Вильнюстағы ваҡиғалар (1991)

Вильнюста 1991 йылдың 11-13 ғинуарындағы ваҡиғалар, литва тарихнамәһендә Ғинуар ваҡиғалары булараҡ билдәле (лит. Sausio įvykiai) — Литваның СССР составынан сыҡҡандан һуң биш йыл үткәс, 1991 йылдың 11 — 13 ғинуары осорондағы бәрелештәр. Башлыса Вильнюста булалар[1]. Шулай уҡ был көндәрҙә совет ғәскәрҙәре элемтә үҙәктәрен, хәрби һәм граждан объекттарын баҫып алыу, республиканың башҡа ҡалаларында — Вильнюс тирәһендәге ҡасабаларҙа, каунаста, Клайпедала — юлдарҙы көсәйтелгән рәүештә патруллек итеү, армия тарафынан Шауляуҙа мэрия бинаһы баҫып алыу буйынса ғәмәлдәр үткәрелә. Ваҡиғалар шулай уҡ Алитуста һәм Варенда күҙәтелә[2].

Вильнюстағы ваҡиғалар
Рәсем
Дәүләт  Литва
Урын Вильнюс
Ваҡиға ваҡыты 13 ғинуар 1991
Башланыу датаһы 11 ғинуар 1991
Тамамланыу датаһы 13 ғинуар 1991
Ҡатнашыусылар 76-сы гвардия десант-штурмлау дивизияһы[d] һәм Альфа[d]
 Вильнюстағы ваҡиғалар (1991) Викимилектә

1991 йылдың ғинуарында ошондай сыуалыштар Ригала ла була (ысынында ғәскәри частар һәм ауыр техника ҡулланылмай), унда ла бер нисә ҡорбан була.

Тарих башы

үҙгәртергә

1990 йылдың 11 мартына ҡараған төндә Литва ССР-ы Юғары Советы Витаутас Ландсбергис етәкселегендә Литваның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Литва союздаш республикалары араһында бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән беренсе республика була. Республика территорияһында СССР Конституцияһы ғәмәлдәре туҡтатыла һәм 1938 йылғы Лива Конституцияһы ғәмәлгә индерелә[3]. СССР хөкүмәте һәм сит ил илдәре ул ваҡытта Ливаның бойондороҡһоҙлоғон танымай.

22 мартта «Совет граждандарының хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар, Литва ССР-ының территорияһында СССР Союзы суверенитетын һаҡлау тураһында» президент указы баҫтырыла, уға ярашлы Литва халҡының һәм ойошмаларының ҡоралды тартып алыу ҡаралған була. Яуап итеп, Литва Республикаһы Юғары Советы уның граждандарына ҡаршы башҡа дәүләт тарафынан» көс ҡулланыуҙы әҙерләү билдәләп үтелә һәм «үҙ протестары менән көс ҡулланыу мөмкинлегенә ҡаршылыҡ күрһәтеү» үтенесе белдерелә[4].

Шул уҡ көндө совет десантсылары ҡала комитеты бинаһын баҫып алалар. 24 мартта улар — Юғары партия мәктәбен, ә таңға Политпросвет йортон биләйҙәр[5].

18 апрелдән өлөшләтә Литваның энергетик блокадаһы башлана[6].

27 апрелдә Литва Юғары Советы бинаһы янында «Советтар Союзы тарафынан Литваны оккупициялауға» ҡаршы протест митингыһы уҙғарыла, унда 500 егет «оккупацион армияла хеҙмәт итеүҙән баш тартыу билдәһе йөҙөнән» хәрби билетын яндыра[7].

Ваҡиғалар хроникаһы

үҙгәртергә

1991 йылдың 7 ғинуарында К. Прунскен етәксеклегендә Литва хөкүмәте аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы шаҡтай күтәрә (республика буйынса уртаса 3,2 тапҡырға, йәғни «хаҡтарҙы либералләштерә». «Альфа» подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре шул уҡ көндө Вильнюсҡа килеп етә, йәғни ваҡиғалар булырын бер кем белмәгән саҡта уларға әҙерлек башлана. Хаҡтарҙы күтәреү һәм "Альфа"ны ҡулланыу бер үк ваҡытта планлаштырылған тип күҙалларға була[8].

Киләһе көндө Вильнюс граждандар комитеты һәм советтар яҡлы «Берҙәмлек» коммунистик ойошмаһы Литва Юғары Советы бинаһы янында митинг ойошторалар, унда ҡатнашусылар төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы төшөрөүҙе, литва хөкүмәтен отставкаға ебәреүҙе талап итәләр һәм хатта бинаға баҫып инергә маташалар[9]. Радио һәм телевидение буйынса сығышында Юғары Советы рәйесе Витаутас Ландсбергис бойондороҡһоҙлоҡ яҡлыларҙы парламент, хөкүмәт биналарын һәм иң мөһим инфраструктура объекттарын баҫып алыуға юл ҡуймаҫҡа саҡыра.

8 ғинуарҙа СССР Юғары Советы сессияһында сығыш яһаған Союз парламентының Милләттәр палатаһы рәйесе Рафиҡ Нишанов Литвала барлыҡҡа килгән хәлдәр буйынса «борсолоуын белдерә» һәм СССР Юғары Советына «Литва халҡынан Союз етәкселегенә респупубликала тәртип булдырыу буйынса күп һанлы телеграммалар» килеүе тураһында еткерә[9]. Бер үк ваҡытта, 8-9 ғинуарҙа Литваға Псков десант дивизияһы һәм башҡа частар хәрбиҙәре йүнәлтелә.

9 ғинуарҙа сәғәт 16-ла Литва Республикаһы Юғары Советы бинаһы янында башлыса урыҫ телле вәкилдәренән торған күп меңле халыҡ йыйыла, уларҙың ҡулдарында — «Долой парламент! СССР Союзы йәшәһен» һүҙҙәре яҙылған лозунгылар"[9].

10 ғинуарҙа СССР Президенты Михаил Горбачёв конститутцияға ҡаршы акттарҙы кире ҡағыуҙы һәм союз Конституцияһы ғәмәлдәрен тергеҙеүҙе талап итә. 11ғинуар көнө дауамындая совет частары Вильнюстаҫы матбуған йортон, Нименчинола ретрансляция телевидениеһы узелын, Вильнюста, Алитуста, шауляйҙа КПСС-тың башҡа биналары баҫып алына. Литва Республикаһы Юғары Советы халыҡты урадарға сығырға һәм Юғары Советы биналары, радиоүҙәге, телефон станциялары биналарын һаҡлауҙа ҡатнашырға саҡыра, Литва Сит ил министрлығы үҙ сиратында СССР Сит ил министрлығына «республика территорияһында совет хәрбиҙәренең оккупацион ғәмәлдәренә бәйле» протест нотаһын юллай[9]. Шул уҡ көндө Литва Компартияһы Үҙәк Комитетында Юозас Ермалавичюс Литва ССР-ы Милли ҡотҡарыу комитетын булдырыу тураһында иғлан итә, ул Литвала берҙән-бер легитим орган була. КПСС Үҙәк Комитеты милли бүлеге мөдире С В. Михайлов Литвалағы хәлдәр тураһында КПСС Үҙәк Комитетына хәбәр итә:

«КПСС Үҙәк Комитеты яуаплы хеҙмәткәрҙеренең хәбәр итеүе буйынса (Казюлин, Удовиченко иптәштәр), находящихся в Литве, быйылғы йылдың 11 ғинуарында Вильнюста десантсылар Матбуғат йорто һәм ДОСААФ (унда Крайҙы һаҡлау департаменты) биналарын, ә Каунаста офицерҙар курсы бинаһын үҙ контроле аҫтына ала. Әлеге операция, дөйөм алғанда, көслө бәрелештәрһеҙ үтә. […] Урындағы ваҡыт менән сәғәт 17-лә Литва Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетында пресс-конференция үткәрелә, унда Үҙәк Комитетының идеология бүлеге мөдире иптәш Ермолавичюс Ю. Ю. Литвала Милли ҡотҡарыу комитетын булдырыу тураһында хәбәр итәләр. Әлеге Комитет властың бөтә тулылығын үҙ өҫтөнә ала. Ул радиоүлсәү приборҙары заводында урынлашҡан (директор иптәш Бурденко О. О.). […]»[6]

Киске сәғәт 20-лә Вильнюс менән тимер юлы бәйләнеше өҙөлә, төнгө сәғәт 1-ҙә (12 ғинуар) ҡораллы һалдаттар төркөмө Костюшко урамындағы Крайҙы һаҡлау департаменты штаб-фатирын баҫып ала, ә десантсылар үҙ ҡарамағы аҫтына Вильнюстағы телефон узелын алалар, һөҙөмтәлә ҡаланың тышҡы донъя менән бәйләнеше ярты сәғәткә өҙөлә[9].

 
Юғары Совет Вильнюстағы ваҡиғалар ваҡытында

12-һенән 13-сө ғинуарға ҡараған төндә ике совет бронетехникаһы колоннаһы (7-се гвардия. дшд(г) десантсылары) «Альфа» төркөмө ярҙамында) үҙенең даими дислокация урынынан («Төньяҡ ҡаласыҡ»), юлдың бөтә һыҙаттарын биләп, Вильнюс үҙәгенә юллана. Береһе, тип фараз ителә, меңәрләгән халыҡ йыйылған парламентҡа, икенсеһе — шулай уҡ күп халыҡ йыйылған телевизион башняға.

Ул төндә, совет ғәскәрҙәре телевизион башняны штурмалағанда, 13 кеше һәләк була һәм, кәм тигәндә, 140 кеше яралана[10] (һәләк булыусылар араһында — «Альфа» төркөмө лейтенанты В. В. Шатских). Юғары Совет бинаһына һөжүм үткәрелмәй.

Прокуратура билдәләүенсә, майҙанда атыш алып барыла, икенсе яҡтан, хәрби командование, атыу тик һауаға һәм башлыса пуляһыҙ патрондар менән башҡарылды, тип белдерә. Танк орудиелары ла йәҙрәһеҙ пулялар менән ата[11]. Был факт әлегә тиклем кире ҡағылмаған.

Һуңынан СССР вазифалы кешеләренән бер кем дә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡты алырғка теләмәй. Эске эштәр һәм оборона министрҙары шулай уҡ үҙҙәренең ҡыҫылышы булмауында ышандыралар ине[12]. СССР президенты М. С. Горбачев та СССР Ҡораллы көстәренең әлеге акцияһы тураһында бер ни белмәгәнен һәм уға хәлдәр тураһында иртәнсәк кенә хәбәр итеүҙәрен белдерә. Һуңыраҡ Горбачев, «Альфа» яугирҙарына уның исеменән ҡулдан яҙылған бойороҡ күрһәткән (һуныңан уны йыртып ташлағандар) тип белдерә[13].

1997 йылда Крайҙы һаҡлау министрлығының элекке министры Аудрюс Буткявичюс инглиз журналистарына 1991 йылдың ғинуарында телебашняны уратып алған халыҡҡа туның боевиктары аттылар. тип һөйләй. Матбуғатта Аудрюс Буткявичюстың 2000 йылда «Обзор» гәзитенә ошондай уҡ әйтеп биреүе тураһында телгә алына .

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр юғары ил етәкселәренең берҙәм тактикаһы тураһында фекер йөрөтәләр: күңелһеҙ хәлдәр тыуғанға тиклем профилактик эштәр башҡарылмай, киреһенсә уларға үҫешергә мөмкинлек бирелә, һуңынан уларҙы баҫтырыу өсөн аҙ һанлы көстәр ҡулланып, конфликт киҫкенләшеү нөктәһенә һәм халыҡ ярһыу хәленә еткәс, ҡаты саралар ҡулланыла[14][15].


Ҡорбандар

үҙгәртергә
 
Һәләк булғандарҙы ерләү церемонияһы: Вильнюс, 1991 йыл

Литва прокуратураһы тикшереүенә ярашлы, 15 кеше һәләк булған (13 кеше — фажиғә төнөндә, тағы ике кеше алған яраларҙан вафат була), 900 кеше яралана[16]:

  •   Асанавичюте Лорета Степасовна — рәсми версия буйынса, «автотранспорт средствоһы» аҫтына эләгеү һөҙөмтәһендә һәләк була. Иванов Валерий мәғлүмәттәре буйынса, Лорета Асанавичюте хәстәханаға тере көйөнсә килтерелә һәм 13 ғинуарҙа 13 сәғәт тирәһендә ҡан юғалтыуҙан вафат була; һынған һөйәктәре табылмай[17].
  •   Вайткус Витаутас Пранасович — атып үлтерелә; тәнендә «аҫтан өҫкә» тейгән үлемесле пулялар яралары табыла.
  •   Гербутавичюс Дарюс Антанасович — атып үлтерелә; тәнендә «өҫтән аҫҡа» тейгән үлемесле пулялар яралары табылған.
  •   Друскис Виргиниюс Аугустович — атып үлтерелә; тәнендә «өҫтән аҫҡа» тейгән үлемесле пулялар яралары табылған.
  •   Каволюкас Альгимантас Юозасович — автомашина йәки бронемашина өҫтөнән үтеү сәбәпле һәләк була.
  •   Канапинскас Альгидас Эдвардович — үҙ өҫтөндә алып барған взрывпакеттың осраҡлы рәүештә шартлау һөҙөмтәһендә һәләк була.
  •   Концявичюс Витаутас — утлы яралар ала, уларҙың эҙемтәләренән 1991 йылдың 18 ғинуарында вафат була[18].
  •   Масюлис Титас Повиласович|— аты үлтерелә; алдан артҡа ҡарай пуля каналдары табылған.
  •   Матулка Альвидас — миокард инфарктынан вафат була. Ҡайһы берҙәр үлем сәбәптәрен Ғинуар ваҡиғалары менән туранан-тура бәйле булыуын ши аҫтына ала[19][20][21].
  •   Мацюлявичюс Видас Йонасович — атып үлтерелә; тәнендә «өҫтән аҫҡа» ҡарай үлемесле пулялар яралары табылған.
  •   Повилайтис Аполинарас Юозасович — атып үлтерелә; тәнендә «алдан артҡа» ҡарай үлемесле пулялар яралары табылған.
  • {{ {{{1}}}

| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР КГБ идаралығының «А» төркөмө лейтенанты Шатский Виктор Викторович — телебашняны штурмлағанда арҡаһына пуля яраһынан һәләк була[22].

  •   Шимулёнис Игнас Зигмасович — автомобиль йәки бронемашина өҫтөнән үтеү сәбәпле һәләк булған[8]; ете пуля яраһы табылған, (береһе «өҫтән аҫҡа» һәм «аҫтан өҫкә», экспертиза буйынса, үлгәндән һуң эшләнгән).
  •   Юкнявичюс Римантас Римантасович — атып үлтерелә; тәнендә «алдан артҡа» ҡарай үлемесле пулялар яралары табылған.
  •   Янкаускас Роландас Брониславович — автомобиль йәки бронемашина өҫтөнән үтеү сәбәпле һәләк булған.

Донъя реакцияһы

үҙгәртергә

Литвалағы Союз көс структураларының ғәмәлдәрен Рәсәй, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан Юғары Советтары, шулай уҡ Моссовет һәм Ленсовет ғәйепләй[6][23].

The New York Times гәзите Михаил Горбачев адресына бик ҡаты тәнҡитләй[24], әммә ул, төндәге ваҡиғалар тураһында «бер нәмә лә белмәнем», тип белдерә.

Енәйәт эше

үҙгәртергә

Беренсе процесс

үҙгәртергә

Вильнюс телебашняһын штурмлағандан һуң Литва прокуратураһы Литва ССР-ы Енәйәт Кодексының 2 бүлеге 88 статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғата (дәүләт түңкәрелешен башҡарырға маташыу)[25]. 1991 йылдың декабренә тикшереү 23 кешенең ғәйеплелеген билдәләй, улар араһында СССР оборона минстры (1991 йылдың 28 авгусына тиклем) Дмитрий Язов, СССР КГБ рәйесе (1991 йылдың 28 авгусына тиклем) Крючков Владимир һәм КПСС Үҙәк комитеты секретары Олег Шенин, шулай уҡ Литва ССР-ы коммунистар партияһының үҙәк комитеты секретары Миколас Бурокявичюс, Юозас Ермалавичюс, Науджюнас Альгимантас, Вильнюс гарнизонының элекке элекке командующийы генерал-майор Владимир Усхопчик, Вильнюс ОМОН-ы командиры Болеслав Макутынович. 1991 йылдың 17 декабрендә Литва Юғары Совенты РСФСР Президенты Борис Ельцинға хат юллай һәм ғәйепләнеүселәрҙе Литва суд органдарына биреүҙе үтенә.

1996 йылдың июнендә 48 кеше ғәйепләгән енәйәт эше Вильнюс округ судына тапшырыла, әммә шул уҡ йылдың октябрь айында суд 42 кешегә ҡарата прокуратураға судға тиклемге эште кире ҡайтара, сөнки улар йәшенгән булалар[26].

1996 йылдың октябрь аҙағында М. Бурокявичус һәм Литва коммунистар партияһының ҡайһы бер лидерҙары өҫтөнән 1991 йылдың 13 ғинуарында Вильнюс телебашняһы янында кешеләр һәләк булыуы тураһындағы эш буйынса суд ойошторола. Уларға «дәүләт ҡоролошон үҙгәртергә маташыу» һәмрадио һәм телевидение биналарын баҫып алыу маҡсатында ВДВ, КГБ һәм МВД частарын ойоштороу ғәйебе тағыла.

1999 йылдың 23 авгусында был эш буйынса Миколас Бурокявичюсҡа, Юозас Ермалавичюсҡа, Юозас Куолялисҡа, Ляонас Бартошявичюс Ляонасҡа,Ярослав Прокоповичҡа һәм Станисловас Мицкявичюсҡа хөкөм ҡарарҙары иғлан ителә.

1992 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем[27] Литва Генпрокуратураһы Беларусь Республикаһына хәҙерге белорус граждандары генерал Владимир Усхопчикты (ул ваҡытта Вильнюс гарнизоны командующийы) һәм майор Станислава Юоненены («Совет Литва» гәзитенең ул саҡтағы баш мөхәррире) биреү тураһында талаптар ҡуя.

Бөтә тикшереү осоронда Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Германиянан тик кире яуаптар алынған.

Срогы үтеү сәбәпле ғәйепләүҙе яңынан квалификациялау

үҙгәртергә

2010 йылда[28] Литва енәйәт кодексы нормалары үҙгәртелә, 23 ғәйепләнеүсенең (21 кеше Рәсәй граждандары) енәйәт эштәре кешелеккә ҡаршы һәм хәрби енәйәттәр тип яңынан квалификациялана. Бындай енәйәтәргә срок үтеү ҡулланылмай, максималь яза — ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеү[26]. Бынан тыш, бындай енәйәттәр буйынса судҡа тиклемге тикшереүҙәр 2010 йылдан алып ғәйепләнеүселәрһеҙ ҡарала ала.

2010 йылда Белоруссияла Владимир Усхопчиктан һорау алына.

Хәҙерге ваҡытта ғәйепләнеүселәр Европа Берлегенең бөтә илдәрендә эҙләүгә иғлан ителгән, уларҙы ҡулға алыу Европа ордерҙары бирелгән. Дүрт ғәйепләнеүсе вафат булған.

2011 йылдың июлендә Австрия аэропортында «А» төркөмө командирының урынбаҫары Михаил Головатов тотола, ул, Литва запросы буйынса, дөйөм Европа эҙләүендә була, әммә ул бик тиҙ арала азат ителә. Уны иреккә сығарыу Литва властарының һәм уң йәмәғәтселектең ризаһыҙлығын тыуҙыра[26][29]. Австрия властары үҙ ғәмәлдәрен нигеҙләүгә ирешә алалар[30].

2014 йылдың март айында ғәйепләнеүсе Юрий Мель — Рәсәй гражданы, элекке совет офицерыКалининград өлкәһеннә Литваға ингән саҡта тотола һәм ҡулға алына[31].

2014 йылдың 13 ноябрендә Литва генераль прокуратураһы 1991 йылдың 13 ғинуарындағы судға тиклемге тикшереү эшен тамамлай. Ғәйепләнеүселәр, уларҙы яҡлаусылар. зыян күреүселәр судҡа тиклемге тикшереү материалдары менән 2015 йылдың 12 майына тиклем таныша алды. Бынан һуң 700 томдан торған эш судҡа тапшырыла. Барыһы эш буйынса Рәсәй, белоруссия һәм Украинаның 69 гражданы үтә. Улар бөтәһе лә хәрби енәйәттәрҙә һәм кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙә ғәйепләнә. Уларҙың күбеһе сит илдәрҙә йәшәй, һәм уларҙы тотоу өсөн махсус Европа ордерҙары бирелгән[32][33].

2015 йылдың июнендә Вильнюс ОМОН-ы командирҙары Болеслав Макутынович һәм Владимир Разводов Вильнюс округ суды тарафынан аҡланалар[34].

2015 йылдың 31 авгусында Литва прокуратураһы Вильнюс телецентрын штурмлау тураһындағы эште судҡа тапшыра[35].

Икенсе процесс

үҙгәртергә

2016 йылдың 27 ғинуарында Вильнюс округ суды эштке ҡарай башлай. Эш буйынса зыян күреүселәр булараҡ −500 тирәһе кеше, ғәйепләнеүселәр булараҡ — 65, хөкөм эскәмйәһенә ике генә кеше — Рәсәй граждандары Юрий Мель һәм Геннадий Иванов[36][37]. Енәйәт яуаплылығына йәлеп ителгән кешеләр араһында — элекке КГБ офицеры Михаил Головатов, элекке СССР оборона министры Дмитрий Язов, Совет Армияһының Вильнюс гарнизонының элекке командующийы Владимир Усхопчик, Литва коммунистар партияһының элекке икенсе секретары Владислав Швед, элекке Литва компартияһы үҙәк комитетының секретары Альгимантас Науджюнас[38]

Шулай уҡ суд шаһит булараҡ СССР Президенты Михаил Горбачевты ла йәлеп итә[39]. Горбачев судҡа килмәй.

2017 йылдың июлендә ғәйепләнеүселәр исемлегенә тағы ике Рәсәй гражданы индерелгәне билдәләнә, әммә уларҙың исемдәре асылмай[28].

Рәсәй властары яғынан суд процесына ҡаршылыҡ күҙәтелә. 2016 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы 1991 йылдың 13 ғинуары ваҡиғалары тураһында суд процесы буйынса белдереү яһай[40].

Союздаш республиканың СССР составынан сығарыу бер мәл процесы була алмай, Литва Республикаһының бойондороһоҙлоҡ яулау көнө итеп 1991 йылдың 6 сентябрен иҫәпләргә кәрәк — СССР Дәүләт Советы «Литва Республикаһы бойондороҡһоҙлогон таныу тураһында» Ҡарарын ҡабул итеү көнө. Әлеге ҡарарҙы ҡабул иткәндән һуң Литва Республикаһы һәм уның ООН-ғп инеүе халыҡ-ара танылыу таба.

Ошо уҡ ваҡытта элекке СССР граждандары 2000 йылғы Литва Республикаһы Енәйәт кодексының бер нисә статьялары буйынса ҡаралған енәйәттәрҙә ғәйепләнәләр, өҫтәүенә, 2011 йылдың 31 мартында ғәмәлгә индерелгән редакцияһында, шул уҡ ваҡытта әлеге ваҡиғалар 1991 йылдың 13 ғинуарында була.
Ошо уҡ ваҡытта 1950 йылдың 4 ноябрендәге кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм төп азатлыҡтар тураһындағы Европа конвенцияның 7-се статьяһына ярашлы бер кем дә ниндәйҙер эш йәки ғәмһеҙлек башҡарыу өсөн хөкөм ителә алмай, сөнки милли йәки халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса енәйәт булараҡ һаналмаған.Оҡшаш положениелар 1948 йылдың 10 декабрендәге Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһының 11-се статьяһында 1966 йылдың 16 декабрендәге граждан һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһында Халыҡ-ара пакттың 15-се статьяһында бар.

2019 йылдың 27 мартында Вильнюс округ суды хөкөм ҡарарын иғлан итә. Юрий Мель ете йылға иректән мәхрүм ителә, Геннадий Иванов — дүрт йылға, ҡалған 65 ғәйепләнеүсе 4 йылдын алып 14 йылға ситтән тороп хөкөм ителәләр. Суд 1991 йылғы ваҡиғаларҙы ССР-ҙың Литва республикаһына ҡаршы агрессияның дауамы тигән һығымтаға килә һәм 1940 −1990 йылдарҙа Литва Республикаһы оккупацияланған дәүләт булған, 1990—1991 йылдарҙа СССР 1940 йылда башлаған агрессияһын дауам иткән, тип билдәләй[31].

Вағиғаларға ҡарата төрлө версиялар

үҙгәртергә
 
Вильнюс телебашняһы эргәһендәге һәйкәл
 
Вильнюс телебашняһы эргәһендәге иҫтәлекле тәреләр

Литва власының рәсми версияһы

үҙгәртергә

Литва власының рәсми версияһына ярашлы, бөтә яраланғандар һәм һәләк булыусылар совет ғәскәрҙәре, шулай уҡ МВД подразделениелары һәм СССР КГБ 7-се Идаралығының "А"төркөмө ғәмәлдәренән зыян күрәләр: йәғни, совет һалдаттары атҡан. 2011 йылдың 18 июлендәге «А» төркөм ветерандары хәрби патрондарҙы ҡулланыуҙан баш тарталар, шулай 1991 йылдың 12-се ғинуарынан 13-нә ҡараған төндә оперативниктар ғәмәлдәренән бер Литва гражданы зыян күрмәне, тип белдерәләр[41].

Альтернатив версиялар

үҙгәртергә

Альтернатив ҡараштарға ярашлы, бөтә 14 һәләк булған граждандар протест белдереүселәрҙең билдәле ғәмәлдәренән килеп сыҡҡан. Литва Республикаһында сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тарафынан бындай белдереүҙәр һәләк булыусыларҙы мыҫҡыллау булараҡ ҡабул ителде.

Невзоровтың версияһы

үҙгәртергә

Ленинград журналисты А. Г. Невзоров. («600 секунд» популяр тапшырыуҙың алып барыусыһы) шул ваҡытта республикаға ваҡиғаларҙы яҡтыртыу маҡсатында килә һәм митингысылар араһында була. 1991 йылдың 15 ғинуарында Үҙәк телевиденының беренсе каналында уның «Наши» исемле телефильм-репортажы күрһәтелә. Был репортжда Невзоров Вильнюс ОМОН-ын һәм Литва территорияһында совет ғәскәрҙәрен геройҙар итеп күрһәтә. Сюжет ижтимағи резонанс тыуҙырҙы, ҡайһы бер сәйәсмәндәр уны тыныс халыҡҡа ҡаршы көс ҡулланыуҙы аҡлау маҡсатын ҡуйған фальшивка тип исемләне[42][43][44].

Урындағы «Обзор» аҙналыҡ гәзитенә 2000 йылдың апрель-июлендә биргән интервьюларында[45][46], 1990—1991 йылдарҙа Литва Крайҙы һаҡлау департаментының элекке начальнигы А. Буткявичус В. Ландсбергис менән берлектә провокациялар әҙерләүе һәм халыҡты ғәскәрҙәргә ҡаршы барыуҙы ойоштороуы тураһында һөйләй, шулай уҡ ул, минең кешеләр араһында бер кемдең дә ҡоралы булманы, сөнки беҙ хәрби үҙәк машинаһы ҡоралһыҙ кешеләргә һөжүи итеүен күрһәтергә тейеш ине, тип билдәләй[47].

Литва коммунистар лидеры Бурокявичус, халыҡ араһында «Буткявичустың боевик-провокаторҙары», шулай уҡ «Польшанан килгән ҡала шарттарындағы алыштар буйынса Америка белгестәре» эш итә ине, тип белдерә.

Ошо уҡ мәғлүмәттәрҙе Литва яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Витаутас Петкявичюс раҫлай, ул ваҡытта Петкявичус Литва Сеймында Милли хәүефһеҙлеге комитеты башлығы була[48][49].

«Советская россия» гәзите йыйған мәғлүмәттәр буйынса, совет ғәскәрҙәренең ҡыҫылышына аныҡ дәлилдәр юҡ. Гәзит мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булғандарҙың береһе, йәнәһе, 1891 йылғы Мосин винтовкаһынан атып үлтерелгән, был винтовка Совет Армияһы ҡоралдары исемлегенән күптән алынған була, әммә улар, бик аҙ һанда, баш күтәреүселәрҙә булыуы билдәле, ә ҡайһы бер ҡорбандар автомобиль тапатыуҙан һәләк булған. Шулай уҡ гәзит, В. Петкявичустың 1991 йылдың 13 ғинуарында «Саюдис» литва ойошмаһының 20 боевиктары күрше ҡыйыҡ баштарынан йыйылған кешеләргә атыуы тураһында белдереүен инҡар итә, тип яҙа[50].

Сапожникова версияһы

үҙгәртергә

2016 йылда шаһиттарҙың дәлилдәренә һәм документтарға нигеҙләнгән Галина сапожникованың «Кто кого предал? Как убивали СССР и что стало с теми, кто пытался его спасти?» исемле тикшеренеү китабы сыға. Ошо китап өсөн мәғлүмәттәр йыйған саҡта Галина Сапожникова ҡулға алына һәм Литванан ҡыуыла, уға илгә инеү ҡәтғи тыйыла[51]. Журналист фекеренсә, 1991 йылдың ғинуарында Вильнюста хәрби провокация үткәрелгән[52]. «Совет республикалары араһында Литва „төҫлө революция“, технологияһын һыналған һәм уның ярҙамында Советтар Созы тарҡалды», — тип Галина Сапожникова иҫбатлай, был фекергә ул башҡа илдәрҙә һәм континенттарҙа үткәрелгән сценарийҙар менән танышыуҙан һуң килә[53].

Шулай уҡ ул, 1991 йылдың 13 ғинуарында Вильнюста бик күп сит ил журналистары йыйылыуы тураһында яҙа[54].

Журналист 1991 йылдың 13 ғинуарындағы 15 үлемдең һәр береһен ентеклә рәүештә тикшерә. Мәҫәлән, ул , 20 йәшлек лейтенант Виктор Шацких, йәнәһе, үҙ кешеләре тарафынан үлтерелгән тигән уйҙырманы кире ҡаға: ул спецназовсылар сылбырында иң аҙаҡҡы булып бара һәм уны арттан атып үлтерәләр. Ҡорбандар ете төр ҡоралдан яраланған, шул иҫәптән антиквар 1898 йылғы Мосин винтовкаһынан. Ҡайһы берҙәре осраҡлы пуляларҙан һәләк була, әммә армия ҡоралында булған Калашников автоматынан түгел. шулай уҡ Вильнюс телебашняһы янында 1940 йылғы Шпагн пистолет-пулемметынан гильзалар табыла[17].

Саподжников шулай уҡ М. Горбачевҡа ышанмауын белдерә: «КГБ спецназы — „Альфа төркөмө“ — баш командующийы рөхсәтенән тыш Литваға ике бортта бер нисек тә оса алмай»[17].

Ивановтың версияһы

үҙгәртергә

Йәмәғәт эшмәкәре, «Саюдис»ҡа альтернатив ойошма етәксеһе Валерий Иванов дәүләткә ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, төрмәлә 3 йыл ултыра. Үҙенең «Литовская тюрьма: Дневник политзаключённого» (1996) китабында 1991 йылдың 13 ғинуарындағы ваҡиғаларҙы һүрәтләй һәм 1997 йылда уны «һәләк булғандарҙы мыҡыл иткән өсөн» тағы бер тапҡыр хөкөм итәләр. Беренсе тапҡыр уны, балаһын балалар баҡсаһына алып барған саҡта, 1991 йылдың 27 ноябрендә ҡулға алалар. Литва төрмәһендә уны ҡаты режимлы блок карцерына — шкафҡа-ултырталар[55].

Үҙенең күрһәтмәләрендә Иванов, танк аҫтына эләккән Лорета Асанавичутены хәстәханаға тере килеш алып киләләр һәм ул операция алдынан үҙенең адресын әйтә, тип күрһәтә. 13 ғинуарҙа әле уға крдиограмма эшләйҙәр, ә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә ул ҡан юғалтыуҙан операция өҫтәлендә вафат була[17]. Ярыу документтарына ярашлы, һыңған һөйәктәре табылмай. Шулай уҡ ул пуляларҙың траекторияһы буйынса кемдер митингысыларға атыуы, ә тиҙ ярҙам машиналары ваҡиғалар урынанын күмәк яралыларҙы алып китеүен имтация тип иҫбатлай: машиналарҙың ишектәре ябыкҡ килеш ҡала, һуңынан улар «мигалкаларын» тоҡандыралар һәм майҙандан китәләр. иванов һүҙҙәренсә, был инсценировка сит ил журналистарына «Совет Армияһы хәрбиҙәренең тыныс граждандарын» язалауын күрһәтеү өсөн ойошторола[55].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Вильнюс, январь 1991-го. Москвичи в поддержку независимости литовцев
  2. Vilnews. By Aage Myhre, Editor-in-Chief The voice of international Lithuania
  3. Уйти, чтобы остаться… Журнал «Коммерсантъ-Власть», №11 (19 март 1990).
  4. Обращение Верховного Совета Литовской Республики от 22.03.1990 «К народам, правительствам и людям доброй воли мира» // Ведомости Верховного Совета и Правительства Литовской Республики. — 1990. — № 10. — С. 394—395.
  5. Литва: Двадцатый день независимости. Журнал «Коммерсантъ-Власть», №13 (2 апрель 1990).
  6. 6,0 6,1 6,2 Гайдар, Егор. Деньги и судьба империи. Независимая газета (3 июль 2006).
  7. Хроника блокадной Литвы. Журнал «Коммерсантъ-Власть», №16 (30 апрель 1990).
  8. 8,0 8,1 Островский А. В. Глупость или измена? Расследование гибели СССР. — М.: Крымский мост-9Д, 2011. — С. 35. — 863 с. — ISBN 978-5-89747-068-6.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  10. On This Day 13 January, 1991: Bloodshed at Lithuanian TV station. BBC News. (инг.)
  11. Иванов В. В. Гекатомба. Трилогия. Часть 2. Страшная ночь. К вопросу о жертвах ночи 13 января 1991 г. в Вильнюсе. Сборник документов. — Вильнюс, 2006.
  12. Литературная газета, 1991, № 2 от 16 января, стр. 1.
  13. Грачев, Андрей Серафимович. Горбачев. — М.: Вагриус, 2001. — ISBN 5-264-00573-7.
  14. Островский А. В. Глупость или измена? Расследование гибели СССР. — М.: Крымский мост-9Д, 2011. — С. 9. — 863 с. — ISBN 978-5-89747-068-6.
  15. Гусейнов В. А. Больше, чем одна жизнь. Кн. 2. — М.: 2013. — С. 295. — 421 с.
  16. Расследование событий 1991 г. Прокуратурой Литвы 2015 йыл 14 декабрь архивланған.
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 Алексей Гусев. Трагедия 13 января в Литве произошла из-за наивности Горбачева и безумия Ландсбергиса. rubaltic.ru (15 ғинуар 2018). Дата обращения: 16 февраль 2020.
  18. Лжец в белом халате: литовский хирург солгал в телеэфире о событиях 13 января. Владислав Швед (30 ғинуар 2019).
  19. Владислав Швед. «Скотный двор» Ландсбергиса. Спецназ России (31 ғинуар 2014).
  20. Respublika (лит.)баш., № 3, 1991 год
  21. Lietuvos rytas, № 3, 1991 год
  22. М. Е. Болтунов. Кого спас лейтенант Виктор Шатских? // «Альфа» — смерть террору. — Эксмо, Яуза, 2003.
  23. Литва, прости нас! — сегодня мы начинаем серию репортажей о событиях в Вильнюсе в январе 1991 года
  24. No Aid for a Repressive Moscow. The New York Times. January 15, 1991.
  25. Водо, Владимир. Дело о перевороте в Литве: следствие окончено, преступники разбежались. Журнал «Коммерсантъ» (23 декабрь 1991).
  26. 26,0 26,1 26,2 Головатов вернулся в Москву: СМИ утверждают, что при вмешательстве МИД и прокуратуры России
  27. Литва вручила Белоруссии ноту по поводу Усхопчика(недоступная ссылка)
  28. 28,0 28,1 Еще двум россиянам предъявили обвинение по делу о событиях 1991 года в Вильнюсе
  29. Прибалтика обиделась на ЕС из-за Головатова
  30. Заведующий отделом уголовной юстиции минюста Австрии Кристиан Пилнацек заявил, что тот факт, что Михаил Головатов командовал отрядом спецназа спецназначения КГБ при штурме телебашни, «не является достаточным доказательством вины».
    Как утверждает газета «Kleine Zeitung», предоставленное Литвой после повторного обращения резюме на англ. языке было «пересказом исторических событий», в которых не было «вменяемых конкретному лицу» преступлений. Между тем, согласно утверждению Пилнацека, «ответственность лица за преступление должна быть убедительно доказана». Еврокомиссар по вопросам юстиции, основных прав и гражданства Вивиан Рединг сказала, что решение не противоречит законодательству — подобные запросы применимы только в том случае, если события, в связи с которыми направлен запрос, произошли после 2002 года. На это министр юстиции Литвы ответил, что «непонятно, какой информации могло недоставать».// Экспресс-неделя, № 29, 21 июля 2011
  31. 31,0 31,1 Бенюшис, Вайдотас. В Литве за военные преступления заочно осуждены Язов, Головатов и Усхопчик, Delfi (27 март 2019). 21 апрель 2019 тикшерелгән.
  32. В Литве завершили расследование дела о штурме телебашни в 1991 году // НТВ.Ru, 13 ноября 2014
  33. ГП Литвы завершила расследование по делу о событиях 13 января 1991 г, 13 ноября 2014
  34. Вильнюсских омоновцев освободили от военных преступлений
  35. Дело о штурме телецентра в Вильнюсе передано в суд
  36. Рассмотрение дела 13 января: прокуроры предлагают по существу
  37. В Вильнюсе начался суд по делу о кровавых событиях 1991 года
  38. Суд над 1991-м. Радио Свобода. Дата обращения: 3 декабрь 2016.
  39. Novosti, RIA. Литовский суд намерен допросить Горбачева, РИА Новости Украина. 3 декабрь 2016 тикшерелгән. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  40. ГД приняла заявление о «судилище» по делу о событиях 1991 г. в Литве: текст — ИА REGNUM
  41. Заявление ветеранов Альфы. Международная ассоциация ветеранов подразделения антитеррора «Альфа» (18 июль 2011). Дата обращения: 3 май 2020. Архивировано 23 июль 2011 года. 2011 йыл 23 июль архивланған.
  42. ВИЛЬНЮССКИЕ СОБЫТИЯ В ЯНВАРЕ 1991 2011 йыл 9 ноябрь архивланған.
  43. Телевизионные скандалы Александра Невзорова. Коммерсантъ № 159 (1803) (3 сентябрь 1999). Дата обращения: 14 август 2010.
  44. Четыре сбоку, 'наших' нет. ИноСМИ.ру (7 февраль 2008). Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 10 март 2012 года.
  45. Режиссёр трагедии 13 января 1991 года в Вильнюсе: «Я планировал жертвы» // ИА REGNUM
  46. «Обзор», № 15 (170), апрель 2000 г.
  47. «Он победил СССР без оружия» интервью Буткявичуса «Независимой газете», 4 августа 2000
  48. «Обзор», 14.10.2002 г.
  49. телепрограмма «Неделя», 14 апреля 2000
  50. Бурокявичюс — символ мужества 2015 йыл 24 сентябрь архивланған., Строгий В. // Советская Россия, № 1 (12780), 12 января 2006
  51. Носович, Александр. Как Литва «соблюдает» принцип свободы слова. www.rubaltic.ru (13 апрель 2017). Дата обращения: 15 февраль 2020.
  52. Сапожникова, Г.М. «Жертвоприношение независимости Литвы планировались закулисой Ландсбергиса». www.rubaltic.ru (27 июнь 2016). Дата обращения: 15 февраль 2020.
  53. Нива Миракян. Галина Сапожникова презентовала в Риме книгу о преступлениях в Литве. Российская газета (2 июнь 2016). Дата обращения: 16 февраль 2020.
  54. В США вышла запрещенная в Литве книга о событиях января 1991 года. EADaily (17 май 2018). Дата обращения: 16 февраль 2020.
  55. 55,0 55,1 Галина Сапожникова. Литовский историк Валерий Иванов: «Я пообещал забрать сына из детского сада и ушел в тюрьму на три года». Комсомольская правда (13 август 2016). Дата обращения: 16 февраль 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә