Ишдәүләт (рус. Ишдавлетово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 29 кеше[1].

Ауыл
Ишдәүләт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Ауыл советы

Иҫке Собханғол

Координаталар

53°04′37″ с. ш. 57°25′12″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 825 002

ОКТМО коды

80 619 425 106

Ишдәүләт (Рәсәй)
Ишдәүләт
Ишдәүләт
Ишдәүләт (Башҡортостан Республикаһы)
Ишдәүләт

Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219825002.

Ишдәүләт (Ябаҡ) ауылы 1834 йылғы һигеҙенсе ревизия алдынан барлыҡҡа килгән.Ауылдың атамаһы уға башлап нигеҙ һалыусы Ишдәүләт Ишемғоловтың исеменән алынған.

1920 йылғы иҫәп алыу буйынса 41 хужалыҡта 206 кеше йәшәгән.1925 йылғы иҫәп буйынса 26 хужалыҡ ҡалғаны күренә.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 206
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 29 18 11 62,1 37,9
2022 йыл 1 март[2] 23 10 44.66 13 55.34
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ишдәүләт ауылында (Ябаҡ) бөрйәндәрҙән тыш тамъяндар йәшәгән. Ауыл 1834 йылғы һигеҙенсе ревизия алдынан барлыҡҡа килгән һәм нигеҙ һалыусы Ишдәүләт Ишемғолов исеме менән аталған[4]. Ауылға нигеҙ һалыусы - Ишдәүләт Ишемғоловтың улдары Әбүбәкер, Ғүмәр. Ауылға нигеҙ һалынған осорҙа ауылда 75 кеше йәшәгән, иҫәп алыуҙы үткәреү ваҡытында — 100 кеше, 1920-се йылдарҙа 206 кеше йәшәй. Ишдәүләт йылҡысылары — ярым күсмә малсылар. 14 хужалыҡҡа (75 кешегә) 55 ат, 35 һыйыр, 40 һарыҡ, 10 кәзә тура килгән. Бер кешегә ике боттан аҙыраҡ яҙғы иген сәскәндәр. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, көмөш миҙал менән бүләкләнеүсе 15-се башҡорт полкы яугирҙары, Ғүмәр Моратшин һәм Ишмырҙа Ишбаев йәшәгән[5].

Ревизия материалдары

үҙгәртергә

1850 йылда[6] Ишдәүләт ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны

үҙгәртергә
 
Ишдәүләт_(Ябаҡ_)_ауылы

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
  • Заһит урамы (рус. улица Загита)[7]

Ауыл бөгөн

үҙгәртергә

Ишдәүләт ауылы биләмәһендә йыл әйләнәһенә туристарҙы ҡабул итеү өсөн «Башҡорт иле» туристик хужалығы эшләй. Биләмәлә буфет урынлашҡан, унда урындағы милли аш-һыуҙан һәм шулай уҡ деликатестарҙан ауыҙ итергә мөмкин. Туристик хужалыҡ биләмәһендә 3 айырым йорт һәм 15 кешегә иҫәпләнгән 1 ҙур йорт бар. Икенсе ҡатта ғаилә тибындағы өс бүлмә урынлашҡан. Оло йорттоң беренсе ҡатында бөтә уңайлыҡтары менән кафе бар. Бура өйҙәре һәр береһе 2-нән алып 6-ға тиклем кеше һыйҙырышлы. Бөтә йорттар ҙа тәбиғи ағастан эшләнгән[8]. Төп хеҙмәт күрһәтеүҙәр һәм уңайлыҡтар:

  • интернет,
  • спорт майҙансығы,
  • караоке,
  • усаҡ зонаһы,
  • атта йөрөү,
  • контактлы зоопарк,
  • балалар майҙансығы.

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә