Зарипов Хәмитйән Камал улы
Зарипов Хәмитйән Камал улы (15 октябрь 1910 йыл — 9 февраль 1990 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының «Еңеү» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Зарипов Хәмитйән Камал улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 15 август 1910 |
Тыуған урыны | Ҡарғалы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 февраль 1990 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХәмитйән Камал улы Зарипов 1910 йылдың 15 октябрендә[1] Ҡарғалы (хәҙер — Саҡмағош районы, Башҡортостан) ауылында тыуа. Белеме — башланғыс.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1932 йылда Саҡмағош районының «Ударник» колхозында башлай. 1938 йылда шул уҡ райондың Ҡарайерек ауыл советы башҡарма комитеты секретары, рәйесе булып эшләй. 1942—1944 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Демобилизацияланғандан һуң, 1944—1950 йылдарҙа, Ҡарайерек ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. 1950 йылдың декабрендә «Ҡыҙыл әләм» колхозы рәйесе итеп һайлана (һуңынан колхоз Маленков исемендәге колхоз тип үҙгәртелә, аҙаҡ — «Еңеү» колхозы була). Йылдан-йыл Х. К. Зарипов етәкләгән колхоз юғары иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшә, дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттары һатыу буйынса республикала алдынғылар иҫәбенә сыға. Ете йыллыҡта (1959—1965) колхозда иген культураларының уңышы ике тапҡырҙан артып, гектарынан 15,7 центнер тәшкил итә. Быға тиклем уңыш гектарынан 7,2 центнер ғына алынған була.
1965 йылда ҡатмарлы һауа-климат шарттарында 6 900 гектар майҙандан колхоз 108 мең центнер иген йыйып ала, шул иҫәптән ярауай бойҙай гектарынан 16,4 центнер уңыш бирә. 1963—1965 йылдарҙа уртаса уңыш гектарынан 13 центнер тәшкил итә, шәкәр сөгөлдөрө — 162 центнер, кукуруздың йәшел массаһы — 245 центнер, көнбағыш — 10 центнер.
Ошо уҡ осорҙа эре мал һаны 950 баштан 2300-гә етә, шул иҫәптән һыйырҙар — 365-тән 690-ға, сусҡалар 950-нән 2100-гә, һарыҡтар — 3350-нән 4000-гә, ҡош-ҡорт 3 000 баштан 5200-гә. Ит етештереү 1,9 тапҡырға арта, һөт етештереү — 2,4, йөн етештереү — 1,5, йомортҡа етештереү 4,4 тапҡырға арта. 1965 йылда колхоздың аҡсалата килеме 1 330 мең һумға етә (1959 йылда 269 500 һум була).
Етештереүҙе арттырған һәм, техниканы юғары һөҙөмтәле итеп ҡулланып, бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген һәм мал аҙығы культуралары әҙерләүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июндәге указы менән X. К. Зариповҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1969 йылда пенсияға сыға.
Хамитйән Камал улы Зарипов 1990 йылдың 9 февралендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Ленин ордены (1966)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1949)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
- миҙалдар
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (1945, 1960).
Хәтер
үҙгәртергәҠарғалы ауылында бер урам уның исемен йөрөтә, Ҡарайерек ауылдарында геройҙың бюсы, «Еңеү» колхоз идараһы бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Зарипов Хәмитйән Камал улы 2020 йыл 3 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2020)
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Зарипов Хәмитйән Камал улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Каргапольцев С. Зарипов Хамитьян Камалович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 10 июль 2016.