Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы

Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы (21 октябрь 1951 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (2009). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған металлургы. Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты (2003). 2‑се дәрәжә Изге Станислав (2002), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2002) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.

Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 октябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-металлург, металлург
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d] (2009)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Ильяс Әхмәт улы Абдрахманов 1951 йылдың 21 октябрендә БАССР-ҙың Учалы районы Бәләкәй Учалы ҡасабаһында (хәҙер Учалы ҡалаһы) тыуған.

1969 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән: 1976 йылдан — цех начачальнигы, 1977 йылдан — лаборатория начальнигы, 1993 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 1998 йылдан — генераль директор. 2010—2011 йылдарҙа «УГМК‑Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең (Учалы) коммерция директоры урынбаҫары. Уның етәкселегендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын комплекслы үҙләштереүҙең берләштерелгән технологиялары индерелә. Бер уйлап табыу авторы.

2002 йылда Халыҡ‑ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институттың Белореттағы филиалын, 2004 йылда Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Учалинский горно-обогатительный комбинат на рубеже XXI века. — Уфа, 2000 (авторҙ.).

Һылтанмалар үҙгәртергә