Герра Хуан Луис

донъяла киң билдәле доминика йырсыларының һәм композиторҙарының береһе

Хуа́н Луи́с Ге́рра (исп. Juan Luis Guerra Seijas, 7 июнь 1957, Санто-Доминго) — донъяла киң билдәле доминика йырсыларының һәм композиторҙарының береһе, меренге стилендәге, сальса һәм башҡа популяр Латин Америкаһы музыкаһын башҡарыусы, хәҙерге заман бачатаһына нигеҙ һалыусы.

Герра Хуан Луис
исп. Juan Luis Guerra Seijas
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Доминика Республикаһы
Вторая фамилия в испанском имени Seijas[d]
Тыуған көнө 7 июнь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[3] (67 йәш)
Тыуған урыны Сан-Педро-де-Макорис[d], Доминика Республикаһы
Туған тел Испан теле
Һөнәр төрө йырсы, йырҙар авторы, музыкальный продюсер, студийный музыкант, композитор
Уҡыу йорто Музыкальный колледж Беркли[d]
Q8462033?
Автономный университет Санто-Доминго[d]
Музыка ҡоралы гитара һәм вокал[d]
Дискография Juan Luis Guerra discography[d]
Ойошма ағзаһы Juan Luis Guerra 4.40[d]
Жанр Меренге, Бачата һәм Pambiche[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы PolyGram[d], Warner Music Group[d], EMI[d] һәм Vene Music[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Grammy Award for Best Tropical Latin Album[d] (1992)

Latin Recording Academy Person of the Year[d] (2007)

Billboard Latin Music Lifetime Achievement Award[d] (2019)

Lo Nuestro Excellence Award[d] (2007)

Латинская Грэмми за альбом года[d] (2007)

Латинская Грэмми за лучшую запись года[d] (2007)

Latin Grammy Award for Song of the Year[d] (2007)

Латинская Грэмми за альбом года[d] (2010)

Латинская Грэмми за альбом года[d] (2012)

Латинская Грэмми за альбом года[d] (2015)

Latin Grammy Award for Best Tropical Song[d] (2018)

Latin Grammy Award for Best Merengue/Bachata Album[d] (2000)

Latin Grammy Award for Best Merengue/Bachata Album[d] (2007)

Latin Grammy Award for Best Tropical Song[d] (2000)

Latin Grammy Award for Best Tropical Song[d] (2005)

Latin Grammy Award for Best Tropical Song[d] (2007)

Latin Grammy Award for Best Tropical Song[d] (2010)

Latin Grammy Award for Best Tropical Song[d] (2015)

Международный Зал славы латиноамериканской музыки[d] (2003)

Billboard Spirit of Hope Award[d] (2005)

Латинская Грэмми за лучший традиционный вокальный поп-альбом[d] (2021)

Latin Grammy Award for Best Arrangement[d] (2021)

Latin Grammy Award for Best Long Form Music Video[d] (2021)

Latin Grammy Award for Best Merengue/Bachata Album[d] (2022)

Бейеклеге/буйы 193 сантиметр[4]
Рәсми сайт juanluisguerra.com
Вики-проект WikiProject Latin music[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 7 623 763 һәм 2 100 000 ± 9999[5]
 Герра Хуан Луис Викимилектә

Мәктәпте тамамлағандан һуң Герра Санто-Доминго Автономиялы университетына (исп. Universidad Autónoma de Santo Domingo) уҡырға инә, унда бер йыл фәлсәфә һәм әҙәбиәт өйрәнә. Ләкин шунан ары Герра университетта уҡыуын туҡтата ла Доминика Республикаһының Милли музыка консерваторияһына (исп. Conservatorio Nacional de Música) уҡырға инә. Уҡыған сағында Герра «нуэва кансьон» йәки «нуэва трова» (йәғни «яңы йыр») тигән стилде бик ярата («кансьон» йәки «трова» стиленән айырмалы). «Нуэва трова»ға илһамландырыусылар булып Куба музыканттары Пабло Милане́с һәм Сильвио Родригес тора. Герра консерваторияны 1982 йылда тамамлай ҙа АҠШ-ҡа Бостон ҡалаһына китә, унда Беркли Музыка Колледжында (ингл. Berkeley College of Music) музыкаға уҡыуын дауам итә, композиция һәм аранжировкаға өйрәнә.

Артист карьераһын башлауы

үҙгәртергә

1984 йылда Доминика Республикаһына ҡайтҡас, Хуан Луис Герра урындағы бер нисә музыкант менән бергә «440» төркөмөн ойоштора, уның менән шул уҡ йылды «Soplando» тигән беренсе альбомын сығара. Сираттағы ике альбомы — «Mudanza y Acarreo» менән «Mientras más lo pienso… tú» — сит илдәрҙә әллә ни иғтибар яуламай, әммә Доминика Республикаһында тыңлаусыларын таба.

Тәүге өс альбомынан айырмалы, 1988 йылғы «Ojalá que llueva café» дискыһы менән ундағы ошо атамалағы йыр шаңҡытҡыс уңышҡа өлгәшә һәм Латин Америкаһының бер нисә илендә хит-парадтарҙың тәүге урындарына үрләй. Йырға клип төшөрөлә, ә Герра төркөм менән концерт турнеһына китә. Киләһе альбом, «Bachata rosa», 1990 йылда сыға һәм шулай уҡ бик уңышлы була, уның өсөн Хуан Луис Герра «Грэмми» премияһына лайыҡ була. Был новаторҙарса диск Латин Америкаһындағы бачата кеүек музыка жанрының революцион яңырыуы тип ҡабул ителә һәм Герраға ошо стиль аталарының береһе тигән дан килтерә. Альбом 5 миллион дана күсермә менән сыға, Герра Латин Америкаһында, АҠШ-та һәм Европала концерттар үткәрә.

«Ареито»

үҙгәртергә

1992 йылда, «Ареито» (Areíto) альбомы сыҡҡас, публиканың Х. Л. Герраға ҡарата тик һоҡланыулы мөнәсәбәте ҡапма-ҡаршылыға әйләнә, сөнки музыкант Американың ерле халҡының үтә фәҡирлектә көн итеүен, 1992 йылда Американы асыуҙың 500 йыллығын билдәләүҙе ҡаты тәнҡитләй, сөнки Американың асылыуы индеецтарҙы дискриминациялауға башланғыс һала; алдынғы илдәрҙе ике төрлө стандарттар сәйәсәте алып барыуҙа ғәйепләй. Герраның сығышы шул тиклем шаңҡытҡыс була, хатта был альбомдағы «Йәшәү өсөн түләү» (исп. El costo de la vida) тигән йырына төшөрөлгән клипты күрһәтеү ҡайһы бер илдәрҙә тыйыла. Үҙенең киләһе «Fogaraté» (1995) тигән альбомында Хуан Луис Герра сәйәси белдереүҙәрҙән тыйылып тора, һәм «Ареито» альбомына бәйле ҡауға тыма. 1998 йылғы «Уныһы ла, быныһы ла түгел» (Ni es lo mismo ni es igual) тигән диск тәнҡитселәрҙең яҡшы баһаһын ала һәм бер юлы өс «Грэмми» наградаһы менән бүләкләнә.

Хәҙерге ижады

үҙгәртергә

Алты йыллыҡ өҙөклөктән һуң, 2004 йылда Герра «Һинең Өсөн» (Para Ti) тигән яңы альбомын яҙҙыра. Был дискылағы йырҙарға Инжил христианлығының ҙур йоғонтоһо һиҙелә, сөнки музыкант шул дингә бирелеп китә. 2005 йылда Хуан Луис Герра «Биллборд» журналының «Госпел-поп» һәм «Тропикаль-меренге» тигән категорияларындағы ике награданы яулай: беренсеһе — альбом өсөн, икенсеһе — шул альбомдағы «Las Avispas» йыры өсөн. Был баҫма өсөн әлеге осраҡ уникаль булып тора. Шул уҡ йылды Испанияның Музыка академияһы музыкантҡа һуңғы 20 йылда испан һәм кариб музыкаһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Махсус латин призы тапшыра. 2007 йылдың 20 мартында Хуан Луис Герраның «La llave de mi corazón» тигән яңы альбомы, ә 2007 йылдың 6 ноябрендә «Archivo Digital 4.4» тигән йыйынтығы донъя күрә.

Дискографияһы

үҙгәртергә
  1. «Soplando» — 1983;
  2. «Mudanza y acarreo» — 1984—1985;
  3. «Mientras más lo pienso tú» — 1986;
  4. «Ojalá que llueva café» — 1988;
  5. «Bachata rosa» — 1990;
  6. «Areíto» — 1992;
  7. «Fogarate» — 1994;
  8. «Grandes exitos. Juan Luis Guerra y 440»;
  9. «Ni es lo mismo ni es igual» — 1998;
  10. «Colección romántica» — 2000;
  11. «Para Ti» — 2004;
  12. «La llave de mi corazón» — 20 марта 2007 года;
  13. «Archivo digital 4.4» — 6 ноября 2007 года;
  14. «A son de Guerra» — 8 июня 2010 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France Guerra, Juan Luis (1957-....) // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #134779665 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Juan Luis Guerra // Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. [https://web.archive.org/web/20150113234409/http://www.finanzas.com:80/xl-semanal/ella-el/20150104/juan-luis-guerra-nueva-7987.html Juan Luis Guerra: "En Nueva York he hecho muchos cursos de aceite, y los espa�oles mandan"] — 2015.
  5. Интерфейс программирования приложения YouTube