Горбачёва Раиса Максимовна

совет һәм рәсәй йәмәғәт эшмәкәре, КПСС Үҙәк комитеты Генераль секретары, СССР президенты Михаил Сергеевич Горбачёвтың ҡатыны.

Горбачёва Раиса Максимовна (ҡыҙ фамилияһы Титаре́нко; 5 ғинуар 1932 йыл, Рубцовск, Көнбайыш Себер крайы — 20 сентябрь 1999 йыл, Мюнстер, Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Германия) — СССР һәм Рәсәйҙең йәмәғәт эшмәкәре, КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары, СССР президенты Михаил Сергеевич Горбачёвтың ҡатыны.

Горбачёва Раиса Максимовна
рус. Раиса Максимовна Горбачёва
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Раиса Максимовна Титаренко
мадьярса  Raisza Makszimovna Tyitarenko
Тыуған көнө 5 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Рубцовск, Западно-Сибирский край[d], РСФСР, СССР[2]
Вафат булған көнө 20 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2][3][…] (67 йәш)
Вафат булған урыны Мюнстер, Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Германия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе лейкоз[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][2]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Максим Андреевич Титаренко[d]
Әсәһе Александра Петровна Титаренко[d]
Бер туғандары Титаренко Евгений Максимович[d]
Хәләл ефете Михаил Горбачёв[4]
Балалары Ирина Михайловна Вирганская[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө социолог, сәйәсмән, йәмғиәт эшмәкәре, университет уҡытыусыһы, фәлсәфәсе
Эш урыны Ставрополь дәүләт медицина университеты[d]
Ставрополь дәүләт аграр университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Российский фонд культуры[d]
Всесоюзное общество «Знание»[d]
Уҡыу йорто философский факультет МГУ[d]
Мәскәү дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжә доктор философии и литературы[d] һәм философия фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Социал-демократическая партия России[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль Н. К. Крупской
 Горбачёва Раиса Максимовна Викимилектә

Ире идара иткән йылдарҙа Европа күләмендәге әүҙем эшмәкәрҙәр араһына инә, бер нисә йәмәғәт премияһы лауреаты була, Европа, Америка, Азия университеттарының почётлы профессоры. Фәлсәфә фәндәре кандидаты.

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәжәрәһе

үҙгәртергә

Атаһы яғынан олатаһы — Андрей Филиппович Титаренко Черниговҡа ауылдан күскән, партияһыҙ, дүрт йылын төрмәлә үткәргән, тимер юлсы булып эшләгән. Атаһы яғынан өләсәһе — Титаренко Мария Максимовна. Андрей Филиппович һәм Мария Максимовнаның өс балаһы: ике ҡыҙы һәм улы була. Андрей Филиппович ял ваҡытында вафат була, Краснодарҙа[5] ерләнгән.

Әсәһе яғынан ҡартатаһы — Пётр Степанович Парада (1890—1937) — бай крәҫтиән, алты бала атаһы була, шуның дүртеһе иҫән ҡала: Александр Петрович Парада (иҡтисадсы булып эшләй, 26 йәшендә вафат була), улдары Иван Петрович Парада һәм ҡыҙы Александра. Коллективлаштырыуға һәм Стахановсылар хәрәкәтенә ҡаршы сығыш яһағаны өсөн олатаһы троцкист тип атып үлтерелә, үлгәндән һуң 1988 йылда аҡлана. Әсәһе яғынан өләсәһе — Анастасия Васильевна Парада — крәҫтиән, аслыҡтан вафат була[5].

 
Раиса Максимовнаның ата-әсәһе — Александра Петровна Титаренко
һәм Максим Андреевич Титаренко,
1930-сы йылдар

Атаһы — Максим Андреевич Титаренко (1907—1986) — украина сығышлы тимер юл инженеры, Чернигов губернаһынан Алтайға килгән. тимер юлсы атаһы менән ғаиләһе лә йыш ҡына күсенеп йөрөгән.

Әсәһе — Александра Петровна Титаренко (ҡыҙ фамилияһы Парада; 1913—1991)[5] — төп себер ҡыҙы, Алтай крайы Рубцовский районы Веселоярск ауылында тыуған [6].

Ҡустыһы — Евгений Максимович Титаренко (1935—2018) — яҙыусы; ҡустыһының ҡыҙы — Ирина, Строганов исемендәге Юғары сәнғәт училищеһын[5] тамамлаған.

Һеңлеһе — Людмила Максимовна Айыуҡасова (1938 й. тыуған) Башҡортостан медицина институтын тамамлағандан һуң Өфөлә күҙ табибы булып эшләгән; уның ире Дамир Харисович Айыуҡасов (1931—1999) — инженер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы[5][7].

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

үҙгәртергә

Раиса Максимовна Титаренко 1932 йылдың 5 ғинуарында Көнбайыш-Себер (хәҙерге Алтай) крайының Рубцовск районында тыуған.

Раиса бала сағын Себерҙә һәм Уралда үткәрә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө урта мәктәбен мәктәбен (1949) алтын миҙалға тамамлағандан һуң, Мәскәүгә килә һәм Мәскәү дәүләт университетының философия факультетына (1950) имтиханһыҙ ҡабул ителә. Шунда ятаҡта юридик факультет студенты буласаҡ ире Михаил менән таныша.

1953 йылдың 25 сентябрендә Михаил Горбачевҡа кейәүгә сыға. Стромынкалағы студент ятағындағы диетик ашханала туйҙарын үткәрәләр.

Михаил Горбачёв 2014 йылдың сентябрендә матбуғатҡа интервьюһында былай тип һөйләне: 1954 йылда Мәскәүҙә Раиса Максимовна, ревматизм сиренән өҙлөгөүе йөрәгенә эҙемтә биргәнлектән, иренең ризалығы менән, беренсе йөклөлөгөн яһалма туҡтатырға мәжбүр була; шулай итеп ирле-ҡатынлы студент атаһы Сергей тип атарға теләгән улдарын юғалта[8].

Ставрополь крайындағы тормошо

үҙгәртергә

Университет тамамлағандан һуң, аспирантураға уҡырға инә, ләкин Ставрополь прокуратураһына йүнәлтмә алған ире артынан 1955 йылда Ставрополь крайына күсә. Климат алмаштырыу Раисаың һаулығына ыңғай йоғонто яһай[8].

Тәүге 4 йыл дауамында Р. М. Горбачёва һөнәре буйынса вакансия таба алмай, һәм ғаилә иренең, комсомол хеҙмәткәренең эш хаҡына йәшәй. Горбачёвтар ғаиләһе Ставрополдә ҡуртымға алынған бәләкәй генә бүлмәлә йәшәгән. 1957 йылда ҡыҙҙары Ирина тыуа. Шул уҡ йылда ғаилә коммуналь фатирға күсә, унда ике ҙур бүлмә биләй.

Ставрополдә йәшәгәндә, Р. М. Горбачёва Бөтә Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең Ставрополь бүлексәһе лекторы була, Ставрополь медицина, Ставрополь ауыл хужалығы институттарының философия кафедраларында уҡыта. Социология өлкәһендә ғилми квалификация эше әҙерләй.

1967 йылда яҡлай. В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында «Колхоз крәҫтиәндәре көнкүрешендә яңы һыҙаттарҙың формалашыуы (Ставрополь крайында социологик тикшеренеү материалдары буйынса)» темаһы буйынса диссертация яҡлай һәм философия фәндәре кандидаты[9] ғилми дәрәжәһен ала.

Илдең беренсе кешеһенең ҡатыны

үҙгәртергә
 
Раиса Горбачва һәм Нэнси Рейган, 1987 йыл
 
Рейгандар һәм Горбачёвтар
 
Раиса Горбачёва В. И. Ленин исемендәге балалар фондының Бөтә Союз ойоштороу конференцияһында. 1987 йылдың 14 октябре
 
Раиса Горбачёва һәм Борис Ельцин

1978 йылдың 6 декабрендә Горбачёвтар Мәскәүгә күсеп килә[10]. Бында Михаила Горбачёвты КПСС Үҙәк комитеты секретары итеп һайлағанға тиклем Раиса Максимовна Мәскәү дәүләт университетында лекция уҡый, Бөтә Рәсәй «Белем» йәмғиәте эшмәкәрлегендә ҡатнашыун дауам итә.

1985 йылдан һуң, ире Михаил Сергеевич КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары итеп һайланғанлыҡтан, Раиса Максимовна йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә . Академик Д. С. Лихачев, Г В. Мясников һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бергә Совет мәҙәниәте фонды булдыра, Фонд президиумы ағзаһы була.

Һөҙөмтәлә Р. М. Горбачёва арҡаһында Боронғо рус мәҙәниәте һәм сәнғәте үҙәк музейы, Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейы, Марина Цветаева музейы, шәхси коллекциялар туплаған С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Петергофтағы Бенуа ғаиләһе музейы, Рерихтар музейы Фонд ярҙамын алған. Шулай уҡ ул Фонд сиркәүҙәр һәм граждан архитектураһы һәйкәлдәрен тергеҙеүгә , элек сығарылған ҡиммәтле мәҙәниәт өлгөләрен, китапханаларҙы һәм архивтарҙы СССР-ға алып ҡайтырға булышлыҡ иткән.

1986 йылдан 1991 йылға саҡлы осорҙа Фонд мәҙәни эшмәкәрлеккә йүнәлтелгән йөҙ миллион АҠШ долларына[11] тиң аҡса йәлеп итә.

КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары, ә артабан СССР президенты ҡатыны булараҡ, Горбачёвты сәфәрендә оҙатып йөрөй, Советтар Союзына китлеүсе сит ил делегацияларын ҡабул итеүҙә ҡатнаша, совет ҡатын-ҡыҙҙарының күҙен ҡыҙҙырып (бәғзе берәүҙәр уны кейемен йыш алмаштырыуын, йәнәһе, күп һөйләүен яратмай), телеэкрандарҙа даими күренә. Унан алда СССР-ға килеүсе юғары вазифалы кешеләрҙең ҡатындары менән, ҡағиҙә булараҡ, Валентина Терешкова осраша торған булған.

Михаил Горбачёв Раиса Максимовнаның инглиз телендә иркен аралаша алғанын билдәләгән. Шуға күрә Горбачёва Маргарет Тэтчер башҡа көнбайыш дуҫтары менән аралаша алған, ә уның хәләл ефете — бары тик тәржемәсе ярҙамында.

«Минең, йәнәһе, виллаларға, дачаларға, күркәм кейемгә, ҡиммәтле таштарға әүәҫлегем хаҡында күп имеш-мимеш, мифтар йөрөй, — тип ғәжәпләнә торған була Раиса Максимовна. — Минең кейемемде, бер интервьюһында ул шуға ишаралаһа ла, Зайцев, журналистар дәлилләргә тырышһа ла, Ив Сен-Лоран текмәне… Мине Кузнецкий күпер ательеһы оҫтабикә тегенселәре кейендерҙе…»

Ул саҡта матбуғатта уның нәзәкәтле кейеме генә төрлө фекер тыуҙырмай. КПСС Үҙәк комитетының Дөйөм бүлегенең элекке мөдире һәм М. С. Горбачёвтың ярҙамсыһы В. И. Болдин үҙенең «Пьедестал ҡыйралышы» китабында, нисек итеп Дәүләт именлеге комитетына беренсе леди өсөн эшкингән һәм ҡушҡанды һүҙһеҙ үтәрлек, бик йәш тә, күҙгә ташланып та бармаған хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ штаты һайларға ҡушылғаны тураһында яҙған.

 
Раиса Горбачёва Миннеаполиста, 1991

Сит илдәрҙә Горбачёва шәхесе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм юғары баһалана. Мәҫәлән, британия журналы «Woman’s Own» уны йыл ҡатын-ҡыҙы тип атай (1987), «Тыныслыҡ өсөн бергә» халыҡ-ара фонды Горбачёваны «Ҡатын-ҡыҙҙар тыныслыҡ өсөн», 1991 йылда — «Йыл ледиһы» премияһы менән бүләкләй. СССР президентының хәләл ефете булараҡ йәмәғәтселек алдында «тыныслыҡ илсеһе» булараҡ сығыш яһай, һәм шулай уҡ Горбачёвтың прогрессив ниәттәренә әүҙем ярҙам итә, тип билдәләнә.

Горбачёв президентлыҡ иткән йылдарҙа «Чернобыль балаларына ярҙам» Фонды идаралығы эшмәкәрлегендә ҡатнаша, «Донъя гематологтары — балаларға» Халыҡ-ара хәйриә ассоциацияһының патронажын тормошҡа ашыра, Мәскәү Үҙәк балалар дауаханаһына шефлыҡ итә[12].

Әммә уның йәшәү рәүеше,1991 йылғы август фетнәһенә ГКЧП, СССР президенты Фороста күҙәтеү аҫтында тотолғанға саҡлы, ватандаштары тарафынан эҙәрлекләнеп килде, һәм шунда ғына халыҡ уны иренә ауыр сәғәттәрҙә ярҙам итергә әҙер торған тоғро ҡатын итеп ҡабул итте. Был ваҡиғалар эҙемтәһе шул була — Раиса Максимовна микроинсульт кисерә, уның күреү һәләте насарая.

 
Р. М. Горбачёва, 1989 йыл

Ауырыуы һәм вафаты

үҙгәртергә
Файл:Raisa grave.jpg
Р. М. Горбачёва ҡәберендә һәйкәл

Горбачёв СССР президенты вазифаһын үҙе теләп ҡалдырғандан отставкаға киткәндән һуң, ҡатыны ла матбуғат иғтибарынан ситләшә. Ирле-ҡатынлы Горбачёвтар элекке президентҡа ғүмерлеккә бирелгән дачала йәшәй.

1996 йылда Михаил Горбачёв Рәсәй Федерацияһы президентына һайлауҙа кандидат булып күрһәтелә. Раиса Максимовна быға ҡаршы булһа ла, көсөнән килгәнсе иренә ярҙам итә.

«Мин Михаил Сергеевичтың <…> яңы президент кампанияһына инеүенә ҡаршы булдым. Сөнки мин реформатор тормошо ниндәй икәнен китаптан уҡып ҡына белмәнем. Был тормошто миңә уның менән бергә уртаҡлашырға тура килде.1985 йылдан бирле бик күп кисерергә тура килде. Шуға күрә лә мин Михаил Сергеевичтың президентлыҡҡа кире әйләнеп ҡайтыуын теләмәнем. Ләкин Горбачёв — үҙ булмышының һуңғы күҙәнәгенә тиклем сәйәсмән. Ул ҡарар ҡабул итә, ә мин уның ҡатыны һәм ярҙам итәм»[13].

СССР тарҡалғандан һуң, Михаил Сергеевич алты китап яҙҙы. Раиса Максимовна был китаптағы цифрҙар һәм факттарҙы тикшереү өҫтөндә күп эшләй.

Р. М. Горбачёва шулай уҡ лейкемия сире менән яфаланған балаларға ярҙам итеүсе «Донъя гематологтары — балаларға» ассоциацияһының почетлы рәйесе була, Мәскәүҙәге Үҙәк балалар клиник дауаханаһын ҡурсалай патронировать.

1997 йылда балалар дауаханаларына, "ауыр бала"лар менән эшләүсе уҡытыусы һәм педагогтарға ярҙам итеүсе Раиса Максимовна клубын ойоштора һәм етәкләй. Клуб сиктәрендә Рәсәйҙәге социаль проблемалар: ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге роле, йәмғиәттең, балаларҙың яҡланмаған ҡатламдары хәле буйынса фекер алышыуҙар үткәрелә. Клубтың хәҙерге эшмәкәрлегендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың гендер тиңһеҙлеге һәм асыҡ сәйәсәттә ҡатын-ҡыҙҙың ҡатнашыуы сикләнеүенәи ҡараштар мөһим урын биләй. Әлеге ваҡытта Клуб президенты Раиса һәм Михаил Горбачёвтарҙың ҡыҙы — Ирина Вирганская.

1999 йылдың 22 июлендә Рәсәй медицина фәндәре академияһы гемотология институтын етәкләгән Горбачёвтарҙың ғаилә табибы һәм дуҫы[14] А. И. Воробьёв, Раиса Горбачёвала ауыр сир — лейкоз таба. Сирҙең сәбәптәре тип башҡа ауырыуҙарҙан өҙлөгөү, медикаменттар эҙемтәһе, стресс күрһәтелә. Бәлки, был ауырыу эҙемтәләре булып, Семипалатинск ҡалаһында 1949 йылда үткәрелгән ядро һынауҙары һәм уның тыуған ҡалаһын ҡаплаған радиоактив болот эҙемтәһе булыуы ла бик мөмкин тип фаразлана. Шулай уҡ Горбачёваның сиренең бер сәбәбе булып1986 йылғы Чернобыль АЭС-ындағы афәтте барып күреүе һәм нурланышҡа дусар булыу мөмкинлеге лә атала.

1999 йылдың 26 июлендә Р. М. Горбачёва, ире һәм ҡыҙы оҙатыуында, онкология сирҙәрен уңыштары менән билдәле Вильгельм исемендәге Вестфаль университетымедицина клиникаһына Мюнстер ҡалаһына килә. Бында Европаның күренекле гематолог һәм онкологтарының береһе профессор Томас Бюхнер күҙәтеүе аҫтында ике ай самаһы дауалана. 1999 йылда Р. М. Горбачёваның һаулыҡ торошо тураһындағы бюллетендәр барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында тапшырыла. һәм был хәл уны: «Моғайын, кешеләр мине аңлаһын өсөн, мин шундай ҡаты сиргә тарырға һәм вафат булырға тейеш булғанмындыр» тигән һүҙҙәр әйтергә мәжбүр итә.

«Әгәр ғәҙел булайым тиһәң, сиренең аҙағы хәйерле булыу ихтималлығы бик аҙ ине , — тине Горбачёваны дауалаусы табип, профессор Т. Бюхнер. — Тәүҙә уға химиотерапия тәғәйенләнек, шунан һуң беҙ һөйәк мейеһен күсереп ултыртыуға өмөт иткәйнек. Бер туған һеңлеһе Людмила Титаренко донор булырға тейеш ине. Әммә химиотерапия үткәргәндә, иммунитет ҡырҡа түбәнәйә һәм инфекция үтеп инеү хәүефе арта. Раиса Максимовнала тап шул осраҡ күҙәтелде. Бер ваҡыт ул ыңғай яҡҡа ҡырҡа үҙгәреше менән ҡыуандырҙы, һәм беҙ, ҡотолдорғос операцияны тиҙ арала үткәреү мөмкин булыр тип ышандыҡ. Әммә уның хәле ҡапыл насарайҙы — ул комаға иҫһеҙ торош китте. Һәм ул, аңына килә алмай, вафат булды»[15].

1999 йылдың 20 сентябрендә урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 3-тәр тирәһендә баҡыйлыҡҡа күсә, Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә[16].

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо

үҙгәртергә
 
КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары Михаил Горбачёв һәм уның ҡатыны Раиса Максимовна СССР-ға визит менән килгән АҠШ президенты Рональд Рейганды рәсми оҙатҡандан һуң Ҙур Кремль һарайының Георгий залында. СССР, Мәскәү. 1988 йылдың 2 июне

Ире — Михаил Сергеевич Горбачёв (1931 йылдың 2 марты тыуған), сәйәсмән, СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты.

Ҡыҙы — Ирина Михайловна Вирганская (1957 йылдың 6 ғинуары), Мәскәүҙә эшләй, тәүге ире Вирганский Анатолий Олегович (1957 йылдың 31 июле тыуған) — Мәскәүҙең Беренсе ҡала дауаханаһында ҡан тамырҙары хирургы (никах 1978 йылдың 15 апреленән 1993 йылға тиклем), икенсе ире Андрей Михайлович Трухачёв — эшҡыуар, йөк ташыу менән шөғөлләнә (2006 йылдың 26 сентябренән никахталар).

Ейәнсәрҙәре:

  • Ксения Анатольевна Вирганская-Горбачев (1980 йылдың 21 ғинуарында тыуған)
    • Беренсе ире — Кирилл Вадимович Солод, эшҡыуар улы (1982 йылдың 25 октябрендә тыуған), 2003 йылдың 30 апрелендә өйләнешкәндәр,
    • Икенсе ире — Дмитрий Владиславович Пырченков (1973 йылдың 24 феврале) (йырсы Авраам Руссоның элекке концерт директоры), 2009 йылда өйләнешәләр
      • Бүләсәрҙәре — Александра Пырченкова (2008 йылдың 22 октябрендә тыуған).
  • Вирганская Анастасия Анатольевна (1987 йылдың 27 мартында тыуған) — Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр иститутының МГИМО журналистика факультетын тамамлай, Trendspace.ru интернет-сайтының шеф-мөхәррире.
    • Ире Дмитрий Зангиев (1987 йылда тыуған), 2010 йылдың 20 мартында өйләнешәләр. Дмитрий Рәсәй Фәндәр Академияһы эргәһендәге Көнсығыш университетын тамамлай, 2010 йылда РФ президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы аспирантураһында уҡый, 2010 йылда реклама агентлығында эшләй.

Библиографик белешмә

үҙгәртергә
 
Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты һәм Р. М. Горбачёва исемендәге Балалар гематологияһы һәм трансплантологияһы институты
  • 2006 йылда Горбачёв ғаиләһенең Горбачёв-Фонды һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Милли резерв корпорацияһының директорҙар советы Рәйесе А. Е. Лебедев ярҙамы менән балаларҙың лейкемия һәм яман шеш сиренә ҡаршы көрәш проектын финанслауға йүнәлтелгән Раиса Горбачёва исемендәге Халыҡ-ара фонд булдырыла. 2006 йылда А. И. Лебедев үҙенең һауа судноларын ҡуртымға биреү рәсәй компанияһы акцияларының үҙенә тәғәйенләнгән яҡынса йөҙ миллион фунт стерлинг (яҡынса 190 млн аҡш доллары) тәшкил иткән өлөшөн Раиса Горбачёва Фондына тапшыра[17].
  • Горбачёв-Фонды арҡаһында 2007 йылда Санкт-Петербургта Балалар гематологияһы һәм трансплантологияһы институтын Р. М. Горбачёва исемен биреү мөмкин була. Институтты асҡанда, Рәсәй Федерацияһының төп гематологы Александр Румянцев «Раиса Горбачёва тырышлығы менән 1994 йылда Рәсәйҙә беренсе булып балалар гематологияһы һәм трансплантология бүлеге асылды, ә бөгөн бындай бүлектәр 84» тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
  • 2009 йылдың 16 июнендә Михаил Горбачёв Раиса Максимовнаның вафатына 10 йыл айҡанлы, ҡатынына бағышлап «Раисаға йырҙар», диск сығарҙы. Дискыла Андрей Макаревичҡа үҙе ҡушылып йырлаған Раиса Максимовна яратҡан ете романс яҙылды тип һөйләне Горбачёв. Диск Лондонда Хәйриә аукционына ҡуйыла һәм күпләп таралмай.
  • 2014 йылдың декабрендә британия Милли архивы М. С. Горбачёвтың хәләл ефете менән 30 йыл элек, 1984 йылдың декабрендә, Лондонға тәүге визитына ҡағылышлы хөкүмәт архивы документтарын халыҡ иғтибарына тәҡдим итә. Асыҡланыуынса, визиттан һуң Раиса Максимовна Бөйөк Британияның ауыл хужалығы министры Майкл Джоплинг менән хат алышҡан. Уның менән премьер-министр Маргрет Тэтчерҙың Чекерс резиденцияһында уҙған һөйләшеүҙәрҙә таныша һәм уға картуфтан әҙерләнгән аш-һыу рецептарын һәм шуның менән ашнаҡсы китабын да ебәрә. Британ гәзите The Telegraph был тарих тураһында яҙа[18].

Кинола һынландырылыуы

үҙгәртергә
  • Наталия Старых — Ласковый май, 2009 год.
  • Дарья Мороз — Так сложились звёзды, 2016 год.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә
  • Михаил Звездинский — Үҙгәртеп ҡороу (1988). «Спасибо, Миша, Рая, что жизнь пошла другая, за перестройку вас благодарим…»
  • «Ул күренекле ҡатын-ҡыҙ, алтмышынсы йылғыларҙың ысын вәкиле. Бер кемдең дә ярҙамынан башҡа үҙ көсө менән Мәскәү дәүләт университетының философия факультетын отличие менән тамамлау һәм аспирантураға тәҡдим алыу ябай ҡыҙ өсөн — ҡиммәт тора. Тураһын әйтер кәрәк, мәҙәнилек яғынан ул иренән өҫтөнөрәк торҙо. Быны Михаил Сергеевич үҙе лә аңлай ине. Ул ҡатынын яратты, баһаланы һәм, йәшерен-батырын түгел, уның менән даими кәңәшләшеп йәшәне». (Гавриил Попов, 2005)[19].

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Горбачёва Р. М. Быт колхозного крестьянства. Ставрополь, 1969.
  • Горбачёва Р. М. XXIV съезд КПСС о дальнейшем развитии социалистической культуры. Ставрополь, 1973.
  • Горбачёва Р. М. Я надеюсь…. — М.: Новости, 1991. — 256 с., 100 000 экз.
  • Горбачёва Р. М. Я надеюсь… М.: Книга, 1991. 192 с. 200 000 экз.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 http://www.gorby.ru/en/gorbacheva/biography/Горбачёв-Фонд.
  3. 3,0 3,1 Raisa Gorbacheva // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Gaddis J. L. The Cold War: A New History (ингл.) — 1 — USA: Penguin Books. — P. 229. — ISBN 978-0-14-303827-6
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Мікалай Аляксандравіч Зяньковіч, Николай Зенькович. Самые секретные родственники. — ОЛМА Медиа Групп, 2005. — 516 с. — ISBN 9785948504087.
  6. Горбачёва, 1991
  7. Самые секретные родственники — Мікалай Аляксандравіч Зяньковіч, Николай Зенькович — Google Книги
  8. 8,0 8,1 Анна ВЕЛИГЖАНИНА | Сайт «Комсомольской правды». Откровенное признание Михаила Горбачева: Мы с Раисой потеряли сына. KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (2 март 2014). Дата обращения: 17 октябрь 2019.
  9. Горбачёва, Раиса Максимовна. Формирование новых черт быта колхозного крестьянства: (По материалам социологических исследований в Ставропольском крае): Автореферат дис. на соискание учёной степени кандидата философских наук / Моск. гос. пед. ин-т им. В. И. Ленина. — Москва : [б. и.], 1967. — 24 с.
  10. Горбачёв-Фонд. Биография
  11. История Российского фонда культуры. culture.ru; archive.org (13 май 2007). — Недоступная ссылка заменена архивной. Дата обращения: 9 февраль 2013. Архивировано 13 май 2007 года. 2007 йыл 13 май архивланған.
  12. Выставка «Раиса Максимовна Горбачёва». rol.ru; archive.org. — Недоступная ссылка заменена архивной. Дата обращения: 9 февраль 2013. Архивировано 28 апрель 2005 года.
  13. Добрусин, 1996
  14. Вансович Е. У Раисы Горбачёвой не рак. Коммерсантъ, 1999, № 144 (1788). kommersant.ru (13 август 1999). Дата обращения: 9 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
  15. Обоймина, Татькова, 2007
  16. Скончалась Раиса Горбачёва: Россия: Lenta.ru, 20.09.1999. 2013 йыл 12 ноябрь архивланған.
  17. Экс-агент КГБ, депутат-«единоросс» Александр Лебедев передал свои акции на $190 млн Фонду Горбачёвой(недоступная ссылка) (недоступная ссылка)
  18. Telegraph: Раиса Горбачёва отправляла британскому министру рецепты блюд из картошки
  19. Гавриил Попов: я все равно пошёл бы в перестройку. BBC (bbc.co.uk) (9 март 2005). Дата обращения: 9 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года. 2013 йыл 11 февраль архивланған.
  • Urda Jürgens. Raisa, the 1st First Lady of the Soviet Union, Summit Books, 1990, ISBN 0-671-72663-3
  • Мороз Б. Д. Раиса. Памяти Раисы Максимовны Горбачёвой. — М.: Вагриус, 2000. — 319 с. — ISBN 5-264-00432-3.
  • Водолазская Е. С. Раиса Горбачёва. — Ростов н/Д: Феникс, 2000. — 320 с. — (След в истории).
  • Платонов С. В. Горбачёвы: Чета президентов. — М.: Эксмо, Алгоритм, 2012. — 288 с. — (Семейные кланы). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-55008-1.
  • Ратманский В. Первая леди (неопр.). Газета «Сорок один» (Зеленоград), 1999, № 15, с. 1, 3. gorby.ru (18 февраля 1999). — Интервью Р. М. Горбачёвой (недоступная ссылка заменена архивной). Дата обращения 9 февраля 2013. Архивировано 28 сентября 2008 года.