Литва тарихы
Литва тарихы — Литва Республикаһының (лит. Lietuvos Respublika) ил биләмәләренә кешеләр күсеп ултырған беҙҙең эраға тиклемге X-IX быуаттар аҙағынан алып бөгөнгө көндәргә тиклемге оҙайлы осорҙо үҙ эсенә алған тарихы.
Боронғо тарих
үҙгәртергәАрхеологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, хәҙерге Литва биләмәләрендә тормош башланыуы беҙҙең эраға тиклемге X-IX быуаттар аҙағына ҡайтып ҡала. Боронғо кешеләр торған урындар илдең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә табылған. Б. э. т. 8-се — 6-сы быуаттар арауығында Неман, Вилия һәм Меркис йылғалары үҙәндәрендә ауылдар барлыҡҡа килә. Уларҙа йәшәүселәр, саҡматаш башаҡлы уҡ-һаҙаҡ ҡулланып, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән, ҡармаҡ һәм ау менән балыҡ тотҡан, тирене ҡырғыс менән эшкәрткән. Уларҙың кейеме үҙ заманы өсөн килешле булған.
Урта быуаттар
үҙгәртергәБоронғо йылъяҙмаларға ярашлы, XI—XIII быуаттағы Литва үрге һәм урта Неман буйҙарында, Вилия йылғаһының үрге ағымында ятҡан ерҙәрҙә урынлашҡан була. Илдең этник нигеҙен Көнсығыш литва ҡурғандары мәҙәниәте вәкилдәре тәшкил итә тип һанала[1]. Йылъяҙмаларҙа телгә алынған Литваның күршеләрендә өлөшләтә лив (Балтик буйы-фин төркөмөндәге аҙ һанлы халыҡ) һәм славяндар (көнсығыш славян ҡәбиләләренә ҡараған кривичтар менән дреговичтар, мазовшандар, көнбайыш славяндар нәҫелдәре поморяндар йәшәгән.
Урта быуат яҙыусылары литваларҙы (литвиндарҙы, урыҫса литовцы, литвины) көндәлек тормошта киң күңелле, эскерһеҙ, кеселекле һәм ҡунаҡсыл, ә һуғышта — ҡырыҫ һәм уҫал, хатта йыртҡыс итеп һүрәтләй. IX һәм X быуаттарҙа литвиндар башлыса йәнлектәргә һунар итеү, балыҡ тотоу, һирәк-һаяҡ игенселек менән шөғөлләнгән; мәғлүмәттәр шулай уҡ солоҡсолоҡ һәм малсылыҡ булыуына ишаралай: улар йылҡы ите ашаған. Диңгеҙ буйындағы славян-балтия ҡалалары һәм кривич ерҙәре менән сауҙа бәйләнештәре булған: улар төрлө йәнлек тиреләрен һәм балауыҙҙы тимерҙән эшләнгән әйберҙәргә һәм ҡоралға алмаштырған. Литвалар араһында социаль ҡатламдарға хас яңы мөнәсәбәт сатҡылары сағыштырмаса иртә барлыҡҡа килә: улар — күп һанлы ялсылар тотҡан айырым төркөмдәр (ырыуҙар), нәҡ уларҙың вәкилдәре урындағы кенәздәр (кунигастар) итеп һайлана. Ялсылар (ҡолдар) башлыса әсирҙәрҙән була. Жрецтар — Мәжүсилек, урыҫса язычество вәкилдәре башҡалар менән аралашмай, үҙенә башҡа ҡағиҙәләр буйынса йәшәгән ижтимағи төркөм — каста булмай, уға инеү ирекле ҡала. Күп һанлы жрецтар халыҡта оло ихтирам һәм әһәмиәт менән файҙалана. Төп телдә улар вайделот (лит.Vaidila) атамаһы менә йөрөтөлә; ҡатын-ҡыҙ жрецтар —вайделоткалар ҙа була. Литвалар аллаларға хайуандарҙы, ә тантаналы осраҡтарҙа кешеләрҙе лә ҡорбан иткән. Юғары ҡатлам вәкилдәре вафат булғас, уларҙы яратҡан әйберҙәре һәм ялсы-ҡолдары менән бергә күмгәндәр. Теге донъялағы тормошто литвалар ерҙәге тормоштоң дауамы тип күҙ алдына килтергән.
XIII быуатҡа тиклем литваларҙы бергә тупларлыҡ сәйәси власть һәм ҡала-үҙәктәр булмай. XII быуаттың икенсе яртыһынан сығанаҡтарҙа литва кнәздәре телгә алына, әммә уларҙың йоғонтоһо таралған майҙандар бик ҙур булмай. Сәйәси ойошманың юҡлығы XII быуат аҙағында — XIII быуат башында, литвалар менән сиктәш биләмәләргә немецтар күсеп ултырып, һәр йыл һайын яңы ерҙәр ала башлағас, үҙен һиҙҙерә. Башта балт ҡәбиләләре һәр ҡайһыһы үҙ аллы бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалырға тырыша; быға хәле етмәгәндәре яҡындағы күрше дәүләттәр, мәҫәлән, славян кнәздәре Святополк менән Мествин ҡанаты аҫтына һыйына. Был немецтарҙың яңы ерҙәр яулауын бары тик ваҡытлыса ғына туҡтата, XIII быуат аҙағына улар прустарҙы, латыштарҙы һәм жемгалуларҙы тулыһынса үҙенә бойһондора.
Дәүләттең барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәДәүләттең барлыҡҡа килеүе XIII быуатҡа тура килә. Быға тиклем дәүләткәсә берләшмәләрҙең булыуын дәлилләүсе сифатында галицк-волын кнәздәре һәм 21 лива кнәзе араһындағы 1219 йылғы килешеү һанала. Унда биш оло кнәз араһында Миндовг исемлеһе лә (яҡынса 1195—1263 йылдарҙа йәшәй, 1238—1263 йылдарҙа хакимлек итә) телгә алына. Үҙ биләмәләрендәге власть уға атаһынан күсә, 1236 йыл тирәһендә көнәркәштәрен (соперников) юҡ итә йә ҡыуа һәм үҙ ҡулы аҫтына беренсел Литва ерҙәрен берләштерә.
Уның 1236—1258 йылдарҙағы хакимлеге осоронда хәҙерге Литва һәм Белоруссия биләмәләренең бер өлөшөндә (Неман менән Вилия һәм уның ҡушылдығы Святой йылғаларының урта ағышында дәүләт берәмеге (берләшмәһе) ойоша. Яңы дәүләт барлыҡҡа килеүе сағыштырмаса оҙаҡ ваҡытҡа һуҙыла.
Немец тәреселәренең башҡаларға ҡарата үҙ йоғонтоһон көсәйтеү, яңы ерҙәр баҫып алырға ынтылыуға бойһондоролған экспанцияһы бер нисә быуат арауығында Литва тарихында һиҙелерлек урын алған. «Ҡылыс йөрөтөүселәр ордены»ның тәүге оло походы 1236 йылда уның Саул янындағы алышта ҡыйратылыуы менән тамамлана. 55 рыцарҙың 48 яуҙа һәләк булғандан һуң улар яулап алған курши, земгал, селон кәбиләләре баш күтәрә, һәм орден Көнбайыш Двина йылғаһының һул ярында үҙе баҫып алған ерҙәренән ҡолаҡ ҡаға.
Немец тәреселәре литва кенәздәренең үҙ-ара ыҙғыштарына ла йәлеп ителә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Балтрамайтис С. О. Сборник библиографических материалов для географии, истории, истории права, статистики и этнографии Литвы с приложением списка литовских и древнепрусских книг с 1553 по 1903 г. — СПб.: Тип. В. Безобразова и Комп, 1904 на сайте «Руниверс»
- Фляйшхауэр Ингеборг. Пакт. Гитлер, Сталин и инициатива германской дипломатии. 1938—1939. — М.: Прогресс, 1990.
- Трагедия Литвы: 1941—1944. Сборник архивных документов о преступлениях литовских коллаборационистов в годы Второй мировой войны. — М.: Издательство «Европа», 2006(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Средневековая Литва. Историк Томас Баранаускас. 2009 йыл 12 апрель архивланған.
- Документаль кино
- «Лесные братья» — ТВЦ, 2004 2009 йыл 27 апрель архивланған. (видео)
- «Прибалтика. Невыученные уроки» — Россия, 2007 (видео)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мядзведзеў А. М. Культура ўсходнелiтоўскiх курганоў // Археалогiя Беларусi. Жалезны век i ранняе сярэднявечча. — Мiнск, 1999. — Т. 2. — С. 391. (белор.)