Жан Ренуар
Жан Ренуа́р (франц. Jean Renoir; 15 сентябрь 1894 — 12 февраль 1979) — Франция кинорежиссёры, актёр, продюсер, сценарист, рәссам Огюст Ренуараҙың улы, актёр Пьер Ренуарҙың ҡустыһы.
Ренуарҙың «Великая иллюзия» (1937) һәм «Правила игры» (1939) тигән фильмдары бөтә замандарҙың һәм бөтә халыҡтарҙың иң яҡшы кинокартиналары иҫәбенә инә, ә режиссёр үҙе, Sight Sound журналы үткәргән һорашыуҙан асыҡланыуынса, иң яҡшы режиссёрҙар исемлегендә дүртенсе урында тора.
Биографияһы
үҙгәртергәЖан Ренуар 1894 йылдың 15 сентябрендә Парижда, Монмартр биҫтәһендә импрессионист рәссам Огюст Ренуар ғаиләһендә тыуа.
Уҡыуҙы тамамлағас, бакалавр дәрәжәһе алған Жан Ренуар 1914 йылда ғәскәри бурысын үтәй. Венсенда торған драгун полкында сағында запастағы офицерҙар курсында уҡый һәм фронтҡа кесе лейтенант званиеһында эләгә. Унда янбашына етди яра ала, шуға ғүмерлеккә еңелсә аҡһаҡ булып ҡала. 1915 йылда демобилизациялана. Авиацияға бара, махсус әҙерлек үтеп, күҙәтеүсе пилот булып сыға һәм һуғышты лейтенант чинында тамамлай.
Жан йәш ваҡыттан живопись менән шөғөлләнә, шунан керамика менән мауыға, театрҙарға йөрөй, күп уҡый. Кинематографҡа бала саҡтан уҡ ылыға, «Лё пуэн» журналында 1938 йылда был турала ошоларҙы яҙа: «Миңә оҙаҡ ваҡыт буйы көнөнә өсәр тапҡыр киноға йөрөргә тура килде. Был минең көн һайын ете йә һигеҙ фильмды йотоуымды аңлата, аҙна аҙағына улар — иллегә, ай аҙағына ике йөҙгә етә. Кинола эшләү тураһында фекер килмәне. Миңә Францияла ниндәйҙер үҙеңдең әйберҙе ижад итеү мөмкин түгелдер кеүек тойолдо», ләкин төп ролде Мозжухин башҡарған «Костёр пылающий»ҙы ҡарағас, ул фекерен үҙгәртә[14].
Донъя һуғышы тамамланғас, Жан Ренуар атаһының натурщицаһы Катрин Гесслингты осрата һәм 1919 йылда уға өйләнә. Һуңынан ул Жандың күп картиналарында уйнай. 1925 йылдан кино сәнғәте менән шөғөлләнә башлай, «Катрина, или Жизнь без радости» тигән фильмды төшөрөүҙә ҡатнаша, унда ҡатыны тәүге ролен башҡара, һуңыраҡ уны Андре Базен «Ренуарҙың телһеҙ әҫәрҙәренең ысын батшабикәһе» тип атай[15]. 1925 йылдың көҙөндә «Иҫке күгәрсе ояһы» кинотеатрында Ж. Ренуарҙың дуҫы Пьера Лестренге сценарийы буйынса тәүге постановкаһы — «Дочь воды» ҡуйыла. Унда, Жорж Садуль фекеренсә, режиссёр тәбиғәткә, актёрҙарға һәм импрессионизмға яҡын сәнғәтилеккә ҙур иғтибар биргән[14]. Тәүге режиссёрлыҡ тәжрибәһенән һуң Эмиль Золяның «Нана» романын экранлаштырыу кеүек ҙур эшкә тотона(1926). Яҙыусының ҡыҙы Леблон-Золяның ризалығын алып, ә ул сценарийҙың мөхәррире була, Ренуар төп нөсхәнән бер аҙ тайпыла (персонаждар һаны ҡыҫҡартыла, сюжет үҙгәреңкерәй).
Францияла һәм Германияла төшөрөлгән фильм миллион франкҡа төшә — ул заман өсөн бик ҙур сумма, ләкин финанс йәһәтенән прокатлаусылар хатаһы арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа дусар була[14]. Телһеҙ кинематографтағы эшкә йомғаҡ яһап, Ренуар былай ти: «Мин бер генә фильм төшөрҙөм — „Нана“; ҡалғаны — спорт һәм коммерция». Үҙе өлөшләтә финанслаған фильмдың уңышһыҙлығы режиссёрҙы коммерция картиналары, башлыса костюмлы тарихи мелодрамалар төшөрөүгә күсергә мәжбүр итә. Улар араһында: «Маркитта» (1927) — бер Үҙәк Европа иле принцының романтик мажаралары тураһында; «Турнир» (1928) — Каркасонда төшөрөлгән тарихи реконструкция; «Колонии» (1929) — француз хөкүмәте заказы буйынса Алжирҙы баҫып алыуҙың 100 йыллығына арналған фильм; «Лодырь» (1928—1929), Америка стилендәге комедия. Ренуар ул саҡта шундай фекер әйтә: «Ритм бөтәһенән өҫтәрәк. Мин уны монтажда түгел, ә актёр уйынында күрәм».
Был фильмдар араһында ижади уңыш та була: 1928 йылда Андерсендың әкиәте буйынса «Шырпы тотҡан ҡыҙ»ҙы ҡуя. Фильм «Иҫке күгәрсен ояһы» театрының сарҙағында төшөрөлә, ул кинопавильон итеп ҡоролған була. П. Лепроон әйтеүенсә, был шиғри һәм уйлап сығарыуҙарға бай фильм була, ул Ж. Ренуарҙың оло режиссёрлыҡ талантын тулы кимәлендә аса. Андре Базен фильм тураһында маҡтау һүҙҙәре яҙа: «Ренуарҙың трюклы съёмкаларға илаһи ҡыҙыҡһыныусанлығы, был феерик күренештәр тыуҙырған хисле тиерлек кинәнесе, — бына ошо ул фильмға хас поэтиклыҡтың Андерсен әкиәтенән дә нығыраҡ булған сығанағы».
Кинола тауыш индерелеүе режиссёр алдында бығаса күрелмәгән мөмкинлектәр аса. Ренуар Ля Фушардьер романы буйынса «Сука» (1931) фильмын төшөрә. Был картинала Ренуар һуңынан «поэтик реализм» тип аталған стилгә яҡынлаша. Режиссёр ижадында тәүләп уның бөтә эштәренә лә хас стилистик билдәгә әйләнгән «тәрән» кадрҙар барлыҡҡа килә.
Һуңыраҡ Ренуар былай ти: "Минең бәхетһеҙлеккә күрә, "Сука"ны аяҡҡа баҫтырыр өсөн үтергә тура килгән көрәш минең бик һыйышмаҫ кеше тигән данымды таратты, шуның өсөн был фильмдан һуң миңә эш табыу биу ауыр булды. Мин ара-тирә бик мөсһөҙ фильмдар төшөрөп, нисек етте, шулай йәшәнем, Марсель Паньоль миңә «Тони»ҙы төшөрөү мөмкинлеге биргәнсе шулай булды". Һуғышҡа тиклемге осорҙа тағы өс әһәмиәтле картина төшөрә: «Великая иллюзия» (1937), «Человек-зверь» (1938) һәм «Правила игры» (1939)".
Һуғыш йылдарында Ренуар АҠШ-та фильмдар төшөрә.
1951 йылда Ренуар «Золотая карета» картинаһын сығара, ул Проспер Мерименың «Карета святых даров» пьесаһы буйынса экранлаштырыла. Төп ролде Анна Маньяни уйнай. Жорж Садуль фекеренсә, был картина әллә ни шәп булмай. «Һрҡланғыс Маньяни ҙа, төҫтө нескә тойоу ҙа, итальян халыҡ комедияһынан алынған алымдар ҙа, ентекле мизансценалар ҙа Ренуар тыуҙырған, әммә Мерименың үткер теленән мәхрүм булған дивертисментты Ренуарҙың элекке постановкалары кимәленә күтәреү өсөн етә алманы»[16].
Был уңышһыҙлыҡтан һуң Ренуар ике йылға режиссёрлыҡ эшенән мәхрүм йөрөй. 1954 йылдың йәйендә Ренуар сценарист Анре Поль Антуан сюжеты буйынса «Французский канкан» фильмын төшөрөргә әҙерлек эштәрен башлай.
Француз тәнҡитсеһе Жак Лурсель фекеренсә, Ренуарҙың 50-се йылдарҙағы «Золотая карета», «Французский канкан» һәм «Елена и мужчины» тигән өс картинаһы трилогияға оҡшаш берлек хасил итә, унда режиссёр өс төрлө тамашаға ихтирам күрһәтә: итальян дель арте комедияһына, кафешантанға һәм марионеткалар театрына[17].
1960 йылдан Ренуар Беркли университетында (АҠШ) режиссура уҡыта. Оскар премияһы тантанаһында 1975 йылда тулайым ижады өсөн почётлы премия менән бүләкләнә. Режиссёр өсөн (ул ҡаты ауырып ята) награданы Ингрид Бергман ала.
Фильмография
үҙгәртергәТелһеҙ фильмдары (Франция)
үҙгәртергәЙыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1924 | ф | Катрина, или Жизнь без радости | Catherine ou Une vie sans Joie | |
1925 | ф | Дочь воды | La Fille de l’eau | |
1926 | ф | Нана | Nana | |
1927 | ф | Чарльстон | Sur un air de charleston | |
1927 | ф | Маркитта | Marquitta | |
1928 | ф | Лодырь (фильм) | Tire-au-flanc | |
1928 | ф | Маленькая продавщица спичек | La Petite Marchande d’allumettes | |
1928 | ф | Турнир | Le Toirnoi | |
1929 | ф | Блед | Le Bled |
Тауышлы фильмдары (Франция)
үҙгәртергәЙыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1931 | ф | Ребёнку дают слабительное | On purge bébé | |
1931 | ф | Сука | La Chienne | |
1932 | ф | Ночь на перекрёстке | La Nuit du Carrefour | |
1932 | ф | Будю, спасённый из воды | Boudu Sauvé des Eaux | |
1932 | ф | Шотар и Компания | Chotard et Cie | |
1933 | ф | Мадам Бовари | Madame Bovary | |
1935 | ф | Тони | Toni | |
1936 | ф | Преступление господина Ланжа | Le Crime de Monsieur Lange | |
1936 | ф | На дне | Les Bas-fonds (по пьесе М. Горького) | |
1936 | ф | Жизнь принадлежит нам | La vie est a nous | |
1936 | ф | Загородная прогулка | Une partie de campagne | |
1937 | ф | Великая иллюзия | La Grande Illusion | режиссёр, сценарист |
1938 | ф | Марсельеза | La Marseillaise | |
1938 | ф | Человек-зверь | La Bête Humaine | |
1939 | ф | Правила игры | La Règle de Jeu |
АҠШ-та төшөрөлгән фильмдары
үҙгәртергәЙыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1941 | ф | Стоячая вода | The Swamp Water | |
1943 | ф | Эта земля моя | This Land Is Mine | |
1945 | ф | Южанин | The Southerner | |
1946 | ф | Дневник горничной | The Diary of a Chambermaid | |
1947 | ф | Женщина на пляже | The Woman on the Beach |
АҠШ-тан ҡайтҡас төшөрөлгән фильмдары
үҙгәртергәЙыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1950 | ф | Река | The River | |
1952 | ф | Золотая карета | Le Carrosse d’or | |
1954 | ф | Французский канкан | French Can Can | |
1956 | ф | Елена и мужчины | Elena et les hommes | |
1959 | ф | Завещание доктора Корделье | Le Testament du Docteur Cordelier | |
1959 | ф | Завтрак на траве | Le Dejeuner sur l’herbe | |
1962 | ф | Пришпиленный капрал | Le Caporal epingle |
Наградалары
үҙгәртергәЙыл | Һөҙөмтә | Награда | Номинация | Получатель | |||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Оскар | |||||||
1946 | Номинант | Оскар | Иң яҡшы режиссура | Южанин | |||
1975 | Почётлы Оскар | Кино сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөш өсөн | Жан Ренуар | ||||
Берлин кинофестивале | |||||||
1962 | Номинант | Золотой медведь | Пришпиленный капрал | ||||
Бодил | |||||||
1966 | Лауреат | Бодил | Иң яҡшы Европа фильмы | Человек-зверь | |||
АҠШ Милли кино тәнҡитселәре советы | |||||||
1945 | Лауреат | NBR Award | Иң яҡшы режиссура | Южанин | |||
National Society of Film Critics Awards, USA 2008 йыл 23 апрель архивланған. | |||||||
1975 | Лауреат | Special Award | Жан Ренуар | ||||
Prix Louis Delluc 2008 йыл 5 февраль архивланған. | |||||||
1936 | Лауреат | Prix Louis Delluc | На дне | ||||
Венеция кинофестивале | |||||||
1937 | Лауреат | Best Overall Artistic Contribution | Великая иллюзия | ||||
Номинант | Mussolini Cup 2008 йыл 10 ғинуар архивланған. | Великая иллюзия | |||||
1939 | Номинант | Mussolini Cup 2008 йыл 10 ғинуар архивланған. | Человек-зверь | ||||
1946 | Лауреат | Иң яҡшы художестволы фильм өсөн халыҡ-ара кино тәнҡитселәре жюрийы премияһы | Южанин | ||||
1951 | Лауреат | Best Overall Artistic Contribution | Великая иллюзия | ||||
Лауреат | Халыҡ-ара-премия | Река | |||||
Walk of Fame 2008 йыл 23 апрель архивланған. | |||||||
Лауреат | Star on the Walk of Fame | Жан Ренуар |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 https://www.moma.org/artists/26657 (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118599747 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Jean Renoir // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Ренуар Жан // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ http://blogs.indiewire.com/peterbogdanovich/the-jean-renoir-file-part-2-20150220
- ↑ http://lareviewofbooks.org/essay/remembering-orson-welles
- ↑ http://www.salon.com/2013/08/10/the_last_piece_orson_welles_ever_wrote_partner/
- ↑ http://www.cineressources.net/repertoires/archives/fonds.php?id=renoir
- ↑ http://www.moma.org/collection/works/107702
- ↑ https://id.lib.harvard.edu/alma/99156570870703941/catalog (ингл.) — Harvard University.
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/94e9cbd6-1f2d-4701-9bf6-ae1f42af3be8 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Садуль, Ж. Глава LVIII Французское кино 1925—1929 годов // Том 4. Часть 2. Голливуд. Конец немого кино, 1919—1929. — М.: Искусство, 1982. — С. 281—341. — 557 с.
- ↑ Базен, Андре. Немые фильмы // Жан Ренуар / Предисл. Жана Ренуара. Введ. Франсуа Трюффо. — М.: Музей кино, 1995. — С. 7—11. — 191 с. — ISBN 5-88395-012-4.
- ↑ Садуль Ж. История киноискусства. От его зарождения до наших дней. Перевод с французского издания М. К. Левиной. Редакция, предисловие и примечания Г. А. Авенариуса. — М.: Иностранная литература, 1957. — С. 395. — 464 с.
- ↑ Лурсель, Ж. Elena et les hommes Елена и мужчины // Авторская энциклопедия фильмов. В 2-х томах. — СПб.-М.: Rosebud Publishing, 2009. — Т. I. — С. 481.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Авенариус Г. А. Жан Ренуар. — М.: Госкиноиздат, 1938. — 71 с.
- Базен, Андре. Жан Ренуар / Предисл. Жана Ренуара. Введ. Франсуа Трюффо. — М.: Музей кино, 1995. — 191 с. — ISBN 5-88395-012-4 : 15.
- Бергман, Ингрид; [ Бёрджесс, Алан ]. Моя жизнь / Послесловие В. С. Соловьёва. М.: Радуга, 1988. — 493 с.: илл. — ISBN 0-440-14085-4, ISBN 5-05-002299-1.
- Жан Ренуар. Моя жизнь и мои фильмы. — М.: Искусство, 1981. — 240 с.
- Жан Ренуар: Статьи, интервью, воспоминания, сценарии / Составитель И. И. Лищинский. — М.: Искусство, 1972. — 256 с.
- Мусский И. А. 100 великих зарубежных фильмов. — М.: Вече, 2008. — 480 с. — ISBN 978-5-9533-2750-3.
- Лепроон, Пьер. Современные французские кинорежиссёры. — М.: Издательство иностранной литературы, 1960. — 844 с.
- Садуль, Жорж. История киноискусства. От его зарождения до наших дней. Перевод с французского издания М. К. Левиной. Редакция, предисловие и примечания Г. А. Авенариуса. — М.: Иностранная литература, 1957. — 464 с.
- Тёплиц, Ежи. История киноискусства. — М.: Прогресс, 1971. — Т. 2. 1928—1933. — 282 с.
- Уэллс об Уэллсе / . М.: , 1990. Сост., комментарий, перевод Н. Цыркун. — М.: Радуга, 1990. — 448 с. — ISBN 5-05-002579-6.
- Bertin, Célia. Jean Renoir, a Life in Pictures. — Baltimore: Johns Hopkins University Press, 1991. — P. 403. — ISBN 978-0-8018-4184-2.
- Jean Renoir, Bert Cardullo. Jean Renoir: interviews (англ.). Univ. Press of Mississippi (2005). Дата обращения 18 октября 2010.
- Phillips A., Vincendeau G. A Companion to Jean Renoir. — John Wiley & Sons, 2013. — 616 p.
Һылтанмалар
үҙгәртергәГидеон Бахманн. Беседа с Жаном Ренуаром. Перевод интервью, материал журнала «Сеанс»