Векуа Илья Несторович
Векуа Илья Несторович (груз. ილია ნესტორის ძე ვეკუა; 6 май 1907 йыл — 2 декабрь 1977 йыл) — совет ғалимы, математик һәм механик, айырым сығарылмалар менән дифференциаль тигеҙләмәләр, сингуляр интеграль тигеҙләмәләр, дөйөмләштерелгән аналитик функциялар һәм һығылмалы тышлыҡтарҙың математик теорияһы буйынса махсуслаша.
Биографияһы Үҙгәртергә
Илья Несторович Векуа 1907 йылдың 6 майында Шешелета тигән абхаз ауылында (ауыл әлеге ваҡытта өлөшләтә танылған Абхазия Республикаһына инә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Тбилиси дәүләт университетын тамамлай (1930). 1930—1933 йылдарҙа — Ленинград дәүләт университеты докторантураһында. Физика-математика фәндәре кандидаты (1937). 1940 йылда физика-математика фәндәре докторы һәм профессор була. 1944 йылда — Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, 1946 йылда ғәмәли ағзаһы итеп һайлана. Шул уҡ 1946 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, 1958 йылда ғәмәли ағзаһы итеп һайлана.
1951—1957 йылдарҙа Мәскәү физика-техника институтының теоретик механика кафедраһы мөдире булып эшләй. 1954—1959 йылдарҙа — В. А. Стеклов исемендәге Мәскәү математика институтының директор урынбаҫары.
1955 йылда "Өс йөҙҙөң хаты"на ҡултамғаһын ҡуя.
СССР Теоретик һәм ҡулланма механика буйынса милли комитетының беренсе составына инә (1956).
Новосибирск дәүләт университетының беренсе ректоры (1959—1965)[7]. Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының вице-президенты (1964—1965). 1965—1972 йылдарҙа — Тбилиси дәүләт университеты ректоры. 1972 йылдың 3 майынан 1977 йылдың 2 декабренә тиклем — Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы президенты.
1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты ағзаһы (1966—1977). 7—9 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1966—1977).
1977 йылдың 2 декабрендә вафат була. Тбилисиҙа Мтацминда тауында ерләнә.
Ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары Үҙгәртергә
Төп хеҙмәттәре математик физиканың төрлө фәнни йүнәлештәренә ҡарай. Айырым сығарылмалар менән дифференциаль тигеҙләмәләр өлкәһендәге эштәре башлыса эллиптик типтағы тигеҙләмәләрҙең киң класының аналитик теорияһын эшләүгә нигеҙләнгән. Векуа бер үлсәмле сингуляр интеграль тигеҙләмәләр теорияһына ҙур өлөш индерә, Фредгольмдыҡы булмаған эллиптик ситке мәсьәләләрҙең яңы класын аса һәм тикшерә. Механикала Векуа һығылмалы тышлыҡтар математик теорияһының яңы вариантын тәҡдим итә.
Хәтер Үҙгәртергә
- Тбилиси университетының Ҡулланма математика институтына, шулай уҡ Тбилисиҙағы 42-се физика-математика мәктәбенә һәм Сухуми физика һәм технология институтына И. Н. Векуа исеме бирелгән (домашняя страница (англ.)) 2014 йылдың 29 май көнөндә архивланған.
- Новосибирск дәүләт университеты бинаһында Векуа иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
[8] - И. Н. Векуаның тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап Новосибирск дәүләт университетында «Дифференциальные уравнения, теория функций и приложения» халыҡ-ара конференцияһы үткәрелгән.
- 2007 йылдан башлап йыл һайын Грузияла һәм Рәсәйҙә бер үк ваҡытта Векуа кубогына Программалау буйынса халыҡ-ара олимпиада үткәркәрелә[9]
- Абхазияның Гал ҡалаһында хакимиәт бинаһы эргәһендә И. Н. Векуаға һәәйкәл ҡуйылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре Үҙгәртергә
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950)[10] («Новые решения эллиптических уравнений» (1948) монографияһы өсөн)
- СССР Дәүләт премияһы (1984 — вафатынан һуң) («Некоторые общие методы построения различных вариантов теории оболочек» (1982) монографияһы өсөн)
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969)[11]
- Ленин премияһы (1963) («Обобщённые аналитические функции» (1959) хеҙмәте өсөн)
- алты Ленин ордены (1959, 1961, 1966, 1969, 1975, 1977)[12]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1946)[13]
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы (1946)
- «1941—1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн» (1946)
- Грузин ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1950).
Иҫкәрмәләр Үҙгәртергә
- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Архив по истории математики Мактьютор
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=hka2009498692
- ↑ https://ussr-cccp.moy.su/publ/grazhdane_sssr/akademiki_sssr/vekua_ilja_nestorovich_akademik_an_sssr_sovetskij_uchjonyj_matematik_06_05_1907_02_12_1977/238-1-0-843
- ↑ http://www.mi-ras.ru/index.php?c=inmemoriapage&id=23473
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Атмосфера: 9 апреля 1959 года первым ректором НГУ назначен академик Илья Нестерович Векуа 2010 йылдың 17 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Памяти академика И. Н. Векуа 2013 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Vekua Cup — 2007 2014 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- ↑ Векуа Илья Нестерович
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 13 марта 1969 г. в Высокая оценка достижений советской науки // Вестник АН СССР, 1969, № 4
- ↑ Институт гидродинамики им. М. А. Лаврентьева СО РАН 2009 йылдың 29 август көнөндә архивланған.
- ↑ Илья Векуа (1907—1977). Биобиблиография, Тбилиси, 1987 2015 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған. на сайте Национальной академии наук Грузии
Һылтанмалар Үҙгәртергә
Векуа Илья Несторович . «Герои страны» сайты.
- Илья Несторович Векуа (к 70-летию со дня рождения)
- Новосибирская Книга Памяти | ВЕКУА ИЛЬЯ НЕСТОРОВИЧ
- Персональная страница на сайте Фотоархив СО РАН 2015 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- Международная конференция 2008 йылдың 11 май көнөндә архивланған. «Дифференциальные уравнения, теория функций и приложения», посвященная 100-летию со дня рождения академика И. Н. Векуа Новосибирск, 28 мая — 2 июня 2007 г.
- Илья Векуа (1907—1977). Биобиблиография, Тбилиси, 1987 2015 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған. на сайте Национальной академии наук Грузии