Ашшур (ҡала)
Ашшур или Ассур (ғәр. اشور) — боронғо Ассирияның баш ҡалаһы, ассирийҙар төҙөгән беренсе ҡала, ассирийҙарҙың Юғары илаһы Ашшур исеме бирелгән. Моғайын, субар торамаһы урынында төҙөлгән булғандыр.
Ашшур | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 2500 |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ үҙәге | Old Assyrian Empire[d], Middle Assyrian Empire[d] һәм Новоассирийское царство[d] |
Административ-территориаль берәмек | Салах-эд-Дин[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Тигр |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан |
70 гектар, 100 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d][1] һәм (iv)[d][1] |
Руководитель раскопок | Leopold Messerschmidt[d] |
Ашшур Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБеҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡтың икенсе яртыһында Ғәрәбстан ярымутрауында климаттың насарланыуы арҡаһында семит ҡәбиләләре Евфраттың урта ағымына һәм унан ары төньяҡҡа һәм көнсығышҡа күсенә. Был семит күскенселәренең төньяҡ төркөмө ассирийҙарҙан тора, улар сығышы һәм теле буйынса Месопотамияла Евфраттың Тигрға яҡынайған өлөшөндә йәшәгән аккад ҡәбиләләре менән тығыҙ бәйләнгән була [2].
Аҙаҡҡыраҡ осорҙарҙа ассирий дәүләтенең үҙәген тәшкил итәһе ҡалалар (Ниневия, Ашшур, Арбела һ.б.) беҙҙең эраға тиклем XV быуатҡаса берҙәм сәйәси йәки этник бөтөнлөккә ойошмаған булғандыр әле[3]. Башта Ашшур бәләкәй генә дәүләттең үҙәге була, төп урынды унда сауҙагәрҙәр биләй. Ассирий дәүләте беҙҙең эраға тиклем XVI быуатҡаса «алум Ашшур», йәғни Ашшур ҡалаһы йәки общинаһы тип йөрөтөлә. Ҡаланың мөһим сауҙа юлдарына яҡынлығынан файҙаланып, Ашшур сауҙагәрҙәре һәм рибасылары/ростовщиктар Кесе Азияға үтеп инә һәм унда үҙҙәренең сауҙа колонияларын төҙөй[4].
Ашшур хакимы ишшиаккум («энси» тигән шумер һүҙенең аккадлаштырылған төрө) титулын йөрөтә. Уның власы, мираҫ итеп тапшырыла килһә лә, тулы булмай. Ул тик табыныу йолалары эштәре һәм шуға бәйле төҙөлөш менән генә шөғөлләнә. Ишшиаккум баш жрец (шангу) һәм хәрби юлбашсы була. Ул укуллу, йәғни, фараз ителеүенсә, баш ер төҙөүсе һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе башлығы ла була. Кәңәшмә ағзалары үҙҙәрен «лимму» тип атай. Сираттағы лиммуның исеме йылға бирелер булған[5].
Беҙҙең эраға тиклем XXIII быуатта тотош Төньяҡ Месопотамия, шул иҫәптән Ашшур ҡалаһы, ҡеүәтле Аккад батшалығы хакимлығы аҫтына эләгә. Беҙҙең эраға тиклем XXII быуат башында кутийҙар ябырылыуы һөҙөмтәһендә Аккадбатшалығы ҡолай, һәм Ашшур бер ни тиклем ваҡытҡа үҙ аллы булып ҡала.
Хәҙерге хәле
үҙгәртергәАшшур харабалары Шергат ҡалаһынан көньяҡта, Бағдадтан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 260 километрҙа ята[6].
Ашшур ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инә. 2003 йылда, шул тирәлә бик ҙур плотина төҙөлөргә тейешлеге арҡаһында, уға хәүеф янай: боронғо археологик ҡомартҡының һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал була [7]. 2003 йылдың яҙында Сәддам Хөсәйен режимын ҡолатыу маҡсатында Ираҡҡа АҠШ-тың һәм уның союздаштарының ҡораллы көстәре баҫып инеүе сәбәпле, был проект тормошҡа ашмай ҡала. Әммә хәрби хәрәкәттәр ҙә ҡомартҡыға хәүеф менән янай.
2015 йылда боронғо ҡала тирәһендәге территория Ислам дәүләте (ИГИЛ) террористик ойошмаһы тарафынан ҡамала. Боевиктар Ираҡтың һәм Сүриәнең боронғо ҡоролмаларын ҡыйрата башлай. Байтаҡ ҡомартҡы, шул иҫәптән Хатра, Хорсабад һәм Нимруд емертелә. Ашшурға ла хәүеф янай. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Ашшур цитаделе 2015 йылдың майында ҡулдан эшләнгән шартлатыу ҡоролмалары менән шартлатылған [8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://whc.unesco.org/en/list/1130
- ↑ Ассирийцы говорили на северном диалекте аккадского языка.
- ↑ Так, Ниневия (ассир. Нинуя, вавил. Нина), по-видимому, первоначально была хурритским городом
- ↑ Важнейшей из которых является город Каниш.
- ↑ Поэтому лимму обозначают часто в современной науке греческим термином эпоним.
- ↑ АШШУР | Энциклопедия Кругосвет . www.krugosvet.ru. Дата обращения: 5 июль 2018.(рус.). www.krugosvet.ru. 5 июль 2018 тикшерелгән.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. Ashur (Qal'at Sherqat) (ингл.). whc.unesco.org. Дата обращения: 5 июль 2018.(инг.). whc.unesco.org. 5 июль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Iraq: Isis 'blows up Unesco world heritage Assyrian site of Ashur' near Tikrit, International Business Times (28.05.2015). 24 август 2015 тикшерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1130 рус. • англ. • фр. |