Иранда түңкәрелеш (1953)

Иранда түңкәрелеш (1953) — Ирандағы 1953 йылдағы дәүләт түңкәрелеше. Уның һөҙөмтәһендә илдең демократик нигеҙҙә һайланған Иран Милли фронты хөкүмәте ҡолатыла. Ойоштороусылары — Бөйөк Британия һәм АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре[1][2][3][4].

Тәүшарттар

үҙгәртергә

1951 йылдың 15 мартында Иран парламенты — мәжлес илдең быға тиклем Англия капиталы контролдә тотҡан нефть сәнәғәтен дәүләт ҡулына алыу (национализациялау) тураһында ҡанун ҡабул итә. Ил биләмәләрендә нефть эҙләүҙе, артабан уны сығарыуҙы башлап ебәргән инглиз бизнесмены Уильям Д’Арсиҙың Иран өсөн ҡырҡа файҙаһыҙ килешеүенә (концессияһына) нигеҙләнеп, Англия-Иран нефть компанияһы (хәҙер «BP» — «British Petroleum») Ирандың үҙ нефтен табыуҙағы табыштағы өлөшөн түләүҙән ситләшә. Башта американдар һәм инглиздар Иран премьер-министры Мөхәммәт Мосаддыҡ менән һөйләшеүҙәр алып бара, әммә улар бер ниндәй һөҙөмтә лә бирмәй.

1952 йылда Иран Бөйөк Британия менән дипломатик бәйләнештәрен өҙә. Бынан һуң Бөйөк Британия БМО-ның Халыҡ-ара судына, артабан ялыу менән — БМО-ның Именлек Советына мөрәжәғәт итә, әммә Лондондың резолюция проектын ҡабул итеүгә СССР һәм Һиндостан ҡаршы төшә. Быға бәйле Англия-Иран нефть компанияһы Иран нефть продуктарына донъя кимәлендә бойкот ойоштора. Һөҙөмтәлә Иран "ҡара алтын"ын үҙаллы һата алмай. Нефть сығарыуҙың көндәлек күләме 1950 йылдағы 666 мең баррелдән 1952 йылда 20 мең кимәленә төшә. Мосаддыҡ Иран нефтен һатыу буйынса Советтар Союзы менән һөйләшеп ҡарай, әммә ул замандарҙа СССР-ҙың нефть ташыусы көслө танкерҙар флоты булмағанлыҡтан, уның был ниәте аҡланмай.

1953 йылдың 16 апреленә Мосаддыҡты ҡолатыу планы әҙер була. Уның артында АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Фостер Даллес һәм уның Дәүләт департаментына эшкә күптән түгел генә Үҙәк разведка идаралығы — ЦРУ башлығы вазифаһынан күскән урынбаҫары Уолтер Беделл Смит тора. План буйынса американдар Британияның Иранда разведка селтәрен яҡшы ойошторған Йәшерен разведка хеҙмәте — SIS менән берлектә эш итергә тейеш була.

Көнбайыштың махсус хеҙмәттәре Ирандың премьер-министры посына кандидат итеп Мосаддыҡ тарафынан 1951 йылда эске эштәр министры вазифаһынан бушатылған генерал Фазлолла Захедиҙы әҙерләй.

Операция

үҙгәртергә

ЦРУ-ла боронғо грек мифологияһында һүрәтләнгән Троя һуғышында ҡатнашыусы ике персонаж хөрмәтенә операцияға «Аякс» (TP-AJAX) тигән шартлы исем бирелә (Бөйөк Аякс һәм Бәләкәй Аякс). Британияның махсус хеҙмәте SIS-а операция «Boot» тип исемләнә, мәғәнә яғынан «тибеп ебәреү» тигәнде аңлата.

Операция 1953 йылдың авгусында башлана. 11 августа шах Мөхәммәт Реза Пехлеви ҡатыны менән үҙенең Каспий диңгеҙе буйындағы йәйге резиденцияһына китә. Операция Иран шахының Мосаддыҡты премьер посынан бушатыу тураһында ҡарарҙар сығарғандан һуң башланырға тейеш була, әммә улар өс көнгә һуңлай, һәм кемдер Мосаддыҡа указдар тураһында хәбәр итеп өлгәрә. Мосаддыҡ шахтың бойороғон алып килгән уның гвардия башлығын ҡулға ала һәм шахты ҡолатыу буйынса эш башлай. Реза Пехлеви башта Бағдадҡа ҡаса, һуңынан Римдә йәшенә. Радионан шах яҡлы көстәрҙең дәүләт түңкәрелеше яһарға маташыуы тураһында иғлан ителә. Урамдарҙа Ирандың коммунистик «Туде» халыҡ партияһы етәкселегендә күп кеше ҡатнашҡан митингтар ойошторола, уларҙа шахты бәреп төшөрөүгә һәм республика иғлан итеүгә саҡырыуҙар яңғырай. Сит ил эштәре министрлығы дәүләт илселәренә «Иранда шахтың хәкимлек вәкәләттәренә башҡаса эйә булмауы хаҡында» күрһәтмә ебәрә[5]. Фазлолла Захедиҙы тотҡан өсөн бүләк бирелеүе тураһында иғлан ителә.

Әммә барлыҡ хәл-ваҡиғаларҙы тулыһынса контролдә тотоуына ныҡлы ышанған Мосаддыҡ тиҙҙән хаталар ебәрә башлай. Ул полицияға «Туде» партияһы коммунистарына митингтар үткәреүгә юл ҡуймаҫҡа һәм йорттар стеналарындағы шахҡа ҡаршы йөкмәткеле плакаттарҙы алып ташларға бойороҡ бирә. Бынан һуң партияның әүҙем ағзалары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре араһында бәрелештәр башлана. Шулай итеп премьер үҙ яғында булған айырыуса абруйлылаларҙан ҡолаҡ ҡаға.

19 августа ЦРУ агенттары мосолман руханиҙары менән берлектә Тегеранда күп кеше ҡатнашҡан сыуалыштар ойоштора, уларҙа шах яҡлы лозунгылар өҙөп-өҙөп ҡысҡырыла (скандировались). Полиция быларға бер нисек тә ҡыҫылмай. Боласылар почта һәм телеграфҡа бәреп инә, радиостанцияны баҫып алып, Мосаддыҡтың хакимлек итеүҙән ситләштерелеүе тураһында хәбәрҙәр тапшыра башлай. Тиҙҙән шул уҡ радиостанция эфирға Фазлолла Захедиҙың сығышын тапшыра.

Захеди «шахты яратыусы халыҡ һәм уға тоғро армия» исеменән Римдә булған Мөхәммәт Реза Пехлевиға уның тыуған илә ҡайтыуын һорап телеграмма ебәрә.

 
Фазлолла Захеди

Был ваҡытта шахтың гвардейцтары һәм армиялағы уның яҡлылар Тегеран урамдарына бронетехника сығара һәм Мосаддыҡ хөкүмәте яғында тороусыларға һөжүм башлай. Хәрби частар фетнәселәр яғына күсә. Сәғәт 10-да 30 минутта генштаб начальнигы Мосаддыҡҡа армияның башҡаса хөкүмәткә бойһонмауы тураһында хәбәр итә.

19 сәғәткә заговорсылар Мосаддыҡтың быға тиклем танктар утына тотолған йортон баҫып ала. Премьерҙың донъя-мөлкәте талана. Мосаддыҡ һәм уның хөкүмәтенең бер нисә министры ҡулға алына.

Мосаддыҡты Захедиға алып киләләр. Үҙ-ара һөйләшкәндән һуң Захеди ҡолатылған премьерҙы Һаҡ аҫтында зиннәтле һәм бай йыһазлы өйгә ултыртырға, киң мәғлүмәт сараларында уға ҡаршы ғәйеп ташлауҙарҙы туҡтатырға бойороҡ бирә.

22 августа шах тантаналы шарттарҙа Италиянан ҡайтып төшә, хакимлек итеү өсөн власть тулыһынса генерал Фазлолла Захеди хөкүмәтенә бирелә. Уны яҡлаған офицерҙар төрлө наградалар ала. Мосаддыҡ яҡлыларҙың сығыштары хәрбиҙәр тарафынан ҡырҡа туҡтатыла.

Шуның менән «Аякс» операцияһы тамамлана.

Эҙемтәләр

үҙгәртергә

Элекке премьер-министр Мөхәммәт Мосаддыҡ ҡулға алына һәм 1953 йылдың көҙөндә хәрби трибунал тарафынан өс йылға төрмәгә ябыуға хөкөм ителә. Был яза срогын тултырып сыҡҡандан һуң ҡалған бөтә ғүмерен үҙенең поместьеһында һаҡ аҫтында үткәрә.

Мосаддыҡ яҡлы булған сит ил эштәре министры Фатеми ҡулға алына һәм атып үлтерелә.

Захеди премьер-министр вазифаһында бер йыл һәм һигеҙ ай була һәм ғәмәлдә шах тарафынан илдән ҡыуып сығарыла. Хакимлек иткән ваҡытынды, «Аякс» операцияһы планы менән алдан билдәләнгәнсә, шундуҡ (ике көн эсендә) хәрбиҙәргә айлыҡ хеҙмәт хаҡы түләү өсөн 5 миллион доллар аҡса ала. Артабан Америка Ҡушма Штаттары иҡтисади ярҙам итеп — 23 миллион доллар, түләүһеҙ ярҙам йөҙөнән — 45 миллион доллар бирә.

Шах Мөхәммәт Реза Пехлеви 1979 йылда Ислам инҡилабы һөҙөмтәһендә тәхеттән бәреп төшөрөлә.

1953 йылдың 5 декабрендә Бөйөк Британия менән дипломатик бәйләнештәре ҡабат тергеҙелә, ә 1954 йылдың 10 апрелендә Иран нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү өсөн халыҡ-ара консорциум — «Семь сестёр» исемле нефть компанияһын ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы ятҡылыҡтарҙың 40 проценты Англия-Иран нефть компанияһына, тағы ла 40 проценты — Американың биш компанияһына эләгә (Gulf Oil, Socal, Esso, Socony һәм Texaco). Ҡалғандың 14 проценты — Royal Dutch Shell компанияһына, 6 проценты — француз компанияһына тейә. 1954 йылдың сентябрендә консорциум Иран хөкүмәте менән килешеү төҙөй. 1 ноябрҙә Англия-Иран нефть компанияһы «Башҡортостан Республикаһы» — «British Petroleum Company» итеп үҙгәртелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. CLANDESTINE SERVICE HISTORY: OVERTHROW OF PREMIER MOSSADEQ OF IRAN, Mar. 1954: p iii.
  2. Ends of British Imperialism: The Scramble for Empire, Suez, and Decolonization. — I.B.Tauris, 2007. — P. 775 of 1082. — ISBN 9781845113476.
  3. Bryne, Malcolm (18 August 2013). «CIA Admits It Was Behind Iran's Coup». Foreign Policy.
  4. The CIA’s history of the 1953 coup in Iran is made up of the following documents: a historian’s note, a summary introduction, a lengthy narrative account written by Dr. Donald N. Wilber, and, as appendices, five planning documents he attached. James Risen. The CIA in Iran // The New York Times, 18.06.2000
  5. Milani A. The Shah. New York: Palgrave Macmillan, 2011. P. 181
  • Gasiorowski, Mark J. (August 1987). «The 1953 Coup D'etat in Iran». en 10 (3): 261–286.
JSTOR
  • Gasiorowski, Mark J., Editor; Malcolm Byrne (Editor) (2004). Mohammad Mosaddeq and the 1953 Coup in Iran. Syracuse University Press. ISBN 978-0-8156-3018-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә