Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы

тел белгесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре
(Зиннур Ураксин битенән йүнәлтелде)

Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы (5 ноябрь 1935 йыл — 3 март 2007 йыл) — башҡорт тел белгесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1976), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР-ҙың (1984) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (1999).

Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Төйлөгән районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 март 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Дуҫлыҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин 1935 йылдың 5 ноябрендә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында (хәҙер Дәүләтҡол ауылы составында) тыуған.

1956 йылда Фёдоровка районы Һәйет башланғыс мәктәбендә уҡыта.

1957 йылдан Ырымбур өлкәһе Аллабирҙе 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта башлай. 19581959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Төйлөгән ҡасабаһында сыҡҡан «Заря коммунизма» гәзитендә бүлек мөдире була.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә ҡала. 1968 йылдан өлкән хеҙмәткәр, декабрҙән сектор мөдире була. 1977 йылда директор урынбаҫары, ә 1988 йылда институт директоры итеп тәғәйенләнә.

1992 йылдан гуманитар фәндәрҙең академик-сәркәтибе, 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы вице-президенты[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғилми эшмәкәрлеге башҡорт теленең лексикографияһына, лексикологияһына, социолингвистикаһына, терминологияһына һәм фразеологияһына бағышланған. Төрлө һүҙлектәр өҫтөндә эшләй[3].

Төрлө төрҙәге һүҙлектәр принциптарын эшләй. 1989 йылда русса-башҡортса фразеологик һүҙлек, 2000 йылда синонимдар һүҙлеге, 2006 йыл башҡорт теленең фразеология һүҙлеге һәм башҡа һүҙлектәрҙе баҫтырып сығара. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген ойоштороусыларының һәм мөхәриррҙәренең береһе. 1996 йылда баҫтырылған башҡортса-русса һәм 2005 йылда сыҡҡан ике томлыҡ русса-башҡортса һүҙлектәрҙең яуаплы сәркәтибе һәм төҙөүселәренең береһе.

1993—1998 йылдарҙа Башҡорт энциклопедияһы ғилми-мөхәририәте баш редакторы һәм рәйесе булып эшләй.

300-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәттәр авторы.

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Беренсе китабы («Сығанаҡтар») 1976 йылда баҫыла.

Зиннур Ураҡсин 2003 йылда башҡорт телендә сыҡҡан «Ҡарат», 2008 йылда баҫылған «Карауанһарай» романдарында башҡорт халҡының кантондар системаһы ваҡытындағы тормошон һүрәтләй. Ул шулай уҡ «Яраларҙы төҙәткәндә..?» повесы, «Әрем әсеһе», «Көрәш»(икеһе лә 2002 йылда башҡорт телендә баҫылған) һәм башҡа йыйынтыҡтар авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (1999)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996)
  • Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984)
  • Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә һәм Фёдоровка районының Һәйет ауылы мәктәбенә уның исеме бирелгән.
  • Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылындағы мәктәпкә, Төйлөгән ҡасабаһындағы һәм Өфөлә йәшәгән йорттарында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һайланма хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Словарь синонимов башкирского языка. — Уфа, 1985.
  • Русско-башкирский фразеологический словарь: 1572 фразеол. оборота. — М., 1989.
  • Краткий русско-башкирский словарь. — Уфа, 1994.
  • Фразеологический словарь башкирского языка. — Уфа, 1996.
  • Горечь полыни: Повесть, рассказы (на башк. яз.). — Уфа, 2002.
  • Русско-башкирский словарь. — Уфа, 2007 (соавт.).
  • Караван-Сарай: роман-хроника, рассказы, миниатюры (пер. с башк. М. Гафурова). Уфа, 2010.[4][5]
  • Башкирская филология: к 70-летию со дня рождения академика АН РБ З. Г. Ураксина. — Уфа, 2005.[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Руководители НИ Башкирская энциклопедия(недоступная ссылка)
  3. Грамматика современного башкирского литературного языка. — М., 1981 (соавт.); Фразеология башкирского языка. — М., 1975; Башҡорт теленең синонимдар һүҙлсге. — Өфө, 1985; Русско-башкирский фразеологический словаръ. — Уфа, 1989; Краткий русско-башкирский словаръ. — Уфа, 1994.
  4. Электронный каталог РГБ
  5. 5,0 5,1 Электронный каталог НБ им. А.-З. Валиди

Һылтанмалар

үҙгәртергә