Алматыла декабрь ваҡиғалары

Алматыла декабрь ваҡиғалары, шулай уҡ Желтоксан булараҡ билдәле (ҡаҙ. Желтоқсан көтерілісі — Декабрь ихтилалы) — Алматыла 1986 йылдың 17-18 декабрендә ул ваҡыттағы коммунистар партияһы ҡарарҙарына ҡаршы массауи протесттар һәм халыҡ ихтилалдары формаһын алған ҡаҙаҡ йәштәр сығыштары[1], Рәсми версия буйынса, тулҡынланыуҙар КПСС Үҙәк Комитеты Генераль секретары М. С. Горбачевтың Ҡаҙағстан компартияһы беренсе секретары Динмөхәмәт Ҡунаевты вазифаһынан бушатыуы һәм элек бер ҡасан да Ҡаҙағстанда эшләмәгән, Ульяновск партия өлкә комитетының беренсе секретары Геннадий Колбинға алмаштырыу тураһындағы ҡарарынан һуң башлана. Массауи сыуалыштарға һәм туҡмауҙарға әүерелгән митингы ҡатнашыусылары республика башлығы вазифаһына ерле халыҡ вәкилен ҡуйыуҙы талап итәләр. Аҙаҡ ҡаҙаҡ йәштәре сыуалыштары Ҡаҙағстандағы декабрь ваҡиғалары СССР-ҙа үҙәк диктатына ҡаршы тәүге массауи митингылар булып тора, һуңғараҡ ошоға оҡшаш ваҡиғалар Советтар Союзының башҡа милли республикаларында ла үтә.

Алматыла декабрь ваҡиғалары
Дәүләт  Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы
Урын Алматы
Башланыу датаһы 16 декабрь 1986
Тамамланыу датаһы 19 декабрь 1986
Ҡаҙағстан бойондороҡһоҙлоғо монументы

Хәҙерге Ҡаҙағстанда әлеге ваҡиғалар митингыла ҡатнашыусылар Ҡаҙағстандың суверенитеты һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн сығыш яһамауға ҡарамаҫтан ҡаҙаҡ халҡының бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш акты тип ҡарала, шул уҡ ваҡытта реаль демократлашыу тураһында митингыларҙа һүҙ бармай, ә һүҙ тик республика етәкселегенә ҡаҙаҡтарҙы ҡуйыу тураһында бара.

Тарих башы

үҙгәртергә

КПСС-тың XXVII съезы барышында Динмөхәмәт Ҡунаев Горбачевҡа үҙенең отставкаһы тураһында белдерә. 1986 йылдың декабрендә Ҡаҙағстан Коммунистар партияһының XVI съезы уҙғарыла — Ҡунаев Д. А. етәкслегендәге аҙаҡҡы съезд. Тиҙҙән бушатыла торған КПК Үҙәк Комитетының беренсе секретары урынына йәш һәм перспективалы лидер — республика Министрҙа советы рәйесе Нурсолтан Назарбаев күҙаллана[2]. Ҡаҙаҡ ССР-ы етәкселегендә күп йылдар хеҙмәт иткән Ҡунаев Назарбаевҡа һәм башҡа йәштәргә урындағы партия баҫҡыстарына үрләүҙә бик әүҙем ярҙам күрһәтә[3]. Шуға ҡарамаҫтан, билдәһеҙ шәхси мотивтарҙан сығып, Ҡунаев ҡәтғи рәүештә Назарбаевты тәғәйенләүгә ҡаршы сыға башлай.

«Ҡунаев аскет булманы, — тип яҙа ул саҡтағы СССР КГБ рәйесе урынбаҫары Ф. Д. Бобков, — әммә уның ихласлығына күп кенә кеше көнләшә ала ине. Дөрөҫөн әйткәндә, уның яҡын даирәһендә шикле эштәрҙә буталған кешеләр ҙә аҙ түгел ине. Ана шулар йәштәрҙең ҡыҙыулығы менән файҙаланып, ҡотҡо таратыусылар булдылар инде. Үҙ өлөшөн милләтсе ҡараштары менән айырылған юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла индерҙе»[4].

1986 йылдың 11 декабрендә КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ултырышы үтә (Ҡунаев үҙе булмай) һәм Ҡунаевтың хаҡлы ялға сығыу үтенесен ҡәнәғәтләндерә. 6 декабрҙә Ҡаҙағстан коммунистар партияһы Үҙәк комитетының Пленумында Ҡунаев отставкаға оҙатыла. Пленум барыһы 18 минут дауамында үткәрелә. Әйтергә кәрәк, Ҡунаев 75 йәшлек юбилейы алдынан (1987 йылдың 12 ғинуары) ебәрелә , ә уның урынына КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы Г. В. Колбин һайлана.

Сәбәптәре

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ ССР-нда совет системаһындағы иҡтисади ҡыйынлыҡтар ике төп этностың — урыҫтар һәм ҡаҙаҡтарҙың төрлө этнодемографик тенденциялары үҫеше шарттарында конфликтҡа этәрә. Ҡаҙаҡтарҙың, бигерәк тә илдең көньяк төбәктәрендә, тыуымы бик юғары кимәлдә булыуы дауам итә, ә балалар үлеме күпкә кәмей. Юғары тәбиғи артым ерле халыҡ вәкилдәрен ҡалаға күсенергә мәжбүр итә, унда торлаҡ һәм эш урындар өсөн конкуренция барлыҡҡа килә. Былар барыһы ла социаль һәм милләт-ара көсөргәнешлектең артыуына килтерә.

Параллель рәүештә урыҫтар йәшәгән эре ҡалаларҙа, шул иҫәптән Алматыла, тамырлаштырыу процесы иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, урыҫлаштырыу сәйәсәтен тормошҡа ашырыу дауам итә. Юғары етәкселек органдарына ҡаҙаҡтар ҙа, урыҫтар ҙа тәғәйенләнә, әммә мотлаҡ рәүештә урыҫ телен белеү төп талар булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта этник урыҫҡа етәксе вазифаһына тәғәйенләү өсөн, хатта уны күпселектә ҡаҙаҡтар йәшәгән төбәккә эшкә ҡуйһалар ҙа, ҡаҙаҡ телен белеү талап ителмәй. Халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ арта[5][6].

"1987 йылдың 6 ғинуарында республика КГБ киңәйтелгән коллегияһы үткәрелә, ул ҡаҙаҡ милләтселегенә арнала. Ҡаҙаҡ ССР КГБ-ның 5-се идаралығы начальнигы полковник Т. Н. Нуриәхмәтов отчет бирә. Үҙенең сығышында ул, Алматылағы декабрь ваҡиғаларында 5-се Идаралыҡ һәм Комитеттың элекке етәкселеге ғәйепле тип билдәләп үтә. Докладта төрлө республикала милләтселек үҫешен дәлилләгән цифрҙар килтерелә. Ғәйепләү тон менән докладсы Ҡаҙаҡ дәүләт университетында студенттарҙың 70 процентын, ә уҡытыусыларҙың — 80 процентын ерле халыҡ тәшкил итә, башҡа юғары уҡыу йорттарында хәлдәр бынан да аянысыраҡ, тип һөйләй. Шулай уҡ агентура һәм ышаныслы вәкилдәрҙең процент нисбәте ентекләп тикшерелә, — тип Тимербулат Әхмәтов үҙенең «Тынлыҡ анатомияһы» исемле документаль повесында яҙа[7].

Уның һүҙҙәре буйынса, башҡа сығыштар ҙа төп докладтан бер нимә менән дә айырылмай ине.

"Тик Алматы өлкәһе буйынса КГБ идаралығы начальнигы урынбаҫары Торсон Айжупов: «Беҙ ҡаҙаҡ милләтселегенә генә ҡаршы тәре походы иғлан иттек, әммә бөйөк урыҫ шовинизмы күренештәре лә һирәк түгел бит, күп кенә осраҡтарҙа улар тәүгеһен ҡуҙғыта, ә бының хаҡта нишләптер бер кем дә уйлап та ҡарамай», тип билдәләне[7].

«Буран-1986» планы

үҙгәртергә

1985 йылда СССР Эске эштәр министрлығы «Йәмәғәт тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү тактикаһы һәм ойоштороу буйынса нәсихәттәр»ҙе әҙерләй һәм шул уҡ йылдың 19 декабрендә уны ғәмәлгә индереү тураһындғы бойороҡто ығара. Әлеге бойороҡ нигеҙендә Ҡаҙағстанда "«Буран-1986» код исеме аҫтында демонстранттарҙы ҡыуыу буйынса махсус оператив план " әҙерләнә: «Ҡаҙаҡ ССР-ы Эске эштәр министрлығы органдарының һәм республикала һәм Алма-Ата ҡалаһында ғәҙәттән тыш ваҡиғалар барышында уларға беркетелгән йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса көстәрҙең ғәмәлдәр планы»[8].

Ваҡиғалар башы

үҙгәртергә

Студенттарҙы ятаҡханаларҙа декабрҙең 14-нән 15-нә һәм 15-нән 16-а ҡараған төндәрҙә ҡоторта башлауы тураһында мәғлүмәттәр бар[9]. Улай ғына ла түгел, эҫе эҙҙәр буйынса «Русская мысль» гәзите хәбәр итеүенсә, 17 декабрҙә студенттар тотоп сҡҡан транспаранттар «сығышҡа тиклем өс ай элек эшләнгән булған». Был ваҡиғаларҙың «ойоштороу ептәре» юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларынан «Ҡаҙаҡ драма театры баш режиссеры А. Мәмбәтов һәм күренекле шағир Олжас Сөләймәнов кеүек ижади интеллегенцияға, ә артабан Үҙәк комитет йортона алып бара», тип раҫлай гәзит[10].

КГБ-ның иң оператив сводкаһынан: «1986 йылдың 16 декабре. 21.00-22.30. Алма-Ата дәүләт театр-сәнғәт институтының ятаҡханаһы. Студенттар А. Жумадилов, А И. Джумашев, К. Р. Байбеков, Р.. А. Токушева бер нисә бүлмә бүйлап йөрөп, студенттарҙы V Пленум ҡарарҙары тураһында һөйләйҙәр. Дискуссия барышында Брежнев майҙанына сығып, протест күрһәтергә тәҡдим яһала. Ошо уҡ ваҡытта уларҙың курсташтары А. Д. Канепов, Б. Ж. Сәйтибәков ҡотҡо тарарыу эшен Сит телдәр институты ятаҡханаһында үткәрәләр һәм унда улар хуплау табалар»[11].

Сығыштар 16 декабрҙә Л. И. Брежнев исемендәге майҙанында (элек — Яңы майҙан, хәҙер — Республика майҙаны) демонстрация Колбинды тәғәйенләүҙе кире ҡағыу талабынан башлана. Үҙгәртеп ҡороу ул ваҡытта яңы башланып тора, илдә власть әле көслө була, шуға күрә Мәскәүҙәге хөкүмәттең реакцияһы йәшен тиҙлегендә килеп етә: МВД-ға митингыны ҡыуып таратырға ҡушыла. Ҡалала телефон элемтәһе шунда уҡ туҡтатыла, әлеге төркөмдәрҙе милиция ҡыуып ебәрә («Буран-1986» операцияһы). Тарҡатыу өсөн Себер хәрби училищеһынан спецназ отрядтары, шулай уҡ урындағы пограничниктар училищеһы курсанттары алына.

Майҙандағы сығыштар тураһында имеш-мимештәр ҡалала шунда уҡ тарала. 17 декабрь көнө иртәнсәк Үҙәк Комитеты бинаһы алдындағы Брежнев майҙанына әүҙем милләтсе-патриоттар етәкселегендә бик күп йәштәр сыға. Демонстранттар «Үҙбилдәләнеште талап итәбеҙ!», «Һәр халыҡҡа — үҙ лидеры!», «37-сегә — булмаҫҡа!», «Бөйөк держава аҡылһыҙлығына нөктә ҡуйырға!» тип яҙылған плакаттар менән сығалар[12] Митингылар ике көн дауамында бара. Икенсе һәм өсөнсө көндәрҙә ҡалала тәртип булдырыу маҡсатында эшселәр дружиналары йәлеп ителә.

Дружиналар Алматы предприятиеларында декабрҙең 17-нән 18-нә ҡараған төндә ойошторола. Уларҙы 18 декабрь демонстранттарҙы ҡыуыу өсөн файҙаланыу планлаштырыла, ябай ҡорал — арматура, электрокабель киҫентеләре әҙерләнә. Демонстранттар менән эшселәр араһындағы бәрелештәр милләт-ара ызғыштар булдырыу өсөн планлаштырыла: заводтарҙа башлыса урыҫ телле халыҡ эшләй[13].

Хәрби подразделениеларҙы индереү

үҙгәртергә

16 декабрҙә тревога буйынса АВОКУ (4 курстан тыш — улар стажировкала булалар) Үҙәк Комитетына килтерелә, курсанттар саперҙар көрәге менән ҡоралланған була.

Майҙанға китеп барышлай уҡ күп кенә «Урал» машиналарында тәҙрә быялалары онтала, күп кенә хәрбиҙәр яралана. .

Урта Азия хәрби округы генерал Владимир Лобов, етәкселек итә, һуңғараҡ — СССР Генераль штабы начальнигы. Ул үҙенең ҡарамағындағы ғәскәрҙәрҙе йәштәрҙе ҡыуыуға йәлеп итеүҙән баш тарта. Алматыла хәлдәр киҫкенләшеүгә күрә СССр-ҙың эске эштәр министры Александр Власов самолеттар менән эске ғәскәрҙәрҙән бер нисә мең һалдатты ебәрә. Тәүге десант аэропортта 17 декабрҙә төшөрөлә, әммә ваҡытлыса бензовоздар менән ҡамауҙа тотола.

Хәрбиҙәр демонстранттарға һөжүм итәләр һәм ҡаланы таҙарта башлайҙар. Саперҙар көрәктәре һәм күҫәктәр ҡулланыла. Митингыға сығыусыларҙы туҡмайҙар. ҡайһы берҙә бик ҡаты туҡмайҙар. Беренсе рәсми сығанаҡтар буйынса һәләк булғандар һәм йөҙләгән яралылар була. 17 декабрҙә Ҡаҙағстан территорияһының бер өлөшөндә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә, әммә Алматыға ҡағылмай. 16-19 декабрҙәАлматы тирәһендәбик ҙур оператив төркөм булдырыла, уның дөйөм һаны яҡынса 50 000 кеше була, улар Урта Азия, Мәскәү, Ленинград, башҡа хәрби округтарҙан, хәрби-диңгеҙ флоты, эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре составынан йәлеп ителә. Актау ҡултығын һәм уның тирә яғын Каспий хәрби флотилияһы караптары һәм катерҙары блоклай.

Декабрь ваҡиғалары Бобков Филипп хәтирәләренән[14]:

 

16 декабрь көнө иртәнсәк студенттар Ҡаҙағстан Компартияһы Үҙәк Комитеты бинаһы алдындағы майҙанға ағыла башланы. Бөтә лозунгылар һәм плакаттар Колбиндың отставкаһын өндәйҙәр ине, уның урынына ҡаҙаҡты йә булмаһа Ҡаҙағстанда йәшәүсене ҡуйырға талап итәләр ине, конкрет кандидаттар исемленә ине, шул иҫәптән урыҫтар ҙа һәм башҡа милләт вәкилдәре. В для которых Казахстан являлся родиной. Йыйылғандар алдында, уларҙы таратырға тырышып, республиканың бер нисә етәксеһе сығыш яһаны, әммә бөтәһе лә һөҙөмтәһеҙ булды. Тәртип боҙоуҙарҙы булдырмау маҡсатында майҙанға эске ғәскәрҙәрҙе тупларға ҡушылды, ә Үҙәк комитеты бинаһы сик буйы училищеһы курсанттары һаҡлай ине. Һалдаттарҙа утлы ҡорал юҡ ине.

Өгөтләүҙәр һөҙөмтәһеҙ булды, әммә ҡотҡо таратыусыларҙы өндәүҙәре уңышлы булды. Майҙанда йыйылғандар ҡысҡырышып, һалдарҙың, милиция һәм погрничниктарҙың сафтарын йығып, Үҙәк Комитеты бинаһын штурмлауға ташландылар. Алыш башланды. Ҡаҙыҡтар, арматура, таштар эшкә егелде, һалдаттар ҡайыш, күҫәктәрҙе ҡулланырға мәжбүр булдылар. Боласыларҙың сафтары ишәйә ине. Халыҡты тынысландырырға маташыуҙар һөҙөмтәһеҙ ине. Ике яҡтан да яралылар барлыҡҡа килде, дружинник - урындағы телевидение хеҙмәткәре йырҡыстарса үлтерелде. Һуңынан мин видеояҙыу кадрҙарын күрҙем, һәм мине ярһыған халыҡтың аяуһыҙлығы хайран ҡалдырыҙы. Ошо ерҙә һуңғараҡ һәләк булыусыларҙың төрлө һаны килтерелеүен әйтеү урынлы булыр. Уларҙы йөҙләгән тип тә яҙҙылар. Мин рәсми рәүештә әйтергә тейешмен: бәйән ителгән ваҡилар барышында өс кеше һәләк булды. Мин телгә алған дружинник Савицкий һәм майҙандан алыҫ ҡына ерҙә автобуста бысаҡ менән сәнсеп үлтерелгән ун алты йәшлек урыҫ малайы: ул кондукторға нимәнелер тупаҫ итеп әйткән һәм уның эргәһендә торған кемдер йөрәгенә бысаҡ менән ҡаҙаған. Өсөнсө һәләк булыусы — майҙандағы бәрелештә яраланған ҡаҙаҡ, өс көндән вафат булды. Беҙ Алма-Атаға килгән ваҡытҡа Үҙәк Комитеты бинаһын һаҡлаусылар һәм һөжүм итеүлерәр араһындағы бәрелештәр тамамланған ине, һәм бөтәһе лә ғәйеплеләрҙе эҙләү менән мәшғүл ине…

Үҙәк Комитеты бинаһы алдындағы майҙанда кешеләр юҡ тиерлек ине, аҙ һанлы төркөмдәр генә ҡалған ине, улары ла башлыса ҡыҙыҡһыныусылар. Мин әйткәнсә, майҙан ауыр тәьҫир ҡалдыра ине: ҡыйратылған машиналар, янғындар эҙҙәре, таштар, тегендә-бында ташланған таяҡтар, күҫәктәр, яңдырылған, әммә һаман да төтөн сығарған янғын машинаһы. Урамда, патруль һалдаттарына таш ташлаған һай ғына йәштәр төркәмдәрен һанамағанда, барыһы ла тыныс һымаҡ ине. Ул төндә башҡа ҡорбандар булманы.

 

17 декабрҙә Н. А. Назарбаев, республиканың башҡа рәсми кешеләре менән бер рәттән, шашынған халыҡ алдында сығыш яһай һәм йәштәрҙе үҙҙәренең уҡыу һәм эш урындарына кире ҡайтырға өндәй[1]. Әммә артабанғы Ҡаҙағстан тарихы үҫеше, шулай уҡ уның президентлыҡ йылдарында яҙылған мемуарҙары, күп кенә политологтарҙы сыуалыштарҙы ойоштороуҙа Назарбаевтың ҡатнашыуы тураһында фаразларға мәжбүр итә[15].

18 декабрҙә, «Русская мысль» эмигрант гәзите хәбәр итеүенсә, «демонстранттарға йөк машиналарынан араҡы, гашиш һәм „милләтсел“ листовкалар таратыла».[16]

Мингыға сыҡҡандарҙы ҡыуыуға милиция һәм эске ғәскәрәҙр һалдаттары 15 сәғәттә тотоналар. Алдағы көндәге кеүек бының өсөн тәүҙә аҙ көс ҡулланырға була. Һөҙөмтәлә кешеләрҙе майҙандан ҡыҫырыҡлау урынына бәрелештәр барлыҡҡа килә, улар бер нисә сәғәт дауамында бара. Тәртип һаҡлау органдары халыҡты ярһытырға теләгәнгә оҡшай. Халыҡты ярһыу хәленә еткергәс кенә ысынлап та көс ҡулланыла. 21 сәғәт 30 минутта майҙан таҙартыла.

Ошо уҡ көндө ТАСС хәбәр итә: «Кисә кис һәм бөгөн көндөҙ Алма-Атала милләтсел элементтар ҡотортоуы арҡаһында уҡыусы йәштәрҙең бер төркөмө урамдарға сыҡты һәм ошо көндәрҙә уҙғарылған Ҡаҙағстан Компартияһы Үҙәк Комитеты пленумы ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Килеп сыҡҡан хәл менән хулигандар, йәмғиәттең паразит ҡатламдары һәм башҡа йәмәғәтселеккә ҡаршы кешеләр хоҡуҡ һаҡлау вәкилдәренә ҡарата законһыҙ ғәмәлдәр күрһәтеп һәм шулай уҡ аҙыҡ-түлек магазинын, шәхси автомобилдәрҙе үртәп, ҡала граждандарына ҡаршы хурлыҡлы ғәмәлдәр ҡылдылар.

Заводтарҙа, фабрикаларҙа, уҡыу йорттарында, башҡа хеҙмәт коллективтарында үткән йыйылыштар, шулай уҡ партия һәм комсомол активтары Ҡаҙағстан Компартияһы Үҙәк Комитеты Пленумы ҡарарҙарын хуплап, уҡыусылар төркөмө ғәмәлдәрен шелтәләнеләр һәм хулигандарға ҡарата ҡәтғи саралар ҡабул итеү һәм ҡалала тәртип булдырыу буйынса фекер әйттеләр. Был йүнәлештәге ғәмәлдәрҙе хеҙмәтсәндәр ҙә хуплай. Улар совет һәм партия оргнадары үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бөтә предприятиелар, учреждениелар, уҡыу йорттары, магазиндар, көнкүреш хеҙмәте, ҡала транспорты нормаль эшләй»[17]

Карагандалағы сығыштар

үҙгәртергә

Карагандала студенттарҙың сығыштары 1986 йылдың 19-20 декабрендә үтә. 19 декабрҙең киске сәғәт 8-ҙә яҡынса 80-120 кеше Гагарин майҙанында йыйыла. — Һуңынан улар Совет проспектына юллана, унда уларҙы милиция тарҡата. 83 кеше ҡулға алына. 20 декабрҙә студентттар өлкә комитет янындағы майҙанда йыйыла башлай (300-гә яҡын кеше). Йәштәрҙең береһе лә тәртипте боҙмай. Студенттарға ҡаршы МВД мәктәбе курсанттары йүнәлтелә, бик күп кеше ҡулға алына.

Караганда юғары уҡыу йорттарынан 54 студент сығрыла, биш студент енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

Йомғаҡтары

үҙгәртергә

Алматыла хоҡуҡ һаҡлау органдарының ғәмәлдәре стихиялы булмай һәм махсус, алдан әҙерләнгән планға ярашлы башҡарыла. Илдең юғары етәкселеге оҡшаш тактиканы артабан СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороу осоронда милләтселәр сығыштары ваҡытында киң ҡулланыла: профилактика сиктәрендә бер нәмә лә эшләнмәй, ваҡиғаларға үҫешергә мөмкинлек бирелә, һуңынан уларҙы көс ҡулланып баҫтырыу өсөн аҙ һанлы көстәр йәлеп итергә һәм халыҡты ярһыу хәленә еткерергә, шунан ғына тәртип боҙоуҙа ғәйеплеләргә лә, ғәйепһеҙҙәргә лә ҡаршы хәлдең киҫкенләшеүенә килтергән иң ҡаты саралар ҡулланырға[18][19] Милләт-ара конфликттарҙы ойоштороусыларҙың төп маҡсаты булып республика элиталары мәнфәтен файҙаһына һәм яңы дәүләттәрҙең донъя хеҙмәт бүленеше системаһына индереү өсөн дәүләт булараҡ СССР-ҙы юҡҡа сығарыу булып тора.

Ҡаҙағстанда баҫтырылған мәғлүмәттәргә ярашлы, хоҡуҡ һаҡлау көстәре 8,5 мең кеше ҡулға алған, ауыр тән йәрәхәттәрен 1700-ҙән ашыу кеше ала (башлыса баш һөйәк мейеһе йәрәхәте), прокуратурала 5324 кеше һорау алыуҙарға дусарителә, КГБ-ла — 850 кеше. 900 кеше административ язаға дусар була (ҡуға алыуҙар, штрафтар), 1400 кеше иҫкәртелә, 319 кеше эштән бушатыла, уҡыу йорттарынапо (Мәғариф минстрлығы буйынса ғына) 309 студент ҡыуыла[20]. Енәйәт тәртибе буйынса 99 кеше хөкөм ителә (2 кеше үлем язаһынатарттырыла), улар араһында 20-йәшлек К. Рысҡулбәков, һуңынан төрмәлә вафат була[21]. Яҡынса 1400 кеше партия һәм комсомол шелтәләрен ала. Ҡаҙаҡ интеллигенцияһы араһында милләтсел ҡараштар менән һөҙөмтәһеҙ көрәш башлана.

1987 йылдың башында КПСС Үҙәк комитеты ҡарары ҡабул ителә, уға ярашлы булып үткән ваҡиғалар ҡаҙаҡ милләтсел сағылышы итеп иғлан ителә. Әммә артабан үҙгәртеп ҡороу процестарының үҫешенә бәйле һәм сәйәси конъюнктураның үҙгәреүе сәбәпле үҙәк властарының позицияһы ла үҙгәрә. 1989 йылдың 9 ғинуарында икенсе секретарь вазифаһына этник ҡаҙаҡ ҡуйыла, ә 22 июндә республика башлығы вазифаһында Назарбаев Колбинды алыштыра. 1989 йылдың 14 ноябрендә яҙыусы Мөхтәр Шаханов етәкселегендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы депутаттарының бер төркөмө КПСС Үҙәк Комитетына «ҡаҙаҡ милләтселеге сағылышы» формулировкаһын алып ташлау үтенесе менән мөрәжәғәт итә, һәм формулировка ғәмәлдән сығарыла.

1991 йылдың 16 декабрендә, әлеге ваҡиғаларға теүәл биш йыл үткәндән һуң, совет республикалар араһынан иң һуңғыһы булып Ҡаҙағстанүҙ бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.

Әһәмиәте

үҙгәртергә

1986 йылдың декабрь ваҡиғалары СССР-ҙа Советтар Союзы етәкселеге иғлан иткән конституцион хоҡуҡтары өсөн тәүге массауи митинг була. Митинг ваҡытында демонстранттар ҡулдарына «Һәр халыҡҡа — үҙ етәксеһе!», «Беҙгәҡаҙаҡ етәксеһе кәрәк!», «Етәр көсләп тағырға!», «Үҙгәртеп ҡороу бара, ҡайҙа демократия?», «Беҙ Ленин милли сәйәсәте яҡлы!» яҙыулы плакаттар һәм Ленин портреттарын тоталар[5][6][22].

2006 йылда, декабрь ваҡиғаларының 20-йыллығына, президент Назарбаев «Бойондороҡһоҙлоҡ таңы» монументын аса (ҡаҙ. «Тәуелсіздік таңы»), һәйкәл Яңы майҙан янындағы Желтоксан урамында урынлашҡан[23].

Алматыла Тыныслыҡ урамы Желтоксан (декабрь) урамы тип үҙгәртелә[24]. Ошо уҡ исемле урамдар Астана, Шымкент, Тараз, Ҡыҙылорда, Талдыҡорған, Төркөстан, Экибастуз һәм Ҡаҙағстандың башҡа ҡалалары һәм ҡасабаларында барлыҡҡа килә.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Декабрь ваҡиғалары Ҡалдыбай Абеновтың «Аллажар» фильмында күрһәтелә (1996[25]. Шулай уҡ әлеге ваҡиғалар «Ҡасыусы сәп» («Бегущая мишень») фильмы сюжетының төп нигеҙе булып тора, был фильмда Нонна Мордюкова ҡатнаша.

Нурсолтан Назарбаевтың тормошо тураһындағы «Лидер юлы» картинаһының бишенсе серияһы «Яҙмыш шулай ҡушҡан» («Так сложились звезды») кинокартинаһында декабрь ваҡиғалары күрһәтелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Так все начиналось (к 15-летию декабрьских событий в г. Алма-Ата) | Журнал «Право и безопасность» | http://www.dpr.ru
  2. disertation
  3. http://niva-kz.narod.ru/Jurnals/02-2009.pdf
  4. Бобков Ф. Д. КГБ и власть. С. 358.
  5. 5,0 5,1 Перестройка и национальный вопрос. Выдержка из исследования Ж. Кыдыралиной «Нация и история» | Новости | Жанаозен | Казахстан | Контур
  6. 6,0 6,1 ia-centr.ru ::: Экспертная оценка :: Рой Медведев: Национализм и гражданское согласие в Казахстане. Ч.1 2016 йыл 5 март архивланған.
  7. 7,0 7,1 Смещению Кунаева в 1986 году предшествовало новое назначение в КГБ
  8. Радио Азаттык. 15 декабря 2009 г.
  9. Зенькович. 1985—1991: что это было? С. 275.
  10. Шломо Ц. Б. «Декабристы» в Алма — Ате // Русская мысль. Париж, 1987. 6 мая.
  11. Самойленко А. Алма-Ата. Декабрь 1986 — го. Тогда и теперь. Хроника одного расследования // Литературная газета. 1989. 20 декабря
  12. Эхо декабрьских событий 1986 года // Туркестан : газета. — январь-февраль 1990 г.
  13. Островский А. В. Глупость или измена? Расследование гибели СССР.
  14. Ф. Д. Бобков. КГБ и власть. М.: «Ветеран МП», 1995.
  15. СВОБОДНАЯ АЗИЯ — Холодные казахстанские декабриархивировано
  16. Горбаневская Н. Беспорядки в Алма-Ате // Русская мысль Париж, 1986. 26 декабря.
  17. «Известия», 19 декабря 1986 г.
  18. Островский А. В. Глупость или измена? Расследование гибели СССР.
  19. Гусейнов В. А. Больше, чем одна жизнь. Кн. 2. С. 295 2019 йыл 29 сентябрь архивланған.
  20. Резюме пресс-конференции по декабрьским событиям 1986 г. 2009 йыл 10 сентябрь архивланған.
  21. Ленинская Смена 2009 йыл 5 сентябрь архивланған.
  22. Ольга Видова — Нурсултан Назарбаев — стр 16
  23. inform.kz — это наилучший источник информации по теме Inform. Дата обращения: 21 март 2009. Архивировано 19 декабрь 2008 года. 2008 йыл 19 декабрь архивланған.
  24. ГДЕ ЭТА УЛИЦА? ИСТОРИЧЕСКИЙ ЦЕНТР АЛМАТЫ В НАЗВАНИЯХ УЛИЦ
  25. Почему в Казахстане не снимают фильмы о декабрьских событиях 1986 года

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә