Ишбаев Исмәғил Сәхиулла улы

мәғариф хеҙмәткәре, партия эшмәкәре.

Ишбаев Исмәғил Сәхи улы (1 ғинуар 1928 йыл27 декабрь 2019 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, партия эшмәкәре. «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы кавалеры.

Ишбаев Исмәғил Сәхиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ишдәүләт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 27 декабрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө партия эшмәкәре, уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ишбаев Исмәғил Сәхиулла улы 1928 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ишдәүләт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә биш баланың икесеһе булып тыуа. Атаһы — Ишбаев Сәхиулла Мәғиән улы (1882 йылда тыуған) Беренсе империалистик һуғышта һәләк була.

Исмәғил Сәхиулла улы 1935 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенә уҡырға инә һәм 1943 йылда 8 класты тамамлай. 8-се кластан һуң уҡытыусы булып эшләй башлай һәм бер үк ваҡытта Темәс педагогия училищеһында ситтән тороп уҡый, 1946 йылда уны тамамлай.

Исмәғил Сәхи улы ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа, 1943 йылдан 1951 йылға тиклем уҡытыусы булып эшләй. Бөрйән районының Әтек, Аҫҡар, Яңы Собханғол мәктәптәрендә физика, математика уҡыта.

1951—1953 йылдарҙа, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты студенты була. Институтты тамамлағандан һуң Иҫке Собханғол урта мәктәбенә физика уҡытыусыһы итеп эшкә ҡабул ителә.

Яҡшы эше һәм ойоштороу һәләте өсөн Исмәғил Сәхиулла улы КПСС-тың Бөрйән район комитетына ебәрелә, унда 1956—1958 йылдарҙа пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эшләй.

1958—1962 йылдарҙа Свердловск Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы була.

1962—1965 һәм 1973—1977 йылдарҙа Бөрйән урман сәнәғәте хужалығының партия комитеты секретары булып эшләй.

Әүҙем партия эше өсөн Бөрйән район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана (хәҙер был вазифа — хакимиәт башлығы тип атала)[1], унда Исмәғил Сәхиулла улы 1965 йылдан 1973 йылға тиклем районды уңышлы етәкләй.

Ә 1973—1977 һәм 1982—1988 йылдарҙа Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры булып эшләй, унан 1988 йылдың 1 ғинуарынан хаҡлы ялға сыға[2].

Әммә Исмәғил Сәхиулла улы хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә, сөнки уның тәжрибәһе һәм күнекмәләре районға кәрәк була. Күп йылдар Иҫке Собханғол ауыл советында Ветерандар советын етәкләй, һуңынан райондың Ветерандар советы урынбаҫары, Иҫке Собханғол урта мәктәбендә ата-әсәләр комитеты рәйесе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Үҙенең ҡаҙаныштары өсөн Исмәғил Сәхиулла улы Ишбаев 1946 һәм 1997 йылдарҙа «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

1984 йылдың 29 февралендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн ул «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнә.

Шулай уҡ Исмәғил Сәхиулла улының иҫтәлекле даталарға: В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл (8.04.1970 йылдар), 30,40,50,60,65,70 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы бик күп миҙалдары бар.

1963 йылдың 14 июнендә Ишбаев Исмәғил Сәхиулла улы Белорет ҡалаһының иң яҡшы пропагандистар почёты таҡтаһына индерелә һәм КПСС-тың Белорет ҡала комитеты грамотаһы менән бүләкләнә.

КПСС Өлкә комитеты, ВЛКСМ ҮК, партияның район комитеты, район Советы, физик культура һәм спорт буйынса район комитеты, «Таң» район гәзите, «Бөрйән» совхозы, Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең бер нисә тапҡыр Почет грамоталары менән бүләкләнә.

Ишбаев Исмәғил Сәхиулла улы 2019 йылдың 27 декабрендә вафат була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә