Ишембай мобиль һәм быраулау техникаһы заводы

КрАЗ автомобилдәре, гидроманипуляторҙар, ағас эшкәртеүсе ҡорамалдар сығара

«Ишембай мобиль и быраулау техникаһы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (ИЗМБТ) — нефть-газ машиналарын эшләү предприятиеһы.

Ишембай мобиль һәм быраулау техникаһы заводы
Нигеҙләү датаһы 1973
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт pngo.ru

Адресы: 453204, Башкортостан Республикаһы, Ишембай, Богдан Хмельницкий урамы, 2а.

Генераль директоры — Рауль Раиль улы Шәүәлиев.

Үҙенең эшләү дәүерендә завод бик күп төр механизация сараларын үҙләштерә һәм етештерә: дүрт яҡлы йышыу станогы, үткерләү станогы, торбаларға һыр һалыу станогы, бысҡы үткерләү станогы, быраулау-уйым эшләү станогы, битум ҡулайламаһы, 40 тонна йөк күтәреүгә һәләтле траллер, штукатурлау ҡулайламаһы, тимер-бетон изделиелар өсөн металл форма, төҙөлөш өсөн болттарһыҙ баҫмалар, паркет етештереү өсөн ҡорамал комплекты (барлығы 40-ҡа яҡын төр продукция).

РСФСР Министрҙар Советы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының 1967 йылдың 30 октябрҙәге ҡарарына ярашлы «Гидрокоммунстрой» институты Ишембай ҡалаһында урынлаштырыу өсөн ҡалыплашмаған ҡорамалдар һәм монтаж әҙерләмәләре етештереүсе завод проектын төҙөй.

РСФСР Госпланы һәм ҡарары буйынса министрлығы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарары буйынса «Росглавремстрой» системаһында 1971 йылда Ишембай эксперименталь-механика заводы төҙөлә башлай.

Төҙөлөүсе, артабан эшләүсе заводҡа директор итеп тәғәйенләнә, аҙаҡ ул яңы заводтың хеҙмәт коллективын булдырыу өсөн күп көс һала. Липаев эксперименталь-механика заводына 23 йыл етәкселек итә (1971—1994 йй.)[1].

Ике йылдан һуң, 1973 йылдың 15 июнендә, билдәләнгән ваҡыттан ай ярымға иртәрәк эксперименталь-механика заводының беренсе сиратты сафҡа индерелә. Предприятиеның беренсе сираты эшлүә башлау менән ИЭМЗ эшләүсе предприятиелар иҫәбенә инә.

1973 йылдың 2 июлендә тәүге изделие — таҡта һәм брустарҙың йөҙөн һәм ҡабырғаларын йышыу өсөн тәғәйенләнгән дүрт яҡлы С26-2 станогы эшләп сығарыла. 1979 йылдың 19 ғинуарына 1000 дана, ә өс тиҫтә йыл эсендә һигеҙ меңгә яҡын ошондай станок файҙаланыусыға тапшырыла.

1975 йылдан 1992 йылға тиклем, завод эшселәре үҙ мохтажлыҡтары өсөн биш торлаҡ йортто сафҡа индерҙе. ҡалала йәшәүселәр бөтә уңайлыҡтары булған 367 фатирға күсенде.

Йәйге каникул осоронда теләге булған һәр эшсе балаларына ҡаланан ситтә урынлашҡан пионер лагерына путевка алыу мөмкинлегенә эйә була.

1977 йылда заводта медицина пункты асыла, уға Вера Ивановна Студенова етәкселек итә.

1980 йылда 150 урынлыҡ ашхана сафҡа инә. Ашхана мөдире булып Зинаида Васильевна Сосницкая эшләй башлай, ул бында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләүен дауам итә һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Совет сауҙаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре»[2]. тигән маҡлаулы исемгә лайыҡ була.

1992 йылда 190 урынлыҡ бассейны булған балалар баҡсаһы сафҡа инә. Был учреждениеның тәүге мөдире Нина Михайловна Полякова завод эшселәре балаларын тәрбиәләү өсөн бар көсөн һала.

1993 йылда предприятие «Ишембай станоктар эшләү заводы» акционер йәмғиәте статусын ала, ә 1997 йылдан — «Ишембай станоктар эшләү заводы» асыҡ акционер йәмғиәте.

2005 йылда предприятие банкрот тип иғлан ителә[3][4]. Завод менән идара итеүҙә яңы структура барлыҡҡа килә[5]. Предприятие «„Ишембай эксперименталь-механика заводы“ машиналар эшләү берекмәһе» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составындағы ете компаниеға бүленә. 2008 йылда заводты 2004 йылда булдырылған «Сәнәғәт нефть-газ берекмәһе» ААЙ-һы һатып ала, ултүбәндәге предприятиеларҙан бер компониелар төркөмөн булдыра: «„Ишембай эксперименталь-механика заводы“ машиналар эшләү берекмәһе» ЯСЙ-һы, "Ишембай станоктар эшләү заводы"ЯСЙ-һы[6][7], ""Вагонжилстрой"производство фирмаһы" ААЙ-һы һәм «Сәнәғәт нефть-газ берекмәһе» ААЙ-һы.

2017 йылда завод базаһында яңы предприятие — Ишембайский мобиль һәм быраулау техникаһы заводы ойошторола.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта ИЗМБТ түбәндәге продукцияны сығара: А50М тибындағы агрегаттар, торлаҡ вагон-бытовкалар, КрАЗ автомобилдәре, гидроманипуляторҙар, ағас эшкәртеүсе ҡорамалдар[8].

Толстяков, В. 40-лет — возраст зрелости: 15 июня 1973 года была введена в эксплуатацию первая очередь экспериментально-механического завода / В. Толстяков // Восход.-2013.- 14 июня.- С.5.

Толстяков, В. С юбилеем, заводчане!: к 40-летию ИЭМЗ / В. Толстяков // Подметки +.- 2013.- 12 июня.- С.4.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://восход-ишимбай.рф/index.php?option=com_content&view=article&id=5075:40----&catid=374:2013-02-25-12-06-53&Itemid=17(недоступная ссылка)
  2. http://подметки.рф/news/?id=331(недоступная ссылка)
  3. [1](недоступная ссылка)Зыкина Р. Ни одно колесо не закрутит стоячая вода //Газета «Республика Башкортостан». — № 89, 11.05.2006 г.
  4. Объявление о несостоятельности
  5. [2](недоступная ссылка)Зыкина Р. Ни одно колесо не закрутит стоячая вода //Газета «Республика Башкортостан». — № 89, 11.05.2006 г.
  6. [3](недоступная ссылка)Зыкина Р. Ни одно колесо не закрутит стоячая вода //Газета «Республика Башкортостан». — № 89, 11.05.2006 г.
  7. Официальный сайт ООО «Ишимбайский станкозавод» 2011 йыл 2 февраль архивланған.
  8. ОАО «Промышленное нефтегазовое объединение» 2011 йыл 25 август архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә