Грек ашамлыҡтары (грек. Ελληνική Κουζίνα) — Грецияның традицион аш- һыуы. Типик урта диңгеҙ аш-һыуы булып тора һәм Францияның көньяғы, Италия, Балҡан аш-һыуҙары менән күп оҡшашлыҡтары бар.

Грек салаты
Мезе — ябай грек ашамлығы
Пахлава

Аш-һыуҙарына күҙәтеү

үҙгәртергә

Гректарҙың туҡланыуының боронғо һәм хас элементы булып зәйтүн майы тора, ул бөтә тиерлек ризыҡтарға ла ҡушыла. Ул зәйтүн ағасы емештәренән әҙерләнә. Һуңғы ваҡытта төп бөртөклөләрҙән Грецияла бойҙай һәм арпа киң ҡулланыла. Иң популяр йәшелсәләр: помидор, баклажан, картуф, йәшел фасоль, бамия, борос , һуған. Бал Грецияла башлыса сәскәнән — татлы емеш-еләк һәм цитрус ағастарынан (лимон, әфлисун). Шулай уҡ ҡарағай һәм ҡанүлән балы ҡулланыла. Мастика Эгей диңгеҙенең Хиос утрауында үҫтерелә.

Үлән һәм тәмләткестәр грек аш-һыуында башҡа урта диңгеҙ аш-һыуҙарына ҡарағанда күпкә йышыраҡ ҡулланыла. Ҡағиҙә булараҡ, был орегано, бөтнөк, һарымһаҡ, һуған, укроп, тоҙ һәм лавр япраҡтары. Башҡа популяр тәмләткестәр — базилик, ҡанүлән һәм укроп орлоҡтары. Күп грек рецептарында, айырыуса илдең төньяҡ райондарына, «татлы» тәмләткестәр ит менән бергә ҡулланыла. Мәҫәлән: дәрсен йәки ҡәнәфер. Грек ризығы бөтнөктө һәм мөшкәт сәтләүеген йыш ҡулланыуы менән характерлана. Блюдо өсөн иң киң таралған башҡа ингредиенттар — һарыҡ, сусҡа ите, Мессинияла үҫтерелгән зәйтүн, фета сыры, виноград япраҡтары, цуккини һәм йогурт. Десертта бал һәм сәтләүектәр өҫтөнлөк итә.

Грек аш-һыуының айырылып торған үҙенсәлеге — зәйтүн майының күплеге. Ул барлыҡ ризыҡтарға ла ҡушыла һәм хуш еҫле тәмләткес булараҡ ҡына түгел, аҙыҡты термик эшкәртеү ваҡытында ла ҡулланыла. Тағы бер алыштырғыһыҙ компонент булып лимон тора.

Сыр — гректарҙың айырым ғорурлығы. Грецияла 50-нән кәм булмаған сорттар етештерелә (һәр төбәктең үҙенең үҙенсәлекле рецебы). Гректар сырҙы донъяла иң күп ҡулланыусылар — бер йылға йән башына 25 килограмдан ашыу. Иң популяр сорттар «Фета»: тап ул данлыҡлы «грек салатын» әҙерләгәндә ҡулланыла. Грецияла был салат «хориатики» (ауылса) тип атала.

Грецияла ит тә популяр. Сусҡа ите, һарыҡ ите һәм кәзә ите өҫтөнлөк итә. Мусака — иң билдәле ашамлыҡтарҙың береһе, ул ит, шулай уҡ Греция өсөн ғәҙәти булған йәшелсә ҡушып әҙерләнә. Пастицио — гректар яратҡан икенсе ризыҡ. Балыҡ, моллюскылар һәм башҡа диңгеҙ продукттары бик популяр.

Грецияның рельеф үҙенсәлектәре арҡаһында, эре мөгөҙлө мал үрсетеү уларға уңайһыҙ булғас, кәзә һәм һарыҡ ите йыш ҡулланыла. Шулай уҡ балыҡ ашамлыҡтары, бигерәк тә яр буйы райондарында һәм утрауҙарҙа киң таралған, Грек аш-һыуы сырҙарҙы: фета, гравьера, мецовон, кефалотири, касери, манури һ. б. төрҙәрен күп ҡуллана.

Боронғо замандарҙа креокакавос популяр булған — ҡанүлән, һеркәнән һәм балдан торған әсе-татлы соус аҫтындағы сусҡа ите һарымһаҡлы борсаҡ гарниры менән бергә бирелә

Типик грек ризығы ябай, хуш еҫле һәм матур. Күп аш-һыуҙарында грек тарихының йоғонтоһо сағыла. Әммә бөтә грек аш-һыуҙарының калейдоскобы йыш ҡына туристар өсөн сер булып ҡала.

Мөһим ризыҡтары

үҙгәртергә

Еңел ашамлыҡтары

үҙгәртергә
  • Дзадзики
  • Сувлаки
  • Мезе
  • Грек салаты
  • Тарамасалат
  • Хортарике (40 үләндән ашамлыҡ)

Соустары

үҙгәртергә
  • Скордалия
  • Дзадзики
  • Авголемоно
  • Спартан сумары (ҡара ҡандан шыйыҡ аш)
  • Фасолада
  • Какавья
  • Магирица
  • Ревифья

Төп ашамлыҡтары

үҙгәртергә

Десерттары

үҙгәртергә
  • Меломакарона
  • Лукумадес

Әһәмиәтле эсемлектәре

үҙгәртергә
  • Метакса
  • Узо
  • Рецина
  • Мавродафни

Һылтанмалар

үҙгәртергә