Власова Татьяна Александровна
Власова Татьяна Александровна (1905—1986) — совет психологы һәм дефектологы, психология фәндәре докторы (1972), профессор (1976), СССР Педагогия фәндәре академияһы академигы (1982).
Власова Татьяна Александровна | |
рус. Татьяна Александровна Власова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 18 (31) декабрь 1905 или 31 декабрь 1905[1] |
Тыуған урыны | Быуа, Буинский уезд[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 16 июнь 1986 (80 йәш) или 16 февраль 1986[1] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | психолог, defectologist, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | психология һәм дефектология[d] |
Уҡыу йорто | Второй Московский государственный университет[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | психология фәндәре докторы[d] (1972) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1905 йылдың 18 декабрендә (31 декабрҙә)[2] Рәсәй империяһының Быуа ҡалаһында (хәҙерге Татарстан Республикаһы), крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1922 йылда, урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Быуа һәм һуңыраҡ — Ҡаҙан ҡалаһының мәктәптәрендә һәм балалар йорттарында уҡытыусы һәм тәрбиәсе булып башлай. 1929 йылда 2-се Мәскәү университетының дефектология факультетын тамамлай һәм илдә беренсе дефектология буйынса ғилми үҙәкте — РСФСР халыҡ мәғарифы комиссариатының эксперименталь-дефектология институтын (һуңынан СССР педагогия фәндәре академияһының дефектология ғилми-тикшеренеү институты була) ойоштороу буйынса комиссия составына индерелә. Власованың бөтә тормошо ошо институт менән бәйләнә, унда ул клиника-диагностика бүлегенең мөдире, директор урынбаҫары һәм директоры була.
КПСС ағзаһы була[3]. 1945—1963 йылдарҙа Татьяна Александровна КПСС Үҙәк Комитеты аппаратында яуаплы партия эшендә эшләй, бер үк ваҡытта ғилми эштәрен дауам итә. 1963 йылдан Т. А. Власов яңынан СССР педагогия фәндәре академияһының дефектология ғилми-тикшеренеү институтында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, 1968 йылдан вафат булғанға тиклем — институт директоры.
1986 йылдың 16 июнендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән[4] (3 участка, 60 ряд).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Халыҡтар дуҫлығы ордены;
- Крупская миҙалы;
- Макаренко миҙалы;
- Гогебашвили миҙалы;
- бер нисә союздаш республикаларҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы билдәһе;
- өс тапҡыр СССР педагогия фәндәре Академияһының премияһы лауреаты;
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).