1-се Ҡыҙылъяр (Беренсе Әржән) — Пермь крайының Барҙы районындағы тарихи башҡорт ауылы, Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Почта индексы — 618160, ОКАТО коды — 57204825001.

Ауыл
1-се Ҡыҙылъяр (Беренсе Әржән)
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°53′48″ с. ш. 55°36′08″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Этнохороним

әржәнләр

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 050

ОКТМО коды

57 604 425 101

ГКГН номеры

0347250

1-се Ҡыҙылъяр (Беренсе Әржән) (Рәсәй)
1-се Ҡыҙылъяр (Беренсе Әржән)
1-се Ҡыҙылъяр (Беренсе Әржән)
1-се Ҡыҙылъяр (Пермь крайы)
1-се Ҡыҙылъяр (Беренсе Әржән)

Ауыл район үҙәге Барҙа ауылынан яҡынса 3 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 1354 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 631 ир һәм 723 ҡатын[1].

2005 йылда ауылда 1276 кеше йәшәгән[2].

2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 1223 кеше иҫәпләнгән[3].

Яҙма сығанаҡтарҙа ауыл 1730 йылдарҙан алып иҫкә алына башлай[3]. Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ғәйнә ырыуы вәкилдәре[3].
1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 297 ир һәм 287 ҡатын-ҡыҙ затынан аҫаба башҡорт йәшәгән[4]. Ул йылда ауылда Мөстәҡимовтар, Рысаевтар, Зябаловтар, Вәлитовтар, Абдуловтар, Ғәбдрәшитовтар, Ильясовтар, Уразаевтар, Раҡаевтар, Юлдашевтар, Зювановтар, Ярыкаевтар, Әбүбәкировтар, Ғәбдүшевтар, Ранғоловтар, Сәлимовтар, Якуповтар, Смакаевтар ғаиләләре йәшәгән[4].
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

1856 йылда ауылға Ҡыҙылъяр ауылынан 60 ғаилә иҫәпкә алына[4]. 1859 йылда ауылдың 261 йортонда 741 ир һәм 743 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған[4].

Ауылда 1810 йылдан бирле эшләп килгән мәсет һәм уның эргәһендәге мәктәп булған[4].

1869 йылда ауылда 990 кеше, ә 1926 йылда 1519 кеше йәшәгән[3].

1924 йылдың 27 февраленән 1926 йылдың 4 ноябренә тиклем 1-се Ҡыҙылъяр ауылы 43,8 мең халҡы булған Сарапул округының Краснояр районының үҙәге булған (районда йәшәүселәрҙең күпселеге башҡорттар булған)[3]. Аҙаҡтан Барҙа районы барлыҡҡа килеү сәбәпле район үҙәге Барҙа ауылына күскән[3].

1930 йылда ауылда «Ҡызыл ҡырчы» («Красный полевод») колхозы ойошторолған[3]. 1950 йылда колхоз эреләтелгән һәм уға В. И. Ленин исеме бирелгән[3].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  2. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Бардымский район, Краснояр 1(недоступная ссылка)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә