Сусҡа ите
Сусҡа ите — сусҡа итенең кулинария һәм етештереү өлкәһендәге атамаһы. Донъяла иң күп ҡулланылған ит төрө[1].
Кешенең сусҡа итен б.э. тиклем бишенсе быуаттан алып ҡулланыуы билдәле. Сусҡа итен әле генә әҙерләнгән килеш тә, пресерва һәм консерват хәлендә лә киң ҡулланалар. Пресервация сусҡа итенең һаҡлау ваҡытын оҙайта. Мәҫәлән, ветчина, төрлө ыҫланған, тоҙланған ризыҡтар, киптерелгән сусҡа ите киҫәктәре, сусҡа колбасалары — барыһы ла сусҡа итенең киң таралған пресервалары. Ғәҙәти йорт кухняһынан тыш сусҡа ите бик күп ит деликатестары һәм ресторан ризыҡтары өсөн дә ҡулланыла.
Көнсығыш илдәре кеүек үк сусҡа ите Алыҫ Көнсығышта ла, Көньяк-Көнсығыш Азияла ла киң таралған. Азия кухняһында ул майлы һәм эшкәртеү өсөн ҡулай булғаны өсөн ҡәҙерле һанала. Ислам һәм иудей диндәрендә, ҡайһы бер христиан конфессияларында сусҡа итен ашау тыйыла. Бигерәк тә шәриғәт ҡанундары менән йәшәгән мосолман илдәрендә сусҡа итен һатыу ҡануниәткә ҡаршы килә. Израилдә лә сусҡа итен һатыу сикләнгән.
Сусҡа ите төркөмдәре
үҙгәртергәСусҡа итен, түшкәнең ауырлығына, тире аҫты майының ҡалынлығына һәм енси йәһәттән үҫешеү билдәләренә ҡарап алты төркөмгә бүләләр; йәки тән туҡымаһы сығышына һәм енси йәшенә ҡарап класстарға айыралар [2]:
- 1-се категория (йәш сусҡа түшкәһе). Тән туҡымалары яҡшы үҫешкән, бигерәк тә арҡа һәм янбаш тапҡырында; тире аҫты майы (шпик) тығыҙ аҡ йәки алһыуыраҡ төҫтә, ярым-түшкәнең буйынан-буйына тигеҙ ҡатлам булып һуҙылған; иң ҡалын ерендә (елкәһендә) һәм билендәге тире аҫты майы ҡалынлығының айырмаһы 1.5 см -ҙан да артыҡ түгел; түшенең арҡыры ҡырҡымында, 6-сы һәм 7-се ҡабырғалар араһында кәм тигәндә ике ҡатлы тән туҡымаһы бар; күкрәк һөйәге менән 1-се ҡабырға тоташҡан урындан тоташ һөйәктең алғы ҡырына тиклемге ара 75 см-ҙан да кәм түгел; тиреһендә таптар, арҡыры һырҙар, шештәр, шулай уҡ ҡан ойошҡан һәм тире аҫтына үтеп ингән яра эҙҙәре юҡ; түшкәлә диаметры 3.5 см-ҙан ҙур булмаған өс контроль ҡырҡылған эҙ булыуы мөмкин. Түшкәнең ауырлығы 47-75 кг. Алтынсы һәм етенсе күкрәк тапҡыры умыртҡа быуыны араһындағы тире аҫты майы ҡалынлығы 2.0 см-ҙан да кәм түгел.
- 2-се категория (йәш сусҡа, бала сусҡа түшкәләре):
- а) ит сусҡаһы түшкәләре (молодняк): тиреһе менән бергә түшкәнең ауырлығы 39—98 кг (тиреһеҙ көйө — 34—90 кг); 6-сы һәм 7-се күкрәк тапҡыры умыртҡа быуыны араһындағы шпик ҡалынлығы 3 см-ҙан кәм түгел;
- б) бала сусҡа түшкәләре: ауырлығы 12—39 кг (тиреһеҙ көйө 10—34); шпик ҡалынлығы — 1,0 см-ҙан кәм түгел
- 3-сө категория (йәш сусҡа түшкәләре). Түшкә ауырлығы — 113 кг-ға тиклем (тиреһеҙ — 91 кг-ға тиклем); шпик ҡалынлығы — 3.0 см-ҙан артығыраҡ.
- 4-се категория (ата (бестерелгән) һәм инә сусҡалар түшкәһе). Ата сусҡалар өсөн ауырлығы — 113 кг, инә сусҡалар өсөн — сикләүһеҙ; шпик ҡалынлығы — 1,0 см-ҙан кәм түгел.
- 5-се категория (һөт имгән сусҡа балалары түшкәһе). Тиреһе аҡ йәки алһыуыраҡ төҫтә, унда шешкән, ҡан ойошҡан, яраланған, тешләнгән урындары юҡ; түшкәнең ауырлығы (тиреһе менән) — 3-7 кг.
- 6-сы категория (ата (бестерелмәгән) сусҡа түшкәләре). Түшкәнең ауырлығы 45 кг-ға етә; шпик ҡалынлығы — 1,0 см-ҙан да кәм түгел.
Әҙерләү һәм ҡулланыу үҙенсәлектәре
үҙгәртергәСусҡа итен ҡурырға, бешерергә һәм быҡтырырға мөмкин. Сусҡа итенән борщ, рассольник, кәтлиттәр, рагу, дерелдек, шешлек, шницель, эскалоптар һәм башҡа ризыҡтар әҙерләйҙәр. Билмәнгә эслек әҙерләгәндә ярты өлөш һыйыр ите ҡушалар.
Сусҡа итенең күпселек өлөшө ыҫланған ризыҡтар: окорок, лопатка (кулинария), грудинка, бекон һ.б. Тағы ла был ит төрлө колбасалар әҙерләүгә китә. Өй шарттарында сусҡа итенән буженина әҙерләргә мөмкин.
Өҫтәлгә тоташ бер сусҡа балаһының итен томалап бешереп тә ҡуялар. Өҫтәлде, бигерәк тә Пасха мәлендә, бешерелгән сусҡа йәки ҡыр сусҡаһы башы ла биҙәп торасаҡ.
Донъя кимәлендә сусҡа итен һатыу
үҙгәртергә2012 йылда донъя экспорты 7 млн тоннаға яҡын булған. Донъя кимәлендәге етештереү 107 млн тонна тәшкил иткән[3].
2012 йылда сусҡа итен иң күп ҡулланыусылар (АҠШ Ауыл хужалығы министерствоһы күрһәтеүенсә)[3]:
№ | Ил | Ҡулланыу күләме, мең. тонна |
---|---|---|
1 | Ҡытай | 53 802 |
2 | Евросоюз | 20 382 |
3 | АҠШ | 8441 |
4 | Рәсәй | 3208 |
5 | Бразилия | 2670 |
Шул уҡ сығанаҡтан 2012 йылда сусҡа итен иң күп күләмдә экспортлаусылар[3]:
№ | Ил-экспортёр | Экспорт күләме, мең. тонна |
---|---|---|
1 | АҠШ | 2441 |
2 | Евросоюз | 2165 |
3 | Канада | 1243 |
4 | Бразилия | 661 |
5 | Ҡытай | 235 |
Шул уҡ сығанаҡтан 2012 йылда сусҡа итен иң күп күләмдә импортлаусылар[3]:
№ | Ил-импортёр | Импорт күләме, мең. тонна |
---|---|---|
1 | Япония | 1259 |
2 | Рәсәй | 1045 |
3 | Ҡытай | 730 |
4 | Мексика | 706 |
5 | Корея | 502 |
Сусҡа итен импортлау 2012 йылда Рәсәйҙә ҡулланыу күләменең 30 % тәшкил иткән (2,6 млн тоннаның 1.1 млн тоннаһы)[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Sources of Meat // Agriculture and Consumery Protection Department of Food and Agriculture Organisation of the United Nations. — Ofsite. — Проверено 18.11.2015
- ↑ ГОСТ 31476-2012 Свиньи для убоя. Свинина в тушах и полутушах. docs.cntd.ru. Дата обращения: 7 сентябрь 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Foreign Agricultural Service. Livestock and Poultry: World Markets and Trade (ингл.) (pdf). Министерство сельского хозяйства США (апрель 2014). Дата обращения: 17 июнь 2014. 2014 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ 2012 йылда Рәсәйҙең сусҡа ите баҙары г . Дата обращения: 17 апрель 2013. Архивировано 20 апрель 2013 года. 2013 йыл 9 июнь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСусҡа ите Викимилектә | |
Сусҡа ите Викияңылыҡтарҙа |
- Айзятулова, И. Китай подложит миру свинью. Экономисты подготовили сценарий «свиного апокалипсиса» . Газета.Ру (8 ғинуар 2015). Дата обращения: 8 ғинуар 2015.
- Тарас Репин. Почему свинина запрещена в исламе и иудаизме. Сайт «Кириллица» 2020 йыл 29 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2019)