Уткин Юрий Васильевич

Уткин Юрий Васильевич (6 апрель 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне, ғалим. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы Федераль Йыйылышының беренсе (1993—1995) һәм икенсе (1995—1999) саҡырылыштары депутаты[1]. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылары союзының Мәскәү яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы[2] .

Уткин Юрий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 6 апрель 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, эколог, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Ишембай ҡалаһы башлыҡтары (Башҡортостан)
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә сәйәсәт фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Рәсәй пенсионерҙары партияһы[d]
Спорт төрө Биатлон
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации II созыва[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации I созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Юрий Васильевич Уткин 1939 йылдың 6 апрелендә Ишембай ҡалаһында тыуған. 1957 йылда Ишембай нефть техникумын, 1971 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

Сәйәсәттә тормошо үҙгәртергә

1972—1986 — партия эшендә: бүлек мөдире, КПСС-тың ҡала комитеты секретары.

1986 — Ишембай ҡалаһы халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе.

КПСС ағзаһы (партия 1991 йылда тыйылғанға тиклем).

Халыҡ депутаттарының Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, ҡала Советы рәйесе итеп һайлана.

1992 йылдың февраленән — Ишембай ҡала хакимиәте башлығы, 1993 йылда Башҡортостан Республикаһы 6-сы Стәрлетамаҡ (I саҡырылыш) һәм 7-се һайлау округынан (II саҡырылыш) Дәүләт думаһына һайланғанға тиклем эшләй.

Беренсе саҡырылыш Дәүләт думаһында «Яңы төбәк сәйәсәте» депутаты төркөмөнә инә, Экология буйынса комитет ағзаһы була.

Икенсе саҡырлыш Дәүләт Думаһында Экология буйынса комитеттың төбәк экология подкомитеты рәйесе була, депутат берләшмәләре составтарына инмәй.

«Рәсәй пенсионерҙары партияһы һәм социаль ғәҙеллек партияһы» һайлау блогынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы бер мандатлы һайлау округы буйынса Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Федераль Йыйылышы депутатлығына кандидат була[3].

Спорт үҙгәртергә

Футбол буйынса БАССР-ҙың чемпионы (1957).

Ишембай ҡала башлығы вазифаһын биләгән осорҙа 1980 йылдар аҙағында ҡала спорт хәрәкәтенә административ һәм финанс ярҙам күрһәтә. Уның булышлығында донъя кимәленә тиклем шашка мәктәбе һәм биатлон мәктәбе күтәрелә. Донъя чемпионы булды Галина Куклева, Тамара Тансыккужина, Елена Демочкина. донъя чемпиондары булып китә. кләбы Ишембай футбол тәрбиәләнеүсеһе Лев МатвееваЦСКА составында футбол буйынса чемпион була (1991) — төбәк футболсылары өсөн иң юғары ҡаҙаныш.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған автомобиль транспорты хеҙмәткәре.

Библиографияһы үҙгәртергә

  • Линия судьбы/ О. Б. Шарафутдинов, Ю. В. Уткин. — М. : Гелиос АРВ, 2002 (РГУП Чебоксар. тип. N1). — 190 с. : ил., портр.; 20 см; ISBN 5-85438-067-6 (в обл.)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә