Ильяс (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ильяс — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәИльяс (бор. йәһ.) ғәр. — бик ныҡ, еңелмәҫ[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәВәлиев Ильяс Иштуған улы (25 ғинуар 1949 йыл) — педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010), Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Халыҡ-ара педагогия академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009), Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1998).
Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы (21 октябрь 1951 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (2009). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған металлургы. Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты (2003). 2‑се дәрәжә Изге Станислав (2002), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2002) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.
Хажин Ильяс Абдулғәни улы (1902 йыл — 1966 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, гвардия ҡыҙылармеецы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945).
Алкин Ильяс Сәйетгәрәй улы (28 ноябрь (11 декабрь) 1895 йыл — 27 октябрь 1937 йыл) — сәйәси эшмәкәр, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Башҡорт революцион комитеты ағзаһы, Башҡорт ғәскәрҙәре штабы начальнигы, Башҡорт АССР-ының хеҙмәт халыҡ комиссары. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы ағзаһы. Профессор (1931). Сәйәси золом ҡорбаны[2][3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИльяс (рус. Ильяска) — Рәсәйҙәге йылға. Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы[4] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡараған йылғаһының уң ярына тамағынан 25 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 37 км.
Ильяс (йыр) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Ильяс (хикәйә) — Лев Толстойҙың башҡорт Ильяс тураһындағы хикәйәһе[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Жертвы политического террора в СССР
- ↑ Биобиблиографический словарь востоковедов — жертв политического террора в советский период
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ Ильяс (Рассказ)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |