Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Вәҫән, үәҫән — Исламда: һынташтар (тораташтар, боттар), идолдар, исламға тиклемге Ғәрәбстанда мәжүси ғибәҙәт ҡылыу объекттарының төп билдәләренең береһе. Ҡайһы бер һынташтар Ҡөрьәндең Ән-Нәджм сүрәһенең 19-23-сө, Нух сүрәһенең — 22-23, Әс-Саффат сүрәһендәге 123—126 аяттарында телгә алына. Ҡөрьәндә бөтәһе 9 боронғо ғәрәп илаһы исеме телгә алына. Һынташтарға шулай уҡ нүсүб (мн. с. әнсәб) һәм сәнәм (мн. с. әснәм) тигән терминдар ҡулланылған.

Әнсәб («юнылмаған таштар») — ғибәҙәтхананың изге территорияһындағы ҡәбер таштары, шулай уҡ һынташтарға арналған ҡорбандарҙың ҡаны ҡойолған таштар. Боронғо ғәрәптәр ундай ташты илаһ кеүек һанай алған, әммә ул ғибәҙәт ҡылыуҙың даими объектына бик һирәк әүерелгән, сөнки һәр туҡталҡала күсмә халыҡтар үҙҙәренә яңы таш һайлаған[1].

VI—VII быуаттар сигендә Ғәрәбстан мәжүси культтары мәжүси илаһтарҙың абруйы ҡырҡа кәмеүендә сағылған көрсөк кисерә. Ниндәйҙер ҡеүәтле юғары илаһ тураһында күҙаллауҙар Ғәрәбстанда йәһүдилек һәм христианлыҡтың таралыуына булышлыҡ итә. Был урындағы аныҡ ҡына булмаған бер илаһлыҡ барлыҡҡа килеүенә килтерә (хәнифиә), ул генетик яҡтан ислам диненә яҡынайған булған. Исламда ҡайһы бер ғәрәп мәжүси йолалары һаҡланған (манасик), тәү сиратта был Хаж һәм Ҡара ташты хөрмәтләү менән бәйле [2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Резван Е. А. Васан // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 46—47. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
  • Шифман И. Ш. Арабы у Гомера и Геродота, «Палестинский сборник», 1962, No9, с, 67-79.
  • Лундин А. Г. «Дочери бога» в южноарабских надписях и в Коране, «Вестник древней истории», 1975, No 2, с. 124-31
  • Winnott F. V. The daughters of Allah, «The moslem world», 1940, t. 30, p. 1-18.