Верейский Орест Георгиевич

Верейский О́рест Гео́ргиевич (7 (20) июль 1915, Аносово ауылы, Смоленск губернаһы — 2 ғинуар 1993 йыл, Мәскәү) — СССР, Рәсәй рәссамы, график, иллюстратор, педагог. СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1983). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978).

Верейский Орест Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 (20) июль 1915
Тыуған урыны Аносово[d], Днепровское сельское поселение[d], Новодугинский район[d], СССР
Вафат булған көнө 2 ғинуар 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Атаһы Верейский, Георгий Семёнович[d]
Әсәһе Верейская, Елена Николаевна[d]
Һөнәр төрө рәссам, художник-график, иллюстратор
Эшмәкәрлек төрө иллюстрирование[d][2] һәм графика[d][2]
Уҡыу йорто И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты
Әүҙемлек урыны Мәскәү[3]
Ойошма ағзаһы СССР Рәссамдар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР-ҙың халыҡ рәссамы народный художник РСФСР РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Орест Верейский рәссам Георгий Верейский һәм балалар яҙыусыһы, тарихсы Н.И. Кареевтың ҡыҙы Елена Верейская ғаиләһендә тыуған. 1922 йылға тиклем Аносово ауылында (хәҙерге Смоленск өлкәһенең Яңы Дуға районы) йәшәгән.

1936—1938 йылдарҙа — Ленинград һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтының ирекле тыңлаусыһы. Нәҡ Ленинградта уның рәссам булараҡ ижади үҫеше күҙәтелә. Бында уның остазы рәссам һәм педагог А. А. Осмёркин була, атаһынан башҡа. Н.А.Тырсала шөғөлләнгән (1938—1939). Ленинград сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтын тамамлаған (1939).

1939—1940 йылдарҙа — Ленинградта «Боевой карандаш» берекмәһе рәссамы

1940йылда Мәскәүгә йәшәргә һәм эшләргә күсенә.

Һуғыш йылдарында 3-сө Белоруссия фронтының «Красноармейская правда» гәзите редакцияһында эшләй, унда А. Т. Твардовский менән осраша һәм дуҫлаша.

«Детгиз», «Совет яҙыусыһы», «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәттәре, «Смена» һәм «Костёр» (1935—1940), «Огонёк» (1946—1956) журналдары өсөн китаптар иллюстрациялай.

СССР Художество академияһының графиканың ижади оҫтаханаһы етәксеһе (1978—1989).

СССР Художество акад. тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1983), СССР Художество акад. мөхбир ағзаһы (1958). СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

1993 йылдың 2 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнә.

1938 йылдан алып һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Китап графикаһы менән билдәле. М. А. Шолохов, К. Г. Паустовский, А. А. Фадеев, А. Н. Рыбаков, М. М. Пришвин, И. А. Бунин, Э. Хемингуэй һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен иллюстарциялай.

А.Т. Твардовскийҙың әҫәрҙәрен, шул иҫәптән «Василий Тёркин», «За далью даль», «Дом у дороги», «Ивушка» (1970) поэмаларын бер нисә тапҡыр иллюстрациялай. Уның Михаил Прилежаеваның «Жизнь Ленина» китабына иллюстрациялары билдәле.

Рәссамдың ижадында станокта башҡарылған графика ҙур урын биләгән. Уға Чехия, Сүриә, Ливан, Мысыр (бөтәһе лә 1955 йылда), Финляндия (1957 йыл), Исландия (1958 йыл), Америка Ҡушма Штаттарына (1960 һәм 1963 йылдар) сәйәхәт итеү һөҙөмтәһендә ижад ителгән төрлө тематикалағы һүрәттәр, акварелдәр, автолитографиялар ҡарай.

Китаптар, очерктар яҙған:

  • Древнее и молодое. Дневник художника (о поездке в страны Арабского Востока). М., 1958;
  • Путевой альбом «Исландия». М., 1960;
  • В Америке. М., 1965.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Музейҙарға бүләк

үҙгәртергә

Смоленск музейҙарына бер нисә тапҡыр үҙенең әҫәрҙәрен бүләк итә.

1995 йылда рәссамдың тол ҡатыны Л. М. Верейская музейға уның эштәренең ҙур коллекцияһын бүләк итә. Былар үҙенсәлекле графика ла, гравюра ла, әҙәби әҫәрҙәргә, шул иҫәптән А. Т. Твардовский әҫәрҙәренә иллюстрациялар ҙа. Тиҫтәләгән эше элекке Сычёв өйәҙе — Яңы Дуға һәм Сычёв музейҙарына тапшырыла[7][8][9][10][11]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Архив изобразительного искусства — 2003.
  2. 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. RKDartists (нидерл.)
  4. Постановление ЦК КПСС и Совета Министров СССР от 19 октября 1978 года № 852 «О присуждении Государственных премий СССР 1978 года в области литературы, искусства и архитектуры»
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 «Подвиг народа в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» — информационный ресурс
  6. Выставка произведений членов Академии художеств СССР. К 25-летию преобразования Всероссийской Академии художеств в Академию художеств СССР. Живопись. Скульптура. Графика. — М. : Искусство, 1973. — С. 51.
  7. Козикова Л. Верейский Орест Георгиевич // Культурное наследие земли Смоленской. Искусство. Художники.
  8. Верейский Орест Георгиевич. Художники. Искусство. Культурное наследие земли Смоленской. Дата обращения: 14 марта 2019.
  9. Раичев Д. Тёркин держит фронт. К столетнему юбилею Александра Твардовского в Смоленске откроют уникальную выставку // Российская газета. — Неделя. — Центральная Россия № 5135 (18 марта 2010). Дата обращения: 14 марта 2019.
  10. Работы художника О. Верейского: Иллюстрации изданий. Дата обращения: 14 марта 2019.
  11. Новости культуры. Эфир от 07.03.2017 (10:00). Хрестоматийные иллюстрации к поэме «Василий Тёркин» показывают в Смоленске (7 марта 2017). Дата обращения: 14 марта 2019.
  • Верейский О. Г. Встречи в пути. — М.: Искусство, 1988.
  • Каменский А. Орест Георгиевич Верейский. — М., 1960.
  • О. Г. Верейский. Каталог выставки. — М., 1966.
  • Художники народов СССР. Биобиблиографический словарь. Том 2. — М., 1972. — С. 237—238.
  • О. Г. Верейский. Графика. Каталог. — М., 1988.
  • Орест Верейский. Графика. Каталог. — М., 1994.
  • Козикова Л. Дар землякам // Газета «Рабочий путь». — 1986. — 7 января.
  • Неизвестный Верейский. — М., 1995.

Һылтанмалар

үҙгәртергә