Меренге
Мере́нге (исп. merengue) — Доминика Республикаһының музыкаль стиле һәм бейеүе, Кариб байссейнындағы Латин Америкаһы илдәрендә лә, АҠШ-тағы был илдәрҙән сыҡҡан кешеләрҙән торған общиналарҙа ла киң таралған.
Меренге | |
Нигеҙләү датаһы | 1850 |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Доминика Республикаһы |
Ил | Доминика Республикаһы[1] |
Статус нематериального культурного наследия | Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][1] |
Тасуирлау биттәре |
ich.unesco.org/en/RL/011… ich.unesco.org/fr/RL/011… ich.unesco.org/es/RL/011… |
Вики-проект | WikiProject Intangible Cultural Heritage[d] |
Меренге музыкаһы
үҙгәртергәМеренге музыкаһына етеҙ темп хас, шартлы рәүештә ул өс өлөштән тора: ритмик өлөш, мелодик өлөш, вокал. Меренгены башҡарыу өсөн кәм тигәндә өс музыка ҡоралы кәрәк, уларҙың икеһе — Антиль утрауҙары өсөн традицион ҡоралдар: гуиро (йәки гуира) һәм тамбора. Тамбора — Африка сығышлы һуҡма музыка ҡоралы, кәзә тиреһе тарттырып яһалған ағас барабан. Тамборҙа уйнар өсөн уның бер яғына — ус менән, икенсе яғына һәм тирәсенә ағас таяҡса менә һуғалар. Гуиро — киптерелгән ҡабаҡтан эшләнгән музыка ҡоралы, ҡабаҡҡа горизонталь киртектәр яһайҙар һәм шулар буйлап ағас таяҡсаны йөрөтөп, тауышын сығаралар. Хәҙерге заман меренгеһында ҡалай гуиро ла ҡулланыла, ул гофрелатылған тышлы көпшә рәүешендә эшләнә. Был музыка ҡоралдарының икеһе лә меренгеның ритмик өлөшөн башҡара, улар фольклор вариантта ла, популяр варианттарҙа ла ҡулланыла.
Фольклор меренгеһы (merengue típico)
үҙгәртергә«Типико»-ансамблдә төймәле аккордеон төп ҡорал булып тора. Аккордеон сағыу, һутлы тауыш өҫтәй һәм импровизациялау өсөн киң мөмкинлектәр аса. Аккордеонда соло — фольклор композицияларының мотлаҡ өлөшө. Аккордеонсы башлыса төркөмдөң етәксеһе һәм ойоштороусыһы ла булып тора.
Фольклор меренгеһында йәнә мара́ка менән телле маримба (marimba de lengüetas) йыш ҡулланыла. Һуңғыһы ағас йәшниктән тора, уның алғы яғында тишеге бар һәм ул тишек өлөшләтә металл пластиналар менән ҡапланған. Телле маримбела ошо пластиналарға ҡул менән һуғып йә уларҙы тартып уйнайҙар.
Классик һәм хәҙерге меренге
үҙгәртергәХәҙерге заман меренгеһында аккордеон ҡатнашмай тиерлек. Уны клавишалы — фортепиано һәм тынлы — торба, тромбон, саксофон музыка ҡоралдары алмаштырҙы. Торба менән тромбон, «тропик» йүнәлешендәге музыка киң ҡулланылып, көйҙө дәртле һәм тантаналы итә. Атап әйткәндә, Пуэрто-Рико утрауында меренге өсөн торбаларҙың шаңҡытҡыс партиялары хас. Доминика музыканттары йыш ҡына оркестрға бер йә ике саксофон индерә; был осраҡта көйҙөң һүрәте бер аҙ тигеҙләнгәндәй була. Фольклор ансамблдәре лә ҡайһы берҙә саксофон ҡуллана.
Меренге тарихы
үҙгәртергәМузыкаль жанрҙың тыуыуы
үҙгәртергәМеренгеның килеп сығыуы буйынса һаман бәхәстәр бара. Был жанрҙың барлыҡҡа килеүенә ҡағылышлы бер нисә версия йәшәп килә:
- Беренсе меренгены доминика композиторы, хәрби оркестрҙар етәксеһе Хуан-Баутиста Альфонсека (Alfonseca Juan Bautista, 1810—1875) ижад иткән һәм башҡарған. Әйткәндәй, ул Доминика Республикиаһының беренсе гимнының да (Flérida de Nolasco) авторы.
- Беренсе меренге, Таланкера эргәһендәге алышта (1844) доминика ғәскәрҙәре гаитиҙарҙы (Rafael Vidal) еңгәс, триумф көйө булараҡ яңғыраған.
- Меренге ул замандарҙа киң таралған упа (upa habanera) тигән куба көйөнән башланғыс алған. Доминика Республикаһына упа Пуэрто-Рико ярҙарынан үткән быуаттың уртаһында килгән (Fradique Lizardo).
Тарих яҙыусылар фекеренсә, меренге барлыҡҡа килеүҙең өсөнсө версияһы ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап килә кеүек. Әйтәйек, 1838—1849 йылдарҙа упа абанера (upa habanera) бейеүе киң таралыу ала, ул тәүҙә Пуэрто-Рикола, шунан Санто-Домингола модаға керә. Был бейеүҙең бер хәрәкәте «меренге» тип атала. Полковник Альфонсека был популяр көйҙөң фрагменттарын үҙ әҫәрҙәренә индерә башлағансы уның исемен бер кем дә хатта иҫкә лә алмағандыр.
Тәүҙә меренге киң ҡулланыла торған трес, куатро ( кариб гитараһы төрҙәре), доминика бандуррияһы кеүек халыҡ музыка ҡоралдары ярҙамында башҡарыла. Үткән быуаттың аҙағында Доминика Республикаһына Европанан диатоник аккордеон индерелә, был бик уңайлы музыка ҡоралы бандуррияны һәм гитараларҙы алмаштыра. Әммә шул уҡ ваҡытта аккордеондың көй мөмкинлектәре музыкаға бер аҙ сикләү барлыҡҡа килтерә, шунлыҡтан меренге шул замандан бирле ғәмәлдә бер үҙгәреш тә кисермәй.
1930 йылға тиклем меренгеның үҫеше
үҙгәртергәМеренгеның бик тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулап алыуына ҡарамаҫтан, юғары ҡатлам бик оҙаҡ ваҡыт буйы яңы жанрҙы ҡабул итмәй, бының сәбәбе меренгеның Африка тамырҙарына бәйле була. Шундай уҡ сығышлы башҡа доминика ритмдары аҡһөйәктәрҙең ул тиклем ҡаршылығына осрап тормай, сөнки улар ауыл ерендә йәшәп килгән йола бейеүҙәре була, аҡһөйәктәр йәмғиәтенән алыҫта башҡарыла, ә меренгены хатта бал салондарында бүтән классик бейеүҙәр менән тиң ҡуйып башҡара башлаған булалар. Меренгены юғары ҡатламдарҙың оҙаҡ ҡабул итмәүенең тағы бер сәбәбе йырҙарҙың текстарына бәйле. Улар нигеҙҙә вульгар, һүгенеү һүҙҙәренә бай була һәм бындай текстарға мәҙәниәтле бейеү салонында урын табылмай.
1875 йылда президент Улисес Франсиско Эспайльят (Espaillat, Ulises Francisco) меренгены тыйыу кампанияһын башлап ебәрә. Был сараның кәрәге лә булмай, сөнки ул заманға меренге ҙур ҡалаларҙан китеп, ауыл төбәктәренә барып инеп таралыу тапҡан була. Ул айырыуса Сибао төбәгендә киң тарала (бәлки, шунлыҡтан был төбәк меренгеның тыуған ере тип һаналалыр).
XX быуат башында меренгены тергеҙеү хәрәкәте башлана. Ул замандың билдәле музыканттары меренгеның ҡабат салондарҙа яңғырай башлауын теләй. Бының өсөн текстарҙы вульгар һүҙҙәрҙән азат итергә кәрәк була. Байтаҡ ваҡыт меренгеның абруйын таҙарта алмайҙар. Хәл 1930 йылда ҡырҡа үҙгәрә, президентлыҡҡа кандидат Рафаэль Леонидас Трухильо үҙенең һайлау алды кампанияһына традицион меренге, «perico ripiao» башҡарған халыҡ оркестрын (conjuntos) саҡыра. Радионың киң таралыуы ла меренгены популярлаштырыуға үҙ өлөшөн индерә.
1910—1930 йылдарҙа билдәле меренге башҡарыусылар: Франсиско «Ньико» Лора (Francisco «Ñico» Lora), Антонио Абреу (Antonio Abreu).
Меренге Трухильо осоронда (1930—1961)
үҙгәртергәДиктатор Трухильо ғаиләһе халыҡ доминика музыкаһын таратыуға ҙур өлөш индерә. Был осорҙа меренге илдән ситтә лә таралыу таба башлай, был Доминик Республикаһында һәм бөтә Кариб төбәгендә радиостанциялар һаны артыуға бәйле була. 30-сы йылдарҙа Венесуэлала, Колумбияла, АҠШ-та, Кубала меренге клубтары барлыҡҡа килгәнлеге билдәле. Был ваҡытта Альберто Бельтран (Alberto Beltrán), Анхель Вилория (Ángel Viloria), Луис Калаф (Luis Kalaff), Хосеито Матео (Joseíto Mateo) кеүек башҡарыусылар киң танылыу яулай.
Меренге беҙҙең көндәрҙә
үҙгәртергә1961 йылда Трухильо диктатураһы ҡолатылғас, меренге яңыса үҫеш ала. Доминика йәмғиәтенең демократлашыуы музыкаль коллективтарға ҙур ижади мөмкинлектәр аса, ҙур иректәр бирә. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, меренге көйҙәре лә төрлөләнә һәм байый. Бығаса артыҡ сәйәсиләштерелгән текстар көндәлек тормош-йәшәйеш темаларына яҙылғандарға алмашына. 60-сы йылдарҙа Джонни Вентураның «Комбо Шоу» (El Combo Show de Johnny Ventura) төркөмө кеүек колллективтар, Куко Валойҙың (Cuco Valoy), Феликс дель Росарио (Félix del Rosario) оркестрҙары барлыҡҡа килә.
70-се йылдарҙа бик йылдам үҫкән Санто-Доминго һәм Нью-Йорк кеүек доминика эмиграцияһы үҙәгенә әйләнгән ҡалаларҙа меренге популяр музыка статусын ала. Шулай уҡ музыкаль коллективтарҙың концепцияһы ла үҙгәрә, хәҙер инде улар төркөм тип атала (элекке оркестр урынына), улар араһында Milly y Los Vecinos, Conjunto Quisqueya, Wilfrido Vargas y Los Beduinos, Los Hijos del Rey иң билдәлеләргә әүерелә.
80-се йылдарҙа доминика музыкаһына төрлө-төрлө сит ил музыкаль стилдәре, атап әйткәндә, рок һәм джаз ҙур йоғонто яһай. Был меренге көйҙәренең тағы ла нығыраҡ төрләнеүенә килтерә. Меренгены аранжировкалаусылар эшкәртмәләргә яңы музыка ҡоралдары (скрипка, виолончель, синтезатор һәм башҡалар) индерә. Башҡарыусылар араһында Хуан-Луис Герра һәм уның «4.40» (Juan Luis Guerra y 440) тигән оркестры, Диони Фернандес (Dioni Fernández), Алекс Буэно (Alex Bueno), Рамон-Орландо Валой (Ramón Orlando Valoy), Фернандо Вильялона (Fernando Villalona), Серхио Варгас (Sergio Vargas), Рубби Перес (Rubby Pérez), «Бер туған Росариолар» (Los Hermanos Rosario), аранжировкалаусыларҙан Мануэль Техада (Manuel Tejada) киң билдәлелек ала.
80-се йылдар аҙағы — 90-сы йылдар башында башлыса ике музыкант — доминикалы Джоси Эстебана (Jossie Esteban) һәм пуэрто-риколы Альберто «Ринго» Мартинес (Alberto «Ringo» Martínez) — эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә меренге Пуэрто-Рикола бик ныҡ популярлаша. Эстебан һәм Мартинес, La Patrulla 15 тигән үҙ төркөмдәрен генә төҙөп ҡалмайынса, бик күп йәштәр төркөмдәре лә ойошторалар, мәҫәлән, Caña Brava, Zona Roja, Las Nenas de Jossie y Ringo; бик күп йәш таланттарҙы асалар — мәҫәлән, Ольга Таньон һәм Селинес (Celinés) тигән популяр йырсыларҙы улар әҙерләй. Был музыкаль жанрҙың Пуэрто-Рикола ла, Доминика Республикаһында ла үҫеше ғәмәлдә параллель рәүештә бара. Был осорҙа меренге коммерция музыкаһы статусын ала — күп башҡарыусыларҙың альбомдары Американың, Европаның һәм Азияның музыкаль баҙарҙарына сыға. Ләкин 90-сы йылдар уртаһында Пуэрто-Рико меренгеһы бик ҙур үҙгәреш кисерә, уның ритмы һәм көйө үтә ябайлаша. 90-сы йылдар аҙағында тағы бер ағым хасил була — Нью-Йорк меренгеһы тип аталған был ағымдың текстары һәм көйө тағы ла нығыраҡ примитивлаша.
Шулай уҡ 90-сы йылдар аҙағында Доминика Республикаһында һәм Нью-Йорктың доминика общиналарында «меренге типико» тигән фольклор музыкаһы популярлаша. 1997 йылда Fulanito тигән Нью-Йорк төркөмө «Guallando» сенсацион альбомын сығара, ул типико меренгеһының хәҙерге заман ҡала ритмдары (рэп) менән ҡатнашмаһы булып тора.
Музыкаль тәнҡитселәр фекеренсә, 2000 йылдан алып меренге кризис кисерә. Меренгеның коммерциялашыуы жанрҙың үҙсәнлегенә кире йоғонто яһай: күп һанлы бер көнлөк төркөмдәр баҙарҙы насар сифатлы альбомдар менән тултыра. Шуға ҡарамаҫтан, «жанр ветерандары», мәҫәлән, Хуан-Луис Герра (Juan Luis Guerra), Милли Кесада (Milly Quezada), Джоси Эстебан, Вильфридо Варгас, яңы альбомдар сығарыуын һәм меренгеның терелеүенә өмөтләнеүен дауам итә.
Яҡын музыкаль жанрҙар
үҙгәртергә- Бачата
- Кумбия
- Пачанга
- Реггетон
- Сальса
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Austerlitz, Paul: Merengue: Dominican Music and Dominican Identity. — Temple University Press, Philadelphia, 1997. — ISBN 1-56639-484-8
- Gómez Sotolongo, Antonio: Los cien músicos del siglo. — Editorial Cañabrava, Santo Domingo, 2000.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Tambora y Güira (инг.) (исп.)