Гринберг Регина Михайловна
Гринберг Регина Михайловна (1 март 1927 йыл — 11 июль 2005 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры. Иваново йәштәр театрына нигеҙ һалыусы һәм уның художество етәксеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002), «Аҡ ҡоҙғон» премияһына эйә булыусы (2003).
Гринберг Регина Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 март 1927 |
Тыуған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 11 июль 2005 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Иваново, Рәсәй |
Һөнәр төрө | драматург-режиссёр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРегина Михайловна (Моисеевна) Гринберг 1927 йылдың 1 мартында Украинаның Киев ҡалаһында тыуған
1936 йылда ғаилә Анапаға, ә 1937 йылда Мәскәүгә күсенә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында атаһы фронтҡа китә һәм 1942 йылда һәләк була, ә әсәһе балалар менән Ташкентҡа күсә, улар артабан Ҡазанға китә. Регина Гринберг 1944 йылда имтихандарҙы экстерн юлы менән тапшырып, Ҡазандан Мәскәүгә китә һәм Мәскәү дәүләт университеты-ның иҡтисад факультетына уҡырға инә, уны 1949 йылда яҡшы билдәләренә тамамлай. Башта ул сценарий факультетына уҡырға инә, әммә йәше бәләкәй булыуы арҡаһында имтихандар биреү рөхсәт ителмәй. МДУ-ла уҡыған сағында студенттарҙың үҙешмәкәр сәнғәтенә ылыға, унда артист, режиссёр һәм сценарист булараҡ үҙен һынап ҡарай.
Университетты тамамлағандан һуң Иваново ҡалаһына күсеп килә һәм йәмәғәт туҡланыуы техникумында сәйәси иҡтисадтан уҡыта башлай, бер үк ваҡытта техникумдың драма коллективы менән етәкселек итә. Әммә уҡытыу эшмәкәрлеге менән оҙаҡ шөғөлләнмәй — ул тулыһынса театр менән мауыға һәм уны ҡалала Йәштәр театры идеяһы арбай. 1957 йылдың 2 мартында коллектив советы булдырыла[1], Регина Гринберг һәүәҫкәр йәштәр театрының етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Уның театр коллективына юғары уҡыу йорттарының студенттары, Иваново фабрикаһы эшселәре инә. 1958 йылда А.Галичтың «Походный марш» пьесаһы буйынса тәүге спектаклдең премьераһы үтә.
Режиссёр-ҡуйыусы
үҙгәртергә- 1958 — А.Галич пьесаһы буйынса «Походный марш»
- 1960 — «Два цвета», А.Зак һәм И. Кузнецов пьесаһы буйынса
- 1960 — «Водевили А. П. Чехова» («Сельские эскулапы», «Предложение»)
- 1961 — «Заводские ребята», И. Шур пьесаһы буйынса.
- 1962 — «В. Маяковский. Лирика и сатира», «Е. Евтушенко» әҙәби концерттар
- 1962 — «Баня», В.Маяковский пьесаһы буйынса
- 1964 — «Современная баллада», О. Стукалов пьесаһы буйынса, әҙәби концерт «Молодые современники» (А.Вознесенский, Е.Евтушенко, Б. Ахмадулина, Р. Рождественский һ.б.)
- 1965 — «Реквием», Р.Рождественский поэмаһы буйынса
- 1966 — шиғри тамаша «Парабола», А. Вознесенский әҫәрҙәре буйынса
- 1968 — «Строгая любовь»,Я. Смеляков поэмаһы буйынса, «Человек, похожий на самого себя» («Михаил Светлов») З.Паперный пьесаһы буйынса
- 1969 — «Оза», А.Вознесенскиы поэмаһы, М. Горькийҙың «Были и сказки» әҫәре буйынса
- 1971 — «Торжественный реквием» («Алексей Лебедев»), «Замок надежды», Б.Окуджава әҫәрҙәре буйынса
- 1973 — «Памяти друга», «Владимир Маяковский. Спектакль-плакат» сатирик шиғырҙар буйынса
- 1975 — «Николай Майоров», «Елена Ширман»
- 1978 — «Мозаика» А.Вознесенский әҫәрҙәре буйынса
- 1982 — «Настал черед» М. Цветаева әҫәрҙәре буйынса
- 1983 — «Первые шаги» В. Высоцкоий әҫәрҙәре буйынса
- 1985 — «Мы вращаем землю» В. Высоцкий әҫәрҙәре буйынса
- 1993 — моноспектакль «Одноместный трамвай» А. Володин әҫәрҙәре буйынса
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Шестидесятники
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Афанасьев А. И. Регина. Театр нашей молодости / А. И. Афанасьев. — Иваново: Иван. гос. ун-т, 2007. С.316.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А души невесомы… Настанет их черёд!(о режиссёре Р. М. Гринберг)
- Роман Трахтенберг. Встречи, которые не состоялись
- Александров С. Книга о Регине /Российская газета. Верхняя Волга № 4627 от 2 апреля 2008 г.
- Ностальгия по настоящему(недоступная ссылка)
- История нелюбви
- Воспоминания о Регине Гринберг
- Память о выдающемся человеке