Мәскәү тау академияһы

Мәскәү тау академияһы (рус. Московская горная академия) — тау инженерҙары әҙерләү өсөн РСФСР Мәғарифы Халыҡ комиссарҙары (Наркомпрос) тарафынан ойшторолған юғары уҡыу йорто. Геологик разведка, разведка геофизикаһы, нефтсе, шахтер һәм металлург һөнәре буйынса белгестәр әҙерләнгән. РСФСР-ҙа беренсе юғары тау мәктәбе[1][2]. Артабан был бинала Мәскәү дәүләт тау университеты урынлаша.

Мәскәү тау академияһы
Нигеҙләү датаһы 1918
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы МГА
Ректор Артемьев, Дмитрий Николаевич[d] һәм Губкин Иван Михайлович
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 СССР
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Московской горной академии[d]
Карта
 Мәскәү тау академияһы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Варшава политехника институтының элеккеге тау факультетының деканы Дмитрий Николаевич Артемьев Тау академияһын асыу инициаторы була.

Д. Н. Артемьев, Г. В. Ключанский, Н. М. Федоровский, М. К. Циглер һәм Я. Я. Энслен кеүек танылған ғалимдар ойоштороу комиссияһында була. Улар геология һәм тау эше өлкәһендә танылған белгестәр, улар артабан Академия уҡытусылары, кафедра мөдирҙәре булып эшләгәндәр. Комиссия Академия өсөн бирелгән Ҙур Калуга урамындағы, 14 йорт[3] (хәҙерге Ленин проспекты, 6), элекке мещан училищеһы бинаһын йыһазландырыу, уҡытыусыларҙы эшкә алыу, уҡытыу планын эшләү, студенттар ҡабул итеү эше менән шөғөлләнгән.

Абитуриенттар аратында кисәге мәктәп уҡыусылары ла, заводтарҙа, шахталарҙа хеҙмәт иткән кешеләр ҙә булған. Әҙерлек курстары ла ойошторола. 1922 йылда әҙерлек курстары урынына рабфак эшләй башлай.

 
Мәскәү тау академияһы, 1924 йылғы бланк

Түбән Новгород политехника институтының тау факультеты нигеҙендә академияны асыу тураһында декретҡа 1918 йылдың 4 сентябрендә ҡул ҡуйыла.[4][5] 1919 йылдың 12 ғинуарында Мәскәү тау академияһының тантаналы асышы була,[6] инеш һүҙ менән танылған геолог һәм яҙыусы, академик Владимир Афанасьевич Обручев сығыш яһай. Ул академияла 1920-1929 йылдарҙа уҡыта. Бина Наркомпрос ҡарамағында була.[7]

1921 йылдың сентябренә ярашлы академияның тау секцияһы өс факультеттан торған: тау мәғдәне, геологоразведка һәм металлургия. 1921 йылдан Академия дүрт йыллыҡ уҡыуға күсә.[8]

1922 йылда Мәскәү тау академияһы ректоры итеп Иван Михайлович Губкин һайлана.[9] Диплом проекттарын яҡлау беренсе тапкыр 1923 йылда була.[10] Доцент Евгений Владимирович Милановский Баҡсаһарай районында академия студенттары менән беренсе геологик практика үткәрә.

1924 йылда Нефтсе геологтарҙың беренсе сығарылышы була, улар араһында М.М. Чарыгин, С. М. Ильинский, в. М. Барышев, А. Ю. Коган кеүек билдәре геологтар бар.

1929 йылдың декабрендә, академияны ойоштороуға 10 йыл тулыу уңайынан Иосиф Виссарионович Сталин исеме бирелә. 1929 йылда өс яңы факультет була: нефть, торф (1922 йылда асылған Мәскәү торф институты нигеҙендә) һәм төҫлө металдар.[11]

Академияның ғилми хеҙмәттәре «Вестнике МГА» гәзитендә баҫыла.[12].

Халыҡ хужалығының юғары Советының (ВСНХ) 1930 йылдың 17 апрелендәге 1238-се бойороғо нигеҙендә Мәскәү тау академияһе тарҡатыла, ә уның нигеҙендә алты яңы, автоном институттар асыла: [13]:

  • Мәскәүдәүләт геология институты
  • Мәскәү тау институты
  • Мәскәү нефть институты
  • Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институты
  • Мәскәү ҡорос (ҡара металдар) институты
  • Мәскәү торф инрституты

1930 йылдың 22 апрелендә ликвидация-ойоштороу комиссияһы Мәскәү тау институты Мәскәү тау академияһының вариҫы тип билдәләй. 2018 йылда Мәскәү тау институтында Мәскәү тау академияһының 100 йыллығы билдәләп үтелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Иван Иванович Жуков. Фадеев. — Мол. гвардия, 1989-01-01. — 380 с. — ISBN 9785235003668.
  2. Ugol'. — 1979-01-01. — 840 с.
  3. Вся Москва. Адресная и справочная книга на 1927 год. Отдел 2. Общесправочный отдел. — Directmedia, 2013-03-17. — 504 с. — ISBN 9785445820284.
  4. Вестник высшей школы. — Высшая школа, 1966-01-01. — 1204 с.
  5. Russian S.F.S.R. Декретий советской власти. — 1964-01-01. — 692 с.
  6. Степан Максимович Лисичкин. Очерки развития нефтедобывающей промышленности СССР.. — Изд-во Академии наук СССР, 1958-01-01. — 438 с.
  7. Известия Академии педагогических наук РСФСР.. — Изд-во Академии, 1959-01-01. — 328 с.
  8. Известия высших учебных заведений: Геология и разведка. — Московский ордена Трудового Красного Знамени геологоразведочный ин-т им. Серго Орджоникидзе, 2008-01-01. — 88 с.
  9. История создания и развития Московского геологоразведоч -ного института имени Серго Орджоникидзе (1918-2008 гг.). elibrary.ru. Дата обращения: 30 ноябрь 2016.
  10. Ilya V. Shalimov. Предыстория. sbmg.geol.msu.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2016. Архивировано из оригинала 22 апрель 2017 года. 2017 йыл 22 апрель архивланған.
  11. Борис Арсеньев. Неисчерпаемая Якиманка. В центре Москвы – в сердцевине истории. — Litres, 2014-04-17. — 637 с. — ISBN 9785457589872.
  12. Контрибутион то тхе хисторий оф геологикал сциенцес. — Изд-во Академии наук СССР, 1973-01-01. — 646 с.
  13. Вестник Дальневосточного отделения Российской академии наук. — Президиум ДВО РАН, 2009-01-01. — 996 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә