Губкин Иван Михайлович

Иван Михайлович Губкин (9 [21] сентябрь 1871, Поздняково, Муром өйәҙе, Владимир губернаһы, Рәсәй империяһы — 21 апрель, 1939 йыл, Мәскәү, РСФСР, СССР) — совет нефть геологы. СССР Фёндёр академияһы академигы(1929), СССР Фәндәр академияһы академигы (1936), CCCP фәндәр академияһының Әзербайжан филиалы рәйесе (1936—1939)[4].В.И. Ленин исемендәге премия лауреаты (1931). 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советының депутаты (1937).

Губкин Иван Михайлович
1937-Gubkin.jpg
И. М. Губкин в 1937 году
Тыуған көнө:

9 (21) сентябрь 1871

Тыуған урыны:

с. Поздняково, Муромский уезд, Владимирская губерния, Российская империя

Вафат булыу көнө:

21 апрель 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1][2][3] (67 йәш)

Вафат булған урыны:

Москва, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Russia.svg Рәсәй республикаһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР

Ғилми өлкәһе:

геология нефти

Эшләгән урыны:

Геолком, АН СССР

Ғилми исеме:

академик АН СССР

Уҡыу йорто:

Петербургский горный институт

Награда һәм премиялары


| style="background:transparent" | Ленин ордены || Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены | | style="background:transparent" || ZDNT RSFSR.jpg || Премия имени В. И. Ленина (1931)

|

БиографияһыҮҙгәртергә

9 (21) сентябрь 1871 йылда Муром өйәҙе Владимир губернаһы (хәҙерге Новгород өлкәһе) Поздняково ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[5]. Олатаһы Волга йылғаһында бурлак булған, ә атаһы йылына 7-8-шәр ай балыҡ тотоусылар артелендә эшләгән. Ғаиләләге 5 баланан тик Иван ғына уҡый-яҙырға өйрәнә алған[6].

БелемеҮҙгәртергә

 
Студентлыҡ осоро, 1908

1880 йылда ауыл мәктәбендә уҡый башлай, ә 1887 йылдың авгусында земство иҫәбенә Киржач уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә, 1890 йылда уны дипломһыҙ тамамлай: бер уҡыусыға эпиграмма яҙған өсөн училищенан справка менән сыға. Жайский тигән ауылда уҡытыусы булып эшләй башлай, 1892 йылда Карачарово ауылына күсерелә[7].

Ул 1895 йылдың авгусында Санкт-Петербургҡа уҡыуын дауам итеү өсөн китә. Уҡытыусылар институтына үҙ иҫәбенә уҡырға инә. Ул (көн дә 3-4 сәғәт) Петербург архивында, Император Ирекле иҡтисади йәмғиәтендә грамоталыҡ комитетында эшләй. 1898 йылдың майында институтты тамамлай[6].

1903—1910 йылдарҙа Санкт-Петербург Тау институтында уҡыйг, 40 йәшенда уны тик бишле билдәләре менән тамамлай[8]. Уны исеме институттың мәрмәр таҡтаһына яҙыла.

Тау институты студенты булған осорҙа уның практикала башҡарған эштәре:

  • 1908 йылда Майкоп нефть ятҡылығында геологик съемка үткәрә,
  • 1909 йылда Геология комитеты (Геолком) Майкоп нефть ятҡылығында геологик тикшеренеүҙәрҙе дауам итә, шунан Кубань нефть районында, Анапа-Темрюк районында һәм Тамань ярымутрауында эшләй. Был биләмәләрҙе өйрәнеү 1912 йылға тиклем дауам итә.

Фәнни эшеҮҙгәртергә

1913 йылда Геология комитетының адъюнкт-геологы итеп һайлана. 1913—1917 йылдарҙа Әзербайжанда Апшерон ярымутрауын тикшерә. Ул төҙөгән геологик маршрут Сумгаит, геологик маршрут Учтапа, Коун, Перекишкюль, Аджикабул райондары, Кабристан көтөүлектәр аша үтә)[6]. Әзербайжан батҡаҡ вулкандарын һәм Төньяҡ Кавказ нефть ятҡылыҡтарын өйрәнә.

Геолком хеҙмәткәре булараҡ, 1917 й.— 1918 йылдың март айына тиклем Ваҡытлы хөкүмәттең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡушыуы буйынса АҠШ-та нефть ятҡылыҡтарын өйрәнеү өсөн командировкала була. Командировка тураһында отчет бирмәй[9].

 
Академик таныҡлығы,
1932 йыл

1929 йылдың 12 ғинуарында И. М. Губкин СССР Фәндәр академияһыының физика-математика фәндәре бүлеге академигы итеп һайлана («техник фәндәр»). Был ваҡытта уның 36 баҫма эше һәм отчёты була. Ҡыҙыл академиктар һайлау «Фәндәр академияһы эше менән бәйләнеш һәм уның эшен күҙәтеү комиссияһы»[10] контроле аҫтында бара, фәнде советтарса ҡороу репрессиялар[11] аша бара. Уны һайлау «СССР Фәндәр академияһындағы һайлауҙарға йәшерен ҡыҫылыу тураһындағы ВКП(б)-ның Союздаш Республикалар, крайкомдар һәм өлкә комитетарына директива» (1928) булышлыҡ иткән тигән фараз йәшәй[12].

1929 йылдың майында тау эштәре бүлеге начальнигы Ф. Н. Курбатов Башҡортостанда (Стәрлетамаҡ тирәһендә) нефть эҙләү буйынса башҡарылған эштәргә анализ яһап, Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Башҡортостан совнархозы ГИНИ (Государственный исследовательский нефтяной институт) һәм Геология комитетына Башҡортостанда нефть разведкалауҙы һорап хат яҙа[13] .

1929 йылдың йәйендә Башҡортостан хөкүмәте үтенесен академик И. М. Губкин хуплай һәм нефть институты Ишембай тарафтарына өс геологик партия ебәрә, шуларҙың береһенә геолог А. А. Блохин етәкселек итә. 1932 йылда Ишембай ауылы янындағы бер скважинанан көслө нефть фонтаны атылыу Башҡортостандың нефть табыу һәм эшкәртеү төбәгенә әйләнеүенең тәүге билдәһе була.

Уҡытыусы эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Уҡытыусылар семинарияһынан һуң 1890 йылдан алып, Земство менән килешеү буйынса Муром өйәҙе ауылдарында уҡытыусы булып биш йыл эшләй.

Уҡытыусылар институтын тамамлағандан һуң, тағы ла биш йыл (1898 йылдың май айынан алып) Санкт-Петербург ҡала училищеларында уҡыта[6].

Мәскәү тау академияһында 1920 йылдан профессор, 1922 йылдан ректор була.

1930 йылдан Мәскәү нефть институтының геология һәм нефть ятҡылыҡтары кафедраһы мөдире.

Нефть тураһында тәғлимәтҮҙгәртергә

1921 йылда Петроградта К. П. Калицкий беренсе «Нефть геологияһы» тигән илдәге тәүге китапты баҫтыра[14].

И 1932 йылда М. Губкиндың "Нефть тураһында тәғлимәт"тигән китабы сыға — «нефть тураһындағы тәғлимәттең төп мәсьәләләре»[15]. Унда А. И. Косыгиндың[16] «Төп нефть ятҡылыҡтарын разведка алымдары», ә геофизик А. И. Заборовский дың «Элемент разведка геофизикаһы ысулы» бүлеге бар.

Уның икенсе, тулыландырылған баҫмаһы, 1937 йылдың 11 апрелендә нәшриәткә тапшырыла.[17]. А. С. Великовский ҡайһы бер сит ил ятҡылыҡтары, Н. Ф. Седых — нефть эшкәртеү тураһында бүлектәр яҙа. И. М. Губкин нефтең биоген юл менән барлыҡҡа килеү фекерен яҡлай:

«Мы полагаем, что нефтеобразование, начавшись с разложения жиров в биогенном или до его погребения, продолжалось и после его погребения при активном содействии анаэробных бактерий во весь период диагенетического изменения породы»[18].

И. М. Губкиндың нефть барлыҡҡа килеү тәғлимәте һәм теорияһы СССР-ҙан тыш билдәһеҙ ҡала, уның китабы сит телдәргә тәржемә ителмәй[19].

Ойоштороу эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

5 йыл дауамында (1919—1924) һәүерташ сәнәғәте етәксеһе була (Главсланец комитеты рәйесе), ә һуңынан һәүерташ сәнәғәте идаралығы директоры .

1920 йылдан менән Курск магнит аномалияһын өйрәнеү буйынса айырым комиссия башында тора, ә һуңыраҡ Хеҙмәт һәм оборона советы янындағы Курск аномалияһы буйынса күҙәтеүсе совет етәксеһе була.

1921—1929 йылдарҙа ул СССР Госпланы ағзаһы.

1929 йылда СССР фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана (яңы 10 коммунист-академик һайлана). 1930 йылдан СССР Фәндәр академияһының Етештереүсе көстәрҙе өйрәнеү буйынса советы рәйесе (СОПС) булып китә, ә бығаса эшләгән Етештереүсе көстәрҙе өйрәнеү буйынса комиссияны тарата (КЕПС 1915—1929), үҙ отчётында ул былай тип яҙа:

Необходимость более полного научного и научно-технического вооружения при атаке на позиции окончательно недобитого капиталистического строя заставила наше правительство и партию привлечь многочисленные научно-исследовательские учреждения страны к подведению научно-технического базиса под революционную работу преобразования страны на новых социалистических началах. Старая Академия Наук оказалась застигнутой врасплох.[20]

1931 йылдан НКТП Баш геология идаралығы начальнигы була (Союзгеологоразведка).

1934 йылда СССР Фәндәр академияһының ҡаҙылма яғыулыҡ институтын ойоштора, 1939 йылға тиклем уның директоры була.

1936 йылда СССР-ҙың төрлө ойошмаларында И. М. Губкин юбилейҙары үтә (уға 65 йәш тула, ә «ғилми эшмәкәрлегенә 40 йыл»)[21][22].

1936 йылдың 29 декабрендә СССР Фәндәр академияһы президиумнда ике вице-президент вакансияһы артыуы (техник фәндәр бүлеге ойошторола) сәбәпле был вазифаларға сессияла академиктар И. М. Губкин һәм Э. В. Брицке[23] һайлана.

1937 йылдың ноябрендә (12 декабрҙә һайлана) Баҡы ҡалаһы буйынса СССР Юғары советына депутат итеп һайлана.

Иван Михайлович Губкин 1939 йылдың 21 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. 23 апрель уны Новодевичье зыяратында[24] ерләйҙәр.

Ойошмалар ағзаһыҮҙгәртергә

ҒаиләҮҙгәртергә

Беренсе ҡатын — Калиновская Нина Павловна дин әһеле ҡыҙы булған. Был Кубань ҡыҙы менән ул 1897 йылда Санкт-Петербургта танышҡан.

  • Улы — Сергей (1898—1955) — совет металл өйрәнеү өлкәһе ғалимы, БССР фәндәр академияһы академигы, йәш сағында аҡ армияла хеҙмәт итә, 1921 йылға тиклем —эмигрант.
  • Ҡыҙы — Галина (1910-19??) — лётчик.

Икенсе ҡатыны— Боярская Варвара Ивановна (1895-19??) — Ялтанан, 1914 йылда Петроградта танышҡандар.

НаградаларыҮҙгәртергә

  • 1931 — Ленин премияһы — нефть геология буйынса ғилми хеҙмәттәре өсөн.
  • 1937 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
  • 1937 — Ленин ордены — «сәнәғәт нефть өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн, беренсе биш йыллыҡты үтәү айҡанлы», № 36[25].
  • 1939— Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены — кадрҙар әҙерләүгә иғтибарлы һәм хәстәрлекле мөнәсәбәте өсөн[26].

Иҫтәлекле урындарҮҙгәртергә

И. М. Губкин исеменә бәйле

Мәскәү:

  • Оло Калуга урамы, 14 .
  • 1927—1939 — Кесе Гнездниковский переулок (икенсе нумерация буйына — Переулок леонтьевская дом № 25/10, стр. 2. кв 14). Ул йәшәгән 10- се һанлы йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған[27].

ХәтерҮҙгәртергә

И М.Губкин хөрмәтенә ҡушылған исемдәр:

И. М. Губкин һәйкәлдәре ҡуйылған урындар:

ТәнҡитҮҙгәртергә

 
И. м. Губкиндың сығышы, 1937 йыл

И. М. Губкиндың гениаллеге тураһында миф 1940—1950 йылдар башында ВАСХНИЛ-дың сессияһынан (1948) һуң тарала башлай. Ул Т. Д. Лысенконан да алда ғалимдарҙы эҙәрлекләй башлай.[28][29]. Геология Художнигы Белоусов В. В. (1907—1990) аҫтыртын эш-хәл һәм ҡурҡыныс янау хаҡында хәтерләй. И. М. Губкин был «ҡурҡыныс утыҙынсы йылдарҙа»[30]:

«Иван Михайлович Губкин был грозой для геологов, особенно тех, кто занимался нефтью. Он постоянно искал вокруг себя вредителей, выступал с пугающими обвинительными речами и, если кого-либо он считал не таким, как нужно, автор этих идей да и его ближайшие коллеги попадали в опалу, и их карьере мог прийти к ееонец. Могло быть и хуже».

«Совет геологияһы» журналында (мөхәррире И. М. Губкин)[31] геолог-разведчиктарҙың Бөтә союз кәңәшмәһе тураһында 1938 йылдың апрелендә яҙылған:

«В своём выступлении на этом совещании тов. Каганович с исключительной силой вскрыл все недостатки геологической службы, последствия вредительства, врагов народа — троцкистско-бухаринских шпионов и диверсантов, и наметил конкретные пути ликвидации последствий этого вредительства и задачи советских геологов на ряд лет вперёд».

И. В М. Губкин сығыштары ғалимдарҙың яҙмышын хәл итә алған. Мәҫәлән, «Сталинсы өсөнсө биш йыллыҡты тормошҡа ашырыу өсөн» (СССР фәндәр академияһы хәбәрҙәре)[32] ул шулай яҙған:

«Троцкистско-бухаринские мерзавцы пытались подорвать советскую науку, пытались поставить барьер между наукой и конкретными задачами социалистического строительства и кое в чём успели основательно напакостить. Железная рука пролетарского правосудия уничтожила этих фашистских агентов».

Уның ғалимдар яҙмышына йоғонто яһаған гәзит мәҡәләләре:

  • Губкин И. М. Сорвать строительство нефтяной промышленности вредителям не удалось // Известия. 1930. № 324. 25 ноября.
  • Губкин И. М. О так называемом академике Лузине // Правда. 1936. 15 июля. С. 4.
  • Комаров В. Л., Кржижановский Г. М. Губкин И. М. и др. Шайке фашистских бандитов не должно быть пощады // Известия. 1938. 12 марта. С. 2.

1940 йылда уның эшмәкәрлегенә түбәндәге баһа бирелә[33]:

«Иван Михайлович неизменно воспитывал и пробуждал в своих учениках чувства великой любви и преданности к нашей великой родине и к вождю народов — товарищу Сталину. Все свои силы и жизнь отдал он на борьбу за дело построения социализма, на борьбу за великое дело Ленина — Сталина и в этой борьбе и работе он преждевременно сгорел. Славные большевистские дела и яркая жизнь большевика, учёного академика Ивана Михайловича Губкина будут служить примером для всех нас, его учеников и товарищей по работе, как надо жить, работать и бороться за великое дело Ленина — Сталина, за коммунизм».

И. М. Губкин эшмәкәрлеге арҡаһында иң күп зыян күргән ғалимдар:

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Губкин Иван Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Bibliothèque nationale de France Ivan Goubkine // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Brozović D., Ladan T. Ivan Mihajlovič Gubkin // Hrvatska enciklopedija (хорв.)LZMK, 1999. — 9272 с. — ISBN 978-953-6036-31-8
  4. Губкин Иван Михайлович на сайте gubkin.ru
  5. Губкин, Иван Михайлович в БРЭ, 1 издание.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Академики — депутаты Верховного Совета СССР: Иван Михайлович Губкин // Вестник АН СССР. 1937. № 12. С. 53-57.
  7. Чернов Г. И. Здание бывш. сельской Карачаровской школы… // Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Владимирская область. Вып. 68. — М., 1978. — С. 129.
  8. Губкин Иван Михайлович. Биографическая справка, Архив РАН.
  9. Хотя несколько раз планировал его написать: Губкин И. М. Предварительный отчёт по командировке в США // Бюллетень ВСНХ. 1918. № 2. С. 18.
  10. Решение Политбюро ЦК ВКП(б), ноябрь 1925 г. о создании Комиссии «для связи и наблюдения за работой Академии наук»
  11. Галкин А. И. Внедрение в Академию наук СССР // Академик Иван Михайлович Губкин: мифы и действительность (1871—1939). Ухта: Мемориал, 2009. С. 106—108
  12. Директива ЦК ВКП(б) ЦК Союзных Республик, крайкомам и обкомам партии о негласном вмешательстве в кампанию по выборам в АН СССР. 1928.
  13. История геологоразведки в Башкортостане (ХХ — начало XXI вв.)
  14. Калицкий К. П. Геология нефти: Лекции, читанные в Петроградском горном институте. — Пг., 1921. — 224 с.

    (Рецензия Обручев В. А. // Горное дело, 1921, Т. 2, № 4/5. — С. 239.)
  15. Губкин И. М. Учение о нефти. — М.; Л.: ОНТИ НТКП СССР, Государственное научно-техническое нефтяное издательство, 1932. — 443 с. — Тираж 7150 экз.
  16. А. И. Косыгин — геолог-нефтяник, отец геолога Ю. А. Косыгина.
  17. Губкин И. М. Учение о нефти. Учебник для нефтяных втузов. / 2-е изд. — М.; Л.: ОНТИ НТКП СССР, Главная редакция горно-топливной и геолого-разведочной литературы, 1937. 459 с. Подписано к печати 23 октября 1937 г. Тираж 2000 экз.
  18. Губкин И. М. Учение о нефти. Учебник для нефтяных втузов. / 2-е изд. — М.; Л.: ОНТИ НТКП СССР, Главная редакция горно-топливной и геолого-разведочной литературы, 1937. — C. 458.
  19. Вассоевич Н. Б. О взглядах И. М. Губкина на происхождение нефти // Материалы по советской нефтяной геологии: Сборник статей, посвящ. 90-летию со дня рождения И. М. Губкина. — М.: Госгеолтехиздат, 1963. — С. 5-37.
  20. Губкин И. М. Основные задачи и организационные формы совета по изучению производительных сил СССР // Вестник АН СССР. 1931. № 3. Стлб. 8.
  21. Академик Иван Михайлович Губкин: (к 65-летию со дня рождения и 40-летию научной деятельности) // Минеральное сырьё. 1936. № 10. С. 58-59.
  22. Иван Михайлович Губкин: (к 40-летию учёной деятельности) // Проблемы советской геологии. 1936. Т. 6. № 10. С. 843—845.
  23. К итогам Декабрьской сессии Академии Наук СССР // Вестник АН СССР. 1937. № 1. С. 20.
  24. Похороны И. М. Губкина // Правда. 1939. 24 апр.; Известия. 1939. 24 апр.
  25. «Среди известных лиц, получивших знаки ордена Ленина с первыми номерами, можно назвать вице-президента АН СССР Г. М. Кржижановского (знак № 15), основателя советской школы нефтяной геологии И. М. Губкина (знак № 36), советского государственного деятеля Н. А. Булганина (знак № 38), советского государственного и политического деятеля С. М. Кирова (знак № 52)» (Мир наград, 2016).
  26. Калашникова Л. А. Академик И. М. Губкин — Глава советской школы геологов-нефтяников. Электронный журнал «Георесурсы, геоэнергетика, геополитика». № 1 (13), 2016. 48 c. УДК 551.9
  27. Губкин И. М. в Московской энциклопедии Лица Москвы Архивная копия от 5 октябрь 2016 на Wayback Machine
  28. Галкин А. И. Академик И. М. Губкин — Учёный? // История наук о земле. М.: ИИЕТ РАН, 2007. С. 76-83.
  29. Нестерова Е. Аркадий Галкин: «этой книгой я пытаюсь покончить с культом Губкина» // Ухта. 2009. 12 декабря. С. 12.
  30. Иван Михайлович Губкин // Владимир Владимирович Белоусов. М.: ОИФЗ РАН: Кн. дом. Университет, 1999. С. 254—255.
  31. Советская геология. 1938. № 11. Редактор И. М. Губкин.
  32. Губкин И. М. За осуществление третьей сталинской пятилетки // Известия АН СССР. Серия геологическая. — 1939. — № 2. — С. 3—6.
  33. Блохин A.А., Баренцев М. И., Воеводский М. В., Громов B. И., Ефименко П. П., Жуков М. М., Замятиин C.Н., Земляков Б. Ф., Мирчинк Г. Ф., Пустовалов Ф. И., Рейнгард А. Л., Серебровский П. В., Сукачёв В. Н., Тугаринов А. Я., Эдельгитейн Я. С., Яковлев С. А. Памяти академика Ивана Михайловича Губкина // Бюллетень Комиссии по изучению четвертичного периода. 1940. № 6/7. C. 9-16.
  34. За творческое развитие советской передовой нефтяной геологической науки // Нефтяное хозяйство. 1951. № 9. С. 1-5.
  35. Иван Николаевич Стрижов — Музей ГУЛАГа
  36. Губкин И. М. Сорвать строительство нефтяной промышленности вредителям не удалось // Известия. № 324. 25 ноября 1930
  37. Губкин И. М. Доверие народа — высшая награда: Автобиография Депутата Верховного Совета СССР. Москва : Соцэкгиз, 1938. 48 с.
  38. Губкин И. М. О так называемом академике Лузине // Правда. 1936. 15 июля. С. 4.
  39. Вялов О. С. Всё, что я знаю о Д. И. Мушкетове, замечательном учёном, выдающемся организаторе и педагоге: Воспоминания к 1ОО-летию со дня рождения. 1985. С. 11-15.
  40. Репрессированные геологи. 1999. С. 219—220

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә