Зайцев Григорий Григорьевич

Григорий Григорьевич Зайцев (19101982) — совет хәрби етәксеһе, танк ғәскәрҙәре генерал-майоры. 11-се гвардия армияһы командующийының беренсе урынбаҫары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Григорий Григорьевич Зайцев
Файл:ZaytsevGG.jpg
Тыуған ваҡыты

13 ғинуар 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Орёл (город), Российская империя

Үлгән ваҡыты

19 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны

Ленинград, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

танковые войска

Хеҙмәт итеү йылдары

19321971

Хәрби звание
Генерал-майор
Генерал-майор
Командалыҡ итеү

27-я механизированная дивизия

27-я мотострелковая дивизия

19-я гвардейская механизированная дивизия

Хәрби алыш/һуғыш

Великая Отечественная война

Наградалар һәм премиялар
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡалып:Медаль «XX лет РККА» Ҡалып:Медаль «За оборону Москвы»
Ҡалып:Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» Ҡалып:Медаль «В память 800-летия Москвы»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»

Биографияһы

үҙгәртергә

Зайцев Григорий Григорьевич 1910 йылдың 12 ғинуарында Орёл ҡалаһында тыуған.

1932 йылдан алып Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында, Горький бронетанк мәктәбендә механик-водитель вазифаһында хеҙмәт итә. 1934—1936 йылдарҙа Горький бронетанк мәктәбендә уҡый. 1936 йылдан 1938 йылға тиклем ғәскәрҙәрҙең Приморье төркөмө ғәскәрҙәренең 23-сө механизацияланған бригада составында уҡыу батальоны курсанттарының уҡыу взводы командиры һәм 214-се айырым разведка батальонының рота командиры вазифаһында хеҙмәт итә. 1938 йылдан 1941 йылға тиклем 3-сө айырым танк бригадаһы составында 14-се айырым күнекмә танк батальоны, 214-се һәм 14-се айырым разведка батальондары штабы начальнигы вазифаһында 1-се Айырым Ҡыҙыл Байраҡлы Армия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә[1][2].

1941 йылдың март-октябрь айҙарында — 58-се танк дивизияһы штабының оператив бүлексәһе начальнигы. Һуғыштың тәүге көндәренән алып ошо дивизия составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың октябренән алып декабренә тиклем — 58-се танк дивизияһының штаб начальнигы, 1941 йылдың декабренән 1942 йылдың апреленә тиклем — 58-се танк дивизияһының 116-сы танк полкы командиры. 1941 йылдың октябрендә 58-се танк дивизияһы Мәскәү алыштарына ебәрелә һәм Көнбайыш фронт составына инә, ҡаланы дошман һөжүменән һаҡлап, Мәскәү өсөн алышта Клин-Солнечногорск оборона операцияһында Клинға инеү урындарында оборона ала.

16 — 17 ноябрҙә соединение 16-сы армияның Волоколамск ҡалаһына һөжүмендә ҡатнаша. 1941 йылдың 21 ноябрендә яуҙа яралана[3][4][5]. 1942 йылдан алып Калинин фронты ғәскәрҙәрендә кадрҙар бүлеге начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, 1942 йылдың июленән сентябренә тиклем — 30-сы армияның Автобронетанк идаралығы штабы начальнигы. 1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың июленә тиклем — 30-сы армия ялан идаралығының оператив бүлеге начальнигы ярҙамсыһы. 1943 йылдың июленән 1944 йылдың сентябренә тиклем — Ҡыҙыл Армияның Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре идаралығы бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы[1][2].

1944 йылдан 1947 йылға тиклем РККА-ның И. В. Сталин исемендәге Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһында уҡый. 1947 йылдың сентябренән ноябргә тиклем — Мәскәү хәрби округы Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре штабының хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы. 1947 йылдан алып 1949 йылға тиклем — Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө составындағы (ГСВГ) составындағы 12-се гвардия танк дивизияһының 48-се гвардия танк полкы командиры. 1951 йылдан 1953 йылға тиклем К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһында уҡый. 1953—1955 йылдарҙа — 13-сө гвардия механизацияланған дивизияһы командиры урынбаҫары. 1955 йылдың сентябренән декабренә тиклем — 39-сы гвардия механизацияланған дивизияһы командиры урынбаҫары[1][2].

1955—1957 йылдарҙа — 38-се армия составындағы 27-се механизацияланған дивизия командиры. 1957 йылдан 1958 йылға тиклем — Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө (ГСВГ) составындағы ГВГ составында 27-се мотоуҡсылар дивизияһы командиры. 1958 йылдан 1960 йылға тиклем — 19-сы гвардия механизацияланған дивизияһы командиры. 1960—1962 йылдарҙа — 14-се армия командующийының хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары. 1962 йылдың 19 ғинуарынан 1965 йылдың 24 майына тиклем — Балтик буйы хәрби округы составында 11-се гвардия армияһы командующийының беренсе урынбаҫары. 1965—1971 йылдарҙа Хәрби тыл һәм транспорт академияһында оператив сәнғәттең дөйөм тактикаһы кафедраһы начальнигы вазифаһында педагогик эштә[6][1][2].

1971 йылда запасҡа сыға.

1982 йылдың 19 авгусында Ленинград ҡалаһында вафат була, Серафимовский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Зайцев Григорий Григорьевич. Танковый фронт: 1939—1945. Дата обращения: 2 февраль 2022.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Ҡалып:Книга:Высший командный состав ВС СССР в послевоенный период
  3. Коломиец М. В. 1941. Танки в битве за Москву. — М.: Яуза : Стратегия КМ: Эксмо, 2009. — 160 с. — ISBN 978-5-699-34612-7.
  4. М. Коломиец Битва за Москву / Фронтовая иллюстрация // М.: Изд. «Стратегия КМ», 2002. № 1
  5. Феськов В. И., Калашников К. А., Голиков В. И. Красная Армия в победах и поражениях. Томск, Издательство Томского университета, 2003
  6. Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975). Том 4. Командный состав Сухопутных войск (армейское и дивизионное звенья). Часть первая. — Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2019. — 428 с. — ISBN 978-601-7887-31-5
  7. Зайцев, Григорий Григорьевич. Подвиг народа. Дата обращения: 2 февраль 2022.