Зәкирйән

төрки телле халыҡтар араһында ғәрәп һәм фарсы теленән таралған ир-ат исеме

Зәкирйән (Закирйән) — төрки телле халыҡтар араһында ғәрәп һәм фарсы теленән таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Зәкирйән (Закирйән) башҡорт теленә ғәрәп һәм фарсы телдәреннә үҙләштерелгән. «Иҫкә алыусы кеше» мәғәнәһен аңлатыусы Зәкир (Закир) һәм йән һүҙҙәрен ҡушып яһалған ир-ат исеме[1].

  Һәр ғаиләлә борондан исем атауҙың бер системаһы һаҡлана....Уландарҙың исемен атаһыныҡына ярашлы итеү,ҡыҙҙарҙыҡын әсәһенең исеменә йәки кесе туғандарҙыҡын ололарына яңғыраш итеү. Был башҡорттарҙа әле лә киң таралған күренеш[2].  

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминев — (30 ғинуар 1954 йыл) — Башҡортостандың ғалим—этнологы, философия фәндәре кандидаты (2011). Юрист, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны. Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

Закирйән Хан улы Ханов — (7 февраль 1920 йыл — 9 август 1990 йыл) — театр актёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1940 йылдарҙа һәм 1946 йылдан Ҡыйғы колхоз-совхоз театры, 1952—1987 йылдарҙа Сибай драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1971) һәм халыҡ (1978) артисы. Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Лағыр ауылында тыуған.

Хәкимйәнов Зәкирйән Хәкимйән улы (1904 йыл) − 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ылау йөрөтөүсек, һуңынан 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 1-се батареяһы ашнаҡсыһы була. Ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» (икеһе лә 1945 йылда), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1943) миҙалдары менән наградлана.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Зәкирйәнов Әлфәт Мәғсүм улы (7 октябрь 1959 йыл) — әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, педагогия фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы (2012 йыл), Татарстан Фәндәр академияһының Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының әҙәбиәт белеме бүлеге мөдире.

Зәкирйәнов Кәбир Зәкирйән улы — (10 апрель 1931 йыл) — СССР һәм Рәсәй урыҫ теле белгесе, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1979), профессор (1981), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2007), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары белем биреү мәктәбенең отличнигы(1977), РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы(1973), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы(1994, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында кафедра мөдире (1980—1996). 750-гә яҡын ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәренең авторы, Өфө методик берләшмәһе филология советының «Милләт-ара коммуникацияла рус теле һәм әҙәбиәте» секцияһы рәйесе, Башҡорт АССР-ы Үрге Ҡыйғы районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы) Йыланлы ауылында тыуған.

Нәсибуллин Закирйән Һиҙиәт улы (5 август 1925 йыл -) — запастағы офицер, алыҫ йөҙөү штурманы, 1 ранг капитаны.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.

Һылтанмалар

үҙгәртергә