Аныҡлаусы (атрибут) — предметтың билдәһен, иҫәбен, күләмен белдергән эйәрсән киҫәк. Башҡорт телендә аныҡлаусылар ниндәй? ҡайһы? ҡайҙағы? нисек? нисәнсе? кемдең? нимәнең? һорауҙарына яуап ҡайтара һәм төрлө һүҙ төркөмөнән килергә мөмкин:

Башҡорт телендә аныҡлаусылар классификацияһы

үҙгәртергә

Башҡорт телендә аныҡлаусылар түбәндәге һүҙ төркөмдәренән килә ала:

  • Сифаттан: Ҡаршылағы мәктәп, аръяҡтағы ауыл Советы ҡыйығында ҙур ҡыҙыл байраҡтар елберләй. («Башҡортостан пионеры»).
  • Исем һәм кеүек бәйләүесенән: Һыуыҡ саҡтарҙа Рәмил быҙауҙы бишмәт, юрған кеүек нәмәләр менән ураны. (Т. Килмөхәмәтов).
  • Һандан: Башҡортостанда алты йөҙҙән ашыу йылға, меңдән артыҡ күл, бер мең биш йөҙ самаһы быуа бар. («Совет Башҡортостаны»).
  • Алмаштан: Көллө тирә-яҡ йәшел үлән менән ҡапланған. (Б. Бикбай).
  • Ҡылымдан: Булды: ашаманыҡ ашар ашты һәм кеймәнек кейер кейемде. (Р. Ниғмәти).
  • Исем ҡылым һәм кеүек бәйләүесенән: Ҡунаҡтарҙы аштың тәмлеһе менән һыйлау, уларға матур урындарҙы күрһәтеү кеүек яҡшы ғәҙәт румын халҡында бик көслө. (С. Агиш).
  • Сифат ҡылымдан: Оноттом өҙөлгән япраҡты, Күкрәктә талпынды шатлығым, Мин күрҙем киләсәк заманды, Тыуасаҡ ҡояштың яҡтыһын. (Б. Бикбай).
  • ғы-ге, ғо-гө ялғаулы урын-ваҡыт килештәге исемдән: Тау башындағы, һырттарҙағы, болондарҙағы үләндәр, баҫыуҙарҙағы игендәр буйға үҫте. (Я. Хамматов). Бындай аныҡлаусыларҙы урын аныҡлаусылары тип атарға мөмкин.
  • ғы-ге, го-гө ялғаулы рәүештән: Малай йәһәт кенә өйҙәрендә булып үткән кисәге, бөгөнгө хәлдәрҙе, һөйләшеүҙәрҙе күңеленән үткәрҙе. (Д. Бүләков). Кисәге, бөгөнгө — ваҡыт аныҡлаусылары.
  • лыҡ-лек ялғаулы исемдән йәки ҡылымдан: Көйөп бөткән тау түбәләрендә ат ҡыуырлыҡ сыбыҡ, олтораҡлыҡ үлән булһасы! (Ә. Вахитов).
  • һыҙ-һеҙ ялғаулы исемдән: Китапһыҙ өй -- ҡошһоҙ, һандуғасһыҙ урман төҫлө. (Ғ. Хөсәйенов).
  • ҙай-ҙәй ялғаулы хәбәр һөйкәлешенән: Үҙен данларҙай, башын күккә тейҙерерлек итеп маҡтарҙай сәсәндәр, йырсылар, ҡурайсылар кәрәк кантон башлығына. (Я. Хамматов).

Төрлө һүҙ төркөмдәре менән белдерелә, төрлө килештәге исемде асыҡлап, уның мәғәнәһен конкретлаштырып йөрөй. Һөйләмдең эйәһен асыҡлау аныҡлаусыларҙың бер генә төрлө үҙенсәлеге булып һанала. Ғөмүмән, аныҡлаусылар һөйләмдең исемдән килгән теләһә ниндәй киҫәген асыҡлай ала.

  • Ураҡсин З. Ғ., Ишбаев К. Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 300—308-се биттәр.
  • Сәйетбатталов Ғ. Ғ. Әсә теле. Синтаксис. 7—8-се синыфтар өсөн дәреслек. — Өфө, Китап, 2001. — 16—57-се биттәр.