Вәлиәхмәтов Фән Ғәфис улы

Вәлиәхмәтов Фән Ғәфис улы (18 ғинуар 1951 йыл) — йырсы. 1979 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, 1995—2005 йылдарҙа Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһы «Энергетик» мəҙəниəт һарайының «Болғар» ансамбле солисы. Башҡортостан (2011) һəм Татарстан (2007) Республикаларының халыҡ артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021). Шаран районының почётлы гражданы (2013).

Вәлиәхмәтов Фән Ғәфис улы
Тыуған көнө 18 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Шаран районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыкант
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Фән Ғәфис улы Вәлиәхмәтов 1951 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Шаран районының Хафиз ауылында тыуған. 1979 йылда Өфө сəнғəт училищеһын тамамлаған (Д. Ə. Мусин класы).

1970 йылдан Туймазы ҡалаһының мəҙəниəт һарайы, 19731974 йылдарҙа Бүздəк район мəҙəниəт йорто, 1979 йылдан Башҡорт филармонияһы, 19952005 йылдарҙа «Энергетик» мəҙəниəт һарайының (Яр Саллы ҡалаһы) «Болғар» ансамбле солисы. Көслө үҙенсəлекле тауышҡа эйə. Башҡарыу сəнғəтендə халыҡсан йырлау традицияларын һаҡлай.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Репертуарында Б. М. Ғайсин, М. М. Ғилəжев, Ф. Х. Ғəлимов, Н. Ə. Дауытов, Р. Х. Сəхəүетдинова, Р. М. Хəсəнов һәм башҡаларҙың йырҙары; башҡорт («Ғайса ахун», «Порт Артур», «Ялсығол»), татар («Герман көйө», «Зөлəйха», «Шахта») халыҡ йырҙары һәм башҡалар. Татар һәм башҡорт халыҡтарының популяр йырҙары менән бер рәттән, онотолоп бөткән иҫке йырҙарын да табып, уларға йән өрөп, киләсәккә илтеүсе ул Фән Вәлиәхмәтов.

Татар АССР‑ында үткəрелгəн Башҡорт АССР-ы əҙəбиəте һəм сəнғəте көндəрендə (Ҡазан, 1989), «Һабантуй» халыҡ байрамында (Аделаида ҡалаһы, Австралия, 2006) ҡатнаша. Рəсəй буйлап гастролдəрҙə була.

2021 йылдың 19 мартында йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә