Һәйет
Һәйет (рус. Саитово) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 307 кеше[1]. Почта индексы — 453295, ОКАТО коды — 80254850002.
Ауыл | |
Һәйет | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (86 %)[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 318 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 307 | 153 | 154 | 49,8 | 50,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Фёдоровка): 38 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ключевка): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 26 км
Урамдары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәҺәйет ауылы Юрматы улусына ҡараған. 1795 йылға 134 кеше 22 йортта йәшәгән. 64 йылдан һуң ихаталар һаны 75-кә, халыҡ 437 кешегә тиклем етә. 1920 йылда 570 кеше 122 йортта йәшәгән.
1842 йылда 278 кешегә ужым игене — 400, яҙғы иген 1304 бот сәселгән. Ауылда 870 ат, 940 һыйыр малы, 21 һарыҡ, 8 баш кәзә булған.
1786 йылда Өфө наместниклығы картаһында Нөгөш йылғаһының ике ярында Ағиҙел йылғаһына ҡойған ерҙә Һәйет исемен йөрөткән ике ауылды табырға мөмкин. Ике ауыл да беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Был урындар — Тамъян халҡы биләмәһе. Бынан тыш, Ағиҙелдең һул яҡ ярында, Һуҡайлы йылғаһы — Ашҡаҙар ҡушылдығы эргәһендә, ауылға әүерелгән Һәйет утары урынлашҡан. Был — юрматыларҙың аҫаба ерҙәре. Бөгөн бында Федоровка районына ҡараған Һәйет ауылы урынлашҡан. Шул уҡ йылғаның уң ярында күп йылдар үткәс, ошо уҡ исемдәге ауыл менән генетик бәйләнеше булған Һәйет ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Хәҙерге ҡасаба Мәләүез районы биләмәһендә урынлашҡан.
Һәйет ауылына (Федоровка районы) нигеҙ һалыусы тураһында документтар юҡ, әммә Нөгөш йылғаһы эргәһендә юҡҡа сыҡҡан ошо уҡ исемдәге ауылдың боронғо тарихы билдәле. Атап әйткәндә, 1737—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнашыусы Тамъян егете Сәйет Алдағолов нигеҙ һала. Ул 1740 йылда карателдәр тарафынан язаға тарттырыла. 1739 йылда был ауыл теркәлгән була. Бында Сәйеттең улы Мостафа йәшәй. Һуңынан Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан был ауылдың Мостафа тип аталыуы тураһында өҙөк-өҙөк мәғлүмәттәр асыҡлана. Бында Е. И. Пугачёв полковнигы Ҡаскын Һамаров тыуған һәм йәшәгән[4]. Ҡасҡын Һамаровтың исем-шәрифе 1761 йылдан уҡ билдәле. Ул ваҡытта Һамаров Тамьян олоҫонда йөҙ башы булып хеҙмәт итә һәм ырыуҙаштары припущинниктарға ерҙәрен ҡуртымға биргәндә уларҙың ышаныслы кешеһе булараҡ сығыш яһай. Ул Яйыҡ йылғаһы буйлап урынлашҡан Ырымбур сик буйы һыҙатында поход старшинаһы вазифаһында хеҙмәт итә. 1771—1773 йылдарҙа Ҡасҡын Һамаров Польшала Бар конфедераттарына ҡаршы 11 башҡорт старшинаһы менән бергә һуғыша һәм 3 меңлек ғәскәрҙең 10-сы башҡорт командаһы башлығы вазифаһын үтәй[5].
Матбуғатта
үҙгәртергәВидеояҙмалар
үҙгәртергә- Һәйет ауылы кешеләре[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Улицы деревни Саитово
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 139 2022 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. Юрматы.— Уфа, 2017. — 154 с./69 стр.: илл.
- ↑ Һәйет ауылы кешеләре
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. Юрматы. — Уфа, 2017. — 154 с.