Гуджарат теле

(Гуджарати битенән йүнәлтелде)

Гуджара́ти[3], йәки гуджара́т теле[4] (ગુજરાતી, gujarātī) — гуджаратцтар теле, һинд-европа тел ғаиләһенең көньяҡ-көнсығыш һинд-ари төркөмсәһе телдәренең береһе. Һиндостандың 23 рәсми теленең береһе, илдең көнбайыш өлөшөндә таралған. Гуджуарат штатының рәсми теле.

Гуджарат теле
гудж. ગુજરાતી
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан[1]
Барлыҡҡа килгән Гуджарат[d], Даман и Диу[d], Махараштра[d] һәм Раджастхан[d]
Тел төрҙәре SOV[d]
Имеет грамматический род мужской род[d], женский род[d] һәм средний род[d]
Яҙыу гуджарати[d]
Телдә һөйләшеүселәр 56 400 000 кеше (2019)[2]
Ethnologue каталогында тел статусы 2 Төбәк[d]
Карта распространения
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу G.
Викимедиа проекттарында тел коды gu
 Гуджарат теле Викимилектә

Территорияһы һәм һаны

үҙгәртергә
 
Илдең көнбайыш өлөшөндә таралған

Хәҙерге ваҡытта гуджарати теле кәм тигәндә 45 млн кешенең тыуған теле тип һанала (2002), шуларҙың 42,8 млн тирәһе Гуджарат штатында, тағы 2,3 млн күрше Махараштра штатында йәшәй. Шулай уҡ бер аҙ кеше Танзанияла (250 мең), Угандала (150 мең), Кенияла (50 мең), Пакистанда (100 мең), Сәғүд Ғәрәбстанында, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Бөйөк Британияла, Америка Ҡушма Штаттарында һәм тағы ҡайһы бер башҡа илдәрҙә был телдә һөйләшә.

Гәҙәттә, гуджаратиның өс тарихи формаһын айыралар:

  1. Иҫке гуджарати (Гуджар Бхакха) — 1100—1500 йылдар тирәһе. Был тел гуджаратиның ғына түгел, хәҙерге раджастхан теленең дә ата-бабалары[5].
  2. Уртаҡ гуджарати — 1500—1800 йылдар тирәһендә, раджастханинан айырыла. Бер нисә фонетик үҙгәрештәр хас: i, u тауыштары, ə тауышы асыҡ ижегендә үҫешкән; дифтонгиялар əi, əu ɛ һәм ɔ башлыҡта үҙгәрә һәм o — икенсе ижектәрҙә. Дифтонг əũ — ɔ̃ үҫешкән баш ижегендә һәм ű — аҙаҡҡы ижектә[6]. Граматик яҡтан да бер нисә үҙгәреш була.
  3. Хәҙерге гуджарати (1800 алып беҙҙең көндәргә тиклем), ҙур булмаған грамматик һәм фонетик үҙгәрештәр характерлы. XIX быуаттың икенсе өлөшөндә әҙәбиәт теле һалына, 1866 йылда гуджаратила беренсе роман барлыҡҡа килә: Karaṇ Ghelo (Нандашанкар Мехта).
 
Гуджаратила яҙыу өлгөһө.

Ҡағиҙә булараҡ, графикаһы нигеҙендә яҙыу өсөн гуджаратилар гуджарати яҙыуҙарын ҡулланылар, диванагрия менән тығыҙ тыуғанлыҡта урынлашҡан. Визуаль, күренеп торған айырма булып гуджаратила, ә деванагариға хас, өҫкө горизонталь һыҙыҡ булмауында, (мәҫәлән, ગ «г»өсөн, ग айырмалы).

Лингвистика характеристикаһы

үҙгәртергә

Фонологик мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Морфология

үҙгәртергә

телдең морфологик төрө

үҙгәртергә

Структура төрҙәре буйынса гуджарати хинди һәм маратхи араһында урынлашҡан, беренсе аналитик формалары киң таралған исем менән һәм ҡылым һәм универсаль һүҙ үҙгәртеүгә тартыла, ә икенсеһе — бындай һыҙыҡтар менән, фонологик һуҙынҡылар оҙон булмауы, үртаҡ зат һәм башҡаларын һаҡлаған. Шул уҡ ваҡҡытта исем һүҙүҙгәртеүҙәр тенденцияһы менән агглютатив төрө буйынса гуджарати көнсығыш индоарий телдәрен хәтерләтә.

Синтаксис

үҙгәртергә

Гуджарат лексикаһының өлкән өлөшө йәки санскритҡа, йәки үртаҡ индоарий теленә яҡынлаша, унда ваҡыт менән санскрит үҫешкән. Санскрит лексикаһы телгә төрлө ваҡытта инә; һүҙҙәрҙең күбеһен гуджуратилар ваҡыт менән элекке мәғәнәләренә алмаштыралар.

Көнбайыш Һиндостанында мосолмандар оҙаҡ булыу ярҙамында, гуджаратиға персид һәм араб телдәренән күп һүҙҙәр инә. Һүҙҙәрҙең күбеһе ул ваҡыттарҙан гуджурати теленә әйләнә, нисек граматик яҡтан шулай уҡ фонетик яҡтан да үҙгәрә. Миҫалдар булып ошо һүҙҙәр була алалар: kharāb (насар), tājũ (саф), bāju (яҡ), nasīb (уңыш), śaher (ҡала), medān (тигеҙлек), natījо (һөҙөмтә).

Һуңыраҡ үҙ эсенә инглиз лексикаһын индерә, конкрет йөрөтөүселәренән тора, сөнки гуджарати йөрөтөүселәре һәм икенсе һинди телдәренең йөрөтөүселәре йыш ҡына һөйләшеүгә инглиз һүҙҙәрен һәм аңлатмаларҙы, хатта ҡайһы берҙә һөйләмдәрҙе лә ҡулланалар.[7]

Инглиз теленән алынған һуҙҙәр яңыраҡ ҡына килгәнгә, улар әҙерәк грамматик үҙгәрештәрен ала. Иң таралған инглинизомдары: bâṅk (банк), phon (телефон), ṭebal (өҫтәл), bas (автобус), dôkṭar (табип), āis krīm (туңдырма), ṭren (поезд) һәм башҡалар.

Португаль теле, икенсе һинди телдәренә ҡарағанда гуджаратиға әҙерәк тәьҫир итә. Быға ҡарамаҫтан телдә португальарҙан алынған һүҙҙәр бар һәм уларҙың күбеһе алдағы һүҙҙәргә оҡшаған: sābu (порт. sabão — һабын), tamāku (порт. tabaco — тәмәке), pāũ (порт. pão — икмәк), baṭāko (порт. batata — кәртүк), anānas (порт. ananás — ананас), kobī (порт. couve — кәбеҫтә).[8]

Диалектар түраһында мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Гуджарати, күршеләш хинди һәм маратхи телдәренә ҡарағанда үҙенең бер төрлөлөгө менән айырыла [9].

Вадодар һәм Ахмадабада райондарының Гуджарат диалектары әҙәбиәт теленең нигеҙенә ята. Унан 3 диалект төркөмсөләре тайпылалар:
  • көньяҡ (Сурата районы);
  • төньяҡ (Патана районы);
  • катхиявари (Катхиявар ярымутрауы).

Төньяҡ яҡтарында күбеһенсә араб телдәренән һәм фарси телдәренән алынған һүҙҙәр күренә, әммә көньяҡ яҡтарында инглиз һәм португалия телдәренән алыныуҙар күберәк ҡулланыла.

Гуджаратиға яҡын телдәр: бхили, кхандеши (кхандеши) һәм саураштри.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ScriptSource - India
  2. Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
  3. М. В. Зарва. Русское словесное ударение.Словарь нарицательных имён. — Москва: ЭНАС, 2001.
  4. Русский орфографический словарь Российской академии наук / В. В. Лопатин. — 2001—2007.
  5. Dalby 1998, p. 237
  6. Cardona & Suthar 2003, p. 661
  7. Masica 1991, pp. 49-50
  8. Masica 1991, p. 73
  9. Савельева, 1965, с. 8

Библиография

үҙгәртергә
  • Савельева Людмила Васильевна. Язык гуджарати. — М.: Наука, 1965. — 69 с.
  • Гуджарати-русский словарь. В. В. Мамаева, под ред. Л. В. Савельевой. Москва, 1990.
  • Cardona G. A Gujarati reference grammar. Phil., [1965].
  • Mehta B.N. The modern Gujarati-English dictionary. Baroda, 1925.
  • Trivedī K.P. Gujarātī bhāṣānum̃ bṛhad vyākaraṇ. Bombay, 1919.

Һылтанмалар

үҙгәртергә