Гольдман Юний Семёнович

Юний Семенович Гольдман (1925 йылдың 15 июнендә Киев ҡалаһында тыуа)— шағир, яҙыусы, журналист. 1958 йылдан алып СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир. 1991 йылдан алып Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2000 йылда Дондағы Ростовта вафат була.

Гольдман Юний Семенович
Файл:Гольдман Юний Семенович.jpg
Гольдман Юний Семенович
Тыуған көнө:

15.06.1925

Тыуған урыны:

Киев

Вафат булған көнө:

2000

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы, журналист

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары:

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы Ҡалып:Медаль «За победу над Германией»

Биографияһы үҙгәртергә

Ун һигеҙ йәшенән Юний Гольдман Совет Армияһында хеҙмәт итә башлай. 35 йылдан артыҡ хеҙмәт итеп, полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Танктарға ҡаршы артполкта хеҙмәт итә, Украина, в Молдавия, Румыния, Австрия, Чехословакияны немецтарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.

Һуғыштан һуң Юний Гольдман Чита педагогия институтының әҙәбиәт факультетын тамамлай (хәҙер Н. Г. Чернышевский исемендәге Байкал аръяғы дәүләт педагогия университеты).

Ул Байкал аръяғы һәм Төньяҡ Кавказ хәрби округтарында хеҙмәт итә. «На боевом посту» һәм «Красное Знамя» (хәҙер – «Военный вестник Юга России») гәзиттәре редакцияларында уны әлегә тиклем иҫтә тоталар.

Яҙыусы 2000 йылда вафат була. Ул Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнгән.

Ижады үҙгәртергә

Ю. Гольдмандың тәүге шиғырҙары хәрби матбуғатта сыға. 1955 йылда Чита ҡалаһында уның тәүге «Проверка» шиғырҙар китабы нәшер ителә. Артабанғы йылдарҙа Читала, Мәскәүҙә, Иркутскиҙа уның «Пароль», «Винтовки стоят в пирамиде», «Мадьярский перекат», «Лучший день февраля», «Здравствуй!» тигән шиғырҙар китаптары донъя күрә. 1974 йылда Коми нәшриәте Ю. Гольдмандың «Огонь на себя» тигән документаль очерктар китабын баҫып сығара.

Ю. Гольдман әҫәрҙәренең төп урынын хәрби-патриотик тема, Совет Ҡораллы көстәренең интернациональ ҡаһарманлығы темаһы биләп тора. .

Ю. Гольдмандың шиғырҙары «Комсомольская правда», «Советская Россия», «Красная звезда», «Литературная Россия», «Правда», «Известия» гәзиттәрендә, «Москва», «Советский воин», «Дальний Восток», «Байкал», «Крокодил» журналдарында, «Ангара», «Забайкалье», «Байкал», «Дон» альманахтарында, төрлө репертуарлы йыйынтыҡтарҙа баҫыла.

70–80-се йылдарҙа Ростов нәшриәтендә Ю. Гольдмандың йәш уҡыусыларға мөрәжәғәтле «Отзыв «Победа», «Живи, Гриша!» - Совет Армияһының йәш яугирҙәренә бағышланған проза китаптары сыға. «Осколки необъявленной войны» - китабы Халхин-Голдағы һуғышты, һүрәтләй, «Тревоги» шиғырҙар йыйынтығы совет һәм монгол халыҡтарының дуҫлығына арналған.

Юний Семенович Гольдман йыш ҡына публицистик мәҡәләләр, очерктар менән «Правда», «Известия», «Литературная Россия», «Красная звезда» һәм урындағы хәрби гәзиттәрҙә сығыш яһай.

Ю. С. Гольдман - байтаҡ өлкә премиялары лауреаты.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

Юний Семенович Гольдмандың бүләктәре:

  • «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены
  • «2-се дәрәжә Ватан һуғышы» ордены
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • «Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Будапештты алған өсөн» миҙалы
  • «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы һәм башҡалар.

Ю.С. Гольдман әҫәрҙәре үҙгәртергә

Айырым баҫмалары

  • Проверка. - Чита: Кн. изд-во, 1955.
  • Пароль. - Чита: Кн. изд-во, 1957.
  • Винтовки стоят в пирамиде. - М.: Воениздат, 1958.
  • Мадьярский перекат: Поэма и стихи. - Чита: Кн. изд-во, 1962.
  • Лучший день февраля.- Иркутск:Вост.-Сиб. кн. изд-во, 1967.
  • Здравствуй

!- Иркутск:Вост.-Сиб. кн. изд-во, 1970.

  • Тревоги. - Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1985.

Повестар, хикәйәләр, очерктар

  • Огонь на себя. - Сыктывкар: Ком. кн. изд-во, 1974.
  • Отзыв: «Победа»: Рассказы. - Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1975.
  • Живи, Гриша

{0}[13]{/0}} (1936) Повесть. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1980.

  • Осколки необъявленной войны: Повесть о боях на Халхин-Голе. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1982.
  • Розы Капитана Гастелло: Рассказы, повесть. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1989.

Ю. С. Гольдмандың тормошо һәим ижады тураһында үҙгәртергә

  • Тер-Маркарьян А. Тревожная память солдата: К 60-летию//Комсомолец, 1985. — 15 июня

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар үҙгәртергә