Уразаев Мәхмүт Һибәт улы

Уразаев Мәхмүт Һибәт улы (14 май 1936 йыл — 6 сентябрь 2021 йыл) — яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе.

Уразаев Мәхмүт Һибәт улы
Псевдонимдары:

Мәхмүт Һибәт

Тыуған көнө:

14 май 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Ғәббәс ауылы

Вафат булған көнө:

6 сентябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (85 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, журналист

Биографияһы үҙгәртергә

Мәхмүт Һибәт улы Уразаев 1936 йылдың 14 майында Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс мәктәп, күрше Муйнаҡ ауылында ете йыллыҡ, унан һуң Абҙан ауылында урта мәктәп тамамалай. Өс йыл колхозда эшләй. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә.

Башҡортостан телевидениеһы һәм радио комитетында, «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында эшләй.

Тәүге шиғырҙары матбуғатта 1957—1958 йылдарҙа донъя күрә. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2021 йылдың 6 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Китаптары үҙгәртергә

  • Йылдар юғалмай.
  • Сал офоҡ.
  • Алпамыша.
  • Биллеғылыс.
  • Ғүмер ҡиссалары.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2018)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт шиғриәте антологияһы Башҡортостан китап нәшриәте 2001 йыл.

Һылтанмалар үҙгәртергә



  Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.