙырыу ҡоролмаһы — Ишембай нефть ҡыуҙырыу заводы (Ишембай нефть эшкәртеү заводы) төҙөлә башлай.
1935 йыл, 7 сентябрь — "Наркомтяжпром"дың приказына ярашлы Өфөлә урынлашҡан «Востокнефть» тресы ике үҙаллы тресҡа: «Востокнефть» (Куйбышев) һәм «Башнефть» (Ишембай) трестарына бүленә.
1935 йыл, көҙ — нефть промыслаһында Максим Горький исемендәге авиаэскадрилья вәкилдәре булып китә.
1935 йыл — Көҫәпҡол нефть ятҡылығы асыла.
1935 йыл — тиф һәм малярия сирҙәренә ҡаршы көрәшеү өсөн Анна Яковлевна Тимашева етәкселегендә инфекция бүлексәһе асыла.
1935 йыл — Ишембай эшселәр ҡасабаһында башланғыс мәктәп асыла.
1936 йыл — Башҡорт АССР-ының тәүге нефть эшкәртеү предприятиеһына — Ишембай нефть ҡыуҙырыу заводына нигеҙ һалына. Тәүҙә ул Перегонный ҡасабаһы территорияһында урынлаша һәм һуғыш йылдарында «433-сө Дәүләт союз заводы» булараҡ билдәле була.
1937 йыл — «Нефтсе» стадионы асыла.
1939 йылдың 22 авгусында район Советы башҡарма комитеты президиумы түбәндәге ҡарарҙы ҡабул итә:
1. БАССР Юғары Советы Президиумынан нефтселәрҙең ҡасабаға ҡала статусын биреү тураһындағы юллауын ҡәнәғәтләндереүҙе һорарға. 2. Ҡалаға Нефтеград исемен бирергә[1].
Партия өлкә комимтеты тарафынан хупланғандан һуң, 1939 йылдың 17 сентябрендәге ултырышында БАССР Юғары Советы Президиумы РСФСР Юғары Советы Президиумына нефтселәрҙең үтенесен ҡәнәғәтләндереү тураһында юллау ҡағыҙы ебәрергә ҡарар итә
1940-сы йылдар
үҙгәртергә1940 йылдың 10 февралендә РСФСР Юғары Советы Президиумынның «Ишембай эшселәр ҡасабаһын ҡалаға әйләндереү һәм Башҡорт АССР-ының Ишембай районын бөтөрөү тураһындағы» Указы сыға:
1. Ишембай районының Ишембай ҡасабаһын, уға республика буйһоноуындағы үҙаллы административ-территориаль берәмек бүлеп, ҡалаға үҙгәртеү тураһында. 2. Ишембай ҡалаһы һыҙатына Ишембай районының Көҫәпҡол һәм Смаҡай тораҡ пункттарын индереү тураһында. 3. Ишембай районынан Аллағыуат һәм Наумовка ауыл Советтарын Стәрлетамаҡ районына, Көҫәпҡол һәм Байғужа ауыл Советтарын Маҡар районына тапшырыу һәм Ишембай районын бөтөрөү тураһында. РСФСР Юғары Советы Президиумы Рәйесе Л. Бадаев. РСФСР Юғары Советы Президиумы секретары өсөн РСФСР Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары З. Андреев. Мәскәү, 10 февраль, 1940 йыл[1].
1940 йылдың 3 мартында хеҙмәтсәндәр депуттарының Ишембай ҡала Советының беренсе сессияһы булып үтә. Ҡала Советы башҡарма комитеты һайлана, элек быраулау мастеры булып эшләгән Максим Сергеевич Платонов Совет рәйесе итеп һайлана. Шунда уҡ партия ҡала комитеты ла һайлана[2].
1940 йыл — Максим Сергеевич Платонов, нефтсе, яңы ойошторолған Ишембай ҡалаһының башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын биләй һәм 1948 йылға тиклем эшләй.
1940 йыл, март — С. Н. Ятров ВКП(б) ҡала комитеты секретары итеп һайлана.
1940 йыл, 29 апрель — 8 май — СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарарына ярашлы «Башнефть» тресы Өфөгә күсерелә, һәм Ишембай нефть промыслалары базаһында «Ишембайнефть» тресы ойошторола.
1940 йыл, 16 август — 16-сы һанлы мәктәп булдырыла (хәҙер 12-се лицей).
1940 йыл, 1 ноябрь — 2-се һанлы һөнәрселек училищеһы асыла.
1940 йыл — Ишембайҙа туберкулёз ауырыуҙары диспансеры асыла.
1940 йыл — «Ишембайнефть» тресының турбина менән быраулау контораһының быраулау мастерҙары Лукьянов, Ф. П. Смоленков, Орлов, Бухаровтар бер юлы ике скважинала быраулау ысулын үҙләштерә.
1941 йыл — Баҡы ҡалаһынан Ишембайға Сталин исемендәге механика заводы эвакуациялана, «Сталин исемендәге Дәүләт союз машиналар эшләү заводы» (хәҙер «Ишембай машиналар эшләү заводы» асыҡ акционер йәмғиәте) тигән яңы исем бирелә. 1942 йылда эшләй башлай, «Катюшалар» өсөн снарядтар, ловиль инструмент, ҡасауҙар һәм башҡа изделиелар етештерә.
1942 йыл — Ишембай ҡалаһына Грознефтекомбинаттың 1-се Майабсорбцион газолин зоводы эвакуациялана, уның базаһында ҡаланың Ағиҙелдең һул яҡ ярында ятҡан өлөшөндә юғары сифатлы бензиндар етештереү өсөн газолин заводы — «411-се Дәүләт Союз заводы» төҙөлә, артабан ул Ишембай нефть эшкәртеү заводы булып китә.
1942 йыл — ғалим А. А. Блохин Ишембайҙа вафат була, уны ҡала һыҙатында ерләйҙәр.
1945 йыл, март — Профессиональ Союздарҙың Бөтә Союз Үҙәк Советы һәм Нефть Сәнәғәте Халыҡ Комиссариаты 433-сө Дәүләт Союз заводын (Ишембай нефть эшкәртеү заводын) 1945 йылдың мартында Бөтә Союз социалистик ярышында еңеүсе тип таный.
1945 йыл, 24 март — Сайранов Садиҡ Уйылдан улына немец илбаҫарҙарына ҡаршы алып барылған һуғышта хәрби заданиелар үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәне өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1945 йыл, апрель — ВЦСПС һәм Нефть сәнәғәтенең Халыҡ Комиссариаты 433-сө нефть заводының яҡшы эшен билдәләй һәм уны 1945 йылдың апрель айында Бөтә Союз социалистик ярышында еңеүсе тип таный. Артабанғы бер нисә айҙа ла предприятие яуланған үрҙәренән сигенмәй.
1945 йыл, 18 сентябрь — 1-се һанлы мәктәп үҙ бинаһына күсә. 5920-се эвакогоспиталдең бөтә яралылары 3-сө мәктәп (хәҙер Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты) бинаһына күсерелә.
1945 йыл — «Ишембайнефть» тресының тауар-нефть үткәргес контораһы, апрель айындағы эш йомғаҡтары буйынса Бөтә Союз ярышында еңеп, ВЦСПС һәм СССР-ҙың Нефть сәнәғәте Халыҡ Комиссариатының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була.
1945 йыл — С. М. Кировҡа һәйкәл асыла.
1945 йыл, ғинуар — 5920-се эвакогоспиталь «махсус госпиталь» исемен ала, уның тәғәйенләнеше — һуғышта яраланған немец һалдаттарын дауалау.
1945 йыл — «Ишембайнефть» тресының транспорт контораһы (хәҙер «Ишембай технологик транспорт идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), ғинуар, февраль һәм марттағы эш йомғаҡтары буйынса Бөтә Союз ярышында еңеп, ВЦСПС һәм СССР-ҙың Нефть сәнәғәте Халыҡ Комиссариатының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була.
1946 йыл — ҡала Йәштәр паркы асыла.
1949 йыл — Ишембайҙың ике нефть ҡыуҙырыу заводы «Ишембай нефть эшкәртеү заводы» берекмәһенә инә, тиҙҙән Перегонный ҡасабаһындағы производство ябыла (хәҙер унда цехтар харабалары).
1949 йыл — 18-се комбинат (хәҙер «Газпромнефтехим Салауат» асыҡ акционер йәмғиәте) төҙөлгән урындағы Ишембай эшселәр ҡасабаһына Салауат Юлаев исеме бирелә.
1950-се йылдар
үҙгәртергә1950 йыл — «Нефтсе» кинотеатры (хәҙер «Башнефть» АНК-һы асыҡ акционер йәмғмәтенең Мәҙәниәт һәм техника йорто) асыла.
1951 йыл — Ағиҙел йылғаһы аша тимер-бетон күпер һалына. Уның оҙонлоғо 344 метр, машиналар йөрөй торған өлөшөнөң киңлеге 7 метр һәм йәйәүлелер йөрөй торған юлдың киңлеге — 1,5 метр.
1952 йыл — И. В. Сталин Ишембай ҡалаһын тергеҙеү тураһындағы проектҡа ҡул ҡуя.
В 1952—53 йылдар — Стәрлетамаҡ өлкәһе составына инә.
1954 йыл — Ишембай эшселәр ҡасабаһы республика буйһоноуындағы Салауат ҡалаһына әүерелә.
1956 йыл — Ишембай автотранспорт предприятиеһы булдырыла.
1956 йыл — Ишембай ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһы асыла.
1958 йыл — «Ишембайгоргаз» тресы (хәҙер «Ишимбайгаз» — «Газ-Сервис» асыҡ акционер йәмғиәте филиалы) эшләй башлай.
1960-сы йылдар
үҙгәртергә1960 йыл — 6-сы һигеҙ йыллыҡ мәктәп асыла.
1960 йыл — нефтселәрҙең ҡатмарлы ағымдағы һәм стратегик проблемаларын хәл итеү өсөн ЦНИПР тикшеренеү «мини-институты» асыла.
1961 йыл — С. М. Киров исемендәге Мәҙәниәт һарайы асыла.
1963 йыл — «Ишембайжилстрой» тресы ойошторола..
1965 йыл — Ишембай йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһы (хәҙер Ишембай йылылыҡ селтәрҙәре районы) ойошторола.
1965 йыл, 16 апрель — «Восход» гәзите ошо исеме аҫтында сыға башлай.
1965 йыл, сентябрь — Ишембай нефть техникумының яңы бинаһы сафҡа инә.
1965 йыл, 1 октябрь — Ишембай быраулау контораһы, Иҫәнғол КРБ-һы, Стәрлетамаҡ ГПК-һы базаһында Ишембайҙа «Башюгнефтеразведка» тресы ойошторола.
1966 йыл — Ишембай трикотаж изделиелары фабрикаһы сафҡа инә.
1970-се йылдар
үҙгәртергә1970 йыл, 20 июль — «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығы «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы тип үҙгәртелә.
1970 йыл, май-сентябрь — КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының 1970 йылдың 28 майындағы 375-се ҡарарына һәм СССР Нефть сәнәғәте министрлығының 1970 йылдың 7 июнендәге 343-се приказына ярашлы нефть тармағы өс звенолы идара итеү системаһына күсә. Фәнни-производство идаралыҡтары, шул иҫәптән 1954 йылдың ноябрь айында ойошторолған Ишембай фәнни-производство идаралығы Нефть-газ сығарыу идаралығы итеп үҙгәртелә. Бөтә быраулау трестары ла быраулау эштәре идаралығына әйләнә. Ишембайҙың 1965 йылдың 1 октябрендә ойошторолған «Башюгнефтеразведка» тресы бер нисә предприятиеға, шул иҫәптән Ишембай быраулау эштәре идаралығына (1970 йылдың 1 октябренән) бүленә.
1971 йыл — Өфө телевидениеһы Ишембай нефть эшкәртеү заводы тураһында репортаж төшөрә, унда ҡатнаш термик крекинг ҡоролмаһы (аҙаҡ АТ-1) начальнигы Д. С. Никулочкиндың 1965—1976 йылдарҙағы рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге тураһында һөйләнә. Шул ваҡыт арауығында рационализатор нефть эшкәртеүҙе модернизациялау һәм эшкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса 85 рационализаторлыҡ тәҡдимен производствоға индерә[3].
1973 йыл — Ишембай эксперименталь-механика заводы (хәҙер «Сәнәғәт нефть-газ берекмәһе» асыҡ акционер йәмғиәте) сафҡа инә.
1975 йыл, 4 ғинуар — СССР-ҙың Миннефтехимпромның Ишембай нефть эшкәртеү заводы территорияһында катализаторҙар етештереү буйынса комплекс төҙөү тураһындағы приказы сыға.
1975 йыл — 1875 йылдың IV кварталындағы эш һөҙөмтәләре буйынса Ишембай трикотаж фабрикаһы коллективы СССР Еңел сәнәғәт министрлығы һәм Профсоюздар Үҙәк Комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағын яулай.
1976 йыл — Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы (хәҙер «Иҙел Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) төҙөлә.
1977 йыл — Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы (хәҙер ""Витязь"машиналар эшләү компанияһы" акционер йәмғиәте) сафҡа индерелә.
1978 йыл — Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер менән йәнәш кенә яңы тимер-бетон күпер сафҡа индерелә. Уның оҙонлоғо 338,85 метр, машиналар йөрөй торған өлөшөнөң киңлеге — 9,5 метр, тротуарҙарының киңлеге — 1,5 метр.
1980-се йылдар
үҙгәртергә1980 йыл — ҡалала Өфө авиация институтының Ишембай филиалы асыла.
1980 йыл, май — Гвардия Ҡыҙыл байраҡлы Суворов һәм Кутузов ордендары менән наградланған туғыҙынсы Полтава һауа-десант дивизияһының 100-ҙән ашыу ветераны 1-се интернат-мәктәптең «Өмөт» клубының ҡыҙыл эҙәрмәндәренең саҡырыуы буйынса Ишембайҙа үткәрелгән осрашыуға килә.
1980 йыл, июнь — Ишембай нефтселәре эшләгән «Башнефть» производство берекмәһе коллективы 1932 йылдан алып сығарған нефть күләме миллиард тоннаға етә.
1985 йыл — 12 йәшлек Ольга Кувайцева ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса Башҡортостан республикаһы чемпионы титулын яулай.
1985 йыл, 31 декабрь — Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводында цеолиттар етештереүсе производствоның беренсе сираты сафҡа инә.
1985 йыл — Мәскәүҙең «Советская Россия» нәшриәтендә Ишембай тураһында «Чудесный клад» исемле китап донъя күрә. Авторҙары — Камил Ибраһим улы Мангушев, Владимир Николаевич Поляков, Юрий Васильевич Уткин.
1985 йыл, ғинуар — Ишембай быраулау эштәре идаралығы «Союзнефтеотдача» фәнни-производство берекмәһе составына индерелә.
1988 йыл — «Икар» кинотеатры асыла.1989 йыл, апрель — Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районында «„Юрматы“ башҡорт халыҡ үҙәге» йәмәғәт ойошмаһы эшләй башлай. Беренсе етәсеһе — Фәрүәз Фәйрүш улы Әкимбәтов. Артабанғы етәкселәре — Хисаметдинов Н. З., Абайҙуллин И. Ғ., Ғүмәров Р. А., Рахманғолов С. Ғ., Мөхәмәтов Д. Ғ.
1990-сы йылдар
үҙгәртергә1990 йыл — Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы СНГ-ла дөйөм ҡулланыштағы NaX, NaA, CaA маркалы цеолиттар, шулай уҡ синтетик йыуыу сараларын етештереүҙә ҡулланылған цеолиттар етештереүсе иң эре предприятие булараҡ таныла.
1990 йыл, 18 август — Ишембай ҡалаһында яңы мәсет асыла.
1990 йыл — шашкалар буйынса олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе асыла.
1992 йыл — Рәсәй өсөн уникаль булған кран-манипуляторҙар етештереүсе «ИНМАН» заводы асыла.
1992 йыл — Ишембай картиналар галереяһы асыла.
1995 йыл, 17 июль — «Ишембайнефть» акционер йәмғиәте составындағы «Ишембайнефть» НГДУ-һы кесе предприятиеһы «Башнефть» АНК-һы составындағы «Ишембайнефть» НГДУ-һы тип үҙгәртелә.
1995 йыл, 1 август — «Ишембайнефть» акционер йәмғиәтенең Ишембай быраулау эштәре идаралығы «Башнефть» АНК-һының Ишембай быраулау эштәре идаралығы тип үҙгәртелә.
1995 йыл — «Ишембайнефть» НГДУ-һы начальнигы итеп артабан Ишембай ҡалаһы башлығы вазифаһына ҡуйыласаҡ Владимир Петрович Давыдов тәғәйенләнә.1995 йыл, 1 июнь — I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башлай. Ишембай ҡалаһынан делегаттар: Ю. В. Уткин, Б. С. Ғәлимов, Р. М. Кинйәбаев, Ф. Ф. Әкимбәтов, Ф. А. Ғәйнетдинов, Г. Ғ. Әхмәҙиева, М. М. Йосопова.
1997 йыл — Ишембай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы асыла.
1998 йыл — төҙөлә башлап, ташлап ҡуйылған блок ҡорамалдары заводы урынына «Кровлестом» ҡыйыҡ ябыу материалдары заводы төҙөлә.
1999 йыл — Рәсәйҙә беренсе профессиональ шашка клубы «Нефтсе» ойошторола.
2000-се йылдар
үҙгәртергә2000 йыл, 18 ғинуар — Башҡортостан Республикаһы Президентының «Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәтен ойоштороу тураһындағы» Указына ярашлы, Ишембай ҡалаһы хакимиәтен һәм Ишембай районы хакимиәтен бергә ҡушып, Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте ойошторола.
2000 йыл, 18 ғинуар — Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районында Мәшғүллек үҙәге булдырыла.
2000 йыл — Александр Георгиев Лонданда үткән Бөтә донъя шашка олимпиадаһында Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионы була.
2000 йыл — Ишембай быраулау эштәре идаралығы Өфө быраулау эштәре идаралығының Ишембай скважиналар быраулау, үҙләштереү һәм уларҙы капиталь ремонтлау участкаһына әйләндерелә.
2000 йыл — Ишембай халыҡ мәғарифы музейы асыла. Музейға нигеҙ һалыусы — Василий Владимирович Бабушкин, уның тынғыһыҙ ярҙамсылары мәғариф ветерандары Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолова һәм Миңлегәл Шаһи ҡыҙы .
2000 йыл — Ишембай ҡалаһы бәләкәй ҡалалар араһында «Республиканың иң төҙөк ҡалаһы — 1999» исеменә лайыҡ була.
2000 йыл — 2000 йыл һөҙөмтәләре буйынса Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы үҙ төркөмөндә «Массовыйлыҡ һәм оҫталыҡ» республика спорт конкурсында беренсе урын яулай.
2001 йыл, 19 май — Ишембай ҡала Советы депутаттары үҙҙәренең сираттағы сессияһында Ишембай районы һәм ҡалаһы халҡы өсөн «Торатау» айырым башҡорт гәзитен асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Сессия барышында уҡ депутаттар яңы гәзиттең мөхәррире итеп быға тиклем «Восход» гәзите мөхәрриренең дубляж гәзите буйынса урынбаҫары булып эшләгән Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы Йосопованы (Хаят Сәғит ҡыҙы Йосопова) һайлап ҡуя. 2002 йыл, 1 июнь — II Бөтә донъы башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башлай. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районынан делегаттар: Давыдов В. П., Мостафин Р. М., Йосопова М. М., Рахманғолов С. Ғ., Исмәғилев М. Ҡ., Ҡунаҡов М. Ф., Йөғөфөров Ю. Н., Шаһиев Х. Х., Әбүбәкиров Ф. А.,Теләүғолова Ф.2004 йыл — Ишембайҙа православныйҙар өсөн Свято-Троицкий храмы эшләй башлай.
Ишембайҙың территорияһы 39 гектарға арта.
Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 125-з һанлы «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр һәм Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороу тураһындағы» Законы, 1-се статья «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр», п.15:
15. Стәрлетамаҡ районы, Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл Советы һәм Ишембай ҡалаһы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы үҙгәртергә, Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл Советы территорияһының бер өлөшөн (39 га) Ишембай ҡалаһы территорияһы составына тапшырырға.
2005 йыл — «Информреклама» нәшриәтендә В. Л. Игнатьевтың «Ишимбай: век XX» китабы донъя күрә.
2005 йыл, 12 август — Ишембайҙа һәм Ишембай районында Республика педагогия конференцияһы булып үтә.
2005 йыл — Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы территоричһында яңы предприятие — «Ишембай станоктар ремонтлау заводы» асыҡ акционер йәмғиәте ойошторола. Ишембай махсус химик катализаторҙар заводы банкротлыҡ менән бәйле үҙе биләгән территорияны бер аҙ бәләкәсәйтә һәм бүленгән территорияны «Ағиҙел-нефтепродуктсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшыра.
2006 йыл, 1 ғинуар — муниципаль реформаға бәйле, Ишембай ҡалаһына «Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе» муниципаль берәмеге статусы бирелә, артабан ул «Ишембай районы муниципаль районы» муниципаль берәмеге составына инә. Әммә Ишембай ҡалаһы республика буйһоноуындағы үҙаллы административ-территориаль берәмек булып ҡала.
2010-сы йылдар
үҙгәртергә2010 йыл, 15 декабрь — Ишембай йәмәғәт «Юрматы» этнографик музейы асыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Игнатьев В. Л. Ишимбай: век ХХ / Администрация города Ишимбая. — Уфа: «Информреклама», 2005. — С. 18. — 528 с. — 1500 экз. — ISBN 5-94780-059-4.
- ↑ Агафонов М. А., Кутимов Б. П., Фёдоров И. Г. Ишимбай. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — С. 13. — 144 с. — 10 000 экз.
- ↑ Никулочкин Д. В. Заслуженный рационализатор // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — № 9. — С. 6. — ISSN 2220-8348.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Агафонов М. А., Кутимов Б. П., Фёдоров И. Г. Ишимбай. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — 144 с. — 10 000 экз.
- Мангушев К. И., Поляков В. Н., Уткин Ю. В. Чудесный клад. — Москва: «Советская Россия», 1985. — 144 с. — 20 000 экз.
- Уткин Ю. В. Рекламный проспект «Ишимбай». — Уфа: Издательство Башкирского обкома КПСС, 1985. — 62 с. — 9000 экз.
- Будков А. Л., Будков Л. А. Нефтяная промышленность СССР в годы Великой Отечественной войны. — Москва: Издательство «Недра», 1985. — 248 с. — 5000 экз. (недоступная ссылка)
- Вайсман С. Я. Рекламный проспект «Первенец башкирской нефтепереработки». — Уфа: Издательство Башкирского обкома КПСС, 1987. — 19 с. — 2000 экз.
- Альмухаметова Г. А., Артюхина Л. Н., Зулькарнаев И. Ф., Саитов М. М. Ишимбай / Администрация города Ишимбая. — Уфа: «Слово», 2000. — 96 с. — 1000 экз. — ISBN 5-87308-196-4.
- Игнатьев В. Л. Ишимбай: век ХХ / Администрация города Ишимбая. — Уфа: «Информреклама», 2005. — 528 с. — 1500 экз. — ISBN 5-94780-059-4.
- Салимов, Марат Дамирович. Начальные этапы промышленной разработки нефтяных месторождений Урало-Поволжья и подготовка инженерных и научных кадров для нефтяной промышленности в Республике Башкортостан : автореферат дис. … кандидата технических наук : 07.00.10 / Уфим. гос. нефтяной техн. ун-т. — Уфа, 2005. — 24 с
- Мазитов, Руслан Мидхатович. Роль науки и образования в становлении и развитии горнозаводского и нефтяного дела в России в XVIII—XX вв. : диссертация … кандидата технических наук : 07.00.10, 02.00.13. — Уфа, 2007. — 142 с. : ил.
- Курятников, Владимир Николаевич. Становление нефтяного комплекса в Уральском и Поволжском регионах (30-50-е гг. XX века) : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02 / Курятников Владимир Николаевич; [Место защиты: ГОУВПО «Самарский государственный университет»]. — Самара, 2009. — 572 с. : ил.
- Пахомов, Л. Как закалялось «черное золото»: больше 30 сел и деревень было объединено при формировании промышленного центра — Ишимбая: к 80-летию башкирской нефти / Л. Пахомов // Республика Башкортостан.- 2012.- 3 мая.- С.2
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юбилейные даты города и района //Газета «Восход». — № 16-17, 29.01.2010 г. 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- Юбилейные даты города и района //Газета «Восход». — № 21-22, 05.02.2010 г. 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- Юбилейные даты города и района //Газета «Восход». — № 23, 09.02.2010 г. 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- Юбилейные даты города и района //Газета «Восход». — № 25-26, 12.02.2010 г. 2014 йыл 8 май архивланған.