Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы

трикотаждан эске һәм өҫ кейемдәрен етештерә

Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы — Ишембайҙағы еңел сәнәғәт предприятиеһы, 300 моделгә яҡын эске һәм өҫкө трикотаж кейемен сығара, продукцияның 60 процентҡа яҡыны — балалар ассортименты.

Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы
Тармаҡ лёгкая промышленность[d]
Нигеҙләү датаһы 1966
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 655 кеше
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Рәсми сайт zaoifti.ru
Рустәм Хәмитовтың Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһына килеүе

Рәсәйҙә ошондай профилдәге 123 предприятие араһында трикотаж әйберҙәр сығарыу күләме буйынса 6-сы урынды алып тора (йылына 3 млн дананан артыҡ). 2012 йылға дөйөм Рәсәй күләмендә фабрика продукцияһының сағыштырмаса ауырлығы 4 процентҡа яҡын тәшкил итә.

Юридик шәхес булараҡ тулы исеме — «Почёт Билдәһе» орденлы «Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы» ябыҡ акционер йәмғиәте.

1964 йылдың февралендә «Ишембайжилстрой» тресы Ленинград ГПИ-3-өнөң проекты буйынса корпустарҙы төҙөй башлай. 1966 йыл аҙағында фабрика комплектарының беренсе сиратта сафҡа индерелә торғандары файҙаланыуға тапшырыла, ләкин әҙер трикотаж әйберҙәр байтаҡ иртәрәк етештерелә. Предприятиеның беренсе директоры — Ю. И. Билгилдиев (был вазифала 1966 йылдан алып 1978 йылға тиклем эшләй). Фабрика 1966—1968 йылдарҙа сиратлап сафҡа индерелә.

1976 году предприятие «юғары темптағы хеҙмәт етештереүсәнлеге, юғары етештереүсәнлеккә эйә булған яңы ҡорамалдарҙы үҙләштереү буйынса алып барылған эш өсөн» ««Почёт Билдәһе» ордены» менән бүләкләнә.

1982 йылдан директор булып Анатолий Саушин (нефтсе-ғалим Александр Саушиндың ҡустыһы) эшләй.

1988—1993 йылдарҙа производство ҡайтанан йыһазландырыла, Германия, Чехословакия, Швейцария, Италия, Япония фирмаларының бәйләү һәм буяу-биҙәкләү ҡорамалдары ҡуйыла. 1994 йылда предприятиела икмәк бешереү цехы асыла.

2011 йылда предприятие бөтә Рәсәй еңел сәнәғәте менән бергә рецессия кисерә — элекке осор менән сағыштырғанда һатыу кимәле 74 %-ҡа кәмей, фабрикала уртаса эш хаҡы айына 12 меңдән 9,9 меңгә тиклем түбәнәйә.

  • Рулева, Т. На волне доброй памяти: к 45-летию ЗАО «ИФТИ» / Т. Рулева // Восход.- 2011.- 9 дек.- С.3.
  • Клугман, Т. Народная марка: развитие продолжается: ИФТИ дорожит своими покупателями и разрабатывает продукцию в духе времени и в стиле моды / Т. Клугман // Восход.- 2011.- 9 дек.- С.2.
  • Юсупова, Р. Лидер отрасли: в трикотажные изделия Ишимбайской фабрики одевается уже четвертое поколение россиян / Р. Юсупова // Восход.- 2011.- 9 дек.- С.2.
  • Крехова, Л. Силен коллектив добрыми традициями: ЗАО «ИФТИ» / Л. Крехова // Восход.- 2011.- 10 июня.- С.2.
  • Надеждин, А. Новые модели отмечены наградами: сразу нескольких наград удостоено ЗАО ордена «Знак Почета» ИФТИ / А. Надеждин // Восход.- 2011.- 25 февр.- С.1.
  • Худякова, Т. Туника в восемь цветов / Т. Худякова // Республика Башкортостан.-2010.- 9 окт.- С. 3.
  • Сергеев, Е. Праздник добрый и красивый / Е. Сергеев // Восход.- 2010 .- 17 июня.- С. 2.
  • Завалина, Т. Любви к родной фабрике не скрывают: ИФТИ / Т. Завалина. −2010. − 11 июня .- С.2.
  • Жалина, В. Основа успехов — профессионализм / В. Жалина // Восход]]. — 2010. — 11 июня.- С.2.
  • Завалина, Т. Новинки покорили жюри / Т. Завалина // Восход. — 2010. — 1 июня. — С.1.
  • Шабанова, О. И мастерица, и певица: будущее — за молодыми / О. Шабанова // Восход. — 2010.- 30 апр.- С.1.
  • Сазонова, Ю. Браво, Алия!: номинант республиканского конкурса проф. мастерства / Ю. Сазонова // Восход. — 2010.- 1 апр.- С.1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә