Генрих Гейне

немец шағиры, публицист һәм тәнҡитсе
(Гейне битенән йүнәлтелде)

Генрих Гейне, Христиа́н Иога́нн Ге́нрих Ге́йне (нем. Christian Johann Heinrich Heine, әйтелеше Кри́стиан Ёхан Ха́йнрихь Ха́йнэ; 13 декабрь 1797 йыл17 февраль 1856 йыл) — немец шағиры, публицист һәм тәнҡитсе[1][2][3][4].

Генрих Гейне
нем. Heinrich Heine
Исеме:

Христиан Иоганн
Генрих Гейне

Тыуған көнө:

13 декабрь 1797({{padleft:1797|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны:

Дюссельдорф ҡалаһы, Германия

Вафат булған көнө:

17 февраль 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (58 йәш)

Вафат булған урыны:

Париж

Эшмәкәрлеге:

шағир, публицист һәм тәнҡитсе.

Ижад йылдары:

1820 — 1851

Йүнәлеше:

лирика

Жанр:

романтизм

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

немец, француз телдәре

Дебют:

Йырҙар китабы (русса Книга песен, немецсә Buch der Lieder), 1827

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Гейне бер үк ваҡытта «романтик дәүер»ҙең һуңғы шағиры һәм уның башлығы булып һанала. Һөйләү телен лирикала әүҙем ҡулланып, ул фельетон һәм юл яҙмаларын әҙәбилек формаһына тиклем күтәрә һәм нимес теленә бығаса таныш булмаған күркәм (элегантлы) еңеллек индерә. Әҙиптең әҫәрҙәренә Франц Шуберт, Роберт Шуман, Рихард Вагнер, Иоганн Брамс, Пётр Ильич Чайковский кеүек билдәле һәм башҡа күп композиторҙар йырҙар яҙған.

Биографияһы

үҙгәртергә

Христиан Иоганн Генрих Гейне 1797 йылдың 13 декабрендә Германияның көнбайышында урынлашҡан Дюссельдорф ҡалаһында туҡыма һатып бөлгөнлөккә төшкән еврей сауҙагәре Самсон Гейне (1764—1829) ғаиләһендә тәүге бала тыуған Уның үҙенән кесе өс туғаны булған — Шарлотта (1800—1899), Густав (1803—1886) һәм Максимилиан (1804—1879). Беренсел тәрбиәне Генрих католиктарҙың ғибәҙәт ҡылыуының ҡупшылығына һәм тантаналығына үҙендә һөйөү уятҡан урындағы католик лицейҙа ала. Уҡымышлы һәм аҡыллы әсәһе Бетти (Пейра) (1770—1859) артабан улы менән ныҡлап шөғөлләнә һәм уға яҡшы белем бирергә тырыша.

Төп әҫәрҙәре

үҙгәртергә
 
СССР-ҙың почта маркаһы, 1956 йыл
  • Йырҙар китабы (русса Книга песен, немецсә Buch der Lieder), 1827
  • Юл күренештәре (Путевые картины; Reisebilder):
    • 1-се том — Гарц буйлап сәйәхәт (Путешествие по Гарцу; (Die Harzreise), 1826
    • 2-се том — Төньяҡ диңгеҙ һәм Идеялар. Ле Гран китабы (Северное море и Идеи. Книга Ле Гран; (Nordsee). Ideen. Das Buch Le Grand), 1827
    • 3-сө том — Мюнхендан Генуяға сәйәхәт һәм Лукка һыуҙары (Путешествие из Мюнхена до Генуи и Луккские воды; Reise von München nach Genua); Die Bäder von Lucca), 1829
    • 4-се том — Лукка ҡалаһы һәм Англия фрагменттары (Город Лукка и Английские фрагменты; Die Stadt Lucca) (Englische Fragmente), 1831
  • Шиғыр йыйынтығы Яңы шиғырҙар (сборник стихов Новые стихотворения; Neue Gedichte), 1844
  • Шиғыр йыйынтығы Романсеро (сборник стихов Романсеро; Romanzero), 1851

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Берковский Н. Я. Гейне // Краткая литературная энциклопедия — М.: Большая Российская энциклопедия. — Т. 2.
  2. J. W. F., J. G. R. Heine, Heinrich // 1911 Encyclopædia Britannica — 11 — New York City: 1911. — Vol. 13.
  3. П. Вейнберг Гейне, Генрих // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз—Ефрон, 1892. — Т. VIII. — С. 254—257
  4. Гейне Генрих // Большая Советская Энциклопедия: в 30 т. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.

Һылтанмалар

үҙгәртергә