Мусака
Мусака (грек. μουσακάς; молд. musaca; әрм. մուսատկա("мусатка"); төр. musakka; көн. слав. мусака/musaka; ғәр. musaqqaʿa) — Балҡан һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә баклажандан әҙерләнгән аш-һыу.
Һүрәтләү
үҙгәртергәГрек мусакаһы киләһе ҡатламдарҙан тора: түбәнге ҡатлам — баклажан менән зәйтүн майы, урта ҡатлам — һарыҡ ите менән помидор, һәм өҫкө ҡатламында бешамель соусы. Шулай уҡ мусакаға таш ҡабаҡ, картуф йәки бәшмәк өҫтәргә мөмкин.
Ғәрәп илдәрендә мусака тип помидор, баклажандан әҙерләнгән һалҡын салатты аңлайҙар. Сербия, босний һәм румын халҡында мусаканы әҙерләгәндә, баклажан урынына помидор һалалар.
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәМусака өсөн төп аҙыҡ — баклажан. Уны йыуып, түңәрәкләп ҡырҡып, әсеһе сыҡһын өсөн, төҙ һибәләр. Мусака вегетарианса булмаһа, һарыҡ ите өҫтәлә. Итте йыуып, ит үткәргес аша үткәрәләр. Башҡа компоненттарҙы (һуған, кишер, болғар боросо һ. б.) таҙартып, рецепт буйынса, йышыраҡ түңәрәкләп, ҡырҡалар.
Этимология
үҙгәртергәМусака һүҙе ғәрәпсә musaqqa` («һыуытылған», saqqaʿa — һыуытырға ҡылымынан) тигәнде аңлата, башҡа телдәргә грек теле аша ингән.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
үҙгәртергә2000 йылда грек режиссёры Панос Коутрас «Нападение гигантской мусаки» фантастик фильмын төшөргән.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Похлёбкин, Вильям Васильевич. Национальные кухни наших народов. — Центрполиграф, 1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мусака по-гречески 2011 йыл 22 май архивланған.
- Мусака по-молдавски 2006 йыл 2 март архивланған.
- Мусака по-турецки 2011 йыл 22 май архивланған.
- Мусака классический рецепт 2014 йыл 1 апрель архивланған.