Ғәббәс
Ғәббәс (рус. Габбасово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Муйнаҡ ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453390, ОКАТО коды — 80226822002.
Ауыл | |
Ғәббәс рус. Габбасово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453390 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәҮҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425 - 1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2]. Ауыл 1816 йылдан алып билдәле. Ауыл тәүге төпләнеүсе Ғәббәс Ураҙаев исеме менән аталған. 1866 йылда Әбүләйес исеме менән теркәлгән, 17 йортта 71 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[3].
Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Кесе Өҫкәлек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан[3].
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 43 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Муйнак): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 79 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы (13.02.1924—16.01.2009) — инженер-технолог. Техник фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Уразаев Мәхмүт Һибәт улы (14.05.1936—6.09.2021) — яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалҡы: 1900 йылда — 156 кеше, 1920 йылда 189 кеше иҫәпләнгән[3]. 2009 йылда 174 кеше йәшәгән[4].
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың күпселеге башҡорттар (99 %)[10].
Урамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Йылғалар
- Игеннәр йылғаһы
Тауҙар
- Ҡалаҡбаш тауы
- Шүрәле тауы
- Өрпәк тау
Юлдар
- Түлә юлы[12]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Ғәббәс // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортстан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәббәс // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |