Кинйәкәй (Ишембай районы)
Кинйәкәй (рус. Кинзекеево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 261 кеше[2]. Почта индексы — 453227, ОКАТО коды — 80 231 870 003.
Ауыл | |
Кинзекеево башҡ. Кинйәкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453227 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл территорияһында ике Ямамбуййылға һәм Әсейылға йылғалары ҡушыла.
Алыҫлығы:[3]
Тарихы
үҙгәртергәАуыл Нуғай даруғаһының Юрматы олоҫо башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған. Кинйәкәй ауылы 1761 йылдан билдәле. Ауылға нигеҙ һалған Кинйәкәй Һөйөндөков исемен йөрөтә[4].
1761 йылда завод хужаларына юрматы башҡорттары ерҙәрен һатыу тураһында документта ауылдар һәм аҫаба башҡорттар исемләп атала, улар араһында Кинйәкәй ауылы һәм уға нигеҙ һалған Кинйәкәй Һөйөндөков та иҫкә алына. 1742—1823 йылдарҙа бында уның улы Туйыш йәшәгән.
XVIII быуатта Кинйәкәү тигән башҡорт ауылы яндырыла һәм уның урынында казактар Петровский ауылына нигеҙ һала. Тик был Кинйәкәй түгел, ә Кинйәкәү тигән ауыл булған, урыҫтар ул атамалар араһындағы айырманы белмәй. Шуға ҡайһы ваҡыт тыуған яҡты өйәрәнеүселәр хата һығымталар яһай. Петровскийҙы башҡорттар ҡайһы ваҡыт әүәлгесә «Кинйәкәү» тип атай (мәҫәлән, Н.Мусин «Мәңгелек урман» романында).[5]
XVIII быуатта кинйәкәйҙәр Ербашты (Юргашка) йылғаһы буйындағы ерҙәрен алпауыт ҡатыны А. О. Скворцоваға һатҡан, был урынға ул крепостной крәҫтиәндәр күсереп килтергән. Шулай итеп, Скворчиха (Ҡолан) ауылы барлыҡҡа килгән.
Кинйәкәйҙәр малсылыҡ, умартасылыҡ (163 умарта һәм 14 солоҡ) менән шөғөлләнгән, бер аҙ ер эшкәрткән, ылауға йөрөгән, сана һәм арба яһаған. 1839 йылда бында 45 йортта 325 кеше йәшәгән, ауылда 560 ат, 400 һыйыр, 145 һарыҡ, 66 кәзә аҫыралған. 3 йылдан һуң бында 344 бот ужым һәм 1390 бот ярауай иген сәелгәне билдәле. Кинйәкәйҙә ике һыу тирмәне, мәсет, мәктәп булған. 1906 йылда мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 8 һыу тирмәне, мануфактура кибете, икмәк һаҡлай торған мөгәзей була[6].
Кинйәкәйҙәр Көҫәпҡол Әзәтов командаһында Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта (1771-1773) ҡатнаша.[7]
1795 йылда 22 йортта 222 кеше, 1865 йылда 85 йортта — 457 кеше, 1850 йылда — 428, 1920 йылда — 672 кеше йәшәгән, йорттар һаны — 22, 42, 130[8].
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Кинйәғол Алдаҡаев «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.
1930 йылда иҫке мәсет бинаһында клуб асыла. 2002 йылда ауыл мәҙәниәт йорто итеп үҙгәртелә, әлеге ваҡытта реконструкцияланған бинала эшләй. 2002 йылдан мәҙәниәт йорто мөдире булып В. И. Йомағолова эшләй.
Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, «Межрегионбизнес-Агро» ЯСЙ-һы бар.
Кинйәкәй мәктәбе тарихынан
үҙгәртергә1933 йылда Кинйәкәйҙә башланғыс мәктәп асыла, 1940 йылда ул ете йыллыҡ мәктәп, 1965 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. 2012 йылдан Кинйәбулат урта мәктәбе филиалы, 2013 йылдан — башланғыс мәктәп. 2004—2013 йылдарҙа Алаҡай башланғыс мәктәбе уның филалы булараҡ эшләй.
Мәктәп директорҙары: Ю. Г. Дауытов (1933—1941), Х. М. Таһиров, З. З. Исмәғилев, С. Х. Макарский (1965), Ғ.М.Моғаттаров (1969—1971), В. А. Хисаметдинова, А. С. Зулькарнаев, С. А. Камалова (1988 йылдан), З. Г. Кинйәбаева (1997), С. Ф. Ишкинина (2011—2013).
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 672 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 515 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 429 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 315 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 307 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 261 | 130 | 131 | 49,8 | 50,2 |
Башҡорттар йәшәй (2002). Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[9]:
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы (28.04.1958)- актриса, Салауат дәүләт драма театры актрисаһы, йырсы.Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- Һөйәрғолова Әнисә Сынбулат ҡыҙы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БР-ҙың мәғариф отличнигы, « Башҡорт теле һәм әҙәиәте йыл уҡытыусыһы — 2006» республика конкурсы еңеүсеһе.
- Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы (14 февраль 1992 йыл) — бишалыш менән шөғөлләнеүсе Рәсәй спортсыһы, Рио-де-Жанейро олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, заманса бишалыш буйынса донъя чемпионы (2017).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 298. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 130. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Вестник Башкирского государственного университета, № 4 2017 с.1091
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 130. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ [[ http://kitaptest.bashkort.org/storage/files/bashkirskoe_vojsko_v_polskom_pohode_(17711773).pdf Башкирское войско в польском походе,с.96]]
- ↑ История Кинзекеево .
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Кинйәкәй ауылы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әсфәндиәров Ә. З., Яҡупов Г. И. Кинйәкәй (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кинйәкәй (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 130. — ISBN 978-5-295-04683-4.